Все новости

ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...

Башҡорт йәмәғәтселеге быйыл 10-сы тапҡыр туған телебеҙҙән диктант яҙҙы. 2015 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған акция, йыл һайын үткәрелеп, халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүсе, донъя буйлап һибелгән милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе матур сараға әүерелде.

Саранан күренеш
Саранан күренеш

Илһөйәрҙәр менән телһөйәрҙәр

Шишмә районы Әлкә ҡасаба­һындағы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында башҡорт теленән диктант яҙабыҙ. Беҙҙең менән республика Башлығы Радий Хәбиров та яҙа, яңыраҡ ҡына махсус хәрби операциянан ҡайтҡан БР Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов та бар. Төп аудитория – Белорет һәм Мәләүез райондарынан хәрби йыйынға килгән 10-сы класс уҡыусылары.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев һәр ваҡыттағыса тексты бик тасуири итеп уҡый. Ләкин мин диктантҡа диҡҡәт итә алмайым, һаман да татлы хис-тойғолар ҡамауында ултырам. Шулай булмайса, 10-сы тапҡыр үткәрелгән белем акция­һының башланғысына туранан-тура ҡатнашлығым бар бит!
Радий Фәрит улы башта беҙгә, башҡортса диктантты башлап ебәреүселәргә, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Яуап итеп мин дә акци­яны ойоштороусылар исеменән уға Рәхмәт хаты бирҙем. Телебеҙ тураһында даими хәстәрлек күреүен әйттем.
Беренсе тапҡыр 2019 йылда Башҡорт дәүләт университетына килгәйне ул диктант яҙырға. Ҙур яңылыҡ булды беҙҙең өсөн. Шунан күп тә үтмәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында баш­ҡортса сығыш яһап, хайран итте. Телде яҡшы белгән аудитория алдында уның телендә һөйләргә йөрьәт итеү өсөн йөрәк тә кәрәк! Артабан инде Башлыҡтың ошондай сараларҙа шәхсән ҡатнашлығы менән өлгө күрһәтеүенә өйрәнә төштөк, хәҙер хөкүмәт ултырыштарында туған телебеҙҙәге сығыштарға ла иҫебеҙ китмәй, шулай булырға тейеш тиеберәк ҡабул итәбеҙ. Кеше яҡшыға тиҙ өйрәнә шул! Ә инде
башҡорт теленең машина фонды мәғлүмәт системаһын булдырыу, электрон һүҙлектәр сығарыу, фильм­дар төшөрөү, компьютер уйындары, комикстар эшләү, аҡыллы колонкалар барлыҡҡа килеүе һ.б. Дәүләт кимәлендә туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәр бик күп, һанай китһәң. Ә бит уларҙың барыһы ла һуңғы 8 йыл эсенә һыйған, Радий Фәрит улы етәкселек иткән осорға.
Иң тәүге диктант ойошторған саҡты хәтергә төшөрөп, бөгөнгө менән сағыштырам да, үҙгәрештәргә иҫем китә.
2015 йылда БДУ-ла Башҡорт теленән региональ диктант ойош­торабыҙ тип гәзиттәргә, радио-телевидение аша иғлан бирҙек тә үҙем ҡурҡыуға ҡалдым. Кеше килмәй ҡуйһа, нишләрбеҙ? Ул ваҡытта әлеге кеүек социаль селтәр юҡ туп-тура халыҡҡа мөрәжәғәт итергә. Саҡырыуыңдың нисек ҡабул ителгәнен дә белеп булмай. Ә баш­ҡорт теленә бер ерҙә лә бөгөнгө һы­маҡ иғтибар һәм ихтирам юҡ!
Ә диктант башланғас нимә килеп сыҡты һуң?! Хөрмәтулла Ғаззали улы тексты уҡый башлауы булды, вуздың филиалдары менән бәйләнеш юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Иң беренсе мейене телеп үткән уй шул: берәйһе ниәтебеҙгә аяҡ салырға итәме икән? Йә, бөгөн берәйһенең башына шундай уй килерме?! Юҡ, әлбиттә. Ә теге ваҡыт бик күп кешенең бер юлы онлайн бәйләнешкә инеүен сервер күтәрә алмаған, ә шул арала күпме борсоулы-хәүефле уйҙар кисерергә тура килде.
Эйе, күптәр был хаҡта белмәй. Мин беләм, шуға ла республика Башлығының юҡ ваҡытын бар итеп, акцияла ҡатнашыуын бик юғары баһалайым. Уның бөгөнгө эш графигы ныҡ тығыҙ икәнен дә беләм. Диктант яҙып бөткәс тә ул ошо паркта хәрби операция батырҙарын бүләкләргә тейеш, шунан һуң «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша. Ә «Тора­тау» конгресс-холында әлеге сәғәт­тәрҙә «Атайсал» форумы башланып тора. Тимәк, уның пленар өлөшөндә сығыш яһайһы бар, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан килгән дәрәжәле яҡташтарҙы ҡабул итеү, һәр береһенә иғтибар бүлеү, киләсәккә пландар ҡороу... Эше лә, мәшәҡәте лә бик күп. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ул беҙҙең менән диктант яҙа.
«Һөҙөмтәләрҙе оҙаҡламай бе­лербеҙ. Билдәләр, әлбиттә, мөһим дә түгел, диктантта ҡатнашыу – үҙе үк туған телгә ҡарата һөйөүеңде белдереүҙең яҡшы ысулы», – тип яҙасаҡ ул һуңынан үҙенең телеграм-каналында. Етәксе кешенең шулай тип әйтеүе ҡиммәт. Юғиһә 10 йыл элек башланған диктант күптән онотолған булыр ине. Әйткәндәй, алдараҡ Радий Фәрит улы сараның тарихын телгә алып, унда әүҙем ҡатнашырға саҡырып та мөрәжәғәт иткәйне.
Бына ошоларҙың барыһын да баштан һәм күңелдән кисереп ултырылды «Патриот»та. Шунлыҡ­тан йылдағыса «бишле» алырыма өмөтөм юҡ. Иң мөһиме, 10 йыл элек нигеҙ һалған эшемә ваҡыт үҙе баһа ҡуйҙы!
Эргәмдә ултырған Белорет егете Азамат Шәрәфетдинов тигеҙ генә хәрефтәр менән тырышып яҙыуын белә. Инйәрҙәге 2-се мәктәптә уҡый ул. Мөләйем үҫмер менән һөйләшке килеп кенә тора, иртән үк танышып өлгөрҙөк.
– 5-се кластан алып диктант яҙам мин, – тине ул минең һорауыма артыҡ иҫе китмәй генә. Яуабына нисек һөйөнгәнемде үҙе һиҙмәне лә шикелле. Ә мин шул тиклем шатланам, тимәк, 10 йыл эсендә ошо белем акцияһына өйрәнгән, уны ғәҙәти хәл тип ҡабул иткән бер быуын үҫеп сыҡҡан. Беҙҙең төп маҡ­сатыбыҙ ҙа шул ине бит!
Азамат та, уның менән бергә «Патриот»та диктант яҙған баш­ҡа уҡыусылар ҙа был көндө бер ваҡытта ла онотмаҫына иманым камил. Юҡҡа ғына телһөйәрлеккә бағышланған сараға М.Шаймора­товтың батырлығына арналған текст һайланмаған. Уның йәш кү­ңелдәргә ауаздаш булып, ынтылыштарын ҡеүәтләп ебәреренә ышанам мин.
Был көндө, Башҡорт телен яҡлау һәм һаҡлау фонды мәғлүмәттәре буйынса, милләттәштәребеҙ барлы­ғы 3018 урында диктант яҙған.
– Быйыл беҙҙең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ла рәсми рәүештә диктант уҙғарыу майҙансығы итеп танылды, – ти институт директоры Зөһрә Рәхмәтуллина. Ныҡлап телебеҙҙе өйрәнгән, өйрәткән, тел ғилемен үҫтереүгә, байытыуға, башҡорт телен популярлаштырыуға тос өлөш индергән федераль кимәл­дәге берҙән-бер фәнни учреждени­еның да ҡушылыуы акцияның ни тиклем әһәмиәтле булыуын йәнә бер иҫбатлай.
– Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – телебеҙгә булған ихтирам һәм һөйөү билдәһе, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйланыу һөҙөмтәһе, – тип дауам итә Зөһрә Йы­һанур ҡыҙы. – Ул иң беренсе беҙҙең берҙәмлегебеҙҙе күрһәтә, икенсенән, үҙеңдең белем кимәлеңде тикшереү генә түгел, рух ныҡлығыңды, туған телеңә, туған мәҙәниәтеңә, халҡыңа тоғро булыуыңдың бер күрһәткесе лә булып тора.
Хәйер, рәсми рәүештә билдә­ләнгән майҙансыҡтарҙан башҡа ҡалғандарын теүәл генә иҫәпләр­лек тә түгелдер, тип уйлайым мин. Сөнки М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡортос­тан Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Милли музейы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, «Йәшлек House» йәштәр йорто, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Өфө күп профил­ле һөнәри колледжы, Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан тыш уны мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, хатта музейҙарҙа ла яҙалар. Өйҙә ултырып ҡына яҙыусылар ҙа бик күп. Башҡортостан юлдаш каналында, Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фондының сайтында тура трансляция тапшырыла.
Ҡырмыҫҡалыла тыуып үҫкән класташым Гүзәл Рәхмәтуллина, БСТ-нан ҡарап, өс текст буйынса ла яҙа! Йыл һайын!
– Өсөнсө текст буйынса яҙыу ауырыраҡ, – тип көлә үҙе. Ә мин уның тырышлығына, ныҡышмал­лығына һоҡланам. Телсе йә филолог булһа, аптырамаҫ та инем, ғү­мер буйы бухгалтер булып эшләгән кеше. Эргәһендә бәләкәй генә ейәне йүгереп йөрөй. 3-4 йылдан, өләсәһенән күреп, ул бала ла ҡушылып китер әле. Баланы тәр­биәләйем тиһәң, иң тәүҙә үҙеңде тәрбиәлә, тигәндәре ошо була инде.
10-сы юбилей акцияһында бар­лығы 408399 кеше ҡатнашҡан. Рәсәй төбәктәренән тыш, Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария,
Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушыл­ған.
Шулай итеп, туған телебеҙҙе өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғ­тибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниә­тен үҫтереү, республикала, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә башҡорт телен таратыу һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған акция йылдан-йыл киңерәк тарала. Хәҙер уны маҡсатына иреште, тип ауыҙ тултырып әйтергә була.


Акция нисек башланды?

2013-14 йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Көн­дәлек» тигән тапшырыу эшләй инем. Фәрхәт Ғәйнетдинов алып барған реалити-шоу форматындағы был тапшырыуҙы (режиссерҙары – Франгизә Илбәкова менән Рә­симә Хәмитова) күптәр әле лә яҡшы хәтерләй, һағынып иҫкә ала. Унда райондарҙағы башҡорт йәмәғәтселегенән диктант яҙҙыра торғайныҡ. Мәктәпкә телебеҙҙе белгән төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләре йыйыла. Улар, класҡа килеп ингәс, үҙҙәрен бала саҡтарына ҡайтҡандай итеп тойоп, ысынлап шул ролгә инеп китәләр: яҙма эш барышында бер-береһенән кү­серергә тырышалар, шаулашалар, ҡуйылған билдәләргә ихлас ҡыуаналар. Дәрес аҙағында кемдең ниндәй баһа алғанын иғлан итәбеҙ, «бишле» алғандарға бүләктәр тап­шырабыҙ. Эй, күңелле үтә ине съемкалар. Бөтә республиканы тиерлек йөрөп сыҡтыҡ шулай итеп. Һуңынан райондарҙағы еңеүселәрҙе Берҙәм дәүләт имтиханы бирергә Өфөгә саҡырҙыҡ. Шуның менән йомғаҡлап ҡуйҙыҡ тапшырыуҙы. 2014 йылда «Көндәлек» журналистарҙың Ҡырымда үткән «Көмөш ҡаурый» халыҡ-ара конкурсында лауреат булды! (Ул ваҡытта Ҡырым Украина составында ине әле).
Тапшырыу тамамланды, әммә райондарҙағы илһөйәр һәм телһө­йәр йәмәғәтселәр менән һис тә айы­рылышҡы килмәй!
Шунда башыма «Бәлки, бөтә республика менән диктант яҙып ҡарарғалыр?!» тигән уй килде.
БДУ-ның журналистика кафед­раһында уҡытып та йөрөгән сағым ине, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Барый улы Әхмәҙиевкә инеп, фекерем менән бүлештем. Ул шунда уҡ башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире Ишмөхәмәт Ғилмитдин улы Ғәләүетдиновты саҡырып алды. Өсәүләп ултырып һөйләштек тә деканыбыҙ ректор Николай Данилович Морозкинға китте. Тулҡынланып көттөк ректорҙың яуабын. Рәхмәт инде, Николай Данилович хуплау ғына түгел, университет кимәлендә ойоштороу комитеты булдырырға, унда уҡыу йортоноң төрлө хеҙмәттәрен индерергә ҡушты. Төп көс, әлбиттә, башҡорт тел ғилеме кафедраһы уҡытыусыларына төштө. Акция тураһында положение эшләргә кәрәк, эмблемаһын уйлап табырға, диктант өсөн текст һайларға һ.б.
Региональ диктанттың эмблема­һында һәр бала өсөн изге «әсәй», «әлифба» тигән һүҙҙәрҙең тәүге хәрефе һынландырылырға тейеш тип тәҡдим итте телсе-ғалимдар. Шулай иттек тә. Уның дизайнын рәссам Иҙел Ҡаһарманов эшләне. (Һуңынан логотипҡа һис бер нигеҙ­һеҙ ө хәрефен алдылар, был дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем).
Диктант яҙа торған көндө уни­верситетҡа иртүк барҙым. 01-се һәм 02-се аудиториялар әҙер. Айтишниктар университеттың филиалдары менән бәйләнеште көйләй, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама филиалдарында уҡыусы студенттар онлайн форматта ҡушылырға те­йеш.
Сәғәт 11-се яртыны үтеүгә 1-се ҡатта кешеләр күренә башланы. Баҙнатһыҙ ғына аҙымдар менән тирә-яҡҡа ғәжәпләнеү ҡатыш күҙ һалып килеүҙәренән студент түгел икәндәре күренеп тора. Тимәк, беҙҙекеләр! Милли кейемдәгеләр ҙә килә башлағас, күңел урынына ултырҙы.
Сара бик матур башланып китте. Иң тәүҙә йыйылыусыларҙы ректор Н.Д.Морозкин тәбрикләне, шунан Р.Б.Әхмәҙиев, И.Ғ.Ғәләүетдиновтар сәләмләне.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлашып килгәнлектән, диктант өсөн Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» ти­гән романынан өҙөк һайлап алынды. Уны кемдән уҡытырға тип баш ватманыҡ, мин был ролдә фәҡәт Хөрмәтулла ағай Үтәшевте генә күрә инем һәм уны тәҡдим иттем дә. Рәхмәт инде Хөрмәтулла Ғаззали улы, риза булып, сарабыҙҙың бәҫен күтәреп ебәрҙе.
Аудиторияларға инеп ултырыш­тыҡ. Р.Ғарипов исемендәге гимназиянан уҡыусылар күпләп килгән. Үҙебеҙҙең профессорҙар, доценттар алғы рәттәрҙән урын алды. Милли кейемдәрҙә килеүселәр бар. Таныш та, таныш булмаған да кеше­ләрҙең һәр береһенә рәхмәтле инем шул ваҡыт. Килгәндәре өсөн, күңелемдәге уй-хистәргә теләктәш булғандары өсөн.
Хөрмәтулла Ғаззали улы текс­ты уҡый башлауы булды, бая әйткәнемсә, филиалдар менән бәйләнеш юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ниәтебеҙгә берәйһе аяҡ салырға итәме икән, тигән уй мейене ярып үтте. Шулай ҙа тыныс булырға ты­рышабыҙ. Баҡһаң, бер юлы бик күп кешенең диктантҡа ҡушылыр өсөн онлайн бәйләнешкә инеүен сервер күтәрә алмаған икән. Ярай әле, егеттәр техниканы тиҙ генә көйләп ебәрҙе һәм эште дауам иттек.
Күңеле йылы һәм яҡты тойғо­лар менән тулған кеше ул көндө бер мин генә булмағанмындыр. Һуңы­нан да халыҡ таралырға ашыҡма­ны, һөйләштеләр, төркөм-төркөм булып фотоға төштөләр. Ысын мәғәнәһен­дә тарихи көн булды ул.
Аҙаҡ билдәле булыуынса, бөтәһе 3500 кеше ҡатнашҡан иң тәүге диктантта. Һөҙөмтәләр университеттың махсус сайтында ҡуйылды. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған акцияның оҙайлы проект буласағы шунда уҡ төҫмөр­ләнгәйне.
Ғәҙеллек хаҡына шуныһын да әйтеп үтәм, Башҡорт теленән региональ диктант үткәреү өсөн ерлек бар ине. 2004 йылдан Рәсәйҙә рус теленән тоталь диктант яҙыу ойошторолоп килде. Ә бына милли телдә киң масштабта акция уҙғарыуҙа беҙ илдә беренсе булдыҡ. Ут күр­шеләребеҙ «Татарча диктант»ты 2016 йылда башланы.


Милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе сара

2016 йылда акция республика сиктәренән сыҡты – уға Силәбе өлкәһендә, Ханты-Мансийск ҡала­һында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡушылды, бөтәһе 4500-гә яҡын кеше туған телебеҙ буйынса үҙенең белемен һынап ҡараны. Шунан башлап диктанттың географияһы йылдан-йыл киңәйҙе, ҡатнашыусылар һаны ла артҡандан-артты. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа диктант өсөн бер юлы өс текст тәҡдим ителә: баш­ҡорт телен башланғыс кимәлдә бе­леүселәр өсөн, иркен аралашыусылар өсөн һәм телебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙырға теләүселәр өсөн. Һәр кем үҙенең белем кимәленә ҡарап, теге йәки был тексты һайлай ала, был да, моғайын, акцияға ҡушылыусылар һанының артыуына йоғонто яһайҙыр.
2019 йылда Рәсәйҙең 25 субъектында һәм 16 илдә башҡорт теленән диктант яҙылды, акция халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Башҡорт телен яҡ­лау һәм үҫтереү фонды мәғлүмәт­тәре буйынса, 2019 йылда – 69687 кеше, 2020 йылда – 305600, 2021 йылда 321 782 кеше ҡатнашҡан.
Өфө фән һәм технологиялар университеты йыл һайын был көндө тантаналы төҫ ала. Халыҡты фойела милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар һәм егеттәр сәләмләп ҡаршы ала. Ҡурай моңо яңғырай. Милли биҙәүестәр, матбуғат баҫмалары күргәҙмәләре ойошторола.
– Халыҡ байрамға килгән кеүек, – ти башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина. – Эркелешеп, милли кейемдәрҙә шат йөҙҙәр аудито­рияларға ашыға. Ошо рәүешле университетыбыҙҙа йылына бер тапҡыр матур сәбәп менән зыялылар осраша. Яҙыусылар, артистар, ғалимдар, эшселәр, журналистар, студенттар – барыһын да диктант берләштерә.
Йыл һайын сараны ҡалдырмай ҡатнашыусылар араһында билдәле радиожурналист Рәсүл Сәғитов та бар.
– Диктанттарҙы ғүмер буйы хуп күрҙем, әле лә ҡыуанып-ҡыуанып яҙам. Үлән йәшәргән, ҡайын һыуы тама башлаған, диктантлы ла ошо яҙғы мәлде йыл буйы түҙемһеҙләнеп көтәм. Һүҙ менән эш ҡылған, етмәһә быны һөнәре иткән һәр кемдең шулай булырға тейешлеге буйынса ла фекерем аныҡ. Диктант, инша, изложениеларҙың бала саҡта минең өсөн ҙур байрам булғанын әйтеп торайыммы икән? Әйтәйем. Эшкә һөйөп, ә тимәк, ышаныслы тотонғанда ҡыйышлыҡтар булмай бит ул, бында ла шулай.
Диктант – тотош халҡыбыҙ байрамы. Яҙыу урындарына барыу, бер-береңде ҡотлашыу, милли йыр-моңдарыбыҙ яңғырап торғаны күңелдәрҙе уғата бөтәйтә. Быны ун йыл элек башлап ебәргән кеше­ләргә, уны күтәрмәләгән, ул ваҡыт­та аталғанса, Башҡорт дәүләт университеты етәкселәренә, бөгөнгө ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Быйыл да Өфө фән һәм технологиялар университетында диктант яҙыу өс кимәлдә ойошторолдо: башҡорт телендә иркен аралаш­ҡандар өсөн Мөнир Ҡунафиндың әҫәренән өҙөк һайланғайны, уны Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов уҡыны. Икенсе төркөмдәге текс­ты шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина әҙерләне, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң художество етәксеһе Ринат Рамаҙанов яҙҙырҙы. Өсөнсө төркөмдәгеләр Пермь кра­йы Барҙа муниципаль округы хаки­миәте мәғариф идаралығының начальник урынбаҫары Гүзәл Исмә­ғилева уҡыуында яҙҙы.
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант хәҙер дөйөм халыҡ хәрәкәте төҫөн алды. Уны ойоштороу менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары, ғилми учрежде­ниелар, юғары уҡыу йорттары шөғөлләнә. Һәм был бик дөрөҫ. Етәкселәребеҙ ҙә, халыҡ та бер төптән тотоноп эшләгәндә генә ғә­зиз телебеҙгә юҡҡа сығыу хәүефе янамаҫ.
...Донъяла 7 меңдән ашыу тел бар. Шуларҙың 40 проценты юҡҡа сығыу алдында тора, ти ғалимдар. Ике аҙна һайын бер тел юғала, тип тә өҫтәйҙәр. Рәсәй фәндәр ака­демияһының Тел ғилеме институты мәғлүмәттәре буйынса, кешелек тарихында 700 тел юҡҡа сыҡҡан. Шуның 30 проценты – һуңғы 60 йылда. Ошо һандар һәр башҡортто уйландырырға, ғәзиз телебеҙҙе һаҡлау өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә мәжбүр итергә тейеш!

ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ УЛТЫРЫП...
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш»
Читайте нас: