Все новости

Мин ҡатнаш милләтле ғаиләлә тыуғанмын

Әсәйем - башҡорт, атайым икенсе милләттән.

Ғаиләлә ике ул үҫтек. Ғәҙәттә, милләтте атайҙыҡына ҡарап билдәләйҙәр. Ә мин, үҫмер сағымда бер ауыҙ һүҙ башҡортса белмәһәм дә, 2010 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында, өйҙәгеләрҙе аптыратып, башҡорт тип яҙылдым. Был ҡылығыма хатта әсәйем аптыраны. Атайым ҡырталашып мине үҙ милләтенә яҙҙырырға, оялтырға, хатта кәмһетергә маташты. Тик мин үҙ һүҙемдә торҙом.Башҡорт булып яҙылыуҙың сәбәбе бар ине - 

МӨХИТ РУХЫМДЫ УЯТТЫ

Башҡорт булып яҙылыуҙың сәбәбе бар ине. Тарих уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер генә башҡорт та хәрби антына хыянат итмәгән, улар араһында һатлыҡ йәндәр булмаған, тип һөйләгәйне. Миңә шул саҡ, бөтә ил Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгән йылда, совет осоро ҡаһармандары тураһында фәнни-тикшеренеү эше яҙып, байтаҡ уҡырға тура килде. Әсәм теле вәкиле булып китеүемдә, һис шикһеҙ, уҡытыусымдың роле ҙур булды, ул шул тиклем үҙ еренең илһөйәре ине. Беҙҙе, уҡыусыларын да, үҙ илен, республикаһын яратҡан илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгеһе килгәндер. Халҡым, милләтем, телем, тарихым менән ҡыҙыҡһыныу шунан башланды.
Күп китап уҡыным, ҡыҙыҡһыныуым тиҙҙән ғорурлыҡ тойғоһо менән алмашынды. Бына шул ваҡытта быға тиклем бик әһәмиәт бирмәгән әсә телен өйрәнгем, дөрөҫөрәге - башҡорт булғым килде! Йәй етһә, олатай-өләсәй, әсәйемдең туғандары йәшәгән ауылға барырға тырыштым. Улар менән вата-емерә булһа ла башҡортса һөйләштем. Көлкөгә ҡалған саҡтарым да күп булды, әлбиттә. Әммә башҡорт булып яҙылғас, ошо боронғо, данлы халыҡтың телендә һөйләшергә кәрәклеген аңланым. Өйҙә лә әсәйгә тик башҡортса өндәштем. Тәүҙә ул атай менән киҫкен һөйләшеүҙе иҫкәртеү маҡсатынандыр инде, урыҫса яуап бирә торғайны. Яйлап барыһы ла күнекте, хатта быға тиклем бар тип тә белмәгән атайым да Башҡортостанға исем биргән халыҡтың теле менән ҡыҙыҡһына башланы.
Армияла хеҙмәт иткәндә лә башҡорт булыуым менән ғорурланып йөрөнөм. Старшина башҡорттарҙы хөрмәт итә ине. Салауат Юлаевтың тормош һәм яу юлын яҡшы белгән хәрби командирым мине "Салаватка" тип йөрөттө. Ерән бөҙрә сәсле, зәңгәр күҙле булһам да, хеҙмәттәштәрем дә ихтирам итеп, миңә "башҡорт" тип кенә өндәшә ине.
Туған телгә һөйөү ғаиләнән, ата-әсәнән башлана, тиҙәр. Дөрөҫ. Әммә был һәр осраҡта ла түгел. Кешенең йәшәгән, уҡыған, эшләгән мөхите лә ҙур роль уйнай бында. Был тәңгәлдә балалар баҡсаһында - тәрбиәсенең, мәктәптә уҡытыусының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Роберт ТАҢАТАРОВ.

Читайте нас: