– Радио иң популяр мәғлүмәт сараларының береһе. Оператив булыуы, төрлө урындарҙа, эш менән булғанда, юлда китеп барғанда тыңлай алыу мөмкинлеге уны өҫтөнлөклө итә. «Юлдаш» каналын кемдәр тыңлай, уның аудиторияһы ниндәй?
– Донъяның төрлө ҡитғаларында миллиондан ашыу тыңлаусыһы булған станция ул «Юлдаш». Кемдәр тыңлай, тигән һорауҙы беҙ ҙә үҙебеҙгә көн һайын бирәбеҙ. Сөнки кем өсөн һөйләп-йырлап торғаныңды белеү бик мөһим. Әйткәндәй, радио өсөн яҙылмаған ҡанундарҙың дүртенсеһе – «Тыңлаусыларыңды бел!» Беҙгә ҡалһа, республикабыҙҙа һәм унан ситтә йәшәүсе һәр милләттәшебеҙҙе, һәр замандашыбыҙҙы үҙебеҙҙең тыңлаусы итеп күрергә теләйбеҙ. Бының өсөн радионың бөтә өҫтөнлөктәрен файҙаланырға тырышабыҙ, тыңлаусыны һәр яҡлап өйрәнәбеҙ. Уның арбаһына ултырыу өсөн түгел, ә бәйләнеш булдырыу өсөн. Быныһы ла радио ҡанундарының береһе. Ә инде төп ҡанун ул – һуңлама! Тәрән мәғәнәле һүҙ. Эфирға һуңлама, яңылыҡтарҙы беренсе итеп еткер, баҙарҙағы үҙгәрештәрҙе белмәй ҡалма, белемеңде камиллаштыра бар һәм башҡалар. Былар барыһы ла бик мөһим һәм кәрәк. Тыңлаусының ышанысын юғалтырға ярамай, уны ихтирам итергә, мөмкин тиклем мәнфәғәтен хәстәрләргә кәрәк. Уҙған йылдар осоронда беҙ яһаған һығымталарҙың береһе ошо. Шундай маҡсат менән эшләгәндә, «Юлдаш» радиоһын юлда ла, өйҙә лә, эштә лә йыл әйләнәһендә һәр кем тыңлар, тип өмөтләнәбеҙ.
– Бөтә донъя мәғлүмәт һуғышы барған шарттарҙа мәғлүмәт сараларының аудиторияға ниндәй контент тәҡдим итеүе бик мөһим. Ниндәй темаларҙы иғтибар үҙәгенә ҡуяһығыҙ, ниндәй проблемаларға баҫым яһайһығыҙ?
– Бөгөн мәғлүмәт сараһының ни тиклем көслө ҡорал икәнен, һүҙ көсөнөң әһәмиәтен бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй. Эйе, беҙ ҙә шул яу яланында, бик яуаплы миссия башҡарабыҙ. Шуға «Юлдаш»та эшләүсе һәр кем тәүгеләрҙән булып дөрөҫ һәм төплө мәғлүмәт еткереүҙе, тыңлаусыны ялған мәғлүмәттән аралауҙы, яҡшы кәйеф булдырыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Бының өсөн айырым яңылыҡтар редакцияһы эшләй. Беҙҙең тәжрибәле, профессиональ хәбәрселәр сәғәт һайын иң һуңғы хәбәрҙәрҙе еткерә бара. «Асыҡ студия», «Өфө һөйләй», «Юлдаш»та ҡунаҡта», «Юғалтыу-табыштарым» тигән тапшырыуҙар, тарих, тел, мәҙәниәт, сәләмәтлек, аш-һыу өлкәһенә бәйле танып-белеү рубрикалары, ҡотлауҙар – уларҙы тыңлаусы, йылдар буйы барһалар ҙа, ихлас ҡабул итә. Әҙәби уҡыуҙар, шиғриәт минуттары, театр тамашаларын, дини тапшырыуҙарҙы айырыуса үҙ итәләр.
Бөгөн абруйлы каналдарҙың һәр ҡайһыһында иртәнге күңел асыу программаһы эшләй. «Юлдаш»та ул «Теге өсәү» тип атала. Был тапшырыуҙы еңел-елпе проект тип ҡараусылар ҙа бар, әммә бындай фекер төптө дөрөҫ түгел, сөнки алып барыусылар көлөп-шаярып ултырыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. Ижади ҡарашты, төплө фекерҙе, тыңлаусы менән ихлас аралашыуҙы берләштергән масштаблы өс сәғәтлек сәйәхәт ул. Уятҡыс тапшырыу булараҡ, ысын мәғәнәһендә тыңлаусыны уятырға, яңы көнгә, яҡшы кәйефкә көйләргә, тәүге мәғлүмәттәр менән байытырға тейеш. Иртә таңдан ошондай йүнәлеш алған һәр кемдең эше лә ырамлы барасаҡ, көнө лә уңышлы үтәсәк. Бәхәсләшер урыны, бәлки, барҙыр, әммә белгестәрҙең даими тикшеренеүҙәре шундай дәлил килтерә. Иғтибар үҙәгендәге темаларға килгәндә, әлбиттә, улар ил-йортобоҙҙағы ваҡиғалар менән бәйле. Матбуғат сараһы булараҡ, беҙҙең маҡсат ил күргәнде күреү генә түгел, уны күрһәтеү бит инде. Сәйәсәт, социаль өлкәләге, мәҙәниәт, спорт менән бәйле хәбәрҙәр рәсми тапшырыла килһә, йәмәғәт үҫеше, халыҡтың тормошо, тарих, рухиәт темаһына мөмкин тиклем тәрәнерәк үтеп инеп, күләмле сығыштар, тапшырыуҙар әҙерләйбеҙ. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция, патриотик тәрбиә, йәмғиәтте берләштереү кеүек темаларҙың өҫтөнлөк итеүе «Юлдаш» радиоһына ла ҡағыла. Илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта, егеттәребеҙ яу яланында булғанда беҙ ҙә алғы һыҙыҡта булырға бурыслыбыҙ. Эфирҙа булһынмы, социаль селтәрҙәр ашамы, төрлө жанрҙа, төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ. Айырыуса эфирҙан тыш сараларға өҫтөнлөк ҙур. Уларҙы коллективтың күңел талабы, тип әйтеү дөрөҫ булыр. Айырыуса ҡыҙҙарыбыҙ уңған булып сыҡты. Әленән-әле алғы һыҙыҡҡа ярҙам йыйыу ойошторола, туҡмас киҫеү, сәк-сәк әҙерләү, селтәр бәйләү кеүек саралар уҙғарабыҙ. Зөһрә Арсаева, Динара Сафина, Венер Фәйзуллиндар гуманитар ярҙам менән егеттәребеҙгә Башҡортостан сәләмен дә алып барып килде. Байтулла Фәтҡуллин бынан ике йыл элек журналистар менән ылау оҙатып ҡйтҡандан һуң үҙе лә ғариза яҙып, әле яу яланында. Ике коллегабыҙҙың ирҙәре, береһенең улы – хеҙмәттә. Уларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ил-еребеҙгә тыныслыҡ килһен, тип мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Әлбиттә, бынан тыш, республика өсөн көнүҙәк булған, халҡыбыҙҙың тормошона, күңел торошона бәйле башҡа актуаль темалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Бына ошондай көндәлек мәшәҡәттәргә үрелеп, яңы тапшырыуҙар, әңгәмәләр яҙыла, уйындар ойошторола, бүләктәр таратыла, йырҙар тыуа. «Юлдаш» тәүлек әйләнәһенә үҙе лә арымай, башҡаларҙы ла арытмай, һөйләп тора, йырлап тора.
– Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа өлгәшелгән уңыштарығыҙ барлығын беләбеҙ. Илдә «Юлдаш»тың юлдаштары бармы, ғөмүмән, башҡа өлкәләрҙә радио ниндәй кимәлдә?
– Федераль кимәлгә сығыу, ундағы ҙур, дәрәжәле конкурстар һәм фестивалдәрҙә еңеүҙәр – ул беҙҙең ғорурлыҡ. Мин бында «Юлдаш» коллективын ғына күҙ уңында тотмайым. Киң даирәгә сығып, алып ҡайтҡан еңеүҙәребеҙ – ул радионы асҡан һәм уның эшмәкәрлегенә һәр яҡлап булышлыҡ иткән Башҡортостандың да еңеүҙәре. Беҙ Рәсәй кимәлендәге матбуғат һәм радио менән бәйле бөтә конкурстарҙа ла үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Өс йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тигән исем йөрөттөк. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең радиостанциялары араһында уҙғарылған «Радиомания» бәйгеһенә сығып, лауреат та, еңеүсе лә булдыҡ. Был – ҙур еңеүҙәр, маҡтанып алыу оят түгел. Улар радио етәкселегенең һәм ижади коллективтың ни тиклем заманса фекерләүе һәм ижади яҡтан көслө булыуы тураһында һөйләй. Бер уңыш та еңел генә бирелмәй. Радио донъяһында конкуренция бик көслө. Беҙгә үтә ҡағылмаһа ла, күптәр өсөн бит ул – бизнес, табыш сығанағы. Шуға станциялар һаны ла әллә ни кәмемәй, эшләп килгәндәре үҙҙәренең урынына йәбешеп йәшәргә тырыша. Донъя кимәлендә радионың тотҡан урыны, Рәсәйҙәгегә ҡарағанда, күпкә киңерәк. Ҡайҙан беләһегеҙ, тигән һорау тыуа ҡалһа, яуап бирәм. Беҙ Рәсәй радиотапшырыуҙар Академияһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ. Йылына ике тапҡыр Академия үткәргән конференцияларҙа ҡатнашабыҙ, заман радиоһының тын алышы, уңыштары һәм проблемалары тураһында билдәле белгестәрҙең сығыштарын тыңлайбыҙ. Үҙебеҙҙең дә сығыш яһау, һорау биреү мөмкинлеге бар. Был конференцияларҙы онлайн рәүештә бөтә коллектив менән тыңларға була. Быйыл июлдә күптәнге дуҫыбыҙ, Академия академигы Михаил Эйдельман Өфөгә килеп, уҡыуҙар үткәреп ҡайтты. Бик фәһемле осрашыу булды, эфирҙың сифатына файҙаһы тейер, тип өмөтләнәбеҙ. Михаил Маркович башҡа илдәрҙә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, унда ул Рәсәй радиостанциялары тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ә беҙгә ситтән яңылыҡ менән ҡайта. Уның әйтеүенсә, сит илдәрҙә радио үҫеш осорон кисерә, айырыуса реклама һатыу арта. Ә беҙҙәге радионың яҙмышына килгәндә, ул мәғлүмәт еткереүселәр араһында беренселәрҙән һаналмай, шулай ҙа хәүефләнергә урын юҡ. Ул бөтмәйәсәк, һөйләп торасаҡ, ғүмере оҙон буласаҡ. Приемник аша, интернеттан, аудиоплеерҙа, аҡыллы колонкаларҙан. Эйдельман һүҙҙәре менән әйткәндә, әҙәм балаһының ҡолағы ишетеүҙән туҡтағас ҡына, аудиоконтент менән хушлашырға була.
– Беҙҙең республикала ла радиоиндустрия юғары кимәлдә һәм ул йылдан-йыл үҫешә. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында ғына өс радиоканал бар. Быйыл «Ашҡаҙар» үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләне. «Спутник ФМ» бик популяр. Уларҙан тыш федераль радиоканалдарҙың филиалдары эшләй. Конкуренция көслөлөр. Уға бирешмәҫ өсөн ниндәй яңы алымдар йәки форматтар ҡулланаһығыҙ?
– Республикала радио селтәре тигәндә, әлбиттә, ошо селтәрҙең ни тиклем таралыуын күҙ алдына килтереп ҡарарға кәрәк. Бөгөн Өфөлә генә төрлө йүнәлештәге, төрлө зауыҡҡа иҫәпләнгән утыҙға яҡын радио һөйләп тора. Байтағы федераль кимәлдәге бик билдәле станциялар. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһындағы һеҙ әйтеп киткән өс радиостанция ла локаль һанала, йәғни ерлеккә бәйләнгән. Был беҙҙең төп өҫтөнлөгөбөҙ. Беҙ үҙебеҙҙең республика ҡарамағында, үҙебеҙ белгән аудиторияға эшләйбеҙ һәм, иң мөһиме, туған телебеҙҙә һөйләйбеҙ.
Артабан китһәк, әлбиттә, радио баҙарының тығыҙ ғына икәнен танырға кәрәк. 24 сәғәт буйы һеҙҙе генә тыңлап торһондар өсөн эфирҙың эстәлеген, тапшырыуҙар һәм йырҙар теҙмәһен даими контролдә тоторға кәрәк. Иң сағыу, иң матур тауыштар, иң шәп режиссерҙар, иң креатив продюсерҙар, иң аҡыллы алып барыусылар беҙҙә булырға тейеш, тигән бурыс та өҫтөнлөклөләр исемлегендә. Быныһы – кадрҙар мәсьәләһе. Бында тағы шуны өҫтәргә теләйем: беҙҙең белгестәрҙең, ҡайһы бүлектә генә эшләмәһендәр, күҙҙәре янып, аяҡтары бейеп торорға тейеш. Радио өлкәһендә эшләгән билдәле бер белгестең йәштәргә әйткән ҡыҙыҡ ҡына фекере бар: дан-шөһрәт теләһәгеҙ, телевидениеға барығыҙ, ижад итергә теләһәгеҙ – гәзит һәм журналға, дәртегеҙ ташып торһа – һеҙҙең урынығыҙ радиола. Ысынлап та, радиола оҙаҡ уйланырға, сәбәпһеҙ бер генә эште лә кисектереп торорға ваҡыт юҡ. Тормоштан артта ҡалыу ғәфү ителмәй. Шуға ла яңы идеяларҙың һәр береһен тиҙ генә һынап ҡарарға, һис юғы, танышып ҡалырға тырышабыҙ. Унынсы йылдарҙа уҡ үҙебеҙҙең айырым реклама бүлеген астыҡ, ул хәҙер һатыу баҙарында уңышлы ғына эшләп килә. Каналды танытыу белгестәре, продюсерҙар штатын булдырҙыҡ. Эфирҙан тыш саралар, тыңлаусылар менән эшләү – тулыһынса улар иңендә. Бөгөн ошондай эшмәкәрлек айырыуса мөһим. Радиоға йәштәрҙе йәлеп итеү, белгестәр әҙерләү маҡсатында бынан ун йыл элек «Юлдашплюс» интернет радиоһын астыҡ. Унда хәҙерге йәштәр музыкаһы ҡуйыла, тапшырыуҙарҙы Өфөләге юғары уҡыу йорто студенттары алып бара. Былтыр компания етәкселеге йәштәр өсөн айырым бина ла бүлде, улар бында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Юлдаш»ты йәшәртер һәм йәшәтер өсөн бөтә коллектив менән һәр яҡлап тырышабыҙ. Йылына бер-ике тапҡыр федераль «Медиаскоп» тикшеренеүҙәр үҙәге Өфөләге радиостанцияларҙың рейтингын баһалай, унда һәр йүнәлеш иғтибарға алына. «Юлдаш» радиоһы был рейтингта төрлө күрһәткестәр буйынса һуңғы йылдарҙа тәүге унау тирәһендә ныҡлы ғына урынлашты. Был милли радио өсөн бик ҙур күрһәткес. Ғөмүмән, һәр радиостанция бөгөн үҙ тыңлаусыһын табыу, үҙенә ҡаратыу өсөн ысын мәғәнәһендә көрәшә. Шуға ла бер яҡтан уларҙы беҙ коллегалар, беҙҙең юлдаштар тип таныһаҡ, икенсе яҡтан, етди конкуренттар. Был «юлдаштар» менән уртаҡ тел таба белергә лә кәрәк, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең үҙ арбаһы икәнен дә оноторға ярамай.
– «Юлдаш»ҡа – 25 йыл. Тимәк, эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр осоро үткән. Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып торған, үҙ йөҙөн булдырған, эфир тулҡындарында батып ҡалмай торған канал, халыҡсан радио. Ә уның сығанағы нисек булды икән? Инешендә кемдәр торҙо? Моғайын, милли республикала үҙаллы милли радио булдырыу бик еңел дә булмағандыр?
– Сирек быуат – тарих өсөн әллә ни күп ваҡыт түгел, әммә «Юлдаш» радиоһының үткән юлын ҡараһаң, байтаҡҡа оҙон һымаҡ күренә. Шул тиклем күп ваҡиғалар алышынған, тәүге йылдарҙан бөгөнгәсә эшләп киткән хеҙмәткәрҙәрҙе һанай башлаһаң, иҫәбенә сығырмын, тимә. Был тарих ХХ быуаттың аҙаҡтарынан башлана. 90-сы йылдар бик үҙенсәлекле, байтаҡ яңылыҡтар килтергән, һынылыш осоро булды. Мин сәйәси хәлдәрҙе генә күҙ уңында тотмайым, бынан тыш та әллә күпме ыңғай эштәр атҡарылды, шул иҫәптән, милли матбуғатҡа бәйлеләре лә. Тап ошо осорҙа бит «Йәшлек» гәзите, «Шоңҡар», «Ватандаш», «Аҡбуҙат» журналдары сыға башланы. Балалар өсөн «Тамыр» телевизион каналы булдырылды. Йәмғиәттәге рухи күтәрелеш радио донъяһына ла ҡағылды. 2000 йылға тиклем үк милли радио асыу теләге менән һуғарылған фекерҙәр йөрөй башлағайны, уларҙы ҡеүәтләп, аныҡ ҡына тәҡдимдәр ҙә күп булды. Әммә радио асыу микрофон ҡуйып һөйләп ултырыу ғына түгел шул. Был турала минең тәфсирләп, оҙаҡ итеп һүҙ тотоуым төптө дөрөҫ булмаҫ, сөнки уның хаҡында был тарихтың уртаһында булғандар ғына һөйләргә хаҡлылыр, тип уйлайым. Улар йырып сыҡҡан ауырлыҡтар тураһында китап яҙырлыҡ. Был эштәрҙең башында республикабыҙ өсөн янып-көйөп торған Салауат Килдин, Рәмис Дәүләтбаев, Ғәлим Яҡупов кеүек билдәле етәкселәребеҙ торһа, документтар эшен теүәлләү, техник тәьминәт булдырыуҙа Рөстәм Хаматвәлиев, Динар Йомағужин, Рөстәм Әбделмәнов, Александр Кузьменко, Азат Ғиззәтуллин һәм башҡа бик күптәр әүҙем ҡатнашты. Былары әле беҙҙең даирә кешеләре генә, уларҙан тыш хөкүмәттең, «Башинформсвязь» ойошмаһының, Матбуғат агентлығының, депутаттарҙың, йәмәғәтселектең ярҙамы ҙур булды. Шулай итеп, ул саҡтағы Башҡортостан етәкселегенең фатихаһы һәм ярҙамы менән 2000 йылдың 25 сентябрендә иртәнге сәғәт 8-ҙә «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы тәүге ауазын һала. Пульт артында уның тәүге режиссеры Илнур Кәлимуллин, микрофон алдында тәүге етәксеһе Миләүшә Ғәлиева була.
Үткән осорҙа иҫ китмәле үҙгәрештәр булды. Улар, башлыса, техник яҡтан яңырыуҙарға ҡағыла. Ҡәҙимге таҫма, кассеталарҙан электроника, һанлы форматҡа күсеү осорон кисерҙек. Көндәлек тапшырыуҙар теҙмәһе булдырылды. Һәр тема, һәр алып барыусы эфирҙа үҙ урынын тапты. Хронометраж, бурыстар аныҡланды. «Юлдаш» – хәҙер республикала иң уңышлы эшләп килгән медиапроекттарҙың береһе. Башҡортостан етәкселегенең, хөкүмәттең радио үҫешенә иғтибары һөҙөмтәһеҙ ҡалманы. Һәр районда кәм тигәндә бер радиотапшырғыс, Һамар, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында ретрансляторҙар ҡуйылды. Уның тауышы республикалағы һәр йортҡа инеп кенә ҡалманы, интернет киңлегенә сығып, донъяға таралды. Туған телдә тәүлек әйләнәһе йырҙар тыңлау, телмәр ишетеү үҙе бәхет. Илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү һүҙҙә генә ҡалмай, ғәмәлдә булған өлгөләрҙең береһе лә, тип танырға кәрәк 25 йыл элек «Юлдаш» радиоһының асылыуын. Каналдың тәүге етәксеһенән һуң был вазифала Радмир Мырҙағәлин, Әхмәр Үтәбай, Нияз Алсынбаев һәм мин эшләп өлгөрҙөк. Тәүге директоры Ғәлим Яҡупов булһа, 2003 йылдан 13 йыл дауамында компанияның радиостанциялары, шул иҫәптән «Юлдаш» төплө менеджер Фәнүр Йәғәфәровтың ҡул аҫтында үҫеште. Бик һөҙөмтәле йылдар булды был осор, беҙ техник яҡтан да нығындыҡ, каналды танытыу, эстәлеген байытыу йүнәлешендә лә ҙур уңыштарға ирештек. Шуға Фәнүр Мөхәрәм улына бик рәхмәтлебеҙ. Бөгөн радионың баш мөхәррире вазифаһын уның тәүге етәксеһе Миләүшә Ғәлиева (Йәғәфәрова) башҡара. Бик көслө етәксе, көслө коллектив. Күҙҙәре янып, аяҡтары бейеп кенә тора. Шуға артабан да «Юлдаш» радиоһының һүҙе көслө, йөҙө яҡты булыр, моңо оҙаҡ йылдар яңғырап торор, тип ышанабыҙ.
– «Юлдаш» каналының йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урынын, уның әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Һеҙ тапшырыуҙар әҙерләп сығарыуҙан тыш, бик күп ижтимағи эштәр ҙә башҡараһығыҙ. «Атайсал» программаһы буйынса бик матур эшләнегеҙ, экологик акциялар, балалар йорттарына ярҙам күрһәтеү һ.б. Бынан тыш йыл һайын үткәрелеп килгән «Юлдаш йыры» конкурсы, район-ҡалаларҙа концерттар ойоштороу. Былар, әлбиттә, бик кәрәк. Әммә улар төп эшегеҙгә ҡамасауламаймы?
– Беҙ баҙар шарттарында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, тип әйткәйнем инде. Ана шул баҙар шарттарын иҫәпкә алмай тороп, алға барып булмай. Һатып алыусы һине таныһын, тауарыңды үҙ итһен, кинәнеп һатып алһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әлбиттә, һатып алыусының күңеленә юл һалырға, уға мөмкин тиклем асыҡ булырға, күҙгә-күҙ ҡарап аралаша белергә кәрәк. Студияла эшләп ултырыу, тапшырыуҙар әҙерләү генә каналды танытыуға булышлыҡ итмәй. Был ҡанун хәҙерге заман матбуғат саралары өсөн бик мөһим. Уны инҡар итеүселәр күпте юғалта ғына түгел, үҙҙәрен юғалта. Беҙгә лә был аҡыл тиҙ генә килеп етмәне, башҡаларҙы ҡарап, ҡайҙалыр абынып, ҡайҙалыр саманан тыш ирәйеп китеп, шул баҙар арбаһына ултырып китергә тырыштыҡ. Бигерәк тә прогрестың этәргесе булған реклама эшмәкәрлеген яйға һалыу өсөн эфирҙан тыш саралар үткәреү кәрәклеге көнүҙәккә сыҡты.Ошо йылдар эсендә беҙ үткәреп ҡарамаған сара ҡалманы ла, шикелле. Ауылдарҙа халыҡ менән осрашыу концерттары, ҡышҡы һабантуйҙар, йәштәр дискотекалары, ҡарттар йорттары, ауыр хәлле ғаиләләр һәм балалар өсөн шәфҡәтлек акциялары, ағас ултыртыу, һыу буйҙарын таҙартыу, Орел өлкәһенә тиклем барып етеп, ятып ҡалған яугирҙарыбыҙ ҡәберенә тыуған ер тупрағын һалыу – былар барыһы ла эш араһында башҡарылған бик ҙур саралар булды. Ун йылға яҡын Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда «Сәләм, студент!» тигән фестиваль ойоштороп, ауылдан Өфөгә килгән йәштәрҙе ҡыуандырҙыҡ. Бер йолаға һаман тоғро ҡалабыҙ: Яңы йыл алдынан «Юлдаш»тың Ҡыш бабайы ауыл-ҡалалар буйлап, мәктәптәрҙә, ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәр тарата. Айырыуса иғтибарға мохтаж өлкәндәрҙе, сабыйҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Былар барыһы ла ихлас күңелдән башҡарылған ғәмәлдәр. Коллектив изгелеккә, яҡшылыҡҡа йүнәлтелгән һәр сараны дәррәү күтәреп ала һәм лайыҡлы итеп атҡарып сыға.
Һуңғы йылдарҙа танылған дикторыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республика матбуғат саралары араһында волейбол турниры үткәрәбеҙ. «Атайсал», «Йәшел Башҡортостан», «Айыҡ ауыл» кеүек бөтә республика өсөн мөһим социаль сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Ете йыл рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Гагарин паркында ҙур фестиваль ойошторола.
Бөтә Рәсәй, донъя кимәленә сыҡҡан «Юлдаш йыры», «ЮлдашХит» проекттарын айырым билдәләп китергә кәрәктер. Улар, тәү сиратта, башҡорт йыр сәнғәтенең аҫыл өлгөләрен һәм заман эстрадаһының сағыу тауыштарын яҙҙырып, республиканың алтын фондын яңы әҫәрҙәр, яңы исемдәр менән байытыу маҡсатында ойошторолдо. Тәүгеһе үҙешмәкәр башҡарыусылар менән эшләүгә йүнәлтелгәйне. 2010 йылдан башлап ун йыл уңышлы дауам итте ул. Был осорҙа беҙ үҙенсәлекле итеп башҡарылған йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын яҙҙырҙыҡ, бихисап яңы һәләттәр астыҡ. Хәҙер конкурсты «Ашҡаҙар» радиоһы күтәреп алды. Уларға был йүнәлеш күпкә яҡын. «Ашҡаҙар моңдары» тип аталған конкурс ике йылға бер тапҡыр үтә. Ә инде «ЮлдашХит», радионың бренды булараҡ, үҙенең юлын дауам итә. Быйыл ул 15-се сезонын билдәләй. Башҡортостандың мәҙәни тормошонда, йыр сәнғәтен үҫтереүҙә, йәш башҡарыусыларға тәүге аҙымдар яһауҙа фестивалдең әһәмиәте бик ҙур. Ғөмүмән әйткәндә, «Юлдаш» ойошторған бәләкәй һәм ҙур сараларҙың һәр береһенең айырым маҡсаты, идеяһы, концепцияһы бар. Әммә барыһын да берләштергән, теҙеп йыйған бер еп бар: коллектив тәүге көндәренән үк уларҙы үҙенең инициативаһы менән, йөрәк ҡушыуы буйынса, команданы берләштереү, халыҡҡа яҡын булыу, ерҙә үҙенең яҡты эҙен ҡалдырыу ниәте менән үткәрә. Үҙ донъяңа бикләнеп ятмай, бергә булып йәшәргә кәрәк. Беҙ түгел икән, ил-еребеҙҙе, тарихыбыҙ һәм телебеҙҙе кем һаҡлар ҙа кем яҡлар? Каналдың девизы ла шуға ишара – «Беҙ бергә!». Бергә булғанда ғына беҙ көслө, уңышлы, киләсәкле.
– Тапшырыуҙарҙың 70 процентын музыка тәшкил итә. Бөгөн эфирҙа яңғыраған йырҙарға йыш ҡына дәғүә белдерелә: бер көнлөк йырҙар, мәғәнәһеҙ текстар. Һеҙ элекке художество советын да тергеҙҙегеҙ шикелле, һөҙөмтәләр бармы, һығымта ниндәй?
– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, тыңлаусыларҙың бер өлөшө «Юлдаш» радиоһындағы йырҙарға 25 йыл буйы бер туҡтауһыҙ дәғүә белдерә: ни өсөн шул йырланы-был йырламай, көнө буйы эфирҙа бер йырсы йырлай, ни өсөн ошо йыр юҡ, был йырҙың һүҙе юҡ, теге йырҙың көйө юҡ һәм башҡалар, һәм башҡалар! Бына ошондай тәнҡитте нисек ҡабул итергә, бындай осраҡта нимә эшләргә? Бер яҡтан ҡараһаң, баҙар шарттарына ярашлы, тыңлаусы күңеленә ятҡан, зауыҡлы йырҙар талап итергә хоҡуҡлы. Был мәсьәләгә хәҙер икенсе яҡтан ҡарайыҡ. 70 процент эфирҙы, ә был 16 сәғәт ваҡыт тигән һүҙ, миллиондан ашыу тыңлаусының һәр ҡайһыһының күңелен арбарлыҡ йыр менән биҙәү ғәмәлгә ашырырлыҡ бурысмы икән? Әлбиттә, юҡ. Бер-ике кеше барыбер ризаһыҙлыҡ белдерә. Бындай шарттарҙа иң дөрөҫө – был бурысты үҙ эшенең оҫталарына йөкмәтеү. «Юлдаш» радиоһында тәүге көндәрҙән үк музыкаль материал менән махсус белеме булған һөнәрмәндәр шөғөлләнә. Улар уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып тупланып килгән алтын фондты ла яҡшы белә, халыҡ йырҙарын һәм уларҙы башҡарыусылар менән таныш, классик әҫәрҙәргә лә битараф түгел, ә инде популяр йырҙар, эстрада – көндәлек ризыҡтары, тип әйтергә мөмкин. Был урында әле радионың музыкаль фондында 40 меңдән ашыу яҙма ятыуын да билдәләп китергә кәрәк. Уларҙың бер өлөшөн – әле әйтеп киткән «алтын фонд»ты «Юлдаш» Башҡортостан радиоһынан мираҫ итеп ҡабул итеп алды. Иң ҡиммәтле яҙмалар улар. Бында заман саңы ҡунмаған ретро йырҙар, классик әҫәрҙәр, халыҡ йырҙары, инструменталь музыка – барыһы ла бар. Яңы быуат башында беҙ уны күмәк көс менән таҫмаларҙан һанлы форматҡа күсереп алдыҡ, хәҙер интернет киңлегендә таралып киткән был һирәк яҙмалар ана шул байлыҡтың бер өлөшө ул. Был ҡаҙнаға йыл һайын бер нисә мең һуңғы яҙмалар өҫтәлә килә. Музыкаль мөхәррирҙәргә, тауыш режиссерҙарына эшкә килгәндә үк фондты төплө итеп белеү бурысы йөкмәтелә һәм, нисек кенә тәнҡитләргә тырышмаһындар, был белгестәр ҡуйылған талаптан тайпылмай хеҙмәт итергә тырыша.
Йырҙың йыртығы юҡ тигәндәре үтә дөрөҫ түгел, бар ундай йырҙар, әммә уларҙың урыны ҙур сәхнәлә, эфирҙа булырға тейеш түгел. Беҙ ошо принципҡа тоғро ҡалып, төрлө юлдарҙы һынап ҡараныҡ. Айырыуса тәүге йылдарҙа төрлө кимәлдәге бер ҡосаҡ яҙмалар менән нимә эшләргә белмәй аптырандыҡ. Хәтерләйһегеҙҙер, 2000 йылдар башында теләге булған һәр кем йырлап маташты, текст яҙып, көйләп йонсоно. Шунан студия табып фонограммаһын яҙҙыра ла ҡайҙа барһын – «Юлдаш»ҡа килә. Береһен эфирға алһалар, уныһына эйәреп, икенсеһе килеп етә. Ошо осорҙа, ысынлап та, архивҡа сифатһыҙ яҙмалар күп кенә инеп ҡалғайны, хәҙер уларҙан ҡотолоп бөттөк, тип тә әйтергә мөмкин. Иҫтәлеккә ятып ҡалғандары бар, бәлки, киләсәктә актуаль булырҙар (быныһы шаяртыу). Хәҙер йырҙар һайлау, яңыларын эфирға ҡабул итеү менән худсовет шөғөлләнә. Был бурыс тулыһынса музыкаль мөхәрриргә йөкмәтелгән, ул композиторҙар, шағирҙар, йыр яҙыусылар менән берлектә эш итә. Эфирға бер туҡтауһыҙ, тәүлек әйләнәһе төрлө зауыҡҡа тәғәйенләнгән, төрлө йүнәлештәге музыкаль әҫәрҙәр,
композициялар сыға. Уларҙың
сифатын баһалау, ҡиммәтен билдәләүҙә тыңлаусыларыбыҙҙың да ҡатнашыуы ихтирамға лайыҡ.
Шулай ҙа тәнҡиттең ғәҙел, нигеҙле булыуы мөһим. Был да ихтирам билдәһе.
– «Юлдаш»тың юбилейы айҡанлы «Өфө-Арена»ла ҙур концерт көтөлә. Уның үҙенсәлеге нимәлә?
– Беҙ уны халыҡ-ара фестиваль тип нарыҡланыҡ. Эстәлеге йәһәтенән, ул бик бай, рухлы, мәғәнәле тамаша булмаҡсы. Бөтә коллектив һәм 25 йыл буйы бергә булған башҡарыусылар, сәнғәт әһелдәре менән берлектә Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып милли радио булдырған республикабыҙға, сирек быуат көнө-төнө «Юлдаш»ты тыңлап йәшәгән тыңлаусыларыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, майҙан тоторға йыйынабыҙ. Әлбиттә, ныҡ тулҡынланабыҙ. Беҙҙең алып барыусылар эфирҙа төрлө хәлдәрҙе кисергәне бар, республиканы арҡырыһы-буйына үтеп, ғаилә табындарынан алып рәсми сараларға тиклем алып барғандары мәғлүм. Ә бына «Өфө-Арена»ға сығыу – тәүге тапҡыр! Ҙур сәхнә генә түгел, яуаплылығы ла бик ҙур уның. Тамашасы менән булған өс сәғәт эсендә 25 йыллыҡ эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаласаҡ, бөгөнгө тын алышыбыҙҙы ла еткерергә тейешбеҙ һәм киләсәккә маҡсаттарҙың күҙалланыуы ла мөһим. Әлеге ваҡытта һәр йүнәлеш буйынса һеҙ әйткән шул үҙенсәлекте эҙләйбеҙ. Нимә килеп сығыр, уныһын көнөндә генә күреп, баһалай аласаҡбыҙ. Өҫтәп шуны ғына әйтә алам, был байрам «Юлдаш» бығаса ойошторған тамашаларҙан һис кенә лә ҡайтыш булмаясаҡ.
Күптәр афишаларҙы күреп, рекламаны ишетеп өлгөргәндер. Күрһәтелгән йырсыларҙың, башҡарыусыларҙың барыһы ла ихлас күңелдән беҙҙең байрамды уртаҡлашырға теләк белдерҙе. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. «Юлдаш»тың юбилейы айҡанлы, Башҡортостандың сәхнә йондоҙҙары, Татарстан, Мәскәү, Ҡытай, Ҡаҙағстандан билдәле йырсыларҙың бер сәхнәлә сығыш яһауы көтөлә. Һеҙ ҙә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап көтәһегеҙҙер? Махсус ҡунаҡтың исемен аҙаҡҡаса иғлан итмәйәсәкбеҙ, уны тамашасы көнөндә сәхнәлә генә ишетәсәк һәм сығышын оҡшатмай ҡалмаҫ. Ошонан артығын әйтә алмайым. Ғөмүмән, тамаша килеп ҡарай торған сара бит ул. Уны алдан тәфсирләп һөйләп тә булмай, сөнки әҙерлек бара ғына. Әлеге көндәрҙә радио коллективы республика етәкселегенең, Вип-Арт, Шоу-тайм компанияһы, БСТ телеканалы, башҡа матбуғат саралары, кураторҙар, фекерҙәштәр – һәр кемдең, һис юғы, һүҙ ярҙамын тойоп, яуаплы ла, күңелле лә мәшәҡәттәр менән йәшәй. Барыбыҙ ҙа 25 сентябрҙә «Өфө-Арена»ла юғары кимәлдәге халыҡ-ара милли фестиваль үтер, тип өмөтләнәбеҙ һәм тоғро тыңлаусыларыбыҙҙы байрамда көтөп ҡалабыҙ.
– Рәхмәт, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы. Һеҙҙе һәм «Юлдаш»тың берҙәм коллективын матур юбилей менән ҡотлайбыҙ. Эштәрегеҙ уң барһын, тыңлаусыларығыҙ күп булһын. Еңел эфирҙар һеҙгә!