Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Апреля 2025, 11:15

«Һомай» донъяны яулай

Рәйлә Ғәлиева.

«Һомай» донъяны яулай
«Һомай» донъяны яулай

«Ай Йола» төркөмөнөң «Һомай» йыры донъя кимәлендәге музыка чарттарына яҙғы ташҡын кеүек ярһып-шаулап килеп инде. Ысын мәғәнәһендә феноменаль күренештең шаһиттары булған тамашасыларҙың күңелендәге хистәр ҙә, ярҙарына һыймай, ташып урғылды – башҡорт йыры ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шул ҡәҙәре популярлыҡ яулаһын әле! Shazam донъя чартында «Һомай», хатта Леди Гаганы уҙып, иң шәп биш йыр исемлегенә инде. Рәсәй рейтингында иһә трек 1-се урында, шулай уҡ Apple Music исемлегендә – иң юғары баҫҡыста. Бынан тыш, «Яндекс Музыка»ла йыр – 1-се, «VK Музыка»ла 2-се урында.

Туғандаш халыҡтар йәшә­гән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Төркиә кеүек илдәрҙә генә түгел, Корея, Мексика, Сингапур, Великобритания, Германия, Польша, Швеция, Болгария, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа ерҙәрҙә «Һомай» иң яҡшы хиттар иҫәбендә. Уны башҡа милләт вәкилдәре ҡабатлап йырлай, клиптар төшөрә, социаль селтәрҙәрҙә тарата. Триумф менән алға барған башҡорт йырының популярлығы, уңыш сере нимәлә?
Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә теләп, Ринат Рамаҙановҡа мөрәжәғәт иттек.

Урал батыр тәғлимәтенә таянып...

«Ай Йола» төркөмө составын­дағы талантлы замандашыбыҙ, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙановты күптәр «Арғымаҡ» проекты етәксеһе булараҡ белә. Уның төрлө музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы, үҙен­сәлекле тембры, башҡорт өзләү сәнғәтен дауам итеүҙәге ынтылыштары композицияны этно-поп стилендә яңғыратыуға булышлыҡ иткән. Триолағы икенсе уҙаман – ғәйәт талантлы музыкант, аранжировкалаусы, продюсер Руслан Шәйхетдинов. Өфөлә тыуып үҫкән, DJ Север исеме аҫтында сығыш яһай, электрон музыка ижад итә. 25 йылдан артыҡ радиола эшләй, «Maximum» тулҡындарында тапшырыу алып бара. Нәзәкәтлеге, матур тауы­шы менән тамашасыларҙы арбаған Адель – уның ҡыҙы. 24 йәшлек һылыу бәләкәйҙән музыка менән мауыға, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Адель «Өфө тул­ҡыны»нда «Йыл асышы» номи­нацияһында еңеүсе була, халыҡ-ара «Илһам» конкурсында гран-при ала. 2019 йылда атаһы менән ТНТ каналындағы музыкаль проектта ҡатнаша.

Күптәрҙә төркөмдөң исеме ҡы­ҙыҡһыныу уята. Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, ул «Урал батыр» эпосына, мәңгелек рухи ҡиммәттәргә бәйле. «Йола» һүҙенә эпик мираҫыбыҙҙа ныҡ ҙур мәғәнә һа­лынған. Йәшәйеш ҡанундарын, барлыҡ йыһан ҡоролошон үҙ эсенә алған был һүҙ. «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ!» – музыканттар үҙҙәренең ижады менән тап ошо тәғлимәтте еткерергә тырыша ла инде. «Беҙ – үткән менән бөгөнгө араһындағы күпер. Ата-бабаларыбыҙ йолаларын заманса музыка стилдәре менән бәйләп, боронғо тарихыбыҙ һын­ландырылған уникаль шоу булдырабыҙ. Ауыҙ-тел ижады менән илһамланып, уларға ғәйәт көслө электрон ритмдар, тере гитара партиялары һәм башҡорт музыка ҡоралдарының арбағыс тауышын ҡушабыҙ. Һәр йырыбыҙ – бөйөк эпостың яңы форматҡа һалынған бер бүлеге», – тип белдерә «Ай Йола».

«Һомай» йыры – төркөмдөң «Урал батыр» альбомына ингән 12 йырҙың береһе. Тәүгеһе – «Батыр» («Batyr») февралдә сыҡҡан. Белеүебеҙсә, Һомай – күктәр һәм ҡоштар батшаһы Самрау менән Ҡояштың ҡыҙы.

Тамырҙарым минең һорай,
Йәнем дә, ҡаным да һорай,
Боронғо хәтер һорай:
«Кем була ул Һомай?»... –

тип башланып китә йыр (әйткәндәй, текст авторы – Диана Килдина). Гүзәллеге, энергетикаһы менән йәлеп иткән башҡорт ҡыҙы, тау-ташлы тәбиғәт, януар тиреһе кей­гән ғәййәр ир-уҙамандар, йыр­ҙың теүәл, ҡыҫҡа ритмик струк­тураға бәйлелеге, башҡорт мил­ли уйын ҡоралдарының йыһанға ол­ғаштырыр яңғырашы, электрон, этномузыка кеүек йүнәлештәрҙең, вокал партияһының уртаҡ нөктәлә берләшеүе, текстың көслө мәғәнәгә эйә булыуы – былар барыһы ла йырҙы донъя чарттарының иң юғары баҫҡысына күтәрҙе. Йөҙләгән, хатта меңләгән уңышлы ижад емеше араһында тап үлемһеҙ эпосыбыҙға бәйле трек күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ бейеклеккә күтәрелде. Әллә Урал батырыбыҙҙың үлемһеҙ рухы ярҙам итәме йолаларҙы һан­лаусы һәм һаҡлаусы төркөмгә?
– Мәңгелек ҡиммәттәрҙе бар донъяға еткереү өсөн беҙ Урал ба­тырҙы һайламаныҡ, ә ул беҙҙе һай­ланы, яуаплы миссияны ышанып тапшырҙы, тип уйлайым мин. Кем ижадына тоғро, эшен ихлас итеп, йәне-тәне менән бирелеп башҡара, тап шуларға тәтейҙер бындай бәхет, – тип белдерә Ринат Рамаҙанов үҙе лә бер әңгәмәһендә.

Ошо урында «Урал батыр» эпосына бәйле бер күренешкә иғтибарҙы йүнәлтке килә. Бындай мираҫ – һирәк халыҡтарҙың бәхетенә төшкән өлөш. Милләттең боронғолоғон, сал тарихын дә­лилләүсе ауыҙ-тел ижады ул. Тик нишләп Башҡортостанда эпосы­быҙға бәйле етди бер ни ҙә юҡ һуң? Шул уҡ туризмды үҫтереү өсөн бынамын тигән ерлек бит! Бер-ике һәйкәл менән генә сикләнмәйенсә, тулы ҡанлы, фәлсәфәүи композициялар булдырһаҡ, ни тиклем яҡшы булыр ине! «Ай Йола» төркөмө «Урал батыр»ҙы донъя кимәленә сығарҙы, ә ошо эпосты тыуҙырған ерҙе килеп күреү, персонаждар менән яҡындан танышыу, милли рухҡа ҡойонорға теләүселәргә (ә ундайҙар бермә-бер артты!) нимә тәҡдим итә алабыҙ һуң? Ошондай мираҫ күрше ҡәрҙәштәребеҙҙә булһа, улар йәшәгән төбәк туристик мәккәнең иң сағыу, йәнле нөктәһенә әйләнер ине.


Ябай хит ҡына түгел

Эйе, «Һомай» донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәүсе тиҫтәләгән милләт вәкилдәрен ғәйәт тылсымлы, мөһабәт яңғырашы менән әсир итте. Әйтергә кәрәк, йырҙы тәүҙә ҡаҙаҡтар күтәреп алды, шунан бөтә төрки халыҡтары аһ итте, артабан иһә, милләтенә һәм диненә ҡарамай, ул миллионлаған тамашасының күңелен яуланы. Төркөм егеттәре әйтеүенсә, реклама өсөн бер һум да сығым булмаған. Тимәк, был күренеш – ысын мәғәнәһендә феномен, Аллаһ хикмәте!
«Һомай» барлыҡ төркиҙәрҙе берләштерҙе», «Великобританияла йәшәйем, өсөнсө көн инде һеҙҙең йырығыҙҙан айырыла алмайым», «Мин – Ҡазанда йәшәүсе рус ҡыҙы, башҡорт йырынан тәндәр зымбырлап китә», «Һомайҙың яҡтыһын, мөхәббәтен, бәхет көсөн бөтә донъяға таратығыҙ!» – социаль селтәрҙәрҙә ошондай яҙмаларҙың һаны көндән-көн арта. Шул уҡ ваҡытта тәнҡитләүселәр ҙә бар. Бәғзеләргә башҡарыусы ҡыҙҙың акценты һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтмәүе оҡшамай. Шундай кире бер сифат бар инде беҙҙә – күтәрмәләр урында йөй эҙләү. Аделдең ҡан хәтерен яңыртыуын, тамырҙарын барлауын, милләтенең тарихын белергә ынтылыуын хупларға ғына кәрәк. «Мәскәүҙә үҫкән, рус мөхитендә йәшәгән талантлы ҡыҙ, атаһының милләтен ҙурлап, уның телен өйрәнгән, башҡорттоң төп паспорты «Урал батыр» эпосын бар йыһанға ишеттергәне өсөн ғәйеплеме? Бәлки, ниндәйҙер өн асыҡ та яңғырамайҙыр, тик ниңә уның өсөн оло ғауға ҡуптарырға, йәш таланттың ҡанатын һындырырға?! Башҡа халыҡ булһа, йәштәрен күккә сөйөр ине», – тип хаҡлы рәүештә яҡлай уны икенселәр.

Башҡорт йырының донъяны шаулатыуын ут күршеләребеҙ нисек ҡабул иткән? Татарстандың халыҡ артисы Фердинанд Сәләховтың «Ватаным Татарстан» гәзитендә белдергән фекеренә ярашлы, «Һомай»ҙың уңышы – уның төрки халыҡтарының уртаҡ мотивтарына нигеҙләнеүендә: «Бында башҡорт ҡыҙы, башҡорт кейеме бар, тип әйтмәҫ инем, былар – күсмә образ, күсмә көй. Шиғыры бар тип әйтеп булмай, көйө лә тигеҙ бер ритмдан ғибарәт, тәңреселеккә кире ҡайтыу, тип бәйәләргә кәрәктер».

Фольклорсы Фәнзилә Йәүһә­рова иһә һоҡланыуын йәшермәй: «Башҡорт милли сәнғәте шул ҡәҙәр алда бара, беҙгә һоҡланырға ғына ҡала. Бының сәбәбе – БАССР ваҡытында уҡ уларҙа милли сән­ғәткә иғтибар бик ҙур булыуҙа. Был әле лә шулай. Мәҫәлән, 2002 йылда беҙ Бүздәк районы татар ауылдарында экспедицияла йөрөнөк. Шунда ауылдарҙағы мәҙәниәт йорттарының ныҡ бай булыуын, сәхнә өсөн тегелгән милли костюмдарҙың күплеген күреп шаҡ ҡатҡайным. Беҙҙә ул саҡта ауылдарҙың бик күбеһендә 1930 йылдарҙа мәсет һүтеп ҡоролған емерек клубтар ине. Башҡортостан Рәсәйҙә мәҙәниәт йорттары һаны буйынса әле лә беренсе урында тора. Халыҡ исемен йөрөтөүсе коллективтар һаны буйынса ла улар беренселекте бирмәй. Былар барыһы ла фольклор әҫәрҙәрен төрлө стилдә эшкәртә торған ансамблдәрҙең буш ерлектә барлыҡҡа килмәүен раҫлай. Башҡортостанда заманса эшләй торған фолк-төркөмдәр бер-ике генә түгел, шаҡтай. Улар был йәһәттән ҡаҙаҡтар менән бер аҙымда бара. «Ай Йола» төркөмөнә килһәк, улар был сығыштарында кейемдәре, үҙ-үҙҙәрен тотоштары менән башҡорттарҙан да бай, ғорур бер генә халыҡ юҡ, тип әйтергә ерлек барлығын дәлилләп күрһәттеләр. Һайлаған фольклор әҫәрен башҡарыу стиле лә отош­ло, төрки халыҡтарға хас ритмик ерлеккә ултыртылған. Миңә ҡалһа, әҫәрҙең бик тиҙ таралыу сәбәбе лә шунда».

Төркөм бөгөн, «Урал батыр» эпосындағы Аҡ­буҙатҡа атланып, тауҙар артыла, яңы ер-һыу күрә, аҫыл ми­раҫыбыҙҙы донъяға таныта, рухи ҡиммәттәребеҙҙе бүтән ҡитға халыҡтарына еткерә. Бер генә буш сәғәте лә юҡ уларҙың: тығыҙ эш графигы минутына ҡәҙәр бүленгән. Бик күп федераль матбуғат саралары («Муз ТВ», ТНТ, «Европа плюс», «Наше радио» һ.б.) менән осрашыуҙар, «Һомай» йырына клип төшөрөү, альбом сығарыу, төрлө илдәрҙән яуған хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр – былар барыһы ла ваҡыт һәм көс талап итә. Майҙа төркөмдө Урта Азия буйлап тур көтә: Ҡаҙағстанда фестивалдә ҡатнашасаҡтар, артабан Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан тарафтарына юл төшмәксе. Европа илдәренән, Американан килгән тәҡдимдәрҙе лә иҫәпкә алып, баш­ҡорт моңо, мәшһүр эпосыбыҙ менән бөтә донъяны таныштырыу теләге менән яна улар. Урал батыр рухы һәр саҡ юлдаш булһын талантлы замандаштарыбыҙға!

 

1 https://vatantat.ru/2025/04/166985/

«Һомай» донъяны яулай
«Һомай» донъяны яулай
«Һомай» донъяны яулай
«Һомай» донъяны яулай
Автор: Рәйлә ҒӘЛИЕВА, «Ватандаш»
Читайте нас