Все новости

Азат Айытҡолов: «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»

Октябрь айында респуб­ликабыҙҙа бик ҙур мәҙәни һәм сәйәси ваҡиға булып үтте. Республикабыҙҙа Ҡурайсылар дәүләт ансамбле ойошторолдо! (Бүтән бер генә милли рес­публикала ла үҙҙәренең музыка ҡоралының дәүләт ансамбле юҡ). Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров Ҡурай көнөн билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Республика көнөндә «Башҡортостан» концерт залында ансамблдең тәүге концерты булды. Ансамблдең етәксеһе Азат Айытҡолов менән осрашып, ҡурай, ҡурайсылар һәм Баш­ҡортостан Ҡурайсылар дәү­ләт ансамбле тураһында һөй­ләштек.

Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов: «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнарҙар

– Азат Миңлеғәле улы, иң тәүҙә Һеҙҙе ошо тарихи ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайым. Һәр башҡорттоң күңелендә йөрөгән хыял тормошҡа ашты, тип әйтергә мөмкин. Ансамблде ойоштороу нимәнән башланды?
– Республикала професси­ональ ҡурайсыларыбыҙ күп, Аллаға шөкөр. Уларҙы бергә туп­лап, ошо милли байлығыбыҙҙы күрһәтергә тейеш инек. 2022 йыл­дың декабрендә бер кәңәшмәгә са­ҡырғайнылар, шунда республикала ҡурайсылар ансамбле булырға тейешлеге тураһында һүҙ әйтергә баҙнат иттем. Икенсе кәңәшмәнән сығып барғанда Радий Фәрит улынан һораным: «Ансамбль буламы?» «Була, була», – тине. Һәм 11 мартта указ сыҡты.
Ансамбль ойоштороу идеяһы 20 йыл тирәһе йөрөнө. Заманында миңә уны бойомға ашырырға бирмәнеләр. Һигеҙ йыл сәхнәгә сыҡманым. Әммә ул осор файҙаға ғына булды – мин сыныҡтым. Филармонияла администратор булып эшләнем. Дөйөм концерттарҙа ҡатнаштырмағас, ситтә уларҙы үҙем ойошторҙом, сәхнәләрҙә сығыш яһаным. Райондарҙа, күрше өлкәләрҙә мәктәптәрҙә ҡурайсылар түңәрәктәре алып барҙым, үҙемдең методика буйын­са балаларҙы ҡурай тартырға өйрәттем, ансамблдәр төҙөнөм. Шулай тәжрибә йыйылды. Әммә дәүләт ансамбле тураһында һүҙ башлағанда етәксе булырға ти­гән маҡсат ҡуйманым. Егеттәр күп, йәш кеше етәкләһен, тип әйт­тем. Минең бит эш урыным бар, 15-се йыл сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факульте­ты деканы булып эшләйем. Быйыл профессор дәрәжәһе бирҙеләр. Филармониялағы эште лә туҡ­татманым. Әммә тәүге етәксе һеҙ булырға тейешһегеҙ, тинеләр.
Ансамблде ойошторор өсөн уның була алыуын, булырға тейешлеген иҫбат итергә кәрәк бит әле. Филармонияла эшләгән ете ҡурайсынан ансамбль эшләнек. Дүрт тауышҡа көйҙәр уйнап ҡараныҡ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ишеттерҙек. Уның ышаныуы кәрәк ине.
Указ сыҡҡас, филармонияның художество советында кастинг үткәрҙек. Май байрамдарынан һуң инде ныҡлап эшләй башланыҡ.

– Ниндәй талаптар ҡуйылды буласаҡ ансамбль ағзаларына? Йәш буйынса сикләүҙәр булдымы?
– Тәү сиратта егеттәрҙең баш­ҡарыу оҫталығына ҡараныҡ. Тауышының сифаты, музыканы ишетеү һәләте мөһим, хәтер ҙә булырға тейеш бит инде. Нотанан уйнатып торманыҡ, яратҡан көйҙәрен башҡарҙылар. Шунан һуң, сәхнәлә баҫып торорлоҡ һөйкөмлө лә булырға тейеш артист кеше, килешле буй-һын кәрәк.

– Ә музыкаль белем?
– Улар бөтәһе лә дипломлы белгестәр, сәнғәт институтын тамамлағандар. Уҡып бөтмәгән­дәрҙән бер магистрант менән бер сәнғәт училищеһы студенты ғына бар. Талантлылар инде бөтәһе лә.
Бүлмә бирелгәс, йыйылып репертуар әҙерләй башланыҡ. Башҡортостан Фәндәр академия­һына барып, унда һаҡланған яҙмаларҙы тыңланыҡ. Концертта бығаса ишетелмәгән бер нисә әҫәр яңғыраны. Мәҫәлән, «Боронғо ғәскәр маршы», «Йәмле Дим буйҙары», «Йәнтүрә маршы».

– Концертта ҡурайсылар менән бергә йырсы ла, бейеүсе лә сығыш яһаны. Улар ҙа ансамбль ағзаларымы?
– Эйе. Ансамблдең концепци­яһын яҙған ваҡытта унда ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар тауышы, бер пар бейеүсе, парлы бейеү ҙә булырға тейеш, тип уйлағайным. Ләкин кеше ала алмайбыҙ. Финанс ми­нистрлығында ултырған кешеләр ансамблдә тик ҡурайсылар ғына булырға тейеш, тип иҫәпләй. Нисек булыр – тормош күрһәтер.
Әлегә бер йырсыбыҙ бар – Нурзиә Сабитова, «Ашҡаҙар»ҙы һәм Фәндәр академияһындағы яҙмаларҙан бер йырҙы башҡарҙы. «Ашҡаҙар»ҙы ул шәп йырланы, икенсеһендә әҙерәк ҡаушаны.
«Күбәташ» тигән йырҙы ла тергеҙҙе Нурзиә, һүҙҙәре Кәрим Дияровтың китабында бар, ҡурайҙа ул уйнала, ләкин берәү ҙә йырламай. Киләсәктә, бәлки, башҡарырбыҙ сәхнәлә. «Кесе арҡа» тигән тағы бер билдәһеҙ йырҙы өйрәндек.

– Тимәк, Һеҙ ҡурайсылар менән генә түгел, йырсылар, хатта йырҙар менән дә эшләйһегеҙ. Был үҙе бер йүнәлеш бит!
– Оҙон көйҙәрҙең эстәлеген белмәйенсә, еренә еткереп уйнап булмай. Халыҡ йырҙарының төбөндә поэтик текст ята. Беҙҙең сәнғәт уҡыу йорттарында оҙон йырҙарҙы йырларға өйрәткән кеше юҡ. Тауышты ҡуйырға өйрәтәләр ул, текст өҫтөндә эшләмәйҙәр. Дикция кәрәк. Образды ла бирергә кәрәк. Ҡайһы бер башҡарыусылар былай тип уйлай: тауышым бар, тыным бар, сығам да һуҙам. Ысынлап та, һуҙа ла һуҙа, һуҙа ла һуҙа. Халыҡ арып бөтә, ҡасан йырлап бөтә инде, тип көтөп ултыра. Йырҙы һуҙырға кәрәкмәй. Һәр нәмәнең самаһы бар.
Йырҙың һүҙҙәре аңлашылырға тейеш. Ауыҙ эсендә мығырҙағас, ул ниндәй йыр булһын?! Ҡ, х, ң өндәрен еренә еткереп әйтергә кәрәк. Ҡайһы берҙә йомшартып ебәрәләр, барып урынына барыб килеп сыға. «Ашҡаҙар» тигәндә ҡ өнө асыҡ ишетелеп торһон! Мин быларҙы ҡайҙан беләм? Студент саҡта Рима апай Мусинаның дәрестәрендә иллюстратор булып эшләнем. Ул халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәтә торғайны. Флүрә Килдейәрованы уҡытҡанда, мәҫәлән. Ә мин ҡурайҙа уйнап торам, йырсыларға әйткәндәрен һеңдереп торам. Филармонияла элекке тәжрибәле йырсылар менән оҙаҡ эшләнем. Улар менән концертҡа әҙерләнгәндә лә күп нәмәгә иғтибар итә торғайным. Нурзиәгә шуларҙы өйрәттем.

– Азат ағай, Һеҙ әле бик мөһим проблемаға ҡағылдығыҙ – сәхнә теле. Йырҙарҙың һүҙҙәрен үҙгәртеп йырлау текстың камиллығын боҙоу ғына түгел, йырҙың мәғәнәһен дә юғалта. Йотолоп ҡалған өндәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Йыш осрап торған һәм күңелде ҡырған күренеш был. Тамашасы алдына сыҡҡан һәр кеше телдең сафлығы хаҡында уйланһын һәм яуаплылыҡ тойһон ине.
Бейеүсегеҙ тураһында ла белге килә. Осоп-ҡунып бейегән йәш, сибәр егетегеҙ кем?
– Учалынан Айҙар Исхаҡов. Төрлө яҡтан да талантлы егет. Ҡурайҙа ла һәйбәт уйнай, матур йырлай, үҙе йырҙар яҙа, бейей, гитарала ла уйнай – мультимузыкант инде. Үҙенең төркөмө бар.

– Беренсе концертты халыҡ көтөп алды. Уның Республика көнөндә үтеүе халҡыбыҙ өсөн ҙур бүләк булды. Билеттар алдан һатылып бөткәйне, сөнки рек­лама һәйбәт эшләнде. Һеҙҙең өсөн айырыуса тулҡынландырғыс булғандыр ул көн. Энә күҙәүенән үткәреп ҡарап ултыра бит тамашасы. Үҙегеҙгә концерт нисек тойолдо? Баһа ниндәй?
– Концерттың эсендә булғас, мин икенсе төрлө ҡарайым. «4»-лек булды тип уйлайым. Миңә егеттәрҙең ихлас булыуы оҡшаны, улар сәхнәлә айырым-айырым сығыш яһағаны бар, ошолайтып күмәкләп сыҡҡандары юҡ, шуны көткәйнеләр – ләззәтләнеп уйнанылар.

– Эйе, зал да ҡушылып китеп, көслө энергетика барлыҡҡа килде. Радий Фәрит улы әйткәнсә, ҡурай халҡыбыҙҙың күңеле һәм ҡеүәте булыуының асыҡ сағылышы ине ул. Әйткәндәй, Республика Башлығы ансамблгә автобус бүләк иткәндә, һеҙҙе Балаҡатайҙа, Баймаҡта көтәләр, тип әйткәйне. Гастролдәр ҡасан башлана?
– Башларға ине, автобустың булғанын көтөп тормайынса. Гас­тролдәр кәрәк. Бер район да, бер
ауыл да ҡалмаһын тигән принциптан сығып эш итергә уйлайбыҙ. Элек филармония артистары һәр ауылға инә торғайны. Өлкә комитетта идеология бүлеге контролдә тотто, яландарҙа, йәйләүҙәрҙә сығыш яһа­ныҡ. Хәҙер шундай планлаштырыу юҡ. Кем ҡайҙа теләй – шунда бара.
Рәсәйҙең ҙур ҡалаларын­да ла сығыш яһарға, башҡорттоң тарихын һәм мәҙәниәтен күрһә­тергә тейешбеҙ. Иң күп патриоттар ҡайҙа? Башҡортостанда. Ни өсөн? Сөнки башҡорттар ҡурай тыңлап үҫә. Ҡурай илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй кешелә. Бөтөн йырҙарыбыҙ, бөтөн көйҙәребеҙ тарихи. Походтарҙан ҡайтҡан марш­тар.

– Гастролдәр, йәғни, көндәлек эш һәм хеҙмәт башлана, хәйерле сәғәттәрҙә булһын! Сәхнәләге образды асыуҙа артистың костюмы ла мөһим роль уйнай. Һеҙ тәүге концертта ҡара смокинг өҫтөнән иңегеҙгә ҡара елән һалып сыҡтығыҙ. Юғары тантаналылыҡ бөркөлөп торҙо. Тағы ла ниндәй костюмдарығыҙ булыр икән?
– Классик кейем менән баш­ланыҡ. Унан тыш, тулы сәхнә кос­тюмы, аутентик кейем дә булырға тейеш, тип уйлайым.
– Ансамблгә һәр кем үҙенең ҡурайы менән килдеме?
– Эйе. Ля ҡурайын ғына һатып алып өлгөрҙөк. Комплектҡа заказ бирәбеҙ инде һәр ҡурайсыға.

– Комплектта нисә ҡурай була?
– Алтау. Улар бер-береһенән тоналлектәре менән айырыла.

– Ә ҡурай эшләүсе оҫталар бармы республикала? Һеҙгә улар хәҙер күпләп кәрәк буласаҡ.
– Ҡурай эшләүселәр айырым бер кешеләр инде. Күгәрсен районынан мәрхүм Рәмил Хөснуллиндың үҙенең технологияһы бар ине. Уның маҡсаты сифатлы ҡурай яһау булды. Насарыраҡ килеп сыҡһа, шундуҡ һындыра ине. Хәҙер улдары дауам итә, нисек алып китерҙәр...


Ҡурайҙың тарихын өйрәнеү кәрәк!

– Концерттың сценарийына бәйле бер һорау бар. Сәхнәләге экранда элекке ҡурайсылар исеменән ҡайһы бер мәғлүмәттәр бирелде. Данлыҡлы исемдәрҙе атап китеү кәрәк ине, был бик дөрөҫ, әммә Йомабай Иҫәнбаев исеменән, Ҡу­райсылар дәүләт ансамбле ойош­торолоу бик әһәмиәтле ваҡиға, тип әйтеү сәйер. Белмәгән кеше, бигерәк тә берәй бала Йомабай Иҫәнбаев әле иҫән икән, тип уйлап ултырыуы бар. Минеңсә, бөйөк ҡурайсыларыбыҙҙың ҡурай тураһында әйткән һүҙҙәрен биреү отошлораҡ булыр ине. Әллә уларҙан бер ниндәй ҙә яҙмалар ҡалмағанмы? Ҡурай тураһындағы иң тәүге яҙмалар ҡайһы ваҡытҡа тура килә икән? Ғөмүмән, беҙҙә ҡурайҙың тарихы өйрәнеләме ул?
– Тарихтан белеүебеҙсә, Салауат Юлаев ҡурайсы булған, Байыҡ сәсән, Ҡаһым түрә ҡурайҙа уйнаған. Уларға тиклемге тарихты өйрәнергә, боронғо мәғлүмәтте эҙләргә кәрәк.
Сәнғәт институтында ике кафедра бар. Беҙ традицион музыкаль башҡарыу кафедраһында ҡурайҙа уйнарға өйрәтәбеҙ, көйҙәрҙең тарихына иғтибар итәбеҙ, этномузыкология кафедраһы фоль­клорҙы өйрәнеү менән мәшғүл. Тарихты өйрәнеү буйынса специальностар юҡ. Ҡурайға арналған бер генә кандидатлыҡ диссертацияһы бар, шикелле. Ул интернетта ла булырға тейеш. Был ғына бик аҙ, әлбиттә, эшләргә кәрәк!

– Тап шулай. Студенттарға курс, диплом эше темаһы итеп биреп тә башлап ебәрергә була быны. Һәр хәлдә, ҡурайҙың тарихы фәнни яҡтан нығытылған булырға тейеш, юғиһә уны үҙләштерергә тырышыусылар табылып тора.
– Шуның өсөн патент алдыҡ та инде.

– Эйе, патент алыу, Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбировтың Ҡурай көнөн иғлан итеү тураһын­да Указға ҡул ҡуйыуы – былар барыһы ла милли музыка ҡора­лыбыҙҙы яҡлау, һаҡлау, пропагандалау буйынса һуңғы 2-3 йыл эсендә күрелгән иң төп һәм ифрат әһәмиәтле саралар. Һеҙ профессиональ ҡурайсыларыбыҙ күп тип әйткәйнегеҙ, улар ҡайҙарҙа әҙерләнә?
– Өфө сәнғәт институтында һәм Өфө, Учалы, Сибай һәм Салауат сәнғәт колледждарында. Колледждарҙы тамамлап, инсти­тутҡа киләләр.
Мин егеттәрҙе үҫтерергә тырышам. Институтта уҡытҡандар барыһы ла доцент булып бөттө. Әбхәлимовҡа профессорлыҡҡа сығырға кәрәк. Исемдәр эшләнек. Ҡурайҙы тынлы инструменттар реестрына индереп, ҡурайсыларға стаж эшләүгә өлгәштем бит мин. 30 йыл элек булды ул. Хәҙер профессиональ ҡурайсылар 25 йыл эшләй ҙә пенсияға сыға. Элек 60 йәшкә тиклем эшләйҙәр ине. Иң беренсе еңеү шунда булды. Ҡурайсылар союзы булдырҙыҡ, уны етәкләнем. Был да ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә бер аҙым.

– Һеҙ үҙегеҙ мәктәптәрҙә күп кенә түңәрәктәр ойошторғайны­ғыҙ, улар әле эшләйме?
– Эшләй. Дим буйы райондарында – Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Миәкә һәм Бишбүләктә балалар менән эшләгәйнем. Әле беҙҙең ансамблдә Дәүләкән һәм Әлшәй райондарынан үҙем уйнарға өйрәткән егеттәр бар, институт тамамлап, эшкә килделәр.
Күп райондарҙа музыка мәк­тәптәрендә ҡурай уҡытыла, ләкин Стәрлетамаҡта, республикалағы ҙурлығы буйынса икенсе торған ҡалала, бер генә музыка мәктә­бендә лә ҡурай уҡытылмай. Урындағы етәкселәрҙән тора был!

– Азат ағай, Һеҙ үҙегеҙ нисә йәштән ҡурайҙа уйнай башла­нығыҙ?
– 11 йәштән. Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәпкә килгәс. Тыуған ауылым Юлдыбай боронғо, ҙур ауыл булһа ла, ҡурайсылар юҡ ине. Күрше ауылдан Ишмулла ағайҙың атаһы Ишҡәле олатай беҙҙең өйҙә уйнағайны. Беренсе тапҡыр шунда ишеттем. Миңә 5-6 йәш ине. Шунан Сәғәҙәт олатай Бараков ҡурай тарта ине. Өләсәйем яҡлап туған булды ул. Атайым, әсәйем булмағас, мин атайҙың апаһы менән ағаларында йөрөп үҫтем, Юлдыбай, Ысмаҡ ауылдарында. Ысмаҡ – Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған ауылы. 1961 йылда ул Уфимкаға ҡушылды.
5-се класта Өфөгә интернат­ҡа килдем. Шунда уҡ ҡурай түңәрәгенә яҙылдым. Әҙһәм Исҡужин балаларҙы ҡурайға өйрәтер өсөн интернатҡа эшкә килгән. Тәрбиәсе булып ҡына эшләгән ул. Ҡурайға өйрәткән өсөн аҡса һорамаған. Заманы өсөн батырлыҡ был.

– Фиҙакәр батырлыҡ!
– Ҡурайға мөнәсәбәт ул ваҡытта насар ине, уны яратманылар. Бала булһам да шуны тоя инем.

– Ә нимәлә тойола ине ул?
– Атайһыҙ, әсәйһеҙ үҫкән бала булғанғамылыр, һиҙгерлек бәләкәйҙән көслө булды миндә. Кешенең күҙенә ҡарап та, тауышынан да тоя инем, интонацияһына ныҡ иғтибар итә торғайным. Әҙһәм ағай ҡурайсыларҙы күп өйрәтеп ташлаған, 100-ҙән ашыу бала булып киткән, шуға уны төрмәгә ултырттылар. Хеҙмәт кенәгәһен боҙған, тигән яла яғып. Тәүҙә психик ауырыуҙар дауаханаһына тығып алдылар, һау-сәләмәт икәнен иҫбат итеп килеп сыҡты. Беҙ, Юлай Ғәйнетдинов, Әнүәр Шафиҡов, ул саҡта студент инек, суд булаһын ишетеп ҡалып, барҙыҡ. Минең хоҡуҡ һаҡлауға ышанысым шунда ҡаҡшаны.
1978 йылда филармонияға эш­кә килдем. Ишмулла ағай ҡурайсы ине. Мөхәмәт Рәхмәтуллин, Рәх­мәтулла Бүләкәнов ағайҙар эт типкеһендә йөрөгәндәр. Художество етәксеһе булып эшләгәндә архивта бер ҡағыҙ күреп ҡалдым. Артистарға премия биреү исемлеге, оҙон ғына. Иң тәүҙә торған кешегә – 150 һум, ул ваҡытта ҙур аҡса. Шунан сумма кәмеүгә китә. Иң аҫта – Бүләкәнов менән Рәхмәтуллин ағайҙар, уларға – 3 һум 60 тин!

– Түңәрәк рәсми алып барыл­мағас, Әҙһәм ағай нисек йыйып ала ине һеҙҙе?
– Ваҡытын таба ине. Төшкө аштан һуң дәрес әҙерләгәнгә тик­лем ваҡыт бар. Йә киске аштан һуң. Ул бит сәғәттәр буйы өйрәтеп ултырманы. Килә лә йүнәлеш бирә. Ошо ерен ошолайтып уйна, был ерен – былай. Йә «Бына бер йыр өйрәндем бит әле», – тип килә. Йырлап ишеттергәс, тиҙ һеңә. Иң яратҡан йыры «Әрме» ине. Үҙәгенә үтеп, әрмеләрҙә хеҙмәт иткән кеше.
Беренсе дәрестә үк миңә ҡу­рай тотторҙо. Шул көндә үк та­уыш сығарырға, бер көй уйнарға өйрәндем. «Ҡарабай»ҙы уйнап күрһәтте. Йүгереп бүлмәгә ҡайттым да тызып-тызып ултырғайным, килеп сыҡты. Кире йүгерҙем. Тағы өйрәтегеҙ, тим. Ҡабаланма, ошо көйҙө нығытып ал, шунан өйрә­термен, тей.

– Ҡурайҙары үҙенеке бул­ғандыр?
– Үлән ҡурайҙар ине. Шунан пластмассанан үҙебеҙ эшләй баш­ланыҡ. Гимнастик обручтарҙан.
– Ә ҡурайға мөнәсәбәт нисәнсе йылдарҙан ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы?
– Ишмулла ағай һәләк булып ҡалғас, миңә ныҡ ҡыйын булды – бер үҙем тороп ҡалдым. Шунан яйлап сәнғәт училищеһын тамамлаған егеттәр сәхнәгә сыға башланы. 80-се йылдар уртаһы булғандыр. Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Фәрит Мөхәмәтйәновтар килде. Зыя Хәлилов йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай ине. Яйлап күбәйҙек. Хөрмәт Ғафаров тигән ҡеүәтле егет бар ине. Бер генә йыл эшләп китте. Ришат Рәхимов сәнғәт училищеһында башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры төҙөнө. Институтта шулай уҡ оркестр асылды. Ҡурай гөрләй башлағас, танынылар.

– Азат ағай, Һеҙ тыуған ауы­лығыҙҙа ҡурайға мөһабәт һәйкәл ҡуйҙырғанһығыҙ, мин уны бы­йыл барып күрҙем. Беҙҙең Баймаҡ районында ла ҡурайға һәйкәл бар...
– Эйе, ул Өфөлә лә булырға тейеш! Р.З.Хәмитов заманында йөрөнөм ул мәсьәләне күтәреп. 5-6 тапҡыр комиссия йыйылды, проект­тар ҡараныҡ. Урыны ла билдәле булды. Һуңынан Башлыҡ, аҡса юҡ, тине лә ҡуйҙы, 10 миллион һум кәрәк ине.
Әле Радий Фәрит улы ҡатмарлы заман тип торманы, дәүләт ансамб­лен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Яңы эш урындары булдырыуҙың сығымдары ҙурыраҡ бит инде, 31 кеше булырға тейеш ансамблдә.

– Һеҙҙә әле 21 кеше шикелле, концертта һанап ултырғайным...
– Минең менән 22.

Бына шулай, Башҡортостан Ҡурайсылар ансамбле тулыла­насаҡ әле. Иң мөһиме, боҙ ҡуҙ­ғалды. Ҡурай аша халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын донъяға танытыу буйынса ҙур эш башланды. Дәүләт ансамбле булдырыу республика сәнғәте алдында яңы бурыстар ҙа ҡуя. Әңгәмәлә телгә алын­ған ҡурайҙың тарихын өйрәнеү мәсьәләһе тәү сиратта күҙ уңында тотола был осраҡта. Азат Айытҡолов – атаҡлы ҡурайсылар менән аралашҡан кеше, бик күп тарихтар, иҫтәлектәр белә, үҙенең ҡурайға өйрәтеү методикаһы бар. Хәйер, Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең ойошоуы, тәүге репетициялар ҙа инде тарихҡа инеп бара. Ваҡытында теркәп ҡалырға, мәңгеләштерергә кәрәк!
Ҡурай көнөн булдырыу мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтә. Әйткәндәй, Ҡаҙағстандан башҡа ерҙәрҙә бындай байрамдар юҡ әле, улар 2018 йылдан алып Думбыра көнөн ҙур милли байрам итеп билдәләй. Яҡутстанда ҡумыҙ үҙәге һәм донъялағы берҙән-бер ҡумыҙ музейы бар. Шуның үрнәгендә киләсәктә беҙҙә Ҡурай музейын да ойоштороп була. Ифрат бай һәм йөкмәткеле музей булыр ине ул!
Ҡыҫҡаһы, данлы ҡурайыбыҙ яңы йылъяҙмаһын башланы. Ошо ваҡиғаның шаһиты булыуыбыҙ ғына үҙе ни тора! Был йылъяҙмалағы тарих күпкә яҡтыраҡ һәм бәхетлерәк булһын!

Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов:  «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Азат Айытҡолов: «Ҡурай илһөйәрлек тәрбиәләй»
Автор:Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Ватандаш»
Читайте нас: