Бынан әллә өс йыл, әллә дүрт йыл элек уларҙың 2-се бригадаһы Яйыҡ аръяғындағы туғайҙа бесән йыя ине. Бесәнде күтәремләп кәбәнгә ир-аттан Ғабдулла, Мәхмүт һала, Ғабдулла ағайҙың ҡатыны Сәкинә башта ҡабул итеп, ипләп һалып тора. Сәмиғ бакуйҙан йыйылған бесәнде һөйрәткегә тейәй ҙә кәбән төбөнә килтереп ауҙара.
Сәмиғҡа ул йәйҙә ун бише тулғайны. Һуғыш йылдарында үгәй әсәйе менән (үҙ әсәһен иҫләмәй, ул бәләкәй саҡта уҡ үлгән, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалды) аслыҡтан саҡ тере ҡалды, шулай ҙа йыбытҡы түгел, һуңғы йылда ҡапыл буйға тартылды һәм егет ҡорона инеп, тулы хоҡуҡлы эшсе рәүешендә колхоз эштәрендә ҡатнашып йөрөй. Һөйрәтке артынан Ғабдулла ағайҙың ҡыҙы Сания тырмай. Ул Сәмиғтан бер йәшкә генә бәләкәй. Ошо йәйгә тиклем Сәмиғ уға иғтибар ҙа итмәне, йөрөймө шунда, йөрөй, бар ҡыҙҙар ише бер ҡыҙ инде. Әсәһе һымаҡ һары башлы.
Эшләгәндә улар бөтөнләй һөйләшмәй тиерлек. Сания уға, исмаһам, бер тапҡыр күтәрелеп ҡараһасы! Әллә оялды, әллә атаһынан тартынды, белмәҫһең. Бәләкәйерәк саҡта, мәктәп йылдарында, бындай ҡыҙҙар, ғәҙәттә, малайҙар менән шаяра, көлә, уларҙы мыҫҡыл да итергә тырыша, йөҙ-күҙҙәренә лә оялмай тура ҡарай, үҙҙәрен дә һаҡлай-ҡурсалай ала, телсән, ә үҫә килә тартына, хатта ҡырағайлана йәки эреләнә башлай.
Иртәнән бирле аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Томра. Төш етеүгә бейек күк йөҙөн томан һымаҡ һоро нәмә ҡаплай башланы, унан ҡайҙандыр бәләкәй генә болот киҫәге пәйҙә булды ла ҡаса-боҫа ҡояшҡа табан йөҙҙө. Оҙаҡламай уны ҡаплап та алды, бер өлөшө ҙурайып, ҡабара барып, ҡара ямғыр болотона әүерелде. Шунан ялағай ялтлап, күк күкрәне, әйтерһең дә, әлеге болот ямалған ерҙәренән шатырҙап йыртылып китте һәм урман аръяғында ямғыр яуғаны күренде – уның шаулауы һә тигәнсе туғайға ла килеп етте. Сәмиғ, йәнә берәй күбә тейәп кәбән төбөнә алып барып өлгөрөрмөн, тип уйлағайны ла, тейәп бөтөп арҡанды ла тартҡайны, әммә ҡуҙғалырға ла өлгөрмәне, баш осонда ғына күк күкрәне лә шаулап ямғыр ҡоя башланы. Сәмиғ тейәгән йөгө эсенә соҡоп инеп ултырҙы. Сания ла берәй ергә йәшенгәндер. Күкте тәртипһеҙ телгеләп ялағай уйнай, дөбөр-шатыр күк күкрәй. Берсә баш осонда, берсә саҡ ҡына ситтәрәк. Сәмиғ йәшендән ҡурҡмай, дөрөҫөрәге, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгеллеген, ә йәшен ҡурҡыныс икәнен яҡшы белә. Йәшен – һауа һелкенеүе генә. Ялт итеп ҡалды, һин иҫән, тимәк, теймәне, үтеп китте. Әгәр һине йәшен уты ата икән, уның атыу тауышын ишетмәй ҙә ҡаласаҡһың, аңлап та өлгөрә алмаясаҡһың, бәреп йығасаҡ…
Эргәлә генә ялтлап үтте, тауышы ла ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраны. Шул мәл көтмәгәндә уның өңөнә Сания килеп сумды ла, ҡото алынып: «Ой, ой, бисмилла, бисмилла, ҡурҡам!» – тип һөйләнде. Тағы ялағай ялтланы, мылтыҡтан атҡан ише атып ебәрҙе. Яҡында ғына хатта көкөрт еҫе сыҡты, күк, әйтерһең дә, улар сумған өйөмгә тоҫҡап атты. Сания йәнә сыйылданы, Сәмиғҡа нығыраҡ һыйынды. «Ҡурҡма,– тине Сәмиғ эре генә. – Әгәр йәшен атмаһа, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгел. Һауа ғына шартлай». Ҡыҙ уны аңламаны, ахыры, һәр дөбөрҙәгән һайын Аллаһы Тәғәләне ярҙамға саҡырҙы, Сәмиғҡа нығыраҡ һырыҡты. Егет уны уң ҡулы менән ҡосаҡланы, лыс һыу ситса күлдәге аша тәненең йылылығын тойҙо, яҡында ғына һипкелле йөҙөн күрҙе, ямғыр сылатҡан һары сәстәренән аңҡыған үлән-ялан еҫтәрен һуланы һәм, ҡатын-ҡыҙ тәне яҡынлығының ләззәтен беренсегә тойоп, ямғырҙың мәңге тынмай яуыуын теләне. Бесәнде һыулап, ямғыр үтеп киткәс, күк күкрәүе туҡтағас, ҡыҙ ҡапыл торҙо ла өңдән сыҡты һәм, яңынан ҡырағайға, ятҡа әйләнеп, ҡоя башлаған кәбәнгә табан йүгерҙе…
Сәмиғ ул көндәге йәшенде, ялағайҙы, бесән өйөмө араһында бергә ултырған ҡыҙҙы, уның тәне йылыһын, сәстәренең иҫерткес еҫен һис онота алманы һәм ошо ваҡиғанан ике йыл ваҡыт үткәс, Сания тамам үҫеп етеп, аҡ йөҙлө, оҙон толомло сибәр ҡыҙға әүерелгәс, уны яратҡанын аңланы. Элек, мөхәббәтһеҙ йәшәгән саҡта, уның йөрәге нисектер буш, тыныс һәм һалҡын ине, хәҙер тәмле-татлы мөхәббәт тулҡыны уның күкрәген тултырҙы, йөрәген яндырҙы. Ул гел генә ҡыҙ тураһында уйлап йөрөй башланы, минут һайын уны күргеһе килеп торҙо. Кистәрен клуб янында гармун уның тураһында ғына уйнаны, гармунсы «Ғәлиәбаныу»ҙы йырланы, ә Сәмиғҡа «Саниябаныу» тип ишетелде. Ул атаһының һуғыш алдынан ғына алған пинжәген, итеген кейҙе (һуғышҡа атаһы таушалған сарыҡ кейеп китте), хәҙер улары Сәмиғҡа тап-таман ине, һәм кис етеү менән клубҡа ашыҡты. Санияны күргәс тә ҡыҙҙан күҙен алманы, янды-көйҙө, зарыҡты, башҡа егеттәрҙән көнләште. Һәм ҡыҙға үҙеңдең яратыуыңды һүҙҙәр менән аңлатыуҙы, ҡайҙалыр аулаҡта йәки ҡараңғы мөйөштә икәүләп кенә ултырыуҙы, хатта ҡосаҡлау мөмкинлеген башына ла килтермәне. Ул йылдарҙа бит егеттәр менән ҡыҙҙар асыҡтан-асыҡ осрашмай торғайны, клубтағы тансанан йәки кинонан һуң оҙата барышманылар, өй алдындағы эскәмйәлә төн уртаһына тиклем шыбырҙашып ултырманылар, ә урам буйлап етәкләшеп йәки ҡултыҡлашып үтеү хаҡында уйлау – Аллам һаҡлаһын… Шулай ҙа, ғашиҡтар төнөн ҡайҙалыр осраша, тип тә һөйләйҙәр. Ауылдың көндөҙгө, барыһына ла күренеп торған өҫкө тормошо, тыйнаҡ, әҙәпле һәм гонаһһыҙ. Кешеләр баҫыу-яланда эшләй, кистәрен сәй эсә, өй алдындағы эскәмйәгә сығып һөйләшеп ултыра, бисә-сәсә үҙ хәбәрен һүтә, ир-ат иген, уңыш, бесән, һауа торошо хаҡында һөйләшә, кәңәшләшә, күҙ бәйләнгәс һәр ҡайһыһы өйөнә ҡайта, йоҡларға ята, һәм һәр йортта төнгө серле тормош башлана. Өйләнмәгән егет баҡсалар артынан яңғыҙ йәшәгән ҡатын өйөнә килә, артҡы ҡапҡанан керә лә һаҡ ҡына тәҙрәгә сиртә йәки бикләнмәгән солан ишегенән сысҡан етеҙлеге менән инеп юғала. Өйләнгән ир кистән пожаркаға кәрт һуғырға китә лә ҡайтышлай тол ҡатын йортона борола. Төн уртаһында ауыл ситенә сыҡһаң, тыҡрыҡҡа боролған албаҫтыны йәки шайтанды түгел, ә ҡосаҡ лашып йәки етәкләшеп йөрөгән парҙарҙы осратаһың. Ә Сәмиғ клубтан әхирәттәре менән ҡайтырға сыҡҡан Санияны күҙ ҡараштары менән генә оҙата ла буш һәм ҡараңғы урамдар буйлап яңғыҙ ҡаңғырып йөрөй. Ғабдулла ағайҙың өйө тапҡырына килеп, ҡараңғы тәҙрәләргә оҙаҡ ҡына ҡарап тора – ошо тәҙрәләр артында ул, моғайын да, йоҡлайҙыр. Йоҡоға китер алдынан уның хаҡында әҙ генә булһа ла уйланымы икән? Ә иртәнсәк уны, йоҡоһо бөтмәгән Сәмиғты, үгәй әсәһе әрләп-ҡарғап уятасаҡ: «Төнө буйы ҡайҙалыр темеҫкенеп йөрөйһөң дә, үләкһә, хәҙер бер нәмә лә белмәй йоҡлайһың!..»
Шулай ҙа бер көн егет Санияға мөхәббәт хаты тапшырырға йөрьәт итте. Һүҙҙәрен ялҡынлы мөхәббәт шиғырҙары, мөхәббәт хаттары өлгөләре яҙылған, йәштәр араһында ҡулдан-ҡулға йөрөгән дөйөм дәфтәрҙән күсереп яҙҙы. Хатты Санияға Сәмиғтың ике туған апаһы тапшырҙы. Күпме көтһә лә, яуап булманы. Шулай ҙа әлеге хаттан һуң Сания уға икенсе төрлөрәк ҡарағандай тойолдо – ҡара күҙҙәре менән ата ла оҙон керпектәрен аҫҡа төшөрә һала.
Ысын ғазап Муллаҡаев Фуат армиянан ҡайтҡас башланды. Оҙон кәүҙәле был егет гимнастерка кейеп йөрөй, билдә – яҫы командир ҡайышы, ҡулда – сәғәт. Ауылдың аҫыл егете инде, күп ҡыҙҙар хыялланған кейәү. Муллаҡаевтар – көслө нәҫел, күбеһе төрлө кимәлдәге түрә-ҡара. Фуаттың атаһы Муллаҡаев Шайкамал – 2-се бригада бригадиры, ағаһы ауыл Советында ултыра, йәнә бер ағаһы районда ниндәйҙер начальник. Фуатты ҡайтыу менән тигәндәй колхоздың комсоргы итеп тәғәйенләнеләр. Ул ҡара буҫтауҙан галифе тектереп кейҙе. Ауылдың иң шәп кейәүе ул булмай, кем булһын сибәркәйҙәр өсөн? (Хәйер, ҡайһы берәүҙәр Санияны ғәҙәти ҡыҙ тип иҫәпләне.) Ә Фуат клубта Санияны тансаға саҡырғас (ә ул, Сәмиғ, дегәнәк япрағы, үҙе саҡырырға оялды), көнләшеүенән шартлай яҙҙы. Клубтан сыҡҡас, улар кеше алдында ғына икеһе ике яҡҡа китә, унан ҡайһылыр мөйөштә осраша, тип уйланы. Йәшерен осрашыуҙарҙың ниндәй генә картина-һүрәттәрен күҙ алдына килтермәй Сәмиғтың көнсөл хыялы! Нишләргә белмәй урамдарҙы ҡыҙыра, тыҡрыҡтарҙың, ҡапҡа төптәренең ҡараңғы мөйөштәрен байҡай, көтөү йөрөгән ерҙәрҙе, колхоз амбарҙары арттарын ҡарай, унан йылға буйына төшә, әммә тегеләрҙе бер ерҙә лә таба алмай. Ә уның уларҙы тап иткеһе, тотҡоһо килә, үҙенең йөрәгенә һуңғы үлемесле яра-йәрәхәт алып, үкереп илағыһы, унан үлгеһе килә. Ә иртәгәһенә Сания уға йәнә нисектер икенсе төрлө,серлерәк ҡараған төҫлө тойола…
Көҙ етте, көҙ менән армияға китер ваҡыт етте. Хеҙмәткә китәһе егеттәр үҙҙәренең ҡыҙҙары менән иҫке зыяраттағы ҡарт ҡайындар аҫтында осрашты. Ҡыҙҙар егеттәргә сигелгән кисет йәки ҡулъяулыҡ бүләк итә, уларҙы көтөргә вәғәҙә бирә. Сәмиғ Санияны ҡайынлыҡҡа саҡырып хат ебәрҙе. Иртәгә китәм тигән көндөң кисенә килде лә ҡыҙҙы көтә башланы. Әтәстәр өсөнсөгә ҡысҡырғансы көттө лә ҡуйҙы. Килмәне! Иртәгәһенә иртәнсәк колхоздың йөк машинаһы кузовына менеп баҫты, күренмәне – Сәмиғты атаһы һуғышҡа киткәс үгәй әсәһенән тыуған һеңлекәше генә оҙатып ҡалды.
Поезд уны, әйткәндәй, үҙ ғүмерендә тәүгә ултыра ине поезға, Мәскәүҙең үҙенә үк килтереп төшөрҙө. Хеҙмәткә стройбатҡа эләкте. Белеме – ауыл мәктәбенең дүрт кенә синыфы, русса белмәй, Башҡортостандан бер яҡташы булмаһа, бөтөнләй юғалыр ҙа ине. Тәүге мәлдәрҙә шул аңлатып, кәрәк ерҙә уның өсөн яуап биреп йөрөнө. Йәш кеше бит, яйлап өйрәнде яңы тормош-көнкүрешкә, ауыл егетенә ни, эше лә әллә ни ауыр тойолманы, иптәштәре менән дә уртаҡ тел тапты. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡарт һалдаттар йәш һалдаттарҙы бигүк ҡыйырһытмай ине, «дедовщина» тигән нәмә булманы. Йөҙ-ҡиәфәте азиатса, исеме русса булмаһа ла, әллә ни бәйләнмәнеләр Сәмиғҡа.
Отрадный тигән йәш ҡалала төҙөнөләр өйҙәрҙе. Кирбес һалырға, панелдәр беркетергә, бейеклеккә менергә-төшөргә өйрәнде һәм яйлап үгәй әсәйҙән туҡтауһыҙ әрләнгән-йәберләнгән ауыл малайынан һалдат-төҙөүсегә, эш кешеһенә әүерелә барҙы. Таш-кирбес эшенә ныҡлап төшөндө, үҙенең аңы барып етә, төшөнә алмаҫлыҡ төрлө кешеләр тормошо, ҡабатланмаҫ яҙмыштар менән тулы ошо таш араһындағы ҡатмарлы, үҙгәреүсән, ҡаршылыҡлы Мәскәү тормошона ла өйрәнде. Хәйер, ул ошо аңлайышһыҙ тормош-көнкүрештең тышҡы яғын, өҫтөн генә күрә, ишетә ине, кистәрен уттары ымһындырғыс янған бихисап йорттар эсендә ниндәй тормош барғанын, ниндәй йырҙар йырланғанын, бәхетенән иҫереп унда кемдәр бейей йәки оло ҡайғынан стенаға менер хәлгә етә – былар бөтәһе лә уның өсөн аңлай алмаҫлыҡ оло сер булып ҡалды.
Ауылды һағынманы, әммә Санияны онотманы, уны гел генә уйланы, йыш ҡына төштәрендә күрҙе. Ҡыҙ тураһында уйлаған саҡта күкрәгендә барлыҡҡа килгән тәмле-татлы тойғо төйөрө уны бер ҡасан да ебәрмәне. Бер нисә тапҡыр хат яҙырға ултырып ҡараны, әммә башланы ла йыртып ырғытты. Сөнки яуап булмаясағын белә ине, ә хатын Сания әхирәттәренә күрһәтәсәк, улар уны уҡығас Сәмиғтан хахылдашып көләсәк.
Әммә көндәр, аҙналар, айҙар үткән һайын Сәмиғ – рус иптәштәре атағанса, Саша – ҡайғыға һирәгерәк һабыша, элекке тойғолары ҡайнарлығы һүрелә һәм күңеленә яйлап-яйлап яңы теләктәр, ылығыуҙар, яңы тормош ауаздары инә бара ине. Тирә-яғында икенсе көй-моңдар яңғырай, икенсе ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы менән осраша, бит-йөҙөнә бүтән елдәр ҡағыла, йөрәгенә башҡа тормош саҡырыуҙары инә – былар барыһы ла уны ымһындыра, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыта ла. Урал аръяғында йәшәүсе ҡыҙҙың төҫ-башы онотолмай, тик ваҡыт үткән һайын, сикһеҙ далалағы һоро томанға уранған һымаҡ, нисектер тоноҡланғандан-тоноҡлана бара.
Бер йылдан ул русса һупаларға апаруҡ өйрәнеп алды. Шулай ҙа был ят һәм бай телдең бөтә мөмкинлектәренең бер бәләкәй генә өлөшөн үҙләштергәнен яҡшы аңлай ине. Иптәштәре менән һөйләшә-аралаша ала, хәҙергә шул еткән, йәшәй-йәшәй ныҡлап өйрәнер әле. Отпускыға ҡайтманы, ә демобилизацияланырға ваҡыт еткәс… ауылға ҡайтҡыһы килмәгәнен аңланы. Унда уны кем көтә? Үгәй әсә? Ә Сания күптән кейәүҙәлер, итәк тулы бала аҫрайҙыр. Ике йыл эсендә ул күпмелер дәрәжәлә Мәскәүгә, ҙур ҡаланың иҫерткес һәм илерткес һауаһына күнекте, уның ҙур мөмкинлектәрен күрҙе. Етмәһә, «дембель» һалдаттар араһынан төҙөлөшкә эшселәр йыя башланылар, ваҡытлыса прописка, дөйөм ятаҡтан карауат вәғәҙә иттеләр. Оҙаҡ уйлап торманы Сәмиғ – ауылға ҡайтҡыһы килмәгәс, бүтән варианты ла юҡ – өгөтләгәстәре китте-барҙы вербовкаланып.
Зеленоград… Төҙөлөштә төрлө өлкәнән, төрлө ауылдарҙан Сәмиғ һымаҡ вербовкаланып килгән әллә күпме ҡыҙҙар эшләй. Ул саҡта лимит, лимитчик тигән һүҙ юҡ ине әле. Һуғыш йылдарында, унан һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙарҙы Мәскәү тирәһендә торф ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә файҙаландылар һәм уларҙы торфушкалар тип атайҙар ине. Һуңынан төҙөлөшкә штукатур, маляр булып килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһына ла торфушкалар тигән уртаҡ ҡушамат таҡтылар.
Сәмиғ эшендә әлеге торфушкалар менән бик аралашманы, уларҙы бытовкала – иртәнсәк кейем алыштырғанда, көндөҙөн ҡапҡылағандарында, ял иткәндәрендә, домино һуҡҡандарында ғына күрҙе. Бытовкала ҙур титан ултыра, уға һыу тултырыу, ҡайнатыу, тәртиптә тотоп, йыйыштырыу менән дорфа, һүгенергә,тартырға, эсергә әүәҫ Клава исемле йәмһеҙ ҡатын шөғөлләнә, ҡыҫҡаһы, хужабикә. Күптән бергә эшләгән ерҙә ҡабул ителгәнсә, бында ла уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре ябай, ихлас. Егеттәр, шаярған булып, теге йәки был ҡыҙҙың осаһын, түшен тотоп алырға ла күп һорамаҫ, ундай осраҡта тегеһе, әсе һүгенеп, ҡулына һуҡҡан йәки этәргән була, шунан бер-береһен шаярталар, алдайҙар, төрлө кәмит уйлап сығаралар. Сәмиғ улар араһында ала ҡарға рәүешендә йөрөй. Телсән ҡыҙҙар яйы килгән һайын унан көлә, шаярта, хатта мыҫҡыл итә – йәнәһе, ул үтә тыйнаҡ, ир түгел, ахыры, әллә ыштаныңды һалдырып тикшереп ҡарайыҡмы? Ир булһаң, Клаваға өйләндерәбеҙ, тип көлә маляр Валя. Был һүҙҙәргә Сәмиғ оялышынан ҡыҙарына-бүртенә, яуап ҡайтара алмай хәбәрҙәренә, мин үтә оялсан шул, хатта ҡыҙҙар көлә, тип уйлай, бөтөрөнөп уйлай.
Бер ваҡыт эш курткаһы кеҫәһенән записка тапты. Уҡыны. Бер ҡыҙ үҙенең уны«яратыуын» белдергәйне: «Ҡараҡайым минең, һинең ҡара күҙҙәреңдең бер ҡарашынан йөрәгем туҡтай»,– тигән. Записка авторы уға эштән һуң иҙелмә узелы артындағы эскәмйәлә осрашыу тәғәйенләгән. «Кил һәм үҙеңдең киң күкрәгеңә мине ҡыҫ. Минең шунда ирегем килә». «Клава» тигән ҡултамғаһы ла бар.
Ауыҙынан гел араҡы, тәмәке еҫе аңҡып торған дорфа, нәҙек сираҡлы Клава әллә ысынлап уға ғашиҡ булғанмы? Ун йәштәр самаһы оло ла бит әле Сәмиғтан. Рус түгел, дүрт класс белемле ябай эшсе, ауыл тиреҫенән сыҡҡан дегәнәк япрағы Клаванан башҡа кемгә генә оҡшай алһын инде? Әҙерәк йөҙө-башы булған, күҙ-ҡаш уйната белгән һәр ҡыҙ майор тураһында хыяллана, хатта яҡшы эш хаҡы алған түрә-ҡараға ла өмөт итә. Шуға ла иҙелмә узелы артындағы эскәмйәгә барырға уның уйында ла юҡ.
Куртка кеҫәһендә шул уҡ ҡул менән яҙылған икенсе записканы тапҡас, уның кәйефе ҡырылды. Клава янына килеп, уға ҡағыҙҙы тотторҙо ла, мөмкин тиклем йомшағыраҡ, хатта йылмайып, быны һин яҙҙыңмы, тип һораны.
– Һин нәмә, о… ел?! – тип яуапланы ҡатын ҡағыҙға ҡараған килеш. – Ир кәрәк булһа, мин һинән арыуыраҡты ла таба алам!
– Улайһа, кем яҙған һуң?
– Мин ҡайҙан беләйем? Бәлки, Надькалыр. Улар Валька менән шулай фигли-мигли уйнарға бик әүәҫ.
Надька? Валя менән билдәле, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ, ул мөмкинлек сыҡҡан һайын Сәмиғты шаяртырға, төрткөләргә ярата, ә бына Надька мут ҡына йылмая ла серле ҡараш һирпә. Башҡа егеттәр кеүек кистәрен ҡатын-ҡыҙ дөйөм ятағына йөрөмәгәс, Сәмиғ уны эштән тыш бер ҡасан да күргәне юҡ, ә эштә ул маляр, буяу һыланып ҡатып бөткән ыштанда, шундай уҡ әрпеш курткала йөрөй. Шулай ҙа ул Сәмиғҡа оҡшай ине. Сания һымаҡ һары сәсле, киң яңаҡлы булғаны өсөндөр, бәлки.
Ғашиҡ һүҙҙәре яҙылған өсөнсө хатты уның эш курткаһының арҡаһына булавка менән беркетеп киттеләр. Нисек эләктергәндәрен ул күрмәне лә, һиҙмәне лә. Кейемен алыштырып кейеп, эш урынына килгәс, эргәһендә эшләүсе утыҙҙар тирәһендәге өйләнгән Миша Лунин шәйләп, ҡағыҙҙы йолҡоп алды, уҡығас, көлөп Сәмиғҡа һондо.
– Вәт әй, һиңә бит Клавка ышҡыла.
– Клавка түгел ул, Надька.
– Ә бында Клавка тип яҙылған.
– Һорашып белдем инде: Надька. Тик ниңә шулай шаяртҡанын ғына аңлай алмайым.
– Һин нимә, бисәләрҙе белмәйһеңме ни? Тимәк, оҡшатып йөрөй.
– Ҡуйсәле.
– Минең кәңәш: осрашыуға саҡыр, киноға алып бар.
Сәмиғ Луниндың кәңәшен ысынға алманы, шундуҡ онотто. Ә Лунин онотмаған, дүшәмбе көн эшкә килеү менән:
– Йә, осрашыуға саҡырҙыңмы?– тип һораны.
– Юҡ.
– Ну һин, ауыл дегәнәге, тешләр, тип ҡурҡаһыңмы ни?
– Килмәй ул.
– Ҡайҙан беләһең? Бәлки, килер. Килмәһә – нимә юғалтаһың?
Һәм бына Сәмиғ, был эштең килеп сыҡмаҫын аңлай-белә тороп, үҙенең оялсанлығын көскә еңеп, Надька янына барҙы ла тоноҡ тауыш менән:
– Надя, мин һине бөгөн кис киноға саҡырам, сәғәт һигеҙҙә кинотеатр алдында көтәм. Киләһеңме?– тине.
– Белмәйем,– тине ҡыҙ, йәшел күҙҙәре менән атып. – Бәлки, килермен дә.
Кисен, ял көндәрендә генә кейә торған салбарын, вельвет курткаһын кейеп, Сәмиғ кинотеатрға килде, ике билет һатып алды. Ҡыҙҙы көтә башланы. Ғүмерендә икенсе тапҡыр көтә ине ҡыҙ кешене. Тегеләй-былай йөрөп алған була,сәғәтенә күҙ һала – «Победа» маркалы ул сәғәтте яңы ғына алғайны. Ун минут ҡына ҡала сеанс башланыуға, биш минут, ә Надька юҡ та юҡ. Килмәҫкә булды,ахыры, тип ҡурҡып та бөттө. Беренсе ҡыңғырау алдынан ғына күренде. Яңы күлдәк кейгән, ирендәрен буяған, сәстәрен бөҙрәләткән, үҙе оялсан-ҡәнәғәт йылмая. Йылмайыуы ла бытовкалағы ише мыҫҡыллы түгел, нисектер, һөймәлекле, тыныс, етди. Өҫтөнән буяу ҡатып бөткән бысраҡ эш кейемен һалғас, ифрат матур икән дә, әйтерһең дә, асылған сәскә! Һәм Сәмиғ ошонда, кинотеатр алдында, аҡылы менән түгел, ә тулҡынланған йөрәге менән ҡабаланмай ғына атлап килгән ошо рус ҡыҙы йөҙөндә ихлас көлөп-йылмайып үҙенең яҙмышы килгәнен тойҙо. Ошо көндән алып тормошоноң бөтә ҡыуаныс-шатлыҡтары, ҡайғы-хәсрәттәре әлеге рус ҡыҙы менән бәйле буласаҡ.
Кинозалға инеп ултырғас, экрандағы бер-бер артлы алышынған кадрҙарҙа бер нәмә лә аңламаны, эргәһендәге ҡыҙ тәненең йылылығын, ултырғысҡа ҡаҙаҡлап ҡуйғандай ҡуҙғалырға, хәрәкәтләнергә ҡурҡып, ҡыҙҙың уның бар булмышын ток һымаҡ ниндәйҙер көслө нәмә менән уратып-сырмап алған кеүек тойҙо.
Мөнәсәбәттәре етди дауам итеп алып киткәс, ул куртка кеҫәһендә йөрөткән хаттарҙы күрһәтте.
– Быларҙы һин яҙҙыңмы?
– Валя яҙҙы.
– Нимә тип яҙҙы?
– Бәй, уның үҙенән һора. Мин ҡайҙан беләйем?
– Ә Клава, һин яҙған, тине.
– Клава әйтер...
– Һин яҙмағас, теге ваҡыт ниңә киноға килдең?
– Егет кеше саҡырғас, ниңә бармаҫҡа? Миңә Миша Сопов бәйләнә башланы. Эсеп килә лә һәрмәнә башлай. Шуға ла унан ҡотолорға кәрәк ине.
Унан ярлы, әммә шаулы дөйөм ятаҡ туйы булды. Надяның әхирәттәре,уларҙы запискаһы менән осраштырған-табыштырған Валя, ҡатыны менән Миша Лунин, бригаданан тағы бер нисә кеше килде. Араҡы күп ине, туҡтауһыҙ «горько» ҡысҡырҙылар, йырланылар, иҙәнде тишерҙәй булып бейенеләр, һәм бүлмәнең сепрәк менән айырылған бер мөйөшөндәге оятһыҙ рәүештә шығырҙаған карауатта ғаилә тормошо башланды. Шул тормош ҡырҡ йыл дауам итте лә ҡуйҙы.
Ҡырҡ йыл: сәғәттәр, көндәр, аҙналар, айҙар, йылдар… Уйлап ҡараһаң, ҡырҡ йыл ҡырҡ көндәй генә үтте лә китте. Будильник тауышына уянып, һикереп тора ла ҡабалан-ҡарһалан ҡырына, ауыҙын бешерә- бешерә эҫе сәй эсә, сумкаһына булка менән колбаса тығып эшенә йүгерә. Йәш сағында эшенә ниндәйҙер шатлыҡ тойғоларына өмөт итеп бара торғайны. Хәйер, бөтә тормошо нимәгәлер өмөтләнеп, нимәнелер көтөп үтте. Иң ҙур көткәне – фатир. Алдылар – бәхетле инеләр. Ял көндәрен көтөү, эш хаҡы көтөү, сираттағы байрамды көтөү. Вовканың тыуғанын көтөү. Тыуҙы, үҫте – мәктәпкә әҙерләргә, оҙатырға кәрәк, йәйге каникулда – пионерлагерға. Унан тулҡынланыуҙар китте: улдары сығарылыш имтихандарын тапшырғанда, унан төҙөлөш техникумына ингәндә. Өйләнеүе, ейәнсәрҙәренең тыуыуы – йәнә мәшәҡәттәр, тулҡынланыуҙар, йәнә беренсе класс, йәнә имтихандар. Балаға кәрәк әйберҙәр һатып алыу буйынса бөтмәҫ мәшәҡәттәр, диван, шкаф, телевизор, унан төҫлө телевизор, баҡса, иҫке генә «Жигули» алыу… Тормоштары нисек үткәнен һәм пенсия йәшенә килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар…
Сәмиғ менән Надежда Ивановнаның тормоштары арыу булды. Һәйбәт ҡатын булып сыҡты Надежда Ивановна. Ул Сәмиғты ғүмер буйы Саша тип йөрөттө, ә кешеләргә «минең татарин» тип һөйләне. «Минең татарин шулай ти», «минең татарин сирләп китте әле». Мин бит татар түгел, мин бит башҡорт, тип әйтеп ҡарай Сәмиғ, ҡатыны, мин башҡорттарҙың ниндәй милләт икәнен белмәйем,беҙҙең Пенза янында татарҙар ҙа мордвалар йәшәй, ә башҡорттар юҡ ине, тип яуаплай. Шунан һуң аңлат һин уға үҙеңдең кемлегеңде, башҡортто күрмәгәс,уныңса ундай милләт юҡ.
Надя матур йырлай ине. Бигерәк тә дөйөм ятаҡта йәшәгән йылдарында. Үҙ телен яртылаш онотоп, Сәмиғ ярты быуатҡа яҡын уның телендә һөйләште,уның халҡының йырҙарын йырланы, суҡыныуын күрҙе, хатта бер нисә тапҡыр Пасхаға сиркәүгә лә барҙы. Әлбиттә, ул унда күңеле менән ауылдан сыҡҡан башҡорт булып ҡалды, суҡынманы, үҙенекен уйланы, үҙенең Аллаһына табынды.
Егерме йыл самаһы элек, нисектер, һеңлеһенә хат яҙғайны. Осраҡлы ғына яҙҙы, яуап алырына өмөтө юҡ ине. Әммә һеңлеһенән яуап килде. Күптән тормошта, балалары инде ҙурайып бөткән, әсәһе, йәғни Сәмиғтың үгәй әсәһе, үткән йыл үлгән икән. Күпмелер ваҡыттан һуң уға ауылдашы, алыҫ ҡына туған тейешле кеше килеп керҙе – Мәскәүгә ниндәйҙер курстарға ебәргәндәр – Сәмиғ унан ҡайһы бер ауыл яңылыҡтарын белде. Колхоз комсоргы Муллаҡаев Фуат оло түрә, райкомдың икенсе секретары булып киткән, шул үлгән, фәлән иҫән әле… Ә бына бала саҡ мөхәббәте Сания тураһында һорарға ҡыйыулығы етмәне, үҙе уйлағанса, Муллаҡаев Фуаттың ҡатынылыр, район үҙәгендә йәшәйҙер, бер нисә бала тапҡандыр. Ҡайсаҡ Сания төшөнә лә инеп ҡуя, йәш, матур булып инә, төшөндә Сәмиғ уны һаман ярата, һағына.
Һәм бына, һуңғы йылдарын ремонтсылар бригадаһында эшләп (фатирҙар ремонтланылар, паркет йәйҙеләр, обойҙар йәбештерҙеләр), Сәмиғ пенсияға сыҡты. Әсе-тәмле үткән тормошонан ҡапыл айнығандай, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен ҡарт бабай, олатай итеп тойҙо ла ҡуйҙы, эргәһендә – арҡырыға ныҡ ҡына йәйелгән, өйрәк һымаҡ ике яҡҡа янтайып атлаусы, ҙур йөҙлө, киң яңаҡлы ҡарт әбей – Надькаһы, Надяһы, Надежда Ивановна.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Надежда Ивановна ҡапыл биреште, йыш ауырыны, ҡан баҫымы күтәрелде, башы әйләнде, аяҡтарындағы тамырҙары бүртеп ҡарайҙы.Йөрәге йыш борсой башлағас, больницаға ятырға мәжбүр булды. Тромб, тине врачтар. Ауыр күтәрмәҫкә, шәп йөрөмәҫкә, тулҡынланмаҫҡа, арымаҫҡа. Сираттағы йөрәк өйәнәгенән һуң ул былай тине: «Саша, минең менән берәй төрлө хәл булһа, һәйбәт ҡатын осратһаң, өйлән, – шунан байтаҡ өндәшмәй ятты ла өҫтәне: – Минһеҙ нисек кенә йәшәрһең икән, басурман?»Ауыр күтәрмәһен, арымаһын тип, Сәмиғ уға тәгәрмәсле сумка һатып алып бирҙе, әммә Надежда Ивановна магазинға элеккесә ҡул сумкаһы менән йөрөүен дауам итте. Ниңә улайтаһың, тигәс, ниңә, мин әбейме ни арба һөйрәп йөрөргә, тип яуапланы. Картуф, кәбеҫтә һымаҡ ауыр нәмәләр артынан баҙарға Сәмиғ үҙе бара, йә икәүләп баралар. Пенсияһын алған көн ул, магазиндар буйлап йөрөп, ун килограмға яҡын әйбер алған да бөтөн Зеленоград буйлап йәйәү атлаған. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелгән, ишекте асҡас, иҫен юғалтып, тупһаға йығылған…
Атаһының һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуын (әсәһенең үлемен ул хәтерләмәй),хәҙер инде ярайһы уҡ онотола төшкән бала саҡ ауырлыҡтарын иҫәпләмәгәндә, Сәмиғтың тормошонда уны һеңгеҙәтә һуғырлыҡ оло ҡайғылар булманы ла. Надежда Ивановнаның вафаты уны тап шул йәштә килтереп бәрҙе: онотор өсөн ваҡыты ла, ҡалған ғүмерҙе ошо ҡайғыны күтәреп йәшәр өсөн көсө лә ҡалмағайны. Ҡатынын ерләгәндән һуң ул шаңҡып ҡалды, бөгөлдө, кемде юғалтҡанын аңланы һәм уның үлемендә үҙен генә ғәйепләне. Эйе, һаҡлай алманы. Ә бит ул ғүмер буйы уның өсөн, ғаилә өсөн тырышты. Ауыр эштә эшләне, ашарға бешерҙе, керен йыуҙы, ауыр сумкалар күтәреп магазиндан магазинға сапты, малай табып үҫтерҙе, бер нисә тапҡыр абортҡа барҙы, ейәндәрен ҡараны, уның ҡыҙын баҡты. Бына кемде юғалтты ул!
Тәүге аҙналарҙа төндәрен бөтөнләй йоҡлай алманы. Бер нисә минутҡа онотола ла тертләп уяна. Улар Надежда Ивановна менән бәләкәй генә бер бүлмәлә йәшәне, ҙурын балаларына биргәйнеләр. Хәҙер яңғыҙы ҡалғас, ҡапыл киңәйеп киткән тахтала бер үҙе ятҡанда, ҡайсаҡ кухняла Надяның ауыр аҙымдарын ишетте. Йәки ғәҙәте буйынса уның күкрәген эҙләне, бер көн радионан Надяның яратҡан йырын ишетте лә, йырсы тап уның тауышы менән йырлай төҫлө тойолдо. Шкафты асып, уның кейемдәрен, күлдәктәрен, тунын күрҙе. Һатып алғайны ла, ләкин оҙаҡ кейеп йөрөй алманы. «Кей шуны, байбисә кеүек йөрө урамда», – тип күпме әйтте. «Магазинға тун кейеп бара алмайым бит инде,– тип яуаплай ине ундай саҡтарҙа ҡатыны.– Кеше араһына сыҡҡанда берәй кейермен әле». Шул магазинға йөрөүҙән башҡа ҡайҙа барһын инде? Театрға ғүмерҙә аяҡ баҫманылар. Ҡунаҡҡамы? Надяның да, Сәмиғтың да Мәскәүҙә бер ниндәй туған-тыумасаһы йәшәмәй. Йылына бер ҡоҙаларына баралар. Бөтә йөрөүҙәре шул.
Шкафты аса ла, тунына бит-йөҙөн терәп, зарығып илай Сәмиғ…
Тынысланыу бик әкренләп килде. Тормош Надяһыҙ ҙа барған һымаҡ ине, әгәр уны тормош тип атап булһа инде, ул дөм-яңғыҙ түгел, ейәнсәре, уның ҡыҙы янында. Әммә уларҙың үҙҙәренең тормошо, етмәһә, ҡышы ла бик оҙон, йәйен ир-ат менән өй алдында гәпләшеп ултырырға, домино, кәрт һуғырға булыр ине, исмаһам. Эс бошорғос! Тора-бара күңелендә, уйҙарында, хәтерендә ниндәйҙер үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Ҡайҙандыр алыҫтан, тәрәндән яртылаш онотолған тыуған тауыштар, көйҙәр, һөйләшеүҙәр ишетелгән кеүек тойолдо, йыш ҡына ауылы, ауылды уратҡан тауҙар, урмандар, туғайлыҡтар, яландар, йылға күҙ алд на килде. Телевизорҙан элек тә һирәк-мирәк башҡорт, татар концерттарын күрһәтәләр һәм бындай саҡтарҙа Сәмиғ ҡыуана, шатлана ине. «Надя, һиңә беҙҙең йырҙар оҡшаймы?» – тип һорай торғайны бындай саҡтарҙа Сәмиғ. «Матур йырҙыр ҙа, тик беҙҙеңсә түгел, олоған һымаҡ яңғырай. Миңә күберәк һинд йырҙары оҡшай», – тип яуаплар ине ҡатыны. Һәм бына ул үлгәндән һуң бер көн радионан башҡорт йырҙарын ишеткәйне, тамағына эҫе төйөр тығылды ла күҙҙәренән йәштәр аҡты китте.
Унан башына сәйер уйҙар килә башланы. Әйтәйек, үҙемдең тормошто йәшәмәнем шикелле, икенсе яҙмышта көн иттем, ахыры, тигән фекер. Үҙенең халҡы араһында йәшәмәне, ят һүҙҙәр менән уйланы, уның телен, тыуған яҡтарының йыр-моңон белмәгән-аңламаған ҡатын менән йоҡланы. Улында ла, ейәнсәрендә лә башҡорт рухы, башҡорт теле, башҡорт һағышы юҡ.
Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоп, ул уйы менән ауылдағы йәшлегенә, Санияға булған мөхәббәтенә әйләнеп ҡайта һәм хыялында тормошон өр-яңынан башлап ҡарай. Армияға китер алдынан Сания кисен зыяраттағы ҡарт ҡайын янына килә һәм иртәгәһенә иртәнсәк Сәмиғты оҙатып ҡала. Хеҙмәтен тултырған Сәмиғ, һалдат кейемендә ауылға ҡайтып, Санияға өйләнә. Ҡасандыр булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөргән һымаҡ, хыялында ғына күҙ алдына килтергән тормошоноң һәр детален дә иҫләй Сәмиғ. Туйҙан һуң беренсе төндәре, һары сәстәренең иҫерткес еҫе, мунсала беренсе йыуыныуҙары. Оялсан бәхет. Тик ошоларҙы уйлаған һәм күҙ алдына килтергән саҡта ҡараңғылыҡтан Надяның хәсрәтле, шул уҡ ваҡытта аңлаған, ғәфү иткән ҡараштары текәлеп баҡҡан кеүек.
Ниһайәт, оҙон ҡышты саҡ үткәргәс, ул тыуған ауылына ҡайтып, һеңлеһен күреп килергә ниәтләне. Поезда ярым онотолған башҡорт һүҙҙәре менән уйлағанын һиҙҙе, һеңлемә, йәшлектәге иптәш-дуҫтарға шулай-былай тип әйтәсәкмен,хәҙер инде улар ҙа ҡарт әбей, ҡарт бабайҙарҙыр инде, уларға үҙемдең Мәскәү тормошо хаҡында һөйләрмен, тип хыялланды.
Ауылға етер саҡта бала сағынан таныш ерҙәрҙе күреүгә ныҡ тулҡынланды.Ауылда уны нимә көтә? Нисек ҡаршыларҙар? Ә осрашҡас, һеңлеһен ҡапыл танымай ҙа торҙо. Үгәй әсәһенең һалҡын, уҫал йәмһеҙ йөҙө төҫмөрләнде. Бер ниндәй ҙә осрашыу шатлығы булманы. Сәмиғ күстәнәстәрен сығарғас ҡына – кәшмир яулыҡ, кейәүенә күлдәк, башҡалар – йөҙө йомшарғандай булды. «Бәлки, ҡайтмаҫҡа кәрәк булғандыр»,– тип уйланы Сәмиғ. Һеңлеһе иҫке, ҡаҡашып бөткән зәңгәр спорт салбарында, бигүк таҙа түгел кизе халатта, калошта йөрөп ята.Сәй эскәндә бәләкәй улының ҡалала милиционер булып эшләүен, олоһоноң колхоз һыйырҙарын көтөүен белде. Эштән илле йәштәр тирәһендәге кейәүе ҡайтты. Механизатор икән, йөҙө тәрән сырыштар менән йырмасланған – йәшенән иртә ҡартайғаны күренеп тора. Кем килгәнен белгәс, шатланған һымаҡ яһалма ҡиәфәт күрһәтте, өҫтөндәге майлы, бысраҡ кейемен дә һалмай өҫтәл артына килеп ултырҙы. Араҡы сығарҙылар, кейәүе тулы бер стаканды ауыҙына ҡаплағайны, ҡапыл ғына күҙҙәре аларып, йөҙөнә ҡуйы ҡыҙыллыҡ, асыу яғылды.Сәмиғтың, был һуғыша башламаһа ярар ине, тип ҡото осто.
– Беҙ бында һеҙҙе, мәскәүҙәрҙе, ашатыр өсөн бушҡа тир түгәбеҙ,– тине ул асыулы итеп.
Итектәрен соланда сисеп, өйгә йәш ир килеп инде. Иҫерек йөҙө шешмәкләнгән, күгәргән.
– Тағы йығылдыңмы? – тип ярһыны һеңлеһе. – Тағы шулай эскән көйө ултырһаң, ул һине үлтерә бит. – Сәмиғ янына баш ҡағып өҫтәне. – Мәскәүҙән килгән бабайың.
Ир Сәмиғтың ҡулын ҡыҫты ла өҫтәл артына ултырҙы һәм, тамшанып, шешәләге араҡыға ҡараны.
– Фәрит! – тине ҡәтғи генә кейәүе, әйтерһең дә, улына һуғырға уйлай. – Атҡа эскән көйө менмә! Аяҡтарыңды өҙәңгенән сығарып та өлгөрә алмаҫһың, һөйрәп алып китәсәк. Имгәнерһең. Йә икенсе ат һора.
– Арыҡ ҡорсаңғыларҙы менгем килмәй,– тип мөңгөрҙәне Фәрит. Өҫтәл артынан ҡапыл ҡалҡынды ла өйҙән сығып китте – әйтеүҙәрен оҡшатманы.
***
Ауыл ныҡ үҙгәргәйне. Төҙөкләнгән, матурланған. Элекке клуб урынында аҙыҡ-түлек магазины ултыра, мәҙәниәт йорто тип аталған клубты үрге ауылға һалғандар. Өй ҡыйыҡтарында антенналар һерәйешеп тора, төнөн клуб, ауыл Советы йорто алдында ут яна. Урамдарға асфальт йәйелгән, еңел машиналар,мотоциклдар йөрөй. Ауылдың тирә-яғы ла элекке ише түгел, йылға икенсе юл һалып аҡҡан һәм, урыны-урыны менән ярҙы ашап, картуф баҡсаларына уҡ килеп еткән. Тауҙар элекке, әммә битләүҙәрендәге ҡалын ағастар аяуһыҙ ҡырҡылған, һырттар ялтас булып ята. Яратышҡан егеттәр, ҡыҙҙар осрашҡан теге ҡарт ҡайындың үҙе түгел, хәҙер төпһәһе лә юҡ, тирә-яғындағы эре-#эре таштар ҙа күренмәй – өй нигеҙен ҡороуға ташып алғандарҙыр.
Шулай итеп, Сәмиғ үҙенең тыуған ауылында йәшәй башланы. Йәшәүгә яңынан өйрәнде, телгә өйрәнде, ә ул, баҡһаң, бөтөнләй үк онотолмаған да икән,шулай ҙа үҫешмәгән, үҙгәрмәгән дә, ун һигеҙ йәштәге егет кимәлендә ҡалған.Ҡай мәл уға һүҙ запасы етмәне, ундай саҡтарҙа ул руссаға күсте. Хәйер, ауылдаштары, уның тиңдәштәре лә, йәшерәктәр ҙә башҡорт телендә унан яҡшыраҡ һөйләшә, тип әйтеп булмай ине. Телдәре ярлы, өҙөк-йыртыҡ һөйләмдәр менән аралаша ине ауылдаштары. Сәмиғ ололарҙың ниндәй матур, бай тел менән һөйләшкәнен хәтерләй бит, ана, өләсәһе лә йырлаған, һамаҡлаған ише һөйләшә торғайны. Әйтемдәр, образлы сағыштырыуҙар, мәҡәлдәр ҡойолоп ҡына тора ине теленән. Эйе, тамам онотҡан халыҡ үҙ телен. Артабан да шул темпта барһа,бөтөнләй онотмаҫтар тимә.
Шулай ҙа, ауыл юҡҡа сыға, эскелеккә бирелгән, тип тә булмай. Бөтөнләй эсмәгән, аҡыл менән эскәндәр ҙә бар, ләкин күҙгә күберәк ана шул эскәндәр эләгә. Бигерәк тә ҡарттар, һуғыш ветерандары пенсия алған саҡта ауыл ҡырмыҫҡа ояһы ише мыжғып китә. Эшселәр, эшселәр генә түгел, колхоздағылар ҙа хеҙмәт хаҡы алғансы тип – ә уныһы бер йә ике айға һуңлап түләнә – уларҙан үтескә алып тора ла кинәнеп эсеп ала. Сәмиғ йылға буйына төшкәйне, унда йәш кенә ирҙәр ултыра. Эргәләрендә буш шешәләр тәгәрәшеп ята, ғөмүмән, яр буйлап йөрөһәң, улар аҙым һайын; малайҙар шуларҙы ташҡа бәреп вата ла һыуға ташлай,һуңынан һыу кергәндә үҙҙәре үк аяҡтарын ҡырҡа.
Ҡай саҡ урам буйлап ярһыу айғырҙа күҙенә аҡ-ҡара күренмәй Фәрит сабыпүтә. Тәҙрә аша уны күреп ҡалған һеңлеһе, Сәмиғтың үгәй әсәһен хәтерләтеп,улын әрләп ҡысҡыра, һөрәнләй, йоҙроҡ төйә. Уныһы икенсе урамда йәшәй, һылыу ҡатынды ҡаланан алып ҡайтҡан, ике балалары бар, ә һәр осраған иргә көнләй икән. Бер көн килене килеп ҡәйнәһенә зарланып торҙо.
- Бөгөн төнгө өстә көтөүенән ҡайтҡан да ярһып-ҡабаланып ишек дөбөрҙәтә.Керҙе лә карауат аҫтын ҡарай, шкафты тикшерә. Әйт, хахалыңды ҡайҙа йәшерҙең, ти.
– Дүрәк, ай, дүрәк,– тип аптырай һеңлеһе.
Ике аҙна йәшәгәс, Сәмиғ тынысһыҙлана башланы – һеңлеһенең йөҙөндә, ҡараштарында, ҡыланыш-хәрәкәтендә яңы һыҙат – хафаланыу барлыҡҡа килде. Ире йөҙөн ҡарайтып йә көндәр буйы өндәшмәй йөрөй, йә Сәмиғтан оялмай юҡ-бар өсөн иң алама һүҙҙәр менән ҡатынын әрләргә тотона. Сәмиғ аңланы: тотҡарланды, ҡунаҡтың ҡунаҡлығы – өс көн, оҙаҡҡа килдеме икән ни, ҡасан ҡайтыр, тол ҡалғас, йәшәргә ҡалырға ниәтләнәме әллә, улайһа, елкәгә ултыра икән, тип уйлайҙар, ә һорарға ҡыйынһыналар.
Ә Сәмиғтың киткеһе килмәй ине. Сөнки яйлап ауыл тормошона күнекте, онотола төшкән элекке яҡынлығын тойҙо, тирә-яҡтағы тау, яландарҙың, урмандың матурлығын күрҙе, уларҙың йыр-моңон ишетте. Уны нимә көтә Мәскәүҙә? Зеленоградта? Надежда Ивановнаның еҫ-тәме осоп бөткән бәләкәй генә бүлмәме?Шкафтағы ҡаракүл тунмы? Ә ейәнсәренә бәләкәй саҡта ғына олатай кәрәк ине,үҫкәс, уның мохтажлығы бөттө.
Тыуған ауылында ул йәшлек мөхәббәте хаҡында уйламай йөрөй алманы. Хәҙер ҡарт әбейҙер инде, өләсәйҙер. Ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла бер күр ине. Һеңлеһенән һорарға ҡыймағанлыҡтан, Сәмиғ, ауыл өҫтөнә сыҡһа, юлында осраған олораҡ ҡатындарҙың йөҙөнә күҙ һалды, ләкин яҡын йөҙҙө тап итә алманы, тап итһә лә, таныманы, ахыры.
Бына бер көн промтауар магазинына инде. Алыр нәмәһе юҡ, күреү, нимә һатҡандарын белеү генә теләге. Прилавка янында ҡатын-ҡыҙ өйөлөшкән: һорай ҙар, ҡарайҙар, һайлайҙар, алалар. Шунда береһе боролоп артҡа ҡарап ҡуйҙы бит. Сәмиғҡа йөҙө таныш һымаҡ тойолдо. Улай тиһәң, ауылдағы күп йөҙҙәр таныш һымаҡ ул, әммә кемдеке икәнен теүәл генә белмәйһең. Сәмиғ таныманы,ә юраны, күңеле менән тойҙо уның Сания икәнен, хатта йөрәге лә йәш саҡтағыса һикереп киткәндәй итте. Кәүҙәгә бәләкәй, ҡураныс ҡына ҡарсыҡ, йөҙө алһыу, ундайҙарға йәш саҡта ҡан менән һөт ҡатыш тиҙәр, йомро эйәк, ауыҙ эсенә кереп торған дымлы ирендәр, уймаҡ танау. Тештәре юҡ. Күҙҙәре ҡара. Ошо ҡара күҙҙәре аҡһыл-ҡыҙыл йөҙөндә, нисектер, ҡурҡыу-өркөү ҡатыш ҡараған һымаҡ. Сыбар яулығы ситтәренән күренеп торған сәстәре шулай уҡ ағармаған әле. Бәлки, ул түгелдер?
Ҡарсыҡ урамға сыҡҡайны, Сәмиғ уның артынан ыңғайланы.
– Сания, һинме был? Мине таныйһыңмы?
– Мин һине шундуҡ таныным,– тип яуапланы ҡарсыҡ һәүетемсә генә. Үҙе ҡарашын ситкә алды, ауыҙын усы менән ҡапланы. – Был айҙың пенсияһын оҙаҡлаттылар, һабын алырға тип килгәйнем дә. Теге магазинға барайым әле, шәкәр килтергәндәр тиме...
Сания боролдо ла китеп тә барҙы. Шунда Сәмиғ уның кейеменә иғтибар итте. Һары-ҡыҙыл-йәшел күлдәк өҫтөнән ҡуйы зәңгәр төҫтәге джемпер кейеп алған.Бындай кейемдә Надежда Ивановна йәшелсә-емеш магазинына барыуҙан да оялыр ине. Ә ауылда бата, хатта урам кейеме иҫәпләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары магазинға йыйынһа, ҡунаҡҡа барған һымаҡ кейенә. Күрәһең, арыу йәки яңы кейемде кешеләргә күрһәтеп ҡайтыуҙың берҙән-бер урыны (ҡунаҡҡа һирәк йөрөйҙәр, күпселектә ҡыш көнө генә) – әлеге магазин.
Күреүен-күрҙе, хәҙер ныҡлап һөйләшеү өсөн нисек тә осрашырға кәрәк. Шул хаҡта уйланып тик йөрөнө Сәмиғ магазиндағы тәүге танышыуҙан һуң. Үҫмер йөрәге зарығып типкән ҡыҙ менән бөгөнгө ҡарсыҡ араһында ҡырҡ йыл ғүмер ята. Әҙ ғүмер түгел. Шул йылдар арауығына уның Мәскәү тормошо һәм Санияның ауыл тормошо һыйған. Тормоштамы, тормошта булһа, ире кем – хәҙер, бәлки, үлгәндер ҙә – ул һорарға ҡыйынһынды. Ҡартайһа ла, тамам бөткән әбей түгел әле, алтмышы саҡ үткән.Төшкән тештәре урынына протез тештәр ҡуйҙырып ебәргәндә, олоғая башлаған урта йәштәр тирәһендәге ҡатынға әйләнәсәк. Ғәжәп, осрашҡанда Сәмиғ йәш сағындағы ише ниндәйҙер тулҡынланыу ҙа кисерҙе түгелме һуң? Эйе, кисерҙе. Тимәк, йөрәгенең тәрән бер төпкөлөндә һаман нимәлер һаҡланған.
Бер көн шулай, аҙыҡ-түлек магазины янынан үтеп барғанда, ҡаланан килеүсе рейс автобусының туҡталыуын күрҙе. Ҙур-ҙур сумкалар тотоп өс ҡатын төштө.Икәүһе аҫҡы урамға атланы, береһе – ул Сания ине – үрге ауыл йүнәлешенә боролдо. Сәмиғ уның артынан эйәрҙе, иҫәнләште лә йәнәшәһенән бара башланы.Мәскәү ғәҙәте буйынса ауыр сумкаһын алайым тип ниәтләгәйне лә, Сания бирмәне.
– Ҡалаға барҙым. Үткән йыл ҡомалаҡ йыя алмағайным, ямғырҙарҙан һуң һыу ташып китте лә, аръяҡҡа сығып булманы,– ул, теге көн өҙөлгән һөйләшеүҙәрен дауам иткән кеүек, хәбәрен һүтеп алды ла китте. – Шуға дража алдым, туҡмас, биш шешә араҡы. Өс аҙна инде ауылға араҡы килтермәйҙәр.
Араҡы тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡарты, балалары, ейәндәре тураһында белеү теләге гел иҫендә генә торғас, һорауы уңайһыҙ булһа ла, форсаттан файҙаланып,һорап ҡалырға булды Сәмиғ.
– Ирең эсәме әллә?
– Ир юҡ минең. Күршеләрем эсә. Магазинда булмаһа, йүгерәләр ҙә миңә керәләр.
– Ә һин бирмә.
– Нисек бирмәйһең? Күрше хаҡы – тәңре хаҡы. Йомошоң төшһә, шуларға бармай, кемгә бараһың?
Сания Сәмиғтың йәнәш барыуын килештермәне, ахыры, үҙен бик ҡәтғи тотто, туҡтауһыҙ тирә-яғына ҡаранды, тороп ҡал, нишләп минең менән киләһең ул, тип әйтеп тора ине бар ҡыланышы. Ауылда ят ир менән бергә атлау элек-электән насар ҡылыҡ иҫәпләнгән. Ғаилә, ғәҙәттә, былай йөрөй: ире алдан бара,ә ҡатыны биш-алты аҙым арттан өҫтөрәлә. Йәштәр урам тулы кеше алдында үбеш кән, ҡыҙҙар эстәрен, яланғас боттарын күрһәтеп йөрөгән ҡалала тормошон үткәргән Сәмиғ бындағы тәртиптәргә ҡаршы сыға, ауыл күҙлегенән ҡарағанда, ысынлап та, үҙен әҙәпһеҙ тота ине. Ә Сәмиғтың Санияның нисек йәшәгәнен, ни өсөн кейәүгә сыҡмай ҡалғанын тиҙерәк белгеһе килә.
– Ирең үлдеме ни?
– Мин иргә сыҡманым.
– Нисек… сыҡманың? Һин ауылда иң сибәр ҡыҙ инең дәһә.
– Әллә инде, – тип көлдө Сания, буш ҡулы менән ауыҙын ҡаплап.
– Һуғыштан һуң егеттәр юҡ ине, ҡайтҡаны ла ситкә олағып бөттө. Һорап килгәндәрен әсәйем оҡшатманы: йә ҡарт, йә алкаш, йә сирле тине лә кире һуғып торҙо.
– Шулай бер үҙең йәшәнеңме ғүмер буйы?
– Әсәйем үлгәндән бирле яңғыҙ инде.
Бүтән бер һүҙ әйтмәй барҙы-барҙы ла, ҡапыл ситкә ҡайырылып, ҙур ғына өйҙөң ҡапҡаһынан инеп тә китте.
Ул кейәүҙә булмаған, яңғыҙы ғына йәшәй, Сәмиғ та тол ҡалды, шулай уҡ бер үҙе… Һәм ҡапыл башына уй бәрҙе: йәшлегендә яратҡан, Аллаһы Тәғәлә йәки яҙмыш менән тәғәйенләнгән, әммә үҙенең иҫәрлеге, тыңҡышлығы арҡаһында юғалтҡан ҡатын менән ҡартайған көнөндә булһа ла йәшәргә мөмкинлек бар түгелме һуң? Әгәр шуны файҙаланып ҡарағанда? Риза булһа, Сәмиғ ауылда ла төпләнә ала бит. Дөрөҫөн әйткәндә, Мәскәүҙә уны ҡолас йәйеп көтөп торған кеше юҡ, киреһенсә, ҡәнәғәт ҡаласаҡтар – бүлмә бушай. Етмәһә, шунда үлеп ҡуйһа, балалары күмеү мәшәҡәттәре менән йонсоясаҡ. Ә бында ҡәбер – буш, бер ниндәй сығымдар түгелмәй. «Барайым да ҡулымды һәм йөрәгемде тәҡдим итәйем. Һин, Надя, әгәр яҡшы ҡатын осратһаң, өйлән, тип әйткәйнең бит. Бына мин Санияны осраттым, әгәр ризалашһа, алам да ҡуям. Иҫеңдәме, мин һиңә уның хаҡында һөйләгәйнем…» Бындай уйҙарҙан Сәмиғ хатта йоҡоһонан яҙҙы.
Бер нисә көн Сәмиғ осрашыу эҙләне. Урамда йөрөнө, магазин янында уралды.Сания, ниңәлер, күренмәне, әйтерһең дә, унан йәшенде, шунан, түҙмәй, ни булһа ла булыр тип, өйөнә барырға ҡарар итте. Ҡапҡаһын ҡағыуға үҙе килеп сыҡты.
– Һаумы, Сания! Һиңә мөмкинме?
– Күрше йәнә араҡы һорап килгәндер, тип торам. Берәй эшең бармы әллә?
– Эшем юҡ… Ярамаһа, китәм.
– Ярамай, тип әйтмәнем дә. Килгәс, кер инде.
Ботинкаларын күтәрмәлә үк ҡалдырып, ул соланға инде, ҡараңғы коридорҙан үтеп, мейесле, бәләкәй генә бүлмәгә килеп керҙе. Сания йәнә бер ишекте асты, Сәмиғ уның артынан эйәрҙе. Был бүлмә лә бәләкәй ине, урамға сыҡҡан бер тәҙрәһе лә бар. Мөйөштә барабан кеүек йомро мейес, тәҙрәнең тупһаһы тиңе бейеклегендә диван ултыра. Ике бүлмә лә ифрат таҙа, зауыҡ менән йыйыштырылған, һауаһы һалҡынса һәм әле генә елләткән кеүек саф. Тағы бер бүлмә бар,Сәмиғ тыштан дүрт тәҙрәһен күргәнсә, уныһы ҙур булырға тейеш. Ул бүлмәнең ике яҡлы ишегенә ҙур булмаған йоҙаҡ эленгән. Бер кешегә өй бигерәк ҙур,күрәһең. Санияның атаһы уны оло ғаиләгә тоҫмаллап төҙөгән.
Үҙенең иҫкәртмәй-нитмәй ҡапыл килеп инеүенә Санияның аптырауын, килеүенең сәбәбен белергә тырышып, ҡаты уйға тарыуын Сәмиғ һиҙеп торҙо.
– Электр сәйнүге янып ҡуйҙы,– тип һөйләнде Сания, күрше бүлмәлә газ тоҡандыра-тоҡандыра. – Һыйыр тотмайым, һөттө күршеләрҙән алам.
– Сания, миңә сәй кәрәкмәй, әле генә эсеп сыҡтым,– тине лә Сәмиғ диванға ултырҙы. – Һөйләшәйек әле, бер етди әңгәмә бар.
Сания бүлмәгә инде, ултырғысҡа сүгәләне, ҡарашы һағайыулы, өркәк.
– Йә, нисек йәшәйһең, Сания?
– Күреп тораһың, ошолай инде.
– Яңғыҙыңа ауырҙыр бит?
– Өйрәнелгән…
– Ә мин бер ҙә өйрәнә алмайым. Үткән йыл ҡатыным үлде. Мәрйә ине, бик яҡшы ҡатын булды. Нимә уйланым мин: беҙ бер-беребеҙҙе йәштән беләбеҙ, һин яңғыҙ, мин яңғыҙ, ҡушылайыҡмы әллә?
Оҙаҡ өндәшмәй ултырҙы Сания.
– Ярар һуң… Ауылда йәшәргә ҡалһаң. Закон буйынса булһа…
– Бөтәһе лә закон буйынса. Никах, яҙылышыу. Ауылда ҡалам, – тине Сәмиғ ҡабалана-ҡабалана. Үҙе Санияның шулай тиҙ ризалашыуына аптыраны, – ҡатындың үлеме тураһында справка ғына юҡ янымда. Һуңынан барып алып ҡайтырмын.
– Мин ҡағыҙ тураһында әйтмәйем. Йола, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, тим.
– Ул турала һүҙ ҙә юҡ. Бөтәһе лә йола буйынса буласаҡ.
Никахты, ауылда хәҙрәт булмағанлыҡтан, дини йолаларҙы үтәгән Юламан мулланың улы Мәхмүт ағай уҡыны. «Кейәү егете» булғас, Сәмиғ яңы костюм кейҙе, галстук таҡты, Сания ла өр-яңынан кейенде. Кейәүе менән һеңлеһе, күршеләр, тағы ниндәйҙер әбейҙәр йыйылды никахҡа. Һуңынан итле һурпа һемерҙеләр, варенье менән сәй эстеләр – бөтәһе лә боронғоса, йола, ғөрөф-ғәҙәт ҡушҡанса уҙҙы.
Шулай итеп, Сәмиғ икенсегә өйләнеп ҡуйҙы. Егет сағынан яратҡан, хыялланған, йөрәге теләгән затҡа өйләнде. Һеңлеһенән иң кәрәкле кейем-һалымы һалынған сумаҙанын, электр ҡырынғысын, теш таҙартыу щеткаһын алып килде,һәм ул – өйҙә.
Кисен Сания уға урынды тәҙрә янында торған диванға һалды, үҙе мейес ултырған бәләкәй бүлмәләге тимер карауатҡа ятты.
– Сания, нишләп айырым һалаһың?– тип аптырап һораны Сәмиғ. – Никах уҡығас, беҙ ир менән ҡатын түгелме ни?
– Мин бер ҡасан да ир менән йоҡлағаным юҡ,– тип яуапланы Сания. – Һиңә өйрәнергә кәрәк әле тәүҙә миңә.
Төнө буйы өйрәнде. Ниндәйҙер ҡатын менән яратышабыҙ, имеш, тип таң алдынан ҡаны ҡыҙып уянып китте Сәмиғ. Ул эсмәне, ҡанын тәмәке менән ағыуламаны, ваҡытында эшләп, ваҡытында ял итте, шунлыҡтан ирлек ҡеүәтен ошо йәшенә тиклем һаҡлай алды. Йөрәгендәге тромбыһы ҡуҙғалып ҡуйыр, тип һуңғы йылдарҙа Надежда Ивановнаға ла ҡағылманы. Яратҡан кешеһе эргәһенә ятҡас ни, теләге тоҡанды ла китте шул. Дивандан тороп, Санияның одеялы аҫтына сумды. Сания тертләп уянды ла «ой» тип ҡысҡырып ебәрҙе, Сәмиғ, дәрт-ҡеүәте ташып, уға йылы һүҙҙәр әйтте һәм тәжрибәле ҡулдары менән уның тәненә ҡағыла, һыйпай, иркәләй башланы. Сания ҡаршылашманы, устары менән йөҙөн генә ҡапланы…
Иртәгәһенә Сәмиғ үҙен ҡәнәғәт, ғорур йәш кеше итеп тойҙо. Әтеүсә, булдырҙы бит! Ҡатыны өй-йорт мәшәҡәттәре менән йөрөй, ихатаға сығып тауыҡтарына ашарға һибә, улар менән һөйләшеп тә ала. Янып торған ҡара күҙҙәре Сәмиғтың күҙҙәре менән осрашһа, оялып, ситкә тайшана һала, ә ул, ирәйеп, һаман уның күндәм тәнен, төнгө ҡыланыштарын уйлап ята. Йөрөүендә ниндәйҙер ғәм, ихласлыҡ бар, сибәрлеген дә һис ташламаған, тик бына яңы тештәр генә ҡуйҙырып алғанда…
– Һин һаман да сибәрһең әле, Сания.
– Тапҡанһың сибәрҙе. Тешһеҙ әбей, тиң.
– Мәскәүгә барырбыҙ ҙа пластмасса тештәр ҡуйҙырырбыҙ, модалы эшләпә алып бирермен. Һиңә ирҙәр ашарҙай булып артыңдан ҡарап ҡаласаҡ әле.
– Юҡты һөйләмә.
Мунсаға барҙылар. Надежда Ивановна менән Сәмиғ бер ҡасан да бергә йыуынманы. Ваннала арҡаһын ышҡыуҙы иҫәпләмәгәндә... Баҡсаларында мунса ултыртырға хыялланғайнылар ҙа, өлгөрмәнеләр. Шуға ла ҡатын менән ауыл мунсаһында йыуыныу Сәмиғ өсөн үҙе бер яңылыҡ ине…
Хәҙер улар диванда бергә йоҡлай. Тәне бөтөнләй ҙә таушалмаған, йәш, ирҙәр тарафынан иҙелмәгән, аборттар һәм бала табыуҙар менән йонсомаған. Утты һүндергәс, ҡараңғыла, йомоҡ күҙҙәре менән Сәмиғ хыялында, йәш Санияны ҡосаҡлайым, тип уйлап ята. Йәнә лә бер сәйер тойғо: ул, әйтерһең дә, Сания менән бергәләп Надяға хыянат итә, әйтерһең дә, ул тере һәм, белеп ҡалһа, көнләшәсәк. Бөгөнгө Санияның йәштәрсә ҡайнарлығы булмаһа ла, яҡынлыҡтың уға ҡыҙыҡ һәм ләззәт биреүен, рәхәтлек кисереүен күрмәй-һиҙмәү мөмкин түгел. Тик бына еҫ-тәменә генә өйрәнеп китә алманы Сәмиғ, тән-еҫтәре уға яти не барыбер ҙә.
Шулай итеп, яңы тормош ағышы китте. Йәйге оҙон көндәрҙе ҡыҫҡа төндәр алыштырҙы, бала саҡтағы ише иртән иртүк әтәстәр ҡысҡырышты, көтөүсенең сыбыртҡыһы шартланы, һыйырҙар мөңрәне. Йылға аръяғында кәкүк саҡырҙы,һандуғас һайраны, һаҙлыҡтарҙан торна тауыштары ишетелде. Эргәһендә көнө буйы, ишетелер-ишетелмәҫ кенә һөйләшеп, ипле ҡатын йөрөй. Мул итеп ашарына бешерә («Һин ир кеше, һиңә күп итеп ашарға кәрәк»), бар ризыҡ та ауылса, башҡортса, быларҙан Сәмиғ ярайһы алыҫайған, әммә кинәнеп, яратып ашай. Оҙаҡламай колхозда ҡымыҙ бешә башланылар, Сания кәнистер менән ҡымыҙ ташый. Өҫтәлгә шешә ултырта – аппетит өсөн Сәмиғ аш алдынан йөҙ грамм эсеп ебәрә. Был бит баллы ай, тип уйлай ул, Надя менән бындай ай булмағайны. Ваҡыттары ла юҡ ине, байрам итер өсөн аҡсалары ла, әлеге ише мул ризыҡтары ла, йоҡо бөткәнсе йоҡлау ҙа. Нисектер ябай, ҡәҙимге генә башланып киткәйне шул тормоштары. Ә бында бөтәһе лә бар һәм һәр ҡайһыһы мул. Тик Санияның ҡара күҙҙәрендә ҡәнәғәтлек һәм тыныслыҡ күрмәне Сәмиғ. Ҡараштары осрашһа, Сәмиғ уның күҙҙәрендә һағайыу һәм шикләнеү сатҡыларын шәйләй – бөтәһе лә ысын микән, тигән уй бар һымаҡ Сания ҡарашында.
Күпмелер ваҡыт шулай яңы тормош менән йәшәп, яңы йортҡа, яңы көнкүрешкә үҙһенеп, Сәмиғ яйлап ниндәйҙер уңайһыҙлыҡтар тоя башланы. Мәҫәлән, диван тәҙрә төбөндә генә ултыра, ә бер стена буйы буш, унда бер нәмә лә юҡ. Тәҙрә тупһаһында тиерлек йоҡлап булмай ҙа инде. Диванды ана шул буш стена буйына күсереп ултыртҡанда йәтеш буласаҡ. Сәмиғ был турала ҡатынына әйтте.
– Унда ярамай. Насар урын,– тип яуапланы ул.
– Нишләп насар? Стена буйында ниндәй насарлыҡ булһын? Әйҙә, күсереп ултырайыҡ.
– Юҡ.
Шым ғына тауышта Сәмиғ тиҫкәрелек тойҙо. Йәки бына йоҙаҡҡа бикләнгән ҙур бүлмә. Бер көн Сәмиғ бәләкәй баҡсаға сығып, тәҙрәләрҙе тыштан ҡараны,әммә бер нәмә лә күрә алманы – бар тәҙрәләр ҙә эстән ҡорғандар менән томаланғайны.
– Сания, ҙур бүлмәң нишләп йоҙаҡҡа бикле тора ул?
– Унда һыуыҡ, ҡышын яҡмайым, бер үҙемә бында ла етә.
– Хәҙер һин яңғыҙ түгел бит. Әйҙә, асайыҡ, яғайыҡ та шунда йәшәйек.
– Юҡ,– яуапта йәнә ҡәтғилек сатҡыһы яңғыраны.
Диван тураһында ла, бикле торған бүлмә тураһында ла Сәмиғ башҡаса һүҙ ҡуҙғатманы. Тағы һораһа, шундай уҡ яуап аласағын аңлағайны. Баҡһаң, Санияны ул бөтөнләй белмәй икән. Тәүҙә ул ябай ғына күренде, күндәм генә ҡатын булыр, бер һүҙгә лә ҡаршы төшмәҫ, тип уйлағайны. Хәҙер уның бигүк ябай түгеллегенә төшөндө, тымыҡ күлдә шайтан үрсей… Унан килеп, был уның йорто, ғүмер буйы ошонда йәшәгән, диванды ҡайҙа ултыртырға, стена буйының ниңә насар икәнен ул Сәмиғҡа ҡарағанда яҡшыраҡ белә. Ергә һеңешә башлаған ауыл йорто балсыҡ, таш рухы менән тулған, ер аҫтынан һалҡын тын алыш килә, унда ҡарт ағастың шығырҙауы ишетелә, төнгө күләгәләр һелкенә, ҡараңғы мөйөштәрҙә өй эйәһе йәшеренгән, төндәрен сарҙаҡта әллә ел уйнай, әллә шайтан һыҙғыра, стена артында, иҙән аҫтында кемдер, нимәлер тәрән итеп тын алған кеүек уфылдай, Санияның ата-әсәһе үлгән был бикле ҙур бүлмәлә яңғыҙ кешегә төнөн кемдеңдер аяҡ тауыштары ишетелгәндәй. Ауыл кешеһендә бала сағынан уҡ өләсәйҙәр һөйләгән, өләсәйҙәр ҡурҡытҡан төрлө ышаныуҙар, ҡурҡыуҙар йәшәй…
Торараҡ баллы ай бөттө, яңы тормош яйлап ғәҙәттәгегә, бер төрлөгә әйләнеп бара, сөнки мул ашау, көндөҙгө йоҡо, аҙнаһына ике тапҡыр мунсала йыуыныу,енси яҡынлыҡтан ләззәт алыу, уныһы ла хәҙер әллә ни ҡыуаныс тыуҙырмай һәм яйлап кәмей төштө, көнкүреш ике ҡарт кешенең мәғәнәһеҙ көн үткәреүенә әйләнде, тигән сәйер тойғо килде. Һәм Сәмиғтың күңеленә борсолоу, хатта һағайыу кереп ояланы. Пенсионерға эшләү мотлаҡ түгел, һәр хәлдә, эшләмәҫкә лә мөмкин, әммә ир кешегә бисә елкәһендә йәшәү барыбер ҙә төҫ түгел (кире юлға тип һаҡлаған аҡсаһын ул әлегәсә тотонмай һаҡлай). Сания ауыл кешеһе өсөн арыу ғына пенсия ала. Ғүмер буйы һыйыр һауған, миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Йыйған аҡсаһын ойоҡҡа йәшергәндер. Сәмиғты хатта был да борсомай, уны байрам кәйефе, байрам өҫтәле, Санияның уға байрамса мөнәсәбәте борсой. Ауыр эшкә күнеккән ҡулдары тәненең артыҡ ағзаһы кеүек һәленеп кенә йөрөй. Ауыҙына ҡалаҡ килтереү ҙә бисә күкрәген һәрмәү – бар шөғөлө шул. Мәскәүҙә пенсияға сыҡҡандағы эшһеҙлек ул ҡәҙәре лә һиҙелерлек түгел ине. Магазинға бараһың, һөт артынан сиратта тораһың, баҙарға йөрөйһөң йәки, көн һәйбәт булһа, үҙең һымаҡтар менән йорт алдындағы эскәмйәлә домино, кәрт һуғаһың. Көнө лә үтә, һөҙөмтәлә нимәлер эшләгән дә һымаҡһың.
Уйлана торғас, эш тапты. Картуфты күмергә кәрәк. Әммә ҡатыны:
– Кәрәкмәй, мин үҙем,– тине.
– Ә мин ни өсөн?
– Һин ял ит. Картуф – бисәләр эше.
Иртәнсәк Сәмиғ баҡсаға сыҡһа, унан да иртәрәк торған Сания һуңғы бураҙнаны күмеп йөрөй ине инде.
Иртәгәһенә тәүге автобус менән Сания ҡалаға – магазинға юлланды. Сәмиғ һуң ғына тороп йыуынды ла, газ плитәһен тоҡандырып, сәйнүк ҡуйыу өсөн шырпы эҙләй башланы. Ҡашығаяҡ ҡуйыр өсөн тупаҫ ҡына төрәкәләнгән кәштә мөйөшөндә ниндәйҙер асҡыс күҙенә салынды бит. Ҡапыл ғына башына уй килде: был теге ҙур бүлмә йоҙағының асҡысы түгелме икән? Яраһа, асырмын да унда нимә йәшергәнен күрермен, тип уйланы. Асҡыс яраны. Сәмиғ асты ла эскә инде.
Йәшәлмәгән һәм йылдар буйы яғылмаған бүлмә һалҡын, ер еүешлеге аңҡый.Тәҙрәләге ҡорғандар, ҡалын булғанлыҡтан, яҡты үткәрмәй – ярым ҡараңғы.Сәмиғ, яланғас стеналарҙы, буш бүлмәне күрермен, тип уйлағайны, әммә бүлмә тулы йыһазды күргәс, ғәжәп итте. Йәшел төҫкә буялған барабан ише йомро мейес, һул стенала зиннәтле балаҫ, никель артлы киң тимер карауат, уға ҡалын-ҡалын мендәрҙәр өйөлгән, мендәрҙәр өҫтөнә ап-аҡ бәйләнгән селтәрҙәр ябылған, шундай уҡ селтәрле простыня иҙәнгә тейә яҙып, карауатты ҡаплап тора. Бер ниндәй бөкләнгән, тартылған йәки етмәгән ер юҡ карауат өҫтөндә, барыһы ла бөхтә. Кемдеңдер ҙурайтылған фоторәсеме быяла аҫтына һәм рамға алынып, мендәр өйөмөнә терәтеп ҡуйылған. Яҡыныраҡ килеп ҡарағайны, йәш Санияны таныны. Йәш сағында ниндәй матур булған! Санияның нәҡ ошо сағын ярата ине бит Сәмиғ, төштәренә тап ошо ҡиәфәттә инә торғайны. Бүлмә уртаһында түңәрәк өҫтәл ултыра, ул алтын төҫөндәге суҡлы ашъяулыҡ менән ябылған. Өс тәҙрәле стена буйында – ваҡ мендәрҙәр өйөлгән балалар карауаты. Карауатта – зәңгәр күҙле, толомдарын зәңгәр таҫмалар менән бәйләнгән, шулай уҡ зәңгәр төҫтәге күлдәк кейҙерелгән ҙур ҡурсаҡ. Сәмиғ уны ҡулына алды, саҡ ҡына эйгәйне, күҙҙәре ябылды ла ҡуйҙы.
Санияның ире лә, балалары ла булмағас, ни хәжәтемә икән был карауат, был ҡурсаҡ? Шул ҡурсаҡ менән йоҡлап йөрөгәнме әллә ошо карауатта? Улай тиһәң, ҡурсаҡ өр-яңы, һис сыйылған, тырналған ере юҡ. Карауат та өр-яңы, никеле ҡупмаған, зәңгәр буяуының да аҡтарылған эҙе күренмәй, әйтерһең дә, кисә генә магазиндан килтереп ултыртҡандар. Сәмиғ ҡаршы стена буйына ҡуйылған сервантҡа иғтибар итте, ул да яңы ғына алынған, һәр хәлдә етмешенсе йылдарҙан да әүәл түгел. Сервант сәй сервиздары, фужерҙар, рюмкалар, хрусталь вазалар менән лыҡа тулы. Көҙгөлө шифоньерҙың дә эсе тулы кейем-һалым, Сәмиғ уныһын асып торманы, бәлки, бикле лә булғандыр. Бисә-сәсә һаранлығы менән алғандыр ҙа, унан, ниңәлер, бикләп ҡуйған, ә бөтә ғүмерен бәләкәй генә бүлмәлә йәшәп үткәргән…
Сәмиғ бүлмәнән сыҡты, бикләне, асҡысын ятҡан урынына һалды… Бығаса нисек йәшәгән, артабан да шулай йәшәүен дауам итте, гүйә, ҙур бүлмәгә бер ҡасан да инмәгән, Санияның әйбер-мөлкәтен күрмәгән.
Бесән ваҡыты етте. Сәмиғ һеңлеһенә килде – ярҙам кәрәкмәйме? Кәрәк. Нисә йыл ҡулына салғы тотҡаны булмаһа ла, бесән сабыуҙы онотмаған икән. Йыйыу,күбәләүгә Сания ла булышты. Ҡаланан милиционер булып эшләгән бәләкәй малайҙары ҡайтты. Көтөүсе улдары Фәрит ике көн кәбән һалышты. Береһе лә эсмәне, барыһы ла тырышып эшләне – үҙеңдең хужалығыңа булғас, араҡы онотолоп торҙо. Кейәүенең йөҙө лә яҡтыра төштө, тәүге көндәрҙәге һөмһөрө бөттө,тупаҫ йөҙө әллә тирҙән, әллә көндөҙгө эҫенән йомшарҙы, йәйелде – бесән әҙерләү уңышынан ҡәнәғәтлек кисерҙе. Июль эҫеһе, бесән еҫе, ҡарт ҡайын аҫтында ашау, усаҡ төтөнө, үлән сәйе – Сәмиғ өсөн барыһы ла яңы тормош башланғандағы ише яңы, хикмәтле, мөғжизәле ине.
Бесәндән һуң Сәмиғ йәнә бер эш тапты. Йорттоң иң аҫҡы ниргәләре серегәнен күптән күргәйне инде. Нигеҙен таштан һалғандар, балсыҡ менән генә һылағандар, әммә балсыҡты ел, ямғыр ашап, ҡойоп бөткән, һөҙөмтәлә таштар урыны-урыны менән ҡубып төшкән, нигеҙҙе цемент менән нығытыу кәрәк. Шуға ла ҡыш өйҙә һыуыҡ. Кейәүенә барып кәңәшләшеп килде: колхоз складынан цемент һатып алып була икән. Идараға килде. Хәҙерге председатель – Сабир ҡарттың улы, әлбиттә, уны белмәй-танымай, цемент үҙебеҙҙең колхозсыларға ғына һатыла, ә һин, ағай кеше, колхозда эшләмәгәнһең, тип тора. «Сания эшләгән бит, мин уның ире»,– тип яуапланы Сәмиғ. «Сания үҙе килһен»,– тине председатель.
Кәйефе ҡырылып сыҡты идаранан. Яңы тормошонда был уның тәүге күңелһеҙ хәле ине. Сания үҙе барҙы идараға, дүрт тоҡ яҙҙырып ҡайтты. Колхоз шоферы уларҙы бер шешә араҡыға килтереп ташланы. Шул уҡ егет ҡырсын килтереп ҡапҡа ауыҙына ауҙарҙы. Опалубканы иҫке таҡталарҙан Сәмиғ үҙе ҡаҡты, иҙелмәне лә үҙе иҙҙе – ни тиһәң дә төҙөүсе – һәм Санияға былай тине:
– Ярҙамға кейәү менән Фәритте саҡырайыҡмы?
– Кәрәкмәй. Бөтә араҡыны эсеп бөтәсәктәр, ә беҙгә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләйһе бар. Үҙебеҙ ҙә булдырырбыҙ.
Өс көн эсендә икәүләп иҙелмәне биҙрәләр менән ташып нигеҙҙе ҡойҙолар.
– Хәҙер ҙур бүлмәне лә аса алаһың,– тине Сәмиғ. – Нигеҙ нығынғас, һыуыҡ булмаясаҡ.
Сания өндәшмәне. Эш бөткәс, Сәмиғ һеңлеһенә китте – алып торған көрәктәрҙе илтергә кәрәк ине – һәм балаларына зарланып ярһыған һеңлеһе янында байтаҡ ваҡыт тотҡарланды. Баҡһаң, бәләкәйе, ҡалалағы милиционер, үҙенән оло, етмәһә, балалы бисә менән сыуала, олоһо, көтөүсе, ҡатынын туҡмаған, уныһы балаларын алған да ҡалаға, әсәһенә, ҡайтып киткән. Вәт тормош.
Уйлана-уйлана һеңлеһенән ҡайтҡас, Сәмиғ ҙур бүлмәнең ике ишеге лә асыҡ торғанын шәйләне. Унда нимә барлығын белһә лә, йәнә инеп күҙ һалырға булды һәм ундағы үҙгәрешкә аптырап китте, хатта ышанмай торҙо: тәҙрәләрҙәге ҡалын ҡорғандар асылған, карауат та, зәңгәр күҙле ҡурсаҡ та, Санияның портреты ла юҡ. Бәләкәй бүлмәлә ултырған көршәктәге гөлдәр бындағы тәҙрә төбөнә күскән. Бүлмә үҙе ҙурайып, иркенәйеп киткән һымаҡ, яҡтылыҡ күп, йәм бар. Шулай ҙа һауа һалҡынса һәм дымһыу ине әле.
Һиҙелмәй генә йәй ҙә үтеп бара. Еләклектәр бушаны, игендәр һарғайҙы, ауылдың тирә-яғындағы туғай-яландар кәбәндәр менән сыбарланды. Август аҙаҡтарында ауыл өҫтөнә аҡһыл томан төшә башланы, һаҙлыҡтарҙағы торналар ҡаңғылдашты. Ҙурайып, ауырайып барған ҡаҙ бәпкәләре, ҡаңғылдашып, көсһөҙ ҡанаттарын елпене – ауылды оса, йүгерә-атлай сығалар ҙа шап итеп йылғаға барып төшәләр.
Ауыл тормошона тамам күнекте инде Сәмиғ. Сания ла уға өйрәнде, ирле ҡатын яҙмышына буйһондо. Яратҡан да һымаҡ, йәшлегендә яратмаған һәм ярата ла алмаған кешене бөгөн килеп яратты. Ҡайсаҡ Сәмиғ үҙенең күкрәгендә уның иркә ҡулын тойоп уянып китә һәм, бәй, был бит шул уҡ Сания, йәшлегендә йөрәген өткән, зарыҡтырған ҡыҙ, тип уйлай башлай, тормошо ҡапыл шулай боролош алғанына аптырап ята. Ә көндөҙҙәре уның йүгерек ҡара күҙҙәре үҙенән, Сәмиғтан, һорай кеүек: «Былар бөтәһе лә ысынмы, әллә төшмө?» Ысын икәненә Сәмиғ хәҙер шикләнмәй, икеләнмәй, тик бына Мәскәүгә барып, прописканан төшөргә лә пенсияһын бында күсерергә кәрәк. «Картуфты ҡаҙып алырбыҙ ҙа, барып килермен инде»,– тип хәл итте ул.
Ә барыбер ҙә һағындырған, Мәскәүҙе, хатта Зеленоградты ла түгел, балаларын һағынған. Йәй бер хат яҙып һалғайны, яуап та килде. Ейәнсәре яҙған: «Олатай, беҙ һинең сит ҡатын менән ауылда йәшәүеңде теләмәйбеҙ»,– тигән. Элегерәк, Мәскәүгә икәүләп барырбыҙ, тип уйлай ине, хәҙер икеләнде. Санияны улының күҙҙәре менән күрҙе: ауылса кейенгән, меҫкен, бәләкәй генә бер ҡарсыҡ, бер һүҙ русса белмәй. Әсәйҙән, өләсәйҙән һуң уны бөтөнләй ҡабул итмәйәсәк балалары.
Бәләкәй бүлмәлә ултырған иҫке телевизорҙы Сәмиғ йәй буйы бер тапҡыр ҙа ҡараманы. Сания ла уны үтә һирәк тоҡандыра, унда ла Өфөнән башҡортса концерт йәки спектакль биргәндә генә. Телевизорҙы ҙур бүлмәгә күсерҙеләр,һәм бер көн уны ҡабыҙғайны, Сәмиғ үҙенә таныш, үҙе йөрөгән Мәскәү урамдарын күрҙе лә үҙенең ошо ҙур таш ҡаланы һағынғанын аңланы. Һағынмаҫлыҡ та түгел шул, байтаҡ ғүмере шунда үткән бит.
Картуфты ҡаҙып алдылар, киптереп, баҙға төшөрҙөләр. Бер нисә көндән күкте ауыр болоттар ҡапланы, быҫҡаҡ ямғырҙар яуырға тотондо. Ауыл һүнде,күңелһеҙгә әйләнде. Фәрит, аттан йығылып төшөп, больницаға эләкте. Мейеһе һелкенгән, тинеләр. Түбәнге ауылда иҫерек егеттәр, һуғышып, бер тиҫтерҙәрен үлтергәндәр. Шул уҡ урамда эскесе ҡатын аҫылынды.
Бер көн Сәмиғ ҡапҡа тышында тора ине, янына күршеһе Вәзих килде.Тракторсы. Ул Сәмиғ ҡайтҡаны бирле ҡапҡаһы төбөндә үҙенең иҫке тракторы эсендә ҡаҙына, гел генә майға ҡатҡан курткала, иҫке фуражкала йөрөй, кисенә лаяҡыл була. Ҡайһы арала, кем менән эсеп өлгөрә – аңламаҫһың. Сания уны яратмай, алкаш, олоғайған әсәһен ҡыйырһыта, ти. Элек араҡыға ҡайһы бер эш-йомоштарын үтәгән дә икән, Сәмиғ килгәс, һоранып кермәҫ булған.
– Ауылдағы асфальтты һин йөрөр өсөн йәйгән тип уйлайһыңмы?– тип һөйләнә башланы Вәзих, иҫәнләшеп тә тормай, аяҡ аҫтына бармағы менән төртә-күрһәтә, – һин колхоз эшенән ҡастың, Мәскәүеңдә мәрйәң менән йәшәнең, пенсияға сыҡҡайның, бында әҙергә-мәҙергә килдең дә төштөң. Иҫәр бисә таптың,елкәһенә ултырҙың. Һин, москвич, давай, табаныңды ялтырат ауылдан.
Сәмиғ уны йылмайып тыңланы, яуапҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, ихатаһына кереп китте. Иҫереккә нимә тиһең инде, ә кәйефен ҡырҙы барыбер ҙә. Айныҡтың – уйында, иҫеректең – телендә, тиҙәр. Һәм Сәмиғҡа бөтә ауыл булмаһа ла, күптәр Вәзих кеүек уйлай һымаҡ тойола башланы, форсаты сыҡҡанда башҡалар ҙа уның кеүек йөҙөн йыртырға әҙерҙәр һәм урам буйлап үткәнендә ҡаршыһына осраған кешеләрҙең ҡараштарында ошондай уҡ уй бар, тип уйланы, шул сәбәптән көҙгө ауыл уға тағы ла күңелһеҙерәк, ҡырыҫыраҡ күренде.
Нисектер, бер кис йоҡларға ятҡас, Сәмиғ үҙен күптән борсоған һорауын бирҙе.
– Сания, мин армиянан һуң ауылға ҡайтҡан булһам, һин миңә кейәүгә сығыр инеңме?
– Сығыр инем, һин миңә оҡшай инең дәһә,– тип яуапланы ҡатын ябай һәм ғәҙәти генә итеп, шунан, бер аҙ өндәшмәй ятты ла өҫтәп ҡуйҙы: – Ә һин хат та яҙманың, икенсене алдың…
Сәмиғ өндәшмәне, ҡатынының һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты,шулай ҙа уның был тәүбәгә килеүен бөгөнгө Санияның ялағайланыуы һәм хәйләһе тип хисапланы.
– Оҡшағас, минең хатҡа ниңә яуап яҙманың һуң?
– Оялдым. Хатты берәйһенә күрһәтерһең, тип уйланым. Атайым белһә, тип тә… Минекеләр ҡаты ине бит.
– Хушлашырға ла килмәнең ҡайын янына…
– Ҡурҡтым. Төнөн һорамай-нитмәй нисек барам инде? Һораған хәлдә лә, әсәйем сығармаҫ ине.
Сәмиғ йәнә өндәшмәне.
– Һин Муллаҡаев Фуатҡа сығырһың, тип уйлағайным.
– Фуатҡа? Атайым бер ҡасан да ризалыҡ бирмәҫ ине. Бер-береһе менән дошманлашып йөрөнөләр бит.
– Нимәгә дошманлаштылар?
– Бәй, белмәйһеңме ни? Фуаттың ағаһы Муллаҡаев Хан беҙҙең Ғәлимйән ағайҙы төрмәгә ултыртты бит. Хан ауыл Советы председателе ине.
– Ни өсөн ултыртты?
– Ағайымдың тауышы көр, гел генә тәртипһеҙлектәрҙе әрләне. Бесән йыйырға китеп барғандар. Арба тулы бисә-сәсә. Яртылыҡ юлда арба ватыла. Ағайым әрләшә башлай: «Муллаҡаевтарҙың хужалығы шулай инде ул, рәтле бер нәмәләре лә юҡ, хужалыҡ бер ҡулда ғына булһа, арба былай ҡыйралмаҫ ине». Шунда өҫтәй: «Хет Сталинды егеп кит!» Кемдер еткерә. Ағайымды ауыл Советына саҡырталар. Туҡмайҙар. Хан менән Борханов Рамаҙан туҡмай. Шунан районға оҙаталар. Ағайым ебәргән ерҙәренән ҡайтманы.
Күпмелер ваҡыт өндәшмәй яттылар.
– Мин һине егерме йыл көттөм,– тип ҡуйҙы шунан Сания ҡапыл ғына.
Ҡатынының тәүбәгә килеүе Сәмиғты әллә ни тулҡынландырманы, арыған рухында бер нәмә лә баш түбән әйләнмәне. Оҙаҡ йоҡлай алмай ятҡанда ғына, әгәр белгән булһам, армиянан һуң ауылға ҡайтыр инем, тип уйланы. Юҡ, хатта бер йыл хеҙмәт иткәс тә отпускыға ҡайтыр ине. Клубта осрашыу, ҡарт ҡайын аҫтында осрашыуҙар. Унан демобилизацияланыу, туй, бергә йәшәү… Нисек булыр ине икән тормоштары? Үҙе нисек булыр ине икән? Ә Сания, уға бер нисә бала тапҡан Сания? Хыял томандары араһынан уға ыбыр-сыбыр малайҙарҙың, ҡыҙҙарҙың ҡара күҙҙәре ҡараны, әммә уларҙың береһе лә был яҡты донъяға тыуманы, ә Сания – бына, эргәһендә ята. Мин уның тураһында нимә беләм? Ул балалар тыуған хәлдә Наденька, Надежда Ивановна булмаҫ ине. Вовкаһы, ейәнсәре булмаҫ ине. Уларҙың донъяла юҡлығын күҙ алдына ла килтерерлек түгел…
…Иртәнсәк ул үҙенең Мәскәүгә барырға, пенсияһын бында күсерергә теләүен әйтте, балаларын һағыныуын да белдерҙе. Сания өндәшмәне, һәр хәлдә, ҡаршы һүҙ әйтмәне, тимәк, риза.
Йәнә ике көндән юлға йыйынды. Сания уны автобусҡа тиклем оҙата сыҡты. Быҫҡаҡ ямғыр һибәләй. Көҙгө ямғыр… Тау битендәге һарғая башлаған урман, буш баҫыуҙар, күшеккән өйҙәр, аяҡ аҫтындағы бысраҡ, көҙ, төпкөл ауыл. Уйҙары менән Сәмиғ үҙенең Зеленоградында йөрөй, русса уйлай, ейәнсәренә ниҙәр һөйләргә тейешлеге хаҡында баш вата. Сания өндәшмәй генә эргәһендә баҫып тора, ҡараштары, һәр ваҡыттағыса, ситте байҡай. Автобус ҡуҙғалырға булғас, Сәмиғ: «Йә ярай, һау бул!» – тип эскә инеп ултырҙы ла тәҙрә аша ҡарағайны, иҫке генә плащҡа төрөнгән, башына сыбар яулыҡ ябынған, бөршәйгән бәләкәй генә кәүҙәне күрҙе. Ҡара күҙҙәренең ҡарашы Сәмиғҡа яҡлаусыһыҙ ҡалған, йәлләткес нимәнелер хәтеренә төшөрҙө. Автобус ҡуҙғалып киткәс кенә, ул әлеге мәхлүкте иҫләне: магазинға ингәндә хужабикәләр эттәрен берәй ағасҡа йәки бағанаға бәйләп керә. Ә эт, меҫкен, көтөп ҡала, ҡараштарында өмөтлө-һағышлы һорау сағыла: «И… хужабикәм, һин кире сығырһыңмы, мине бында ҡалдырып китмәҫһеңме?»
Руссанан Әмир ӘМИНЕВ тәржемәһе.