Бер мәлде Ринат Камалов менән бергә Башҡортостан радиоһында эшләп алғайныҡ. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә беҙ, ир-егеттәр, булған ижади һәләттәребеҙҙе эшкә егеп, концерт күрһәтергә булдыҡ. Кемдер ҡурай тарта, кемдер шиғыр һөйләй, кемдер халыҡ йырҙарын башҡара. Коллективтың гүзәл өлөшө, ҡәнәғәт үә хайран булып, ихлас сәпәкәй итеп ултыра...
Бына бер саҡ ярым түңәрәк яһап ултырған өҫтәлдәр араһынан дауылдай елеп, затлы елән, ҡамсат бүрек кейгән егет килеп инә. Кем был? Бейеүсе сая бөркөт булып талпына-талпына осоп йөрөй, һәр хәрәкәтендә – мәғәнә, ярһыу, дәрт-дарман. Йәтеш кәүҙәле, бар булмышында – тәбиғилек, камиллыҡ. Бына был исмаһам артист, бына был бейеүсе! Тик кем булды һуң әле был? Ҡайһы театр-филармониянан? Ә былай үҙебеҙҙең егеткә оҡшап тора, әҙәбиәт редакцияһынан... Ысынлап та, шулмы икән? Күҙҙәрен ҡамсат бүрке ҡаплаған, һис танырлыҡ түгел... Байрамды алып барыусы уның исемен иғлан итә:
– Ринат Камалов сығыш яһаны һеҙҙең алдығыҙҙа, хөрмәтле һөнәрҙәштәр! «Һунарсы бейеүе» булды был! Ҙур рәхмәт!
– Ринат дуҫ, сәләм! Тәүге тапҡыр сит кеше алдында ҡасан бейергә төшкәнеңде хәтерләйһеңме? Ниндәй хәтирәләр, хис-тойғолар һаҡланып ҡалған күңелеңдә?
– Беренсе ҡат кеше алдында бейергә төшкәнемде яҡшы иҫләйем. Мотаһар урамынан Артҡы урамға күскәйнек. Атайым яңы өйөбөҙҙө һалып ингән, күп итеп ҡунаҡ саҡырғанбыҙ. Улар – түрҙә, ә беҙ таҡта араһынан мәжлесте күҙәтәбеҙ. Бына бер заман, йырлап арығас, бейеүгә төштөләр. Башта инәйем бейене, ул йырҙы ла, бейеүҙе лә башлай, ә мин, 7-8 йәшлек малай, урынымда ата ҡаҙҙай тыпылдап торам икән. Инәйем шуны күрҙе лә бөтә ҡорға фаш итте:
– Бәй, минең улым бейей ҙә! Ә һеҙ ялындырып ултыраһығыҙ?!
– Ҡайҙа?
– Ниндәй ҡыйыу малай! – тип ҡысҡырыша башланы ҡыҙып алған ҡунаҡтар.
– Туҡта, мин уға аҡса һибәм!
– Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була.
– Бейеһә, аяҡ аҫтына һибәм...
– Мин дә! – тип элеп тә алдылар.
– Әйҙә, әйҙә!
Аҡса һибәбеҙ тигәс, ифрат та батырайып, уртаға төш тә кит! Эй һикерәм, эй һикерәм, кәзә бәрәсе кеүек, эй ҡыланам. Кемдәндер күргәйнем шулайтып бейегәнен... Шул хәтлем тырышам ки, хатта иҙәнгә ултырып-ултырып китәм. Аяҡ аҫтына баҡыр, көмөш аҡса яуа. Тубыҡланып алдым да тәңкәләрҙе сүпләргә тотондом... Бына шулай сыҡтым мин кеше араһына тәүге тапҡыр (көлә).
Киләһе тәжрибә – мәктәптә, икенсе синыфта уҡығанда булды. Таһира апай: «Концертҡа әҙерләнәбеҙ – кем йырлай, бейей, шиғыр һөйләй?» – тип һорай. Йырсылар, шиғырсылар, бейеүселәр яҙылып бөттө, ә мин өндәшмәйем. Беҙҙе бит ҡыйыу бул, баҙама, дәрестә ҡатнаш, тип үҫтерҙеләр. Әсәйем дә уҡытыусы апайыңды тыңла, тип өйрәтә.
Таһира апай: «Ринат, һин нишләйһең?» – тип һорай. «Бейейем!»
– Әйҙә, бейесе, әйҙә!
Мин, оҙаҡ уйлап, инәлтеп торманым – класс уртаһына төш тә кит. Бейеү ул нисек була? Бейеүселәр түңәрәк буйлап йөрөй, клубта күргән бар – мин дә түңәрәк буйлап йөрөйөм, хәлдән килгәнсә иҙәнде дөбөрҙәтәм. Бер заман бауы өҙөлөп китеп, ыштаным һыпырылып төштө. Класс ятып көлә. Таһира апай ҙа битен ҡаплаған. Шул мәлдә оятымдан, ер ярығы булһа, төшөр ҙә китер инем (көләбеҙ).
– Була торған хәл. Әйтәләр бит: «Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара...» Ҡасан ныҡлап шөғөлләнә башланың?
– Башта Башҡорт дәүләт медицина институтына ингәйнем. Унда дөйөм ятаҡта Мөхәмәт Ғәлләмов йәшәй, институттың бейеү ансамбле ағзаһы. Осрашыуға Марат Әхмәтов, Марат Хәйҙәров менән бергә барҙыҡ. Яңы дуҫыбыҙ беҙҙе ижади коллективтың исемлегенә яҙҙы. Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле етәкселәре һәм бейеүселәре – Мөхәммәт Фәхретдинов, Рауил Харисов, уның ҡатыны Светлана, Әнүәр Ишбирҙин, Рәшиҙә Туйсина, Фәнис Хәсәнов, Зөлфиә Ғабдулхаҡова бейеү өйрәтә. Аҙаҡ сәнғәт кешеләре тормошона арнап «Бейеүселәр» романын яҙҙым. Дилогия ул... Мин ни өсөн дуҫтарымды исемләп яҙҙырам? Сөнки улар барыһы ла республикала танылыу тапҡан абруйлы шәхестәр, минең тормошҡа ла ҙур йоғонто яһанылар. Әнүәр Хәсәнов менән электән дуҫбыҙ, әле армияға тиклем үк 1-се ятаҡта уның янында бер нисә көн ҡунып та киткәйнем. Шәп егет, Саҡмағош районынан.
Башҡорт дәүләт медицина институтының бейеү ансамбле ағзалары күнекмә алдынан. Ринат Камалов һулдан икенсе. 1976 й.
– Бейеү – үҙе үк сихри бер тормоштор... Хәйер, һәр яратҡан шөғөлөң кеүек үк?
– Эйе, был фекер менән килешәм. Алтмышынсы йылдарҙың аҙағы булғандыр, минең мәктәптә уҡыған ваҡыт. Шул осорҙа Дыуан-Мәсетлелә, ауыл клубында, йәштәрҙең концерты булды. Бер заман «Һунарсы» бейеүен иғлан итәләр. «Бейей Әкрәм Камалов!»
Йөрәк дарҫлай: сәхнәлә Закир бауайымдың улы, беҙҙең туғаныбыҙ Әкрәм ағайым! Эй килештерә: оҙон буй-һынлы, ең-салғыйҙары хәс тә бөркөттөң иңһеҙ ҡанаттары – улай ҙа һалына, былай ҙа һалынып төшә. Гүйә ғорур ҡош ҡанаттары менән ҡояшты ҡаплай йә офоҡто киҫә.
Мин сәмләнәм, ғорурланам, йәнәшәмдәге иптәштәремдән оялып та ултырам: минең ағайым бейей бит, ел-дауыл ҡуптара сәхнәлә, бөтәһенең ҡаршыһында, күҙ алдында – бер ул!
Ләмәҙтамаҡтан Ратмир ағай Бәҙретдинов – тәжрибәле, танылған бейеүсе. Бер заман ул ауылға Башҡорт дәүләт бейеү ансамблен алып ҡайтты. Дыуан-Мәсетлелә яңы ғына ағас клуб һалғандар, иҙәне түшәлеп тә бөтмәгән, шуға ансамбль тамашаһы клуб тышында, асыҡ һауала үтте. Шундағы йөрәкһенеүем! Эй сәмләнеп, эй ҡыуанып ултырыуым! Минең дә Ратмир Бәҙретдинов ағайҙай шәп, оҫта бейеүсе булғым килә – сәмләнәм, намыҫланам. Мин дә шулай дан ҡаҙанып ауылыма ҡайтһам ине, ауылдаштарымды һөйөндөрһәм ине!
Мәсетле районы «Комсомолец» колхозының агитбригадаһы – Миләүшә Мөхәмәтйәнова, Ринат Камалов, Сара Аҙнабаева. 1984 й.
– Кем идеал, сәнғәт өлкәһендә кем өлгө һинең өсөн?
– Кем идеал?.. Идеалым юҡ, һоҡланған шәхестәрем – бейеүселәр күп. Шуларҙың береһе Өфө егете Рудольф Нуриев... Үҙе үлгәс, даны иленә ҡайтты. Йәнә бер яҡташыбыҙ – Эдуард Шәһиев. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам. «Сон эстета» тигән күренекле картинаһы Луврҙа һаҡлана. Ул да Францияла йөрөй... Был аҫыл заттарҙың яҙмышы тураһында «Ҡасыу» исемле повесть та яҙҙым.
– Бейеүҙең уңышы кәйефтән һәм оҫталыҡтан ғына торамы?
– Эйе. Уңыштың нигеҙе тағы нимәлә? Ғәҙәттә, бейеүҙең шәп килеп сығыу-сыҡмауы тамашаның үҙенә, залда ултырғандарҙың ҡыҙып алыуына ла бәйле. Бейеү кешеләрҙең күңеленә хуш килһә, өҫтәүенә, музыка хәтәр шәп икән, тимәк, һинең дә кәйефең шәп була... Халыҡ алҡышлай, халыҡ теләй, һинең дә күңелең йырлай, аяҡтарың үҙенән-үҙе бейей.
– «Тапалған» һорау. Нимә ул һинең өсөн бейеү?
– Бейеү ул – күңел торошо, ул һыҙланғанда йәнеңде йәшереү, кешегә һыр бирмәү. Икенсе яҡтан, ул – һөнәр. Бына, мәҫәлән, кешеләр йыйылған урында, табындарҙа йә йырларға, йә бейергә саҡыралар. Шунда ауыҙ йомоп торһаң, бағаналай ҡатһаң, йә ҡолғалай һерәйһәң – ҡыйын.
Ағайымдың бер туғаны беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне. Ҙур бер хужалыҡтың етәксеһе, ә ҡунаҡта – бахыр. Кеше араһында үҙенә урын тапмай. Әсәйем шаян, уны бейеүгә саҡыра, ә ул, бейей ҙә, йырлай ҙа белмәй, хатта ҡорҙағы әңгәмәне лә күтәрешә алмай. Шундай ҙа кешегә (ул кем генә, ҡайҙа ғына булмаһын) – ҡыйын. Бейеү һинең йөҙөңдө аса, кешеләр араһында урыныңды билдәләй. Ул һине йәмғиәт менән бәйләй. Тағы ла ул һине шәхес булараҡ раҫлай. Бейеү – әҙәмдең булмышы, шәхесе, уның йөҙө. Икенсенән, ул халыҡтың йөҙө, характеры, бейеүҙә һәм йырҙа уның булмышы сағыла.
Минең өсөн башҡорт бейеүе, тәү сиратта башҡортлоғомдо күрһәтеү... Татар бейеүендә мин – татарға, мари бейеүендә мариға әйләнәм. Минән көлмәйҙәр, сәхнә бөтәһен дә яраштыра. Сәнғәткә, шул алдаҡҡа тамашасы ышана.
– Бейеү, тәү сиратта, ауыр, яуаплы хеҙмәт тип аңлайым мин. Шулай ҙа сығыштар һәм концерттар менән бәйле мәҙәк хәлдәр ҙә була торғандыр?
– Беҙ, бейеүселәр, концерт алдынан сәхнәне ҡарайбыҙ, иҙәндә ҡаҙаҡ-фәлән юҡмы тип тикшерәбеҙ. Элек ауыл клубтарында иҙәндәр иҫке, унда ваҡ ҡаҙаҡтар тулып ята ине.
Бер ваҡыт бармағым һынды, врач марля менән урап ҡуйҙы. Программала – коллектив бейеү... Партнер ҡыҙым, үс иткәндәй, бейегәндә шул бармаҡтан тота ла ала. Бер өйрөлгәндә сепрәкте бөтөнләй һурып сығарҙы. Теге яра үлтерә генә...
«Зарифа» бейеүендә мин – солист. Шул саҡ бейеүҙең һуңғы өлөшөн оноттом, эш тамамланды тип, сәхнә артына сығып киттем...
Учалы районында фольклор йыйыу экспедицияһында. Ринат Камалов уң яҡлап арттан беренсе. 1976 й.
– Ниндәй оло концерттар, сығыштар булды һинең тормош сәхнәһендә?
– Башҡорт дәүләт университетында бейергә яҙҙы, мединститут сәхнәһенә лә мендек, йәнә Яҙыусылар союзында 8 Мартта ҡатын-ҡыҙҙар алдында сығыш яһаныҡ. Хатта ике йыл рәттән (Риф Тойғон, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина заманында) яҙыусылар иҫәбенән булған бейеүсе-йырсылар филармония сәхнәһендә ҙур концерт ҡуйҙы.
– Бейеүсе булыр өсөн һаулыҡ кәрәк, тиҙәр...
– Йөрәге насар кешенең бейемәүе хәйерле, әммә йәш саҡта беҙ быға ҡарап тормай инек. Мединститут ансамблендә бейегән егет (күрше Ләмәҙтамаҡ ауылынан) иртә вафат булды. Йәшлегендә шәп бейей ине. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, 62 йәштә лә кеше алдында, «Китап» нәшриәтендәге хеҙмәттәштәр алдында бейеп йөрөнөм. Йәш саҡта радиола эшләгәндә телеүҙәктә бейей торғайныҡ, концерттар ойоштора инек. Әле лә яйы килгәндә рәхәтләнеп бейейем!
Үҙем йомоҡ, бойоҡ кешемен, ҡайһы ваҡыт ҡына бик тә эшмәкәр булып китәм, йәки киреһенсә, донъя мәшәҡәтенә, бәләләргә тиҙ бирешәм. Ә бейеү мине кешеләр араһына ҡайтара, йөҙөмдө аса, минән «әҙәм» яһай. Шуның өсөн рәхмәт һиңә, бейеү! Рәхмәт, бейеү яратыусылар!
Бейе, бейе, Хәйбулла,
Бейегән кеше бай була!
Мин бик бай кешемен.
– Ярай, Ринат дуҫ, рәхмәт әңгәмәң өсөн. Артабанғы тормошоң башҡорт бейеүе кеүек камил, сағыу булһын!
Нияз АЛСЫНБАЕВ әңгәмәләште.