Икеһе лә бер йылда тыуып, элекке ауыл мәктәбенең дүрт класын саҡ-саҡ бөтөрөп, һуңынан колхозда бер нисә йыл эшләп, бер көндә армияға киткәндәр. Бергә хеҙмәт итеп, бер көндө армиянан ҡайтҡандар. Бер үк ваҡытта туй үткәреп, кәләш алғандар... Бер туғандар кеүек, бергәләп донъя көткәндәр...
Бер йыл да үтмәгән, Ғариф менән Фәриттең һәр береһенең батырҙай улдары тыуған... Бер аҙна үткәс, бөтә ауыл менән малайҙарының тәпәйен «йыуып», Ғариф менән Фәрит ауыл Советына барып, уның рәйесе Шамил менән улдарын тағы ла бергәләп «йыуып», уларға исем ҡуштырып, метрика яҙҙырып алғандар. Шулай итеп, ауыл халҡының һаны Мусағәли менән Ғәлимуса тигән ике ир балаға артҡан.
...Ауыл халҡы, ҡушҡан исемдәрҙе аңламайынса, Ғариф менән Фәриттән: «Ниндәй ике ҡатлы исем ҡуштығыҙ ул?» – тип һораштырып, уларҙан бер ниндәй аңлатырлыҡ яуап ала алмағас, тыуған балаларҙы ҡушҡан исемдәре менән ҡабул иткәндәр... Бер туған кеүек йәшәгәс, балаларының исемдәрен дә оҡшатып ҡушҡандарҙыр инде, тип бер нисә көн ауыл ҡатындары үҙ-ара ләстит һатып, тора-бара ауыл халҡы был хәлде онотҡан... Ә Ғәлимуса менән Мусағәли атайҙары кеүек дуҫлашып, бергә үҫеп, бергә йәшәй башлағандар...
Был хәлдәрҙән һуң байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, теге серле исемдәрҙең нисек донъяға килеүе асыҡланды. Уны «сельсовет» вазифаһынан төшөрөлгәс, ҡасандыр сер тоторға тип биргән һүҙен боҙоп, төшөрөп алған сағында, элекке рәйес Шамил ағай һөйләп биргән...
Ул хәл былай булған икән. Ғариф менән Фәрит, бер нисә шешә «аҡ баш», икмәк-тоҙ алып, көтөү ҡайтып, кис була башлаған ваҡытта ауыл Советы рәйесе Шамилға килгәндәр.
– Әйҙә, Шамил, конторыңа, беҙҙең малайҙарға метрика яҙып бир.
– Малайҙарығыҙҙың исемдәре нисек була?
– Һин, Шамил, ҡабаланма, тәүҙә тәпәйҙәрен «йыуып» алайыҡ, – тип яуап биргән Ғариф.
– Эйе шул, баш та ауыртып тора, – тип хуплаған Фәрит.
Бер «аҡ баш»ты төпләгәс, Ғариф:
– Мин малайға Ғәли тигән исем ҡушам. Олатай Ғәлимулла хөрмәтенә, – тигән ғорур ғына ҡиәфәттә.
– Ә мин Муса итеп атайым, – тип дауам иткән Фәрит. – Беҙҙең пәйғәмбәребеҙҙә Муса булған бит...
– Афарин! Бик шәп! Бик матур исемдәр! – тип хуплаған уларҙы Шамил.
– Бына как раз ике метрика бланкыһы ҡалған, башҡаса юҡ. Райондан иҫәпләп кенә бирәләр. Боҙмай ғына, матурлап яҙырға кәрәк.
– Яҙырға һин булдыраһың, шуның өсөн һин сельсовет бит. Өлгөрөрбөҙ, әйҙә, Фәрит, ҡой тағы.
Тағы бер шешәне бөтөргән былар. Ултыра торғас – өсөнсөһөн дә.
Нисек өйгә ҡайтҡандары, нимә яҙғандары, ни өсөн ауыл Советына килгәндәре береһенең дә иҫтәрендә ҡалмаған...
...Ғарифты иртәгәһенә ҡатыны Зарифа уята:
– Йә, шул тиклем эсмәһәң дә булыр ине инде! Ҡайҙа баланың метрикаһы, алып ҡуяйым документтар араһына.
– Ниндәй метрика? Ниндәй бала?
– Эсеп йөрөп, башыңды юғалттыңмы әллә? Кисә сельсоветҡа киттегеҙ бит Фәрит менән.
– Ә-ә-ә. Пинжәк кеҫәһен ҡара, шундалыр...
Зарифа Ғарифтың кеҫәһенән метрика килтереп сығара:
– Әстәғәфирулла! Был нимә?! Ниндәй Муса?! Беҙ бит Ғәли тип ҡуштыҡ балаға! Нимә эшләнең һин?! Бар, киренән күсереп яҙҙыр!
Ғариф, күҙҙәрен аҡайтып, бер нисә мәртәбә уҡып сыға метриканы: атаһы – Ғариф, әсәһе – Зарифа, ә баланың исеме – Муса!
«Был ни хәл?! Был – Шамилдың ғына эше! Минең менән шаярмаҡсы булған. Хәҙер барып кәрәген бирергә кәрәк!» – Шундай уйҙар менән Ғариф, сәй ҙә эсмәйенсә, ауыл Советына йүгергән...
Ауыл Советы ихатаһына кереп барғанда Фәритте осратҡан...
– Һинең малайҙың исеме нисек?
– Ғәли. Ҡатын өйҙә пыр туҙа...
Шамил рәйесте ауыл Советында тапмағас, йүгереп өйөнә барып, йоҡоһонан уятҡандар...
– Һин нимә эшләнең? Беҙҙең менән шаярырға уйланыңмы? Әйҙә, киттек контораға, тиҙ генә күсереп яҙып бир!
Контораға барып, үҙенең яҙмаларын тикшереп ҡарағас, Шамил шулай тигән:
– Ағайҙар, был хәлдә минең гонаһым юҡ! Мин һеҙгә әйттем: тәүҙә метриканы тултырайыҡ, шунан йыуырбыҙ, тип...
– Ә беҙгә хәҙер нимә эшләргә? Ҡатындарға нисек аңлатырға? Төҙәтеп, күсереп яҙ, давай!
– Юҡ, уны эшләй алмайым!
– Нисек инде эшләй алмайһың? Беҙҙән көләһеңме әллә?
– Мин бер кемдән дә көлмәйем. Беренсенән, минең бүтән метрика бланкыларым юҡ. Уларҙы райондан һанап ҡына бирәләр. Һәр донъяға килгән бала башына иҫәпләп. Икенсенән, мин архив китабына теркәп ҡуйғанмын, ундағы яҙыуҙы төҙәтергә ярамай!
– Нимә эшләргә һуң? Был эште улай ҡалдырып булмай бит!
– Белмәйем, уйларға кәрәк... – Шамил тегеләрҙең метрикаларын, архив китабын тотоп уйға ҡалған. Бер нисә минуттан һуң шундай тәҡдим яһаған:
– Бына нимә, ағайҙар. Мин бер нисә хәреф өҫтәйем яҙыуҙарыма. Был күсереп яҙыу ҙа, төҙәтеү ҙә булмай.
– Йә-йә...
– Бына шулай була: Ғариф ағай, һинең малай Мусағәли булыр, ә һинеке,Фәрит ағай, – Ғәлимуса. Әлегә шулай йөрөп торһондар. Ҡатындарығыҙға аңлатығыҙ: метрикә буйынса оҙон исемдәре – Мусағәли, Ғәлимуса, ә ҡалғандарға – Ғәли менән Муса. Ә мин уборка бөтөү менән, һеҙҙән ғаризалар алып, дөрөҫ итеп эшләп ҡуйырмын, районға барып...
Шулай килешеп таралышҡандар...
Шамил ағай, әйткән һүҙендә тороп, эшләп бөткән микән был эште-юҡмы,уныһын хәҙер бер кем дә белмәй... Мусағәли менән Ғәлимуса ағайҙар иһә күршеләр һәм дуҫтар булып һаман йәшәп яталар...