Все новости

Әсә наҙына мохтажмын

Зөһрәнең ике ятып бер төшөнә инмәне ҡала тормошо. Эйе, ҡала тормошон ни өсөндөр өнәп етмәне шул. Ҡунаҡҡа килгән арала ла ике-өс көндән артыҡ тора алманы.– Ҡала тормошо тормошмо ул? Таш өйҙөң һауаһында эҫергәнеп, йә йоҡлап булмай, төнө буйы алай-былай әйләнеп, тулап, баш ауыртып, туҡмалған кеше кеүек килеп тораһың. Йә иркенләп бәҙрәфенә йөрөп булмай. Ҡана, ҡуй, ҡайта һалайым, – тип ҡайтып китә торғайны.

Башыңа төшһә, өйрәнәһең икән ул ҡала тормошона ла. Шөкөр, бына өс йыл тулып үтте ҡалала йәшәп ятыуына. Ярты йыл тирәһе шаулы ҡалаға өйрәнә алмай йонсоно шулай ҙа. Әле бына һин дә мин ҙур ҡалала яңғыҙы йөрөргә өйрәнеп алды. Бараһы еренә машина көтөп тормай, үҙе сыға һалып йөрөп, йомошон йомошлап ҡайта.

Шул бала тип килеп йәшәп ятыуы. Хатта ауылдағы өйөн дә һатмаған. Ҡәйнешенең малайҙарын индереп киткәйне. Үҙе лә ярты йыл һайын ҡайтып -китеп йөрөй. Йыраҡ шул ара, бик йыш ҡайта алмай.

Иренең мәрхүм булыуына ун йыл булып китте. Аталары үлгәс тә ҡалаға үҙ яндарына әйҙүкләй башлағайны инде улы ла ,ҡыҙы ла.

– Әле һаулығым да шөкөр, атайығыҙ менән икәүләп хәләл көс менән ни һан донъя ҡорҙоҡ. Ҡунаҡҡа барып йөрөрмөн, күсеп барыуға ауыҙығыҙҙы ла асмай тороғоҙ. Ҡартайып, кәрем ҡайта башлаһа, унда күҙ күрер, – тигәйне.

Ҡыҙы Дилә лә, улы Рим дә юғары уҡыу йортон бөтөп, бер ҡалала төпләнделәр. Шөкөр, икеһе лә тиң-тигеҙ яртыларын тапты. Киленен дә, кейәүен дә үҙ балаларындай күрә Зөһрә. Улы үҙенең эшен асҡан. Килене иренең эшендә юрист, иренең уң ҡулы. Бер ҡыҙ, ике ул үҫтерәләр.

Ҡыҙынан һуң арыуыҡ йөрөп, килене игеҙ малай тапты. Бына шул игеҙ баланы ҡарашырға, ай-вайына ҡуймай, әсәһен ҡалаға йәшәргә алып килде Рим.

– Әсәй, мин эштән бушамайым, гел юлдамын. Киленеңә бер үҙенә ауыр игеҙ балаларҙы ҡарауы, етмәһә, Лизаны мәктәпкә, төштән һуң түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк. Иртән үҙем мәктәбенә алып барһам ,төштән һуң һин алып йөрөшөр инең, әсәй, уйла әле. Мин бөтөнләй күсенеп бар тимәйем, балалар аҙыраҡ ҙурайғансы ғына, – тип ай-вайына ҡуйманы. Әсә балаһының һүҙен йыға алманы.

Хәҙер инде игеҙәктәр ҙурайҙы, тиҙҙән садикка барасаҡтар. Бына икенсе йыл Зөһрә ейәнсәрен дүрт туҡталыш йыраҡлыҡта бейеү түңәрәгенә алып йөрөй. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡай бейеүгә ынтылды. Зөһрәнең Диләһе лә бейеү яратты. Мәктәптә уҡығанда уҡ бейеү конкурстарында урындар алып йөрөгәйне. Тик һайлаған һөнәре сәнғәткә яҡын булманы. Экономист һөнәрен һайлап, банк өлкәһендә эшләй.

Бөгөн иртәрәк килгәндәр икән. Түңәрәк етәксеһе гел генә ҡаршы ала торғайны. Әле күренмәй. Зөһрә ата-әсәләр өсөн беркетелгән бүлмәгә инде. Бүлмәлә Лиза менән шөғөлләнгән Айлина әсәһе менән телевизор ҡарай. Улар ҙа иртәләгән икән. Айлина Лизанан бер аҙ һуң килде бейеүгә.

Төҫө-башы менән ҡыҙыҡай әсәһенә оҡшаған. Башҡалары менән бик аралашмаһа ла, ошо Айлина менән матур аралаша Лиза. Әле лә күреү менән бер-береһенә бик матур йылмайышып яҡынайҙылар. Кейемдәрен алыштырырға тотондо ике ҡыҙ. Бына ошо иркен бүлмәнең булыуы һәйбәт ата-әсәләргә. Коридорҙа-фәлән көтөп тормайһың, өҫтәге кейемде сисеп элеп торорға кейем элгестәре, ултырырға диван-ултырғыстар, өҫтәл, мөйөштә телевизоры ла бар.

Әлбиттә, машина менән килгәндәр ҡайтып кире килә, ә автобус менән оҙатып килгән ҡайһы бер ата-әсә ошо бүлмәлә балаһының шөғөлләнеп бөткәнен көтә. Зөһрә менән Лиза күп осраҡта йәйәү йөрөгәс, күберәген Зөһрә инә был бүлмәгә. Былтыр бер ҡыҙҙың әсәһе менән ултыралар ине, улар хәҙер ҡайҙалыр күсеп киткән тинеләр. Быйыл ошо Айлинаның әсәһе менән йыш булмаһа ла ҡайһы ваҡыт осрашалар.

Йәш ҡатын бик һөйләшеп бармай, күберәк уйҙарға сумып ултырыуҙы хуп күрә. Һуңғы ваҡыт был ҡатындың күҙҙәренең моңһоулығын шәйләне Зөһрә. Эйе, күҙенең нуры юҡ, тоноҡ. Үҙе төҫкә-башҡа күркәм, һылыу ғына, кәүҙәһе лә ыҡсым.Кейгән кейеме лә ҡиммәтле, килешле генә.

Тәүҙәрәк бик иғтибар ҙа итмәне йәш ҡатын Зөһрәгә. Тора-бара, йыш осрағас, баш ҡағып ҡына иҫәнләште. Үҙе машина менән дә килеп, ҡайһы ваҡыт ҡыҙын ҡалдырып, аҙаҡ килеп алғаны бар. Кеше менән аралашыуға шәп Зөһрә нисек тә эсенә инә алмай йонсоно ошо ҡатындың. Исмаһам, исемен дә белмәй бит. Ары-бире һүҙ ҡушып ҡарағаны бар ул, тик эйе, юҡтан башҡаны өндәшмәй.

Әмәлгә ҡалғандай, бөгөн үҙе һүҙ башланы йәш ҡатын. Килеп ингәс тә Зөһрә өҫтөн сисеп элергә булғайны:

– Апай, һеҙ төпкәрәк элһәгеҙ ҙә була. Бөгөн мин Айлинаны иртәрәк алам, шуға ситкә ҡуйғайным кейемемде, – тип йылы ғына өндәште. Әллә ҡасандан һүҙ башларға уңай тапмай йөрөгән Зөһрәгә был етә ҡалды.

– Ярай, ҡуйырмын, – тип өҫ кейемен элде лә йәш ҡатынға ҡаршыраҡ ултырҙы. – Һеңлем, исемеңде лә һорашҡаным юҡ, кем булаһың? Мин Зөһрә апайың булам. Лизаның өләсәһе.

– Мин Сәүиә булам. Өләсәһелер, тигәйнем, дөрөҫ һиҙемләгәнмен икән.

– Ауылдан килдем мин ошо балаларҙы көтөшөргә. Хәҙер өс йыл инде улымдың балаларын ҡарашам. Лизанан һуң килен игеҙ малайҙар тапты, хәҙер өс йәштәрен тултырҙылар. Улымдың үҙ бизнесы бар. Ҡыҙым да ошо ҡалала. Уныҡы ла берәүһе уҡып йөрөй, бәләкәсе әле садикта, быйыл көҙгә уҡырға бара аныһы ла. Кейәүем дә, ҡыҙым да сәғәтле эштә йөрөгәс, ваҡытында балаларын садикка ла, мәктәпкә лә алып йөрөйҙәр. Шулай ҙа ял көндәренә, байрамдарға улым өйҙә булғанда уларға ла йөрөйөм. Балаларын һағынам. Барып һөйөп, танһығымды ҡандырып ҡайтып китәм. Баланың балаһы балдан татлы бит. Үҙебеҙҙекеләрҙе ней, эш араһында үҫтереп, күрмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Аталары менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтергәйнек. Хәҙер ун йыл инде атайҙарының беҙҙе ташлап китеүенә. Балалар шунда уҡ, үҙебеҙҙең янға алабыҙ тип, бер булдылар. Үҙегеҙ ныҡлап урынлашығыҙ, әле үҙ донъямды үҙем көтөрлөкмөн, бушҡа бимазаламағыҙ мине, – тип ҡаршы булғайным, килен игеҙәктәрен тапҡас, улым ай-вайыма ҡуймай бала ҡарашырға тип алып килде. Инде генә яратмай торғайным ҡала тормошон, кеше әкренләп өйрәнә икән. Хәҙер үҙемә лә оҡшай башланы әле ҡала, – тип бер тынала һөйләп бөтөп, артынса шарҡылдап көлөп ҡуйҙы Зөһрә.

Йылмайыу менән генә сикләнергә уйлаған Сәүиәгә Зөһрә апаһы хут бирмәне.

– Һинең балаң нисәү һуң? Әллә ошо Айлина ғынамы? Үҙең ҡайһы яҡтыҡы? Әллә ҡаланың үҙенекеме? Ата-әсәйең барҙыр? Ирең ҡайҙа эшләй? – тип бер-бер артлы һорауҙарға күмеп ташланы Зөһрә апаһы Сәүиәне.

Әңгәмәгә әҙер түгел инеме, әллә һөйләгеһе килмәнеме – шунда уҡ һүҙ башламаны йәш ҡатын. Моңһоу күҙҙәре менән тултырып ҡарап, уйға ҡалып ултырҙы бер аҙ. Аҙаҡ тыныс, талғын ғына матур тауыш менән:

– Минең дә ҡыҙым менән малайым бар. Малайыма дүрт йәш. Садикка йөрөй. Ата-әсәйем күптән ҡалала йәшәй. Беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Рима исемле һеңлем бар. Башта район үҙәгендә йәшәнек, һуңынан атайымды эше буйынса үрләттеләр. Ғаиләбеҙ менән ҡалаға күсеп килгәнгә байтаҡ йылдар. Ошо ҡалала унынсыны тамамлап, һеңлем дә, мин дә юғары уҡыу йортон тамамланыҡ. Мин студент саҡта уҡ тормошҡа сыҡтым. Ирем ғаиләһендә бер үҙе генә. Ата-әсәһе район үҙәгендә йәшәй. Бик яҡшы кешеләр. Әле булһа ,ярҙам итеп торалар.

– Һәйбәт инде, ике яҡлап та ата-әсә хәлле булып, балаларына ярҙамы тейеп торһа. Минең киленемдең атаһы юҡ, ҡоҙағый йыш ауырый, кейәүемдең ата-әсәһенә үпкә юҡ. Өс балаһына ла етешәләр. Һау ғына булһындар, – тип ҡоҙағыйҙарына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе Зөһрә.

– Ғаиләлә ике генә ҡыҙ үҫһәк тә, әсәйем һеңлемде нығыраҡ ярата. Әсәйем уҫал минең. Атайым эшендә түрә булып ултырһа ла, өйҙә әсәйемдең күҙенә ҡарап, уға буйһонорға ғына тора. Ғүмер баҡый ғаиләлә атайымдың һүҙе булманы. Бөтәһе лә әсәй фарманы менән барҙы. Атайым уның һүҙенән сыҡмай.

– Ней, ике генә бөртөк балаңды нисек инде айырып ҡарау булһын, һеңлем, һинең үҙеңә шулай тойолғандыр, – тип әсә кешене яманлатҡыһы килмәй һүҙгә ҡыҫылды Зөһрә.

– Үҙем дә шулай тип һаман үҙемде тынысландырып килдем. Кейәүгә сыҡҡас, ысын шулай икәнен аңланым. Ярлы кешенең балаһына сыҡтың, тип туй яһаманылар, атайым ҡаршы тора алманы. Иремдең ата-әсәһе яғында булды туйыбыҙ. Әсәйемдәр килмәне. Хатта һеңлемде лә туйға ебәрмәнеләр. Ҡайнымдарҙың ярҙамы менән матур фатир һатып алдыҡ. Әле шунда йәшәйбеҙ. Ә һеңлем кейәүгә сыҡҡайны, әсәйемдәр уға ике бүлмәле квартира һалдылар туйға. Һуң, уйлап ҡараһаң, ул да министр балаһына сыҡманы. Минең иремдең ата-әсәһе кеүек ябай кешеләр ине. Кейәүҙең ата-әсәһе айырылышҡан. Туйға әсәһе генә килде.

Бер нәмәһе лә кәрәкмәй миңә уларҙың.Тик мин әсәйемде йәшәгән һайын аңламайым. Бала саҡтан әсәйемдең: «Һиңә ошо ла яраған», – тигән һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда тора.

Кейәүгә сыҡҡас, тиҫтә йыллап балаға уҙа алманым. Ҡәйнәм-ҡайнымдан әр һүҙе ишетмәнем, әммә үҙ әсәйем сәбәбен дә һорап тормайынса, иреңдән тороп ҡалаһың, бала тап, ҡыутомшоҡ бисәнән башҡа ирең бисә таба алмаҫ тейһеңме, тип теңкәмде ҡоротто. Сәбәбен һорашып та торманы.

Бала булмайынса арыуыҡ йөрөгәс, иремдең миңә ҡарашы үҙгәргәнен тоя башланым. Көн тимәй, төн тимәй илап-илап Хоҙайҙан бала һорап ялбарҙым. Күп тә үтмәй иремдең һулға йөрөгәнен дә ишеттерҙеләр. Ташлаһа, үҙе ташлап китер, тип күрмәмеш-белмәмешкә һалыштым. Ҡәйнәм минең балаға уҙа алмай йөрөгәнде белгәс, минән кәм ҡайғырманы. Әллә ҡайҙан әбей-һәбей белешеп, эсемде һылатырға ла алып йөрөнө. Әллә эс һылатыу ярҙам иттеме, әллә теләк ҡабул булдымы – йәшәүебеҙгә туғыҙ йыл тигәндә мин ауырға ҡалдым. Шатлығымдың сиге булманы. Ҡәйнәмә әйткәс, ишетте лә баһа Хоҙайым, тип күҙ йәштәре менән иланы.

Әммә ирем минең балам буласағына ҡыуанманы, киреһенсә, абортҡа ҡыуҙы. Сөнки был ваҡытта уның икенсе ҡатындан балаһы бар ине инде. Шулай ике ғаилә араһында йөрөп ятҡан сағы. Мине лә ташлай алмай, сөнки ҡайны-ҡәйнәм мин тип өҙөлөп тора. Хоҙайҙан һорап алған баламды, мин ул ташлап киткән хәлдә лә, таба инем. Таптым. Бына ошо Айлина минең көтөп алған ғәзиз балам. Атаһының мөнәсәбәте үҙгәрмәне, башта уҡ ҡаршы булғанғамы, үҙенеке итеп ҡабул итмәне. Әлегә тиклем бер йылыһы ла юҡ балаға. Өс йылдан һуң Айлинаға ҡусты алып ҡайттыҡ. Ирем ерҙән түгел, күктән йөрөнө. Бәләкәй сағынан ҡарашты. Әле лә малайыбыҙ өсөн үлеп тора. Садикка ла үҙе йөрөтә. Бына шулай атай-әсәйҙең дә төрлөһө була икән ул. Үҙем бала саҡтан әсәйемдең ситләтеүенән, әр-битәренән үҙәгемә үтеп үҫтем. Бер йылы ҡараш, наҙ тойманым, хәҙер ҡәҙерле ҡыҙым ата һөйөүенә мохтаж. Мин әсәйемдең һөйөп иркәләгәнен бер тапҡыр ҙа иҫләмәйем. Һин шулай, һин былай тигән һүҙҙәре генә ҡолаҡ төбөндә. Хәҙер ҡыҙымды үҙ атаһы ситләтә. Эше ошо тирәлә булһа ла, ҡыҙын алып йөрөүҙе күп күрә. Ярай, машина алып биреште үҙемә. Права алып, былтырҙан үҙем йөрөйөм машинала.

– Бына хикмәт, улай ҙа була икән. Йөрәк ярып сыҡҡан балаларыңдың һәр береһе ҡәҙерле инде ул. Аптыраттың әле мине, Сәүиә һеңлем. Әллә, мин ней ике балам өсөн йәнемде бүлеп бирергә әҙермен. Эйәле-башлы булғас, килен-кейәүеңде лә балаға һанайһың әле ул. Шунһыҙ булмай. Ауыҙыңдан өҙөп биреп, булмағанын етештереп торорға тейеш инде ата-әсә. Бигерәк тә әсәй кеше. Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта.

– Юҡ шул, Зөһрә апай, бөтә ата-әсәй ҙә улай булмай икән. Мин әсәйемә ҡарағанда ҡәйнәмде яҡын күрәм. Айырылышып бөткән ерҙән уның тырышлығы менән ғаилә тарҡалманы. Әсәйем менән бер ҡалала йәшәп тә һирәк күрешәбеҙ. Ҡәйнәм аҙна һайын тейәнеп килеп етә, һағындым тип. Ҡайным да, ҡәйнәм дә ике балам өсөн өҙөлөп тора.

– Әллә уйлағайным шул, күҙеңдең нуры юҡ бит, был һеңлене ниндәй һағыш-уй баҫҡан икән тип, әтнәкеһе булған икән. Һеңлең менән арағыҙ нисек һуң? Ҡатышағыҙмы?

– Тәүге ире менән һеңлем айырылышты. Икенсегә барҙы. Аралар йылы түгел. Анда-һаяҡ, мәжлестәрҙе иҫәпкә алмағанда, аралашыу юҡ тейерлек. Ул бит минән әсәйемде ҡыҙғана. Бына шулай йәшәйбеҙ инде. Ситтән ҡарағандарға, бәлки, ал да гөл кеүек күренәбеҙҙер. Атайымды йәлләйем, вазифалы урындарҙа эшләп кеше араһында йөрөһә лә, әсәйем ни тиһә, шул булып йәшәне. Мине ҡаҡманы, һуҡманы ла, ҡыҙым тип йән дә атманы. Әле ирем ҡыҙыбыҙ өсөн шулай. Маңлайға яҙылғанмы, күрәсәк шулай булғандырмы? Түрә балаһы булып, етеш тормошта йәшәнем. Әммә әсә наҙы менән ата һүҙенә бала саҡтан һыуһап үҫтем. Шуға ҡыҙыма мөмкин тиклем әсә наҙы бирергә тырышам. Атаһының да һалҡынлығын белгертмәйем. Балаларҙы йышыраҡ ҡартатаһы менән ҡәртәсәһенә алып ҡайтабыҙ. Үҙҙәре лә шунда талпынып тора. Әсәйем менән атайым ҡунаҡҡа саҡырһаң ғына килә. Атайым балаларҙы иркәләп йылы һүҙ ҡушһа ла, әсәйем өҙөлөп тормай. Әле ошо йәшкә етеп аңламайым, һеңлем ауырып больницаға ятҡас, әсәйем үҙе ҡараны балаларын. Әле лә ҡараша. Һөйөүҙе, яратыуҙы көсләп алып булмай. Шуға артыҡ үҙемә иғтибар талап итеп йонсомайым. Шулай ҙа йөрәккә бойороп булмай. Уйландыра. Әсәйем миңә сит кеше кеүек. Ирҙең һалҡынлығына түҙеп була, әсәйҙең һалҡынлығы үҙәккә үтә икән, – тип күҙенә йәш алды.

Уңарсы Сәүиәнең ҡыҙы килеп сығып, әсәһен ҡосаҡлап алды. Әсә балаһының арҡаһынан һөйөп, ҡыҙына кейенергә ҡушты.

– Зөһрә апай, бер кемгә лә былай асылып киткәнем юҡ ине. Әллә һеҙҙең арбау көсөгөҙ булдымы, уйымдағын, эсемдәген һөйләнем дә ҡуйҙым. Ғәфү итерһегеҙ инде, – тип һаубуллашып, ҡыҙын етәкләп сығыр яҡҡа ыңғайланы.

– Ярай, Сәүиә, бер ҙә насар булманы. Нисә йыл һаҡлап йөрөгән шешең шартланы. Юғиһә, ауырыу булып берәй ереңә йәбешер ине. Бирешмә!Балаларыңды беректереп йәшәргә өйрәт. Үҙ-ара татыу булһындар. Апай-ҡусты тип өҙөлөп торһондар, бергә ҡатышып йәшәрлек булһын киләсәктә. Үҙеңдең башыңдан үткәс, беләһеңдер, мин өйрәтмәһәм дә. Бөтәһе лә әсәйҙән тора шул. Көтөп алған балаларың бәхетле булһын, – тип Зөһрә лә күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.

– Рәхмәт кәңәштәрегеҙгә, һау булығыҙ, – тип сығып киткән Сәүиәнең һағышы таралып, күҙенә нур ҡайтҡан һымаҡ булды.

Ни хәл итәһең, тормош ал да гөл генә булмай шул. Был донъяла бала үҫтереп, ғүмер буйы бала һөйөүенә, бала йылыһына сарсап йәшәгән әсәләр булған кеүек, әсәй менән үҫеп тә, ғүмер буйы ата-әсә наҙын, әсә йылыһын көҫәп йәшәгәндәр була. Барыһына ла фани донъяларҙа әсә наҙын да, бала һөйөүен дә татып йәшәргә насип булһын ине.