Все новости

Фатиха

ХикәйәТуй мәжлесе тамамланыуға табан барғанда, кейәүҙең оло апаһы урынынан ҡалҡынды:– Таралышмай тороғоҙ әле, барыһы ла өйгә ингәс, һүҙ әйтәм!

Ишеккә яҡын ултырыуҙан файҙа­ланып, тышҡа сығып, елләнеп килергә булдым. Күбеһе ҡыҙмаса булып алған, төрлө ергә таралған, төркөм­дәргә бүленешкән ҡунаҡтарҙы тиҙ генә йыйып ҡара! Ярты сәғәт үтер әле. Тынсыу өйҙә көнө буйы һыйланып ултырыу мәрәкә эш түгел, ялҡытты. Дан туй булды был, ашап та, эсеп тә, ҡоҙалар менән аралашып та туйҙырҙы. Хәҙер ял итке, берәй тыныс урынға арҡа терәге килә. Элек башҡорт өс көн ҡыҙ, аҙаҡ өс көн егет яғында нисек туйлап ятҡандыр? Заманалар үҙгәрҙе хәҙер, бер көнө лә хаттин ашҡан. Йәш саҡта ғына туйға атлығып киләһең, күңелгә мәрәкә, тәнгә мажара эҙләйһең бит ул. Ҡырҡҡа яҡынлағас, ул бары тик туғанлыҡ йәки дуҫлыҡ бурысын үтәү генә булып ҡала икән. Аллаға шөкөр, был туй ҙа имен-аман үтеп бара. Кисә ЗАГС-та ла булдыҡ, ағайҙың иркен йортонда бөтә йолаларҙы теүәл үтәп, кейәү яғын шартына килтереп ҡунаҡ иттек. Ә бөгөн иртәнән бирле кейәү йортонда һыйланабыҙ. Берәй сәғәт­тән, һеңле­кәште ҡалдырып, ҡайтыу яғына ҡуҙғалырбыҙ инде. Ауылыбыҙ, ана, Мағаш тауы аръяғында ғына, машинала ярты сәғәтлек кенә юл.

Тышта рәхәт. Яҙғы тәмле һауа һу­лап туйғыһыҙ. Ауылға терәлеп торған урмандан ҡоштар тауышы ишетелә. Тынсыу бүлмәлә зарығып ултырғанмын икән. Ярты табын тышта йөрөй ҙәһә. Ана, аласыҡ эр­гәһендәге ҙур көҙгө тирәһендә бөтөрөлгән ике йәш ҡоҙаса нин­дәйҙер ҡыҙыҡ табып көлө­шә. Солан буйындағы ҙур эскәмйәгә ҡунаҡлаған урта йәштәрҙәге өс ир Украиналағы һуңғы хәлдәр хаҡында уфтанып гәп һата. Үҙҙәре теге һы­лыуҡайҙарҙан күҙҙәрен дә алмай. Ай-һай, тиңдәштәр, уфтаныуығыҙ украин халҡы яҙмышын ҡай­ғыртыуҙанмы икән? Ҡырымдағы хәл­дәрҙән би­герәк ҡоҙасаларҙың буй-һыны нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра буғай һеҙ­ҙе? Мин дә улар янына ыңғайлайым. Бынау буйға ла, арҡырыға ла бер сама ҡоҙа – ке­йәүҙең ағаһы шикелле. Бигерәк тел­дәр. Белмәгән нәмәһе юҡ. Һүҙ яйлап йәштәргә барып терәлә.

– Рәфис ҡусты менән киленгә ҡа­ла инде был донъя, атай менән әсәй­ҙең васыяты шулай, – тине кейәүҙең ағаһы моңһоу ғына. – Үҙҙәренең генә ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды.

Кейәүҙең ғаиләлә төпсөк булыуы хаҡында әйткәйнеләр инде. Ата-әсәһе уны, ҡырҡтың өҫтөнә баҫҡас, ағаһы әйтмешләй, ҡартайған көндә тапҡан. Ун йәшендә атаһы, ун ете йәшендә әсәһе донъя ҡуя. Ошондай ожмах тө­бәгендә лә яман шеш зәхмәте килеп сыҡһын әле. Хәле тамам хөртәйгәс, табиптар ҙа, ғүмере өсөн көрәшеүҙең файҙаһыҙ булыуын аңлап, әсәһен ауылға ҡайтарырға ҡушҡан. Бер ай йәшәр, тиһәләр ҙә, йылдан ашыу әжәл менән серәшеп көрәшкән әле ул. Был мәлгә инде барлыҡ балалары ла башлы-күҙле, үҙ донъяһын ҡороу менән мәшғүл булғас, ара-тирә ҡайтып торалар, янында әлеге кинйәһе ҡала. Түшәктә ятҡан әсәһен эргәһенән китмәй ҡарай буласаҡ кейәүебеҙ, ул йыл урта мәктәпте тамамлаһа ла, бер ҡайҙа ҡуҙғалмай, әсәһен, ауылдағы донъяһын яңғыҙы көтә. Хәле насара­йып, үлем һулышын һиҙенгән әсәй ке­ше барлыҡ балаларын саҡыртып ала.

– Берүк үҙ-ара татыу йәшәгеҙ, донъяны таратмағыҙ, Рәфискә ярҙам итегеҙ, – тигән васыятынан һуң күҙҙәрен йома.

Ҡоҙа һөйләп бөткәс, тәү күргән­дәй, йортто, ихатаны күҙҙән үткәрәм. Йорттоң эсе-тышы балҡып тора, әллә ни яңы булмаһа ла, нигеҙе ныҡлы, йәштәрҙең ғүмеренә етерлек. Ҡы­йығындағы йәшелләнгән шифер ғына өйҙө йәмһеҙләп тора. Уныһы ғына төҙәтерлек хәл. Баҡсалары тулы – емеш-еләк ағастары, улар хатта оло баҡсаның яртыһын биләй. Беҙҙең яҡтарҙа үҫһә лә, үҫмәһә лә баҡса тултырып бәрәңге сәсеп мәшәҡәтлән­гән булалар ҙаһа. Бик егәрле кеше­ләр донъя көткән бында, һуңғы йылдарҙа йүнләп йәшәлмәгән тип кем әйтер?

Шул мәл ҡайҙандыр пәйҙә булған күгәрсен ҡыйыҡ аҫтындағы арҡыры таҡтаға ҡунды ла тирә-яҡты күҙәтә башланы.

– Белә-белгәндән бирле шул урынды күгәрсендәр төйәк иткәйне, әсәй донъя ҡуйғас, улар ҙа юҡҡа сыҡ­ҡайны, – тип уфтанып ҡуйҙы ҡоҙа, минең ҡарашты шәйләп, унан ҡорт саҡҡандай ҡапыл һикереп торҙо. – Ҡара әле, ҡоҙа, ҡара, аҡ башлы күгәр­сен түгелме һуң?

– Аҡ башлы һымаҡ шул, – тим уның ниңә сәбәләнеүен аңлай алмай.

– Аҡ шул, ап-аҡ башлы бит ана, – тәүге тапҡыр машинаға ултырып елдергән малайҙай ҡыуанған ҡоҙа йөрәк­һенеп китте. – Беҙҙең өйҙә элек шундай күгәрсен йәшәне бит, кире ҡайтмағандыр ҙа, ә?

Ҡоҙаның тауышы ҡалтыранып ҡуй­ҙы. Мин өндәшмәйем. Бындай саҡта әйтер һүҙ табып булмай бит ул.

– Ундай күгәрсенде башҡа бер ҡайҙа ла осратҡаным булманы, – тип дауам итте бер аҙ тынысланған ҡоҙа. – Беҙҙең яҡтағы күгәрсендәр барыһы ла күк төҫтә бит, игеҙәк балалармы ни, ә быныһының башы – аҡ!

– Әйҙәгеҙ өйгә, апайым һүҙ әйтә, – тип өй ишеген асып ҡысҡырҙылар. Ҡоҙа ҡыйыҡ башына йәнә бер моңһоу ҡараш ташланы ла өйгә ыңғайланы:

– Апайым һөйләй, ти бит, әйҙә, көттөрмәйек.

Был йортта олоно оло итә беләләр буғай. Ана бит, апай тигәс, нисек йәһәт ҡуҙғалды.

– Рәфис ҡустым, килен, туғандарым, ҡоҙалар! Киленгә бер аманатты тапшырырға ваҡыт. – Рәфистең оло апаһы сумкаһынан инде һарғайып бөткән конверт килтереп сығарҙы. – Был конвертты туй көнөндә килен ҡулына бирергә әсәйем ҡушҡайны.

Туҡтауһыҙ геүләгән мәжлес ҡапыл тынып ҡалды. Кемдер ҡулындағы ҡалағын иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе, эргәлә аяғүрә баҫып бокалдарға шарап ҡойған ҡыҙмасараҡ ҡоҙа ултыра төштө.

– Эйе шул, әсәйем ҡушҡайны, бынан тап һигеҙ йыл элек, – тип ҡабатланы өлкән ҡоҙаса, унан табындағы бар кешенең бер булып уға төбәлгән ҡарашы аҫтында конвертты килененә һуҙҙы. Тулҡынланыуҙан биттәре уттай янған кәләш, ярҙам һорап, кейәүенә төбәлде. Уныһы иһә конвертҡа ҡараған да ҡатҡан, нәмәлер әйтер хәлдә түгел һымаҡ.

– Килен, асайыҡмы, әллә аҙаҡ үҙең генә уҡыйһыңмы? – тип һораны өлкән ҡоҙаса. Был табында ул ғына тып-тыныс ине буғай.

– Асайыҡ, – тип ишетелер-ишетелмәҫ шыбырҙаны килен.

Өлкән ҡоҙаса, ҡайсы һоратып алып, конвертты асты. Эсенән һаҡлыҡ менән генә ҡағыҙ битен тартып сығарҙы ла шылт иткән дә тауыш сыҡмаған өй эсен яңғыратып уҡый башланы:

«Һаумы, киленем, ҡыҙым! Улымды яратыуыңа, үҙеңә иш итеүеңә рәхмәт. Һин миңә уның кеүек яҡынһың, ҡәҙерлеһең.

Рәфис улым шул тиклем көтөп алған бала булды. Өлкән ҡыҙымдың туйын үткәргәс, ағалары ҙурайыңҡы­рағас тыуҙы ул. Шундай һөймәлекле малай ине. Аталары күтәреп кенә йөрөтөр, эштән, улымды һағындым, тип йүгереп ҡайтыр ине. Ҡартайған көндө атайлыҡ хисе уянды, тип аптырата торғайны, үҫә төшкәс, үҙенән бер тотам ҡалдырманы. Ғүмере ҡыҫҡа булырын һиҙеп ашҡынғандыр. Ата­һынан ун йәштә генә ҡалды шул Рәфис. Эй ул хәсрәтле саҡтар! Бер мәл мәктәптә ағастан мылтыҡ эшләр­гә ҡушҡандар ҙа, булаша торғас, Рә­фис баш бармағын ныҡ итеп сапҡан. Ярай әле һөйәгенә теймәгәйне. Ҡу­лын бәйләнем, үҙен һис тынысланды­ра алмайым. Тубыҡтарыма ҡапланып, атай, тип иланы ла иланы. Ауыртыу­ҙан бигерәк атаһын һағыныуы үҙәге­нә үткәндер инде балаҡайымдың.

Шунан алып уның күҙ йәштәрен күрмәнем. Ағалары, апалары ҡайтып ярҙам итеп торҙо, балаларымдың, кейәү, килендәремдең барыһы менән дә ризамын, Хоҙайымдан, барығыҙға ла тәүфиҡлы оҙон ғүмер бирһен, һуңғы сәғәттәренә тиклем үҙ аяҡтарында йөрөһөндәр ине, тип ялбарам. Үҙ аяғыңда йөрөү икән шул иң ҙур бәхет. Түшәгеңдән үҙ йомошоңа ла тора алмай, улыңдың күҙенә ҡарап ятыуҙары ҡыйын. Ә Рәфис балаҡа­йым бер ҡарашы, ымы менән дә ризаһыҙлығын белдермәй. Инде ҡалған ғүмере ҡыуаныста үтһен ине бала­ҡайымдың.

Рәфисемдең туйын күреп, уның ишен табыу шатлығына ҡыуанырға бик-бик теләгәйнем дә, насип булмағандыр инде. Һыҙланып ятҡан саҡтарҙа шул көндәрҙе еткереү өмөтө генә көс биргәндер миңә.
Килен! Ирҙәр улар ҡартайғансы сабый булып ҡала, сабыр бул! Ошо балдаҡты һиңә тип алғайным, оҡшатһаң, кейеп йөрөрһөң! Рәфис! Ҡатын-ҡыҙ ул сәскә кеүек, ҡояш, ямғыр һымаҡ наҙ, һөйөү күберәк булған һайын матурлана, нурын күберәк сәсә, киленде һаҡлап ҡына йөрөт. Бәхетле булығыҙ! Пар кү­гәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәгеҙ. Фатиха һеҙгә!»

Ҡалтыранған тауыш менән хатты уҡып бөткән ҡоҙаса конверт эсен йәнә ентекләп ҡарап, унан балдаҡ тартып сығарҙы. Хатты һеңлекәштең ҡулдарына тотторҙо ла балдаҡты бармағына кейҙерҙе. Ҡосаҡлаштылар ҙа… илап ебәрҙеләр. Күҙҙәренә йәш тулған кейәү иһә хаттан күҙен дә алмай ҡатып ҡалған. Өйҙә артабан ҡа­лыу мөмкин түгел ине. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылғас, бер ҡоҙаға эйәреп, урамға сыҡтым. Бер аҙҙан башҡалар ҙа ҡуҙғалды. Күңелдә – ниндәйҙер ауыр һағыш, тынысланыр өсөн оло баҡса тирәләй урап килергә булдым. Туйҙағыларҙың үҙ-ара һөйләшеүе яҙа-йоҙа бында ла ҡолаҡҡа салына.

– Улын килененә тапшырып китте инде, хатын хәс тә бөгөн яҙғанмы ни?

– Вафатынан өс көн алда ғына яҙған ти бит!

– Ғүмере буйы аҡылы алдан йөрөнө уның!

– Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы шул.

Баҡса артында ҡоштар һайрауын тыңлап бер аҙ торғас, кире боролдом. Мунса янынан үтешләй шул яҡтан килгән тауышҡа һиҫкәнеп, ирекһеҙ­ҙән күҙ һалдым. Мунса соланы асыҡ тора. Киң эскәмйәлә һеңлекәш улты­ра. Ә кейәү уның тубыҡтарына ҡап­ланған да һулҡылдап илай. Һеңлекәш йәшле күҙҙәрен һөртә-һөртә кейәү­ҙең сәстәренән һыйпай. Бәғзе ирҙәр йәмһеҙ итеп илай бит ул, тамағынан ниндәйҙер иңрәү генә сыға.

Уларҙың күҙенә салыныуҙан тартынып, өй яғына йүнәлдем. Ишек алды тулы кеше, халыҡ таралышырға йыйына. Гөрөлдәгән тауыш ишетеп, ирекһеҙҙән башымды күтәрәм. Өй ҡыйығы аҫтындағы ояла хәҙер инде ике күгәрсен гөрөлдөгө сыға. Бер инеп, бер сығып, ниҙер ташыйҙар, бер туҡтауһыҙ хәбәрләшәләр. Ошо урынды төйәк итергә уйлайҙар буғай…

Читайте нас: