Все новости

Ҡәҙер кисендә

Хикәйә - Арыным!!! Ялҡтым шул тиклем ошо донъяһынан!!! Сәсрәп кенә китһен барыһы ла...

Баянан бирле һарай иҙәненә туңып ҡатҡан мал тиҙәген ҡумшытып сығара алмай маташҡан ҡатын ҡулындағы көрәген йән асыуына атып бәрҙе лә, эсендәге кисерештәренә сыҙай алмай, бөгөлөп төштө. Сүкәйеп ултырған еренән үкһеп илап ебәрҙе. Шаҡылдап һарай мөйөшөнә барып бәрелгән көрәк тауышынан ҡото алынған ҡарт әтәс елп итеп ситкә һикерҙе, уның артынса оло ғауға ҡуптарып кемуҙарҙан ҡытҡылдашҡан тауыҡтар тирә-яҡҡа һибелделәр. Оло кинәнес менән ялҡау ғына көйшәнеп торған Сәстекәй хатта көйшәүенән туҡтап:

-Аһ-аһ, был ни ҡыланыуың шул? – тигән кеүек хужабикәһенә башын борҙо. Миңлегөл субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен курткаһының еңенә һөрттө, йомшарып киткән танауын мышҡылдатып тарта-тарта һыйырының янына килде.

- Эй, аңламайһың шул хәлдәремде, малҡайым, - тип уның һыртынан яратты, муйын тирәһен һыйпаны. Шул арала эске яҡтан сабырһыҙланып быҙауы тауыш бирҙе. - Хәҙер, хәҙер һауам. Һуңлап киттем шул бөгөн, - тип ҡапыл бөтә эштәре иҫенә төшөп ҡабаланып китте ҡатын. Күнегелгән хәрәкәттәр менән йәһәт-йәһәт Сәстекәйҙең еленен йылы һыу менән йыуҙы, быҙауын ҡушып һәр имсәген тылҡытып һөт төшөрттөрөп айырып бәйләне. Сәстекәйе һаман да үҙенә ынтылған бәләкәсен иркәләп ялай башланы, ә Миңлегөл бағана башына түңкәреп ҡуйылған биҙрәһен ынтылып ҡына алды ла һауырға ултырҙы. Буш биҙрәнең төбөнә һөттөң тәүге тамсылары туп та туп килеп бәрелде, улар Миңлегөлгә “Бушҡа-бушҡа, заяға үтә ғүмерең”, - тип таҡмаҡлаған кеүек тойолдо. Ана һытылам, бына һытылам тип кенә торған күңелкәйе тағы тулып китте... Таҫыллы хәрәкәттәр менән ҡулдары гөбөрләтеп һыйыр һауа, ә эре-эре күҙ йәштәре эркелеп сығып сикәһе буйлап аға. Тыйманы үҙен был юлы Миңлегөл, туйғансы иланы... Уйҙары ғына сабышып әллә ҡайҙарға сығып китте...

...Ире менән бәхетле йәшәнеме икән Миңлегөл? Өҙөп кенә “Эйе”, -тип тә әйтә алмай, “Юҡ”,- тиһә күптән һөйәктәре сереп бөткән иренең рухы рәнйер һымаҡ. Йәше үтеп китеп, ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалмаҫ өсөн генә сыҡты шикелле ул Илсенгә. Ҡайһы бер ҡатындар һымаҡ иренән алтын-көмөш, затлы кейем таптырып, байлыҡ тип иҫе китеп барманы. Кешенән әллә ни артыҡ йәшәмәһә лә, ас та ултырманы, кәм-хур итеп тойманы үҙен Миңлегөл. Ғәҙәти генә, әҙәмсә йәшәнеләр. Ауылса инде... Илсен уға өйләнгәндә техникум бөтөрөп, күрше-тирә биш ауылды ветврач булып хеҙмәтләндерә ине. Күрше Ғәйниә әбей әйтмешләй, “мал духтыры”. Ана шул һөнәре башына етте лә инде үҙенең. Өйләнешкәс, бәләкәйерәк булһа ла өй һалып сығып, “Башҡаның башы ауырымай” тип ҡайны-ҡәйнәләренән айырымланғайнылар. Артабан бер-бер артлы малайы, ике ҡыҙы тыуғас, йәш ир дәртләнеп китеп төп өйҙө төкөтмә менән ҙурайтты, балаларының һәр ҡайһыһына бәләкәйерәк булһа ла бүлмәләр эшләне. Миңлегөл кейәүгә сыҡҡандан алып бер ҡайҙа ла эшләй алманы, өйҙә ире тапҡанды ризыҡҡа әйләндереп, мал-тыуарға күҙ-ҡолаҡ булып ултырҙы. Ултырҙы тип әйтеүе генә рәхәт ауыл тормошон белмәгән кешегә! Ире таң һарыһынан сығып китә, ҡара төнһөҙ ҡайтып инмәй. Ал да юҡ, ял да юҡ. Бик һирәк кенә эләккән бушыраҡ ваҡыттарҙа өйгә үк килеп: “Һыйырым быҙаулай алмай интегә бит әле, ярҙам итеп кенә ебәр”, -тип күҙенә генә мөлдөрәп торған кешегә нисек “Юҡ” тиһен инде безотказный Илсене? Алдына яһап ултыртҡан сәйен дә эсеп бөтмәй, һәр ваҡыт ишек төбөндәге ҙур сөйҙә бөтә кәрәк-ярағы менән элеүле торған йышылып бөткән күн сумкаһын эләктерә лә ҡабаланып-ҡарһаланып сығып йүгерә.

- Как будты дәрескә һуңлай инде, сәғәте-минуты менән эшләй торған эш түгел дә һуң. Исмаһам, йүнләп ашап та өлгөрмәне, - тип үҙ алдына һуҡранған Миңлегөлдө ишетмәй ҙә. Биш ауылдың иҫәпһеҙ-хисапһыҙ һыйыр малы, тана-торпоһо, һарыҡ-кәзәләренә вакциналар яһап, укол ҡаҙап, анализдар алып, йыл әйләнәһенә көн тимәй, төн тимәй уларҙы быҙаулатып-бәрәсләтеп, үҙенең балаларының бер-бер артлы нисек тәпәй баҫҡанын да күрмәй ҡалды... “Мәмәй, тәтәй” тип телдәре асылғанын да ишетмәне, кескәй генә йылы ҡулдарынан етәкләп, исмаһам, береһен дә беренсе класҡа алып барманы, нисек уҡыуҙары менән дә ҡыҙыҡһынырға ваҡыт тапманы! Уның өсөн эше гел беренсе урында торҙо. Ә өйҙә, өйҙә ней, ҡатыны бар, тылы ныҡ. Ҡасан ҡайтып инһә лә, ашы бешкән, сәйе ҡайнаған, өҫтө-башы йыуылған, мал-тыуары, бала-сағаһы ҡараулы. Тик ауыл ерендә һәр бер эшкә валюта урынына йөрөгән “зәм-зәм” һыуы Илсенде ныҡ боҙҙо...Йәшерәк сағында, дәрт-дарманы ташып торғанда, кистән күпме эсһә лә, иртәнсәк “тып” итеп килеп тора, таң һыҙылыр-һыҙылмаҫ үҙенең ихата тирәһендә ауырыраҡ эштәрен дә емертеп эшләп өлгөрә, ата-әсәһенекенә лә етешә ине. Тик кеше организмы ғына мәңгелек түгел шул, гел генә ҡыҙмаса булып “бер төрлө” генә йөрөгән Илсен биреште яйлап. Иртәнсәк бахмурҙан баш төҙәтмәйенсә яҙылып китә алмай башланы. Элек төп эшенән тыш ағып-тамып торған “ҡалым” эштәренә, ғаиләһен, бала-сағаһын уйлап, аҡсалата һорап ала ине. Хәҙер “аҡбашҡа”, уныһы булмаһа, “кәпәс әбей” Ғәйниәнең төнө буйы тамсылап аҡҡан тереһыуына ла риза була башланы. Һуңғараҡ сират ауыл кибетендәге кәштәләрҙә йылтырашып ултырған егерме тәңкәлек тройной одеколонға ла етте... Ә бер көндө иртә менән яңылышып ҡына кистән эсеп бөтмәгән шешә төбөндәге сәмәй урынына уксус эсеп, Миңлегөлдө өс бала менән зар илатып ҡалдырып китеп тә барҙы...

-Эх... яңылыштым бит, бисәкәй...- тип эсе яныуына сыҙай алмай ыуаланған Илсенгә ҡарап Миңлегөл бына әлегеләй бөгөлөп төшөп илағайны. Ауылдың теге осонда йәшәгән фельдшерға ҡасан йүгереп барғансы, 60-70 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенән тиҙ ярҙам машинаһы килеп еткәнсе апаруҡ ваҡыт үтте. Ҡотҡара алманылар ирен, ашҡаҙаны ҡурҡыныс булып янған, тинеләр.

36 йәшендә өс бала менән тороп ҡалды Миңлегөл. Оло малайына – тулыр-тулмаҫ ун ике, унан ҡала тыуған ҡыҙына – ун, кинйәкәйенә ете йәш тулып ҡалды. Донъяһының күптән яйға һалынған бер төрлө ағышына күнеккән, бөтә нәмәлә лә иренең ныҡлы арҡаһына ышыҡланып, уның һүҙенән сыҡмай өйҙә генә ултырған Миңлегөлдөң аяҡ аҫты ишелеп төштөме ни! Ҡара ҡайғыһынан күҙе томаланып бер ни күрмәҫ, бер ни ишетмәҫ булды. Аңы инерле-сығырлы йөрөп, нисек Илсенен ҡара гүрҙәргә алып барып тыҡҡандарын да иҫләмәй, өсөн, етеһен уҡытҡандарын да яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Ни тиһәң дә, күп кешегә яҡшылығы тейҙе шул иренең: иҫәпһеҙ-хисапһыҙ алыҫ-яҡын туған-тыумасаһы, күрше-тирә, дуҫ-иштәре, бергә уҡыған класташтарынан өй эсе шығырым тулы булды. Илсенде ҡуйғандан һуң ун көнләп ваҡыт үткәс иҫенә килгәндәй булды Миңлегөл...

***

...Ниңә һунарға килгәненә үкенә башланы Ғәҙел. Иртәнсәк кенә ялтырап көлөп торған көн төштән һуңға күҙ менән ҡаш араһында боҙолдо ла ҡуйҙы. Ҡайһы арала күҙ асҡыһыҙ буран сыҡҡандыр, ул шул арала шәбәйгәндән-шәбәйеп, ер менән күкте тоташтырып ҡар яуа башланы. Ғәҙел борсолоп ян-яғына ҡаранды, ҡуйы ҡар шаршауы аша биш-алты аҙымдан бер ни ҙә күренмәне. Заманында бергә эшләгән иптәштәре менән әҙ ҡыҙырманы ул был урмандарҙы. Күмәкләп тә, яңғыҙы ла, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, иңен-буйын һыпырып йөрөп сыҡҡаны бар ошо тирәнең. Һунарға тип төбәп килһә лә, төп маҡсаты – тәбиғәт менән бер бөтөнлөгөн тойоп, шау-шыулы ҡаланың бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығыһынан әҙгә генә булһа ла йәшенеп-ҡасып, күңеленә һиллек өҫтәп, йәненә ял алып ҡайтыу. Хәҙер, хаҡлы ялға сыҡҡас, дүрт-биш йыллап килгәне юҡ ине. Ҡатынының хәйерһеҙ рак сиренә дусар булып ваҡытынан алда үлеп ҡалыуы, бер бөртөк кенә улының Себер тарафтарына әҙерәк кенә әҙәмсәрәк аҡса эшләйем тип китеп, сит-ят тарафтарҙа тамырланып-төпләнеүе – барыһы ла ирҙе күптәнән көйләнгән, бер көйгә һалынған йәшәү рәүешенән сығарҙы.Бигерәк тә һуңғы арала, нишләптер, ятһа ла, торһа ла күңеле тыуған яҡтарына, бала сағы үткән ерҙәргә тартты ла торҙо. Бөгөн таң һыҙылыу менән, иләҫ-миләҫ килеп, төпкө бүлмәһенең тимер сейфында ҡасандан алып тейелмәй бикле торған мылтығын алды ла биштәренә арлы-бирле тамаҡ ялғағандай ғына ризыҡ һалып сыҡты ла китте ауылына. Был юлы иптәш итеп бер кемгә лә әйткеһе килмәне: әллә ҡасандан яңғыҙы ғына йәшлек эҙҙәре ҡалған тыуған яҡ урмандарын айҡап сыҡҡыһы килгәйне. ”Эй, уңмаған!” – тип эстән генә үҙен һүгеп алды, көндөң былай аламаланып китерен белһә, ике аяғының береһен дә баҫмаҫ ине урманға, бер-ике көнгә атай нигеҙендә йәшәп ятҡан алыҫыраҡ булһа ла туған тейешле энекәшендә туҡталыр ине. Туҡта, былай булмай, тәүҙә ҡайҙа йөрөгәнлеген белеп алырға кәрәк. Ғәҙел, борсолоп, тирә-яғын ҡараштырҙы, ҡайһы ерҙә икәнлеген аңлай алмай бергилкем аптыранып торҙо. Ә ел күҙ алдында көсәйгәндән-көсәйҙе. Өйөрмә ҡарҙы туҙҙыра ғына, услап-услап өҫкә-башҡа һирпә, күҙ асҡыһыҙ буран ҡот осҡос тауыштар сығарып олой, ағастарға бәрелеп шаша, ҡырағай тауыштар сығара. Уның самалауынса, тиҙҙән ҡараңғы төшә башлаясаҡ, шуға тиклем ышығыраҡ урын табып ҡалырға кәрәк. Ҡайҙан беләһең, бәлки, төндө урманда үткәрергә лә тура килер. Шуға күрә иң беренсе был асыҡлыҡтан сығырға кәрәк. Ғәҙел тоҫмаллап ышығыраҡ ергә ынтылды. Урман эсендә, ысынлап та, буран әҙерәк тымған кеүек булды, тик ағас баштарының шомло шаулауынан ғына, уның һаман да ҡотороуон тойорға була. Ошо тау итәгенән өҫкәрәк менеп ҡарамағанда, бәлки, ҡайһы тирәлә өйөрөлөүен асыҡлап булыр...

...Бәй, анауында, ҡаршы тау итәгендә, ҡар шаршауы аша нимәлер ялпылдаған кеүек тә һуң! Ғәҙел, үҙенә маяҡ итеп ҡарт ҡарағас ағасын билдәләне лә, табанына йәш йылҡы малының тиреһен ҡағып эшләгән яҫы һунарсы саңғыларында еңел генә шыуып төшөп китте. Урман ышығынан сығыу менән йәнә шашып-ҡоторонған ҡар бураны уны үҙ ҡосағына алды. Күҙ асҡыһыҙ зәһәр ел кейемен тартҡысланы, битенә услап-услап ҡар һирпте. Йүнәлешенән яҙлыҡмаҫ өсөн, ваҡыты-ваҡыты менән башын күтәреп, баяғы ҡарт ағасҡа ҡарап-ҡарап алды. Тағы әҙ генә, тағы саҡ ҡына, тип үҙ-үҙен дәртләндерә-дәртләндерә алға ынтылды. Әһә, бына бит, урмансыларҙың ағас йыҡҡан урындарына килеп сыҡты. Моғайын, бөгөн диләнкәләрендә ағас йығып, ботаҡтарын ботап, бер юлы ҡыйҙарын таҙалап-яндырып йөрөгәндәрҙер инде. Буран сығыр булғас, ҡабаланышып ҡайтып киткәндәрҙер, ана, әле гусеницалы трактор юлын ел һәйбәтләп күмеп тә өлгөрмәгән. Эре-эре ҡарағай, ҡайын ботаҡтарын өйөп яндырып киткән бер нисә урында быҫҡып ут янып ята ине, көслө елгә шуның береһе ялпылдап янып киткән инде. Ғәҙел ҡыуанып китте, былай булғас, эштәр бик үк хөрт түгел... Тиҙ генә арҡаһындағы биштәрен ысҡындырып ағас ботағына элде лә эшкә тотондо. Иң тәүҙә, ҡараңғы төшмәҫ борон, утты һүндермәү сараһын күрергә кәрәк. Йәһәтләп унда-бында көрт аҫтында ятҡан ботаҡтарҙы йыйып утҡа яҡыныраҡ килтереп өйҙө, бер нисәһен ут өйөмөнә ырғытты.Ылыҫлы ботаҡтар шунда уҡ күңелле генә сытырлап яна ла башланы. Ғәҙел тик шул минутта ғына үҙенең ғәйәт ныҡ асыҡҡанлығын тойҙо. Биштәренән һәр саҡ урманға үҙе менән алып йөрөгән йышылып бөткән иҫке котелогын килтереп сығарҙы, уға таҙа ҡар тултырып иретте лә сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Икмәге туңған ине, шулай булһа ла, эҫе сәй менән хәтәр шәп булып ҡалды, биштәр төбөндәге ҡалған аҙыҡ-түлеген хатта ҡыбырлатып та ҡараманы, сөнки бөтә нәмәһе лә туң ине. Ҡайнар сәйҙән талсыҡҡан тәненә йылы йүгерҙе, быуындары буйлап рәхәт тулҡын үтте. Ҡуҙғалмай ғына ут янында ойоп ултыра биргәс, йоҡоға тарта башланы. Ғәҙелдең иҫенә баяғы трактор юлы килеп төштө, ныҡ ҡараңғы төшмәҫ борон юлдарын ҡыуып ҡарағанда инде...Ҡайһы ауылдыҡылар булды икән? Был тирәләрҙе биш бармағы кеүек белә ул, ҡайҙа икәнлеген самалап ҡына алһа, төндө урманда үткәрмәҫ ине. Башына килгән был уйҙан Ғәҙелдең шундуҡ йоҡоһо осто, дәртләнеп һикереп торҙо ла, биштәрен кире йүнәтеп арҡаһына элде. Донъя хәлен белеп булмай: “Ҡасып китһәң дә сәсеп кит”, - тиҙәр. Әйләнеп килергә тура килһә, утһыҙ төн үткәреүе бәлә булыр, тип эре-торо ботаҡтарҙы ҡутарғансы утҡа ырғытты. Унан утҡа ҡарап барыр йүнәлешен дә билдәләүе еңелерәккә тура килер.

Ышыҡта гусеница эҙҙәре беленеп ятһа ла, асыҡ урынға сығыу менән юғалды. Тик йәштән һунар ҡомары менән янған Ғәҙел юғалып ҡалманы, тракторҙың ҡайһы яҡҡа китерен самалап, бер нисә йүнәлешен тикшереп ҡарарға булды. Асыҡлыҡтың ситенән уратып урман эстәрен ҡарап сыҡты, күҙ бәйләнә башлауға, ул буран ҡаплап өлгөрмәгән беленер-беленмәҫ кенә булып ятҡан трактор юлын табып алғайны. Ғәҙелдең эсенә йылы йүгерҙе, ниһайәт, ул үҙенең ҡайҙалығын самалап алды. Һай-һай-һай, ҡайһылай йыраҡ барып сыҡҡан да һуң! Еңел машинаһын ҡалдырып киткән асфальт юл буйынан яҡынса ғына самалағанда ла, ун-ун бишләп саҡырым тирәһендә ятҡан күрше ауылға төшөргә була. Иң яҡыны шул ауыл, башҡаса бер ниндәй ҙә төн үткәргәндәй ышыҡ урын табып булмаясаҡ. Ҡайҙа икәнлеген аңлағас, Ғәҙел әллә ни борсолмай башланы, ни тиһәң дә, элекке оҫта саңғысы бит әле! Хаҡлы ялда булһа ла, формаһын юғалтмаған әле, эш урынында заводтың данын яҡлап әле булһа спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, йәштәреңде лә һемәйтеп ҡуя әле ул. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ маҡтау грамоталары, быяла кәштә эсенә ҡәҙерләп теҙеп ҡуйған кубоктар, өҫтәл тартмаһындағы ҡуш услап алып йөрөгәндәй алтын-көмөш миҙалдар шул турала һөйләй. Урман эсенән туранан-тура тартып, үтә ныҡ көсәнмәй генә, һалмаҡ аҙымдар менән үҙе генә самалап-тоҫмаллап белгән йүнәлеш менән Ҡурғашлы ауылына ҡарай ҡуҙғалып киткәндә ныҡлап ҡараңғы төшкәйне.

***

...Миңлегөл иртәнсәк бер “һытылып” алғас, нисектер еңеләйеп, бушанып ҡалған кеүек тойҙо үҙен. Илай алмай ғына йөрөгән икән... Гүйә, бөтә ҡайғы-хәсрәте шул күҙ йәштәре менән аҡты ла китте. Буранлап торһа ла, илле-алла менән тигәндәй йүгереп йөрөп мунса яғып ебәрҙе, ни тиһәң дә, бөгөн ҡәҙер кисе бит: керҙәрҙе йыуып, өйҙө таҙалап, үҙенә лә ҡойоноп-сафланып алырға кәрәк. Дин юлында булмаһа ла, ошоноң кеүек йолаларҙы, бар ихласлығын һалып, күңеле ҡушыуы буйынса атҡара Миңлегөл. Бәлки, район үҙәгендә эшләп йөрөгән малайы ҡайтып төшөр. ”Әсәй, мунса, мунса кәрәк! Сабынырлыҡ булһын, эҫе итеп яғырһың, йәме...”, - ти ҙә тора бит. Һағына инде ауыл мунсаһын, йүкә миндегенә мәтрүшкә, аҡ сәскә ҡушып бәйләп тороп сабынырға ярата бәләкәй генә сағынан. Ҡыҙы хәҙер баш ҡалала юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөй. Быйыл, әсәһе ризалыҡ бирмәһә лә, өгөтләп-күндереп, бәләкәс ҡустыһын үҙе янына башҡорт лицейына алып барып урынлаштырҙы. Шулай итеп, Миңлегөл япа-яңғыҙы тороп ҡалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ире үлгәндән һуң, ни тиклем ауыр булһа ла, малдан өҙөлмәҫкә тырышҡайны. Балалары янында саҡта күмәкләшкәнгә генә беленмәгән икән, яңғыҙы ҡалғас, мал ҡарауы ауырыраҡ була башланы. Шулай ҙа бирешмәй әле Миңлегөл, малдан да яҙһаң, ауыл ерендә, ана инде... Былай исмаһам ите-һөтө, май-ҡаймағы үҙенеке, һатып алырға түгел. Балаларына ебәрергә лә етә, ҡайһы берҙә арттырып һатыуға ла сығара әле. Йән биргәнгә йүн биргән, тип тормош шулай көндәлек мәшәҡәттәре менән әүрәтеп-алдап, көн артынан көн тәгәрәтеп китеп бара. Ире үлгәндән һуң бер нисә тапҡыр һоратып килһәләр ҙә, Миңлегөл бер кемгә лә ҡалҡып ҡараманы. Нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырырға тырышып өҙгөләнде, бер туҡтауһыҙ сапты ла йүгерҙе. Ауылдаштары ғына түгел, хатта ҡайһы ваҡыт үҙе үҙенә аптырап китә: иренең арҡаһына ышыҡланып өйҙә генә ултырған “өй тауығы” нисек үҙгәрҙе, ә?.. “Нужна ҡалас ашата” тигәндәре шул булалыр, күрәһең... Тик быйыл донъяһында япа-яңғыҙы ҡалғас, ҡапыл шаулап-гөрләп торған тормошо һүрәнләнгән төҫлө булып китте. Өйгә инһә лә янғыҙ, сыҡһа ла бер үҙе... Көнө, ярай, төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән нисек тә һиҙелмәй ҡала, бына оҙон ҡышҡы төндәрҙе үткәреүе ҡыйын. Олоғайған һайын йоҡо ла ҡыҫҡара икән, күҙен дә йоммай түшәмгә ҡарап таң аттырған саҡтары йышайҙы һуңғы арала. Шуға Миңлегөл элек бәйләм тип иҫе китеп бармаһа ла, һуңғы арала шул һөнәргә оҫтарып китте. Күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе йомолоп, йоҡо баҫҡансы ҡулынан төшөрмәй эш эшләй. Бер файҙа, башы мендәргә тейеү менән йоҡлап китә. Бөгөн дә улын көттө-көттө лә: “Бынауындай буранда ҡайта алмағандыр”, - тип мунсаға барып эре-торо керҙәрен йыуып элде. Улы уйламаҫтан ҡапыл килеп төшә-ҡалһа, һыуынып ҡуймаһын тип көйрәп ятҡан торонбаштарҙы ҡар өҫтөнә сажлатып сығарып ташланы, мейесенең йүшкәһен баҫып ҡуйҙы. Хәҙер таңға тиклем дә йылы тора ул мунсаһы. Кискелеккә малайы яратҡанса өй һалмаһы ҡырҡып әҙерләгән ашын, ҙурыраҡ тимер сеүәтәгә һалып, өҫтөнә өлөшләп итен, ҡаҙы-ялын төшөрҙө лә : “Асығып ҡайтып инһә, һыуынмай ғына торһон”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, тышынан иҫке дебет шәле менән уратып йылы мейес өҫтөнә ултыртты. Таңға тороп индереүе ҡыйын булыр тип, бер сыҡҡанында ҡоро, икенсеһендә быйыл ғына ташып ҡырҡылған сей ҡайын утын ҡосаҡлап индерҙе, тоҡандырып ебәреүе еңелерәк булһын өсөн мул итеп туҙ һыҙырып әҙерләп ҡуйҙы. Эштәрен тамамлағас, йылы мейескә арҡаһын терәп ултырып, тыштағы бер туҡтауһыҙ ыжғырған буран тауышына ҡолаҡ һала-һала кисә генә бәйләй башлаған шарфын ҡулына алды. Телевизорҙан бер алып барыусының муйынында күреп ҡалып, ҡыҙыҡ өсөн генә төрлө ептәрҙән бәйләп ҡыҙына бүләк иткәйне, хәҙер күрше-тирә бер-бер артлы, сират тороп бәйләтергә булды ла китте. Әҙ-мәҙ булһа ла килеме килеп тора, исмаһам, уҡып йөрөгән балаларына иш янына ҡуш булыр, тип тырыша Миңлегөл.

...Ҡулдарына күҙ эйәрмәй, өйрәнеп бөткән инде, ҡарамаһа ла, береһенән-береһе нәфис, ҡупшы биҙәктәр үҙенән-үҙе сыға тиерлек. “...Эй, аллам... Шул тиклем арыным, ялҡтым яңғыҙлыҡтан... Донъя көткәндәй берәйһен осратһам ине...” Ай, һантый, ҡартайған да тыртайған... Оялмай нимә уйлап ултыра бит әле. Үҙ уйҙарынан үҙе уңайһыҙланып, ҡыҙарып китте Миңлегөл. Һуңғы арала теләһә лә, теләмәһә лә башына шундай уйҙар килгеләй башланы. Ә ниңә, насармы ни, донъя көткәндәй генә берәй йүнсел, күңеленә ятҡандай ир осраһа, бәлки, яңынан тормошҡа ла сығыр ине. Ауыл ерендә яңғыҙ ҡатынға донъя һөйрәүе, ай-һай-һай, ауыр шул, ауыр...Кәртә-ҡура тирәһе генә түгел, утын-бесәне, бойҙай-еменә тиклем ир ҡулы, ир хәстәре һорай. Көнө-төнө эргәлә булғанда ғына ҡәҙерҙәре беленмәй икән уларҙың, үәт... Ҡатын-ҡыҙ теле менән генә тау-таш аҡтарғандай булып һөйләй, ә ирҙәр иңдәре менән күтәрә бар тормош ауырлығын. Ирһеҙ һин бар, ауыл ерендә кеше ыңғайына донъя көтөп ҡара! Малы мал, нисек тә тырышаһың, ә бына мәңге баштары эскенән сыҡмаған йүнһеҙ генә ирҙәрҙең дә оятһыҙ шаяртыу-төрткөләү һүҙҙәре, урам буйлап үткәнендә хихылдашып мәғәнәле ҡараш ташлап ҡалыуҙары, хатта бер-ике үтә ныҡышының төндәрен ҡапҡа шаҡып, тәҙрә туҡылдатып йонсотоуҙары үҙәгенә генә үтте. Ире үлгәс, бер-ике йыллап хатта көндөҙ ҙә ҡапҡа бикләп ултырҙы, шунан ғына теге ирҙәр ҙә уның яулап алынмай торған ныҡлы «ҡәлғә» икәнен танырға мәжбүр булдылар. Һирәк-һаяҡ ҡына Илсененең элекке таныш-тоношона ирҙәр ҡулы һорай торған йомош-фәләнгә әйткеләй торғайны, ләкин уларҙың да ҡатындарының күҙ ағы менән ҡарай башлауҙарын һиҙгер күңеле ыңғай ғына тотоп алды. Эшен эшләткәс тә, өйгә сәйгә лә саҡырмай, араҡыға ла алдаштырмай бит әле үҙе, тупһанан уҡ тейешле хаҡын аҡсалата тоттороп ебәрә, шулай булһа ла бер сәбәпһеҙгә ҡыҙғаныуҙарын әйт әле... Яңғыҙ яңғыҙ инде, теләһә ни эшлә, сәсең менән алдарында ер һепер, ә үҙеңдең гонаһһыҙ икәнеңде иҫбатлай алмаҫһың. Шуға әхирәттәре өҙөлөп саҡырып торһа ла, парлылар булған ергә ҡунаҡҡа ла йөрөмәҫ булды Миңлегөл. Кем белә уларҙы, ирҙәрен ҡыҙғанып ҡуйһалар, күҙ күреп кенә торған серҙәштәрен дә юғалтһа ни ҡылыр... Ултыра торғас, Миңлегөлгә шул тиклем үҙенә-үҙе йәл булып китте, күҙҙәренә тағы йәш тығылды. Бәйләмен дә онотоп үҙ алдына һөйләнергә булып китте: ”Эй, аллаҡайым! Балаларымды эшкендереп бөтөп барам, эш-көштө бөткәс, сөкөрләшеп ҡара-ҡаршы ултырып, көлөшә-көлөшә сәй эсергә, өшөгәндә арҡаға-арҡа терәп йылынып ятырлыҡ юлдаш булһа ине. Ишет инде минең ялбарыуҙарымды... Ҡалған ғына ғүмеремә иш-тош итеп сығар юлдарыма берәй донъя көткәндәй генә алла бәндәһен! Амин! ” Шул тиклем бирелеп, доға ҡылғандай итеп уҡынды Миңлегөл, ысын күңелдән теләне. Бер мәлгә генә үҙенең ҡайҙа икәнлеген дә онотто, гүйә, йәне-тәне менән төн ҡараңғылығында ҡуша ирене. Тирә-яғы ҡапыл зәңгәрләнеп киткән кеүек булды, ваҡыт ағыуҙан туҡтаны... Баш осонда төпһөҙ зәңгәрлек ҡап уртаға ярылып киттеме ни!.. Әйтерһең, уның йөрәк түренән сыҡҡан саф, ихлас уй-теләктәре башы аша көлтә-көлтә нур шәлкеме булып урғылды ла ғаләм киңлектәренә тоташты. Ах!.. Доғаларҙың, теләктәрҙең Хаҡҡа ашыуына, ҡабул булыуына сәхәр ваҡыттары иң уңайлы икәнен Миңлегөл ҡайҙан белде, нисек һиҙҙе икән? Уйҙары азат ҡоштай ғаләм төпһөҙлөгөнә күтәрелде лә туп-тура Уның янына осто...

...Тып-тын.Ни булғандыр, ни ғиллә менән анау тиклем ҡоторған ел-буран тынғандыр.Ваҡыт иҫәбен юғалтҡан Ғәҙел яй ғына ауыл урамы буйлап килә. Йорттар тәрән йоҡола, ауыл ял итә. Шул тиклем һиллек, хатта был тиклем тынлыҡтан ҡолаҡтар шаңғырап китә. Гел генә шаулап-геүләп торған ҡала мөхитенән һуң иргә бындай тәрән тынлыҡты ҡабул итеүе әллә нисек, әллә нисек кенә лә түгел, бер ни тиклем сәйер ҙә, шомло ла булып китә... Ҡайһы өйгә туҡылдатырға белмәй, ҡараңғыла сит-ят кешеләрҙе уятырға уңайһыҙланып, әллә нисәүһен үтеп китте. Бер генә тәҙрәһендә ут балҡып янған өйҙө күреү менән эсенә йылы йүгергәндәй булды, гүйә, кемдер үҙен шунда саҡырған кеүек тойолдо. Көрт йырып өй яғына боролдо ла ҡапҡаны нисек асырға белмәй тапанып торғанында, еңел генә иҫкән ел ыңғайына уныһы үҙе асылды ла китте. Ғәжәпләнгән ир: ”Үәт, әй, был төпкөлдә һаман да элеккесә йәшәйҙәр икән, хатта ҡапҡа ла бикләмәй яталар”, - тип ишек алдына үтте. Ҡапҡа төбөн генә һепертмә буран ҡарын осороп, шымартып һалып ҡуйған! Ғәҙел быныһына ихлас аптыраны. Ә бына ихатаның эс яғына ҡарап торған бер бөртөк тәҙрә янына буран ҡарҙы өйгән генә. Бил тиңенән көскә йырып үтеп туҡылдатты, шунан солан ишегенә яҡынланы. Ғәжәп, өйҙә тиҙ арала бөтә бүлмәләргә лә ут алдылар, гүйә, кемдер уны төнө буйы йоҡламайынса көтөп ултырған, тиерһең... Даһыр-доһор соланға килеп сыҡтылар, кем икәнен дә һорап тормайынса, шығырҙатып ишекте асып ебәрҙеләр. Ғәҙел хатта йүнләп аптырап өлгөрмәне, күҙ менән ҡаш араһында уның алдына иңбашына мамыҡ шәлен һалған, ҡарағусҡыл йөҙлө, бигүк төҫ ташлап өлгөрмәгән мөләйем генә ҡатын килеп баҫты. Көтөлмәгәнлектән икеһе лә бер мәлгә ҡаушауҙан ҡатып ҡалдылар, ирекһеҙҙән ҡараштар осрашты... Бик-бик таныш ине иргә был мөлдөрәп торған һорғолт күҙҙәр, тик ҡайҙа күргәнен генә хәтере ҡапыл иҫенә төшөрә алманы... Иң беренсе ҡатын иҫенә килде: “Уй, малайым тип йүгереп сыҡһам!.. - тип һүҙен башланы ла ҡапыл туҡтап: - Битегеҙ туңған да һуң!” – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе, шунан күптән таныш кешеһен әйҙүкләгән кеүек Ғәҙелдең еңенән тотоп эскә инергә саҡырҙы. Ғәжәп, ләкин ир бынан бер ниндәй ҙә уңайһыҙланыу тойғоһо кисермәне, гүйә, ҡайҙалыр ваҡытлыса ғына китеп торған да, бына бөгөн, үҙен көтөп-һағынып торған тыуған өйөнә ҡайтҡанмы ни... Өйгә ингәс, йөрәген ниҙер еңелсә семетеп алды: шул тиклем танһыҡ, ҡәҙерле булған өй йылыһы баштан аяғына тиклем еңелсә ҡалтыратып алды. Ә ҡатын ирҙең был ҡыланышын үҙенсә аңланы, буғай.

- Хәҙер, хәҙер, өшөнөгөҙ инде, - тип йүгергеләй башланы. Ғәҙелдең өҫтөнән ҡар һырыған йылы ҡышҡы кейемдәрен систереп алып мейес янындағы урҙаға киптерергә элде, еүешләнгән саңғы ботинкаларының эсенә йомарлап гәзит тултырҙы ла күрше бүлмәгә сығарып йылы торбалар өҫтөнә ҡуйҙы. Ғәҙел аңлатып бөткөһөҙ хистәр солғанышында мейес янындағы ултырғысҡа нисек терәлгән, шул килеш ҡуҙғала алмайынса лып ултырҙы. Кисәнән бирле бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итеп талсыҡҡан кәүҙәһе өй йылыһынан мамыҡ кеүек таралып төштө лә ҡуйҙы, быуындары йомшарып аяҡтарын тотмаҫлыҡ хәлгә килде. Ул арала ҡатын соланға йүгереп сығып бәләкәй тимер сеүәтәгә туң ҡаҙ майы һалып индерҙе, уны плитә өҫтөнә иретергә ҡуйҙы. Үҙе мейес ауыҙын асып, төптә көл араһында беленер-беленмәҫ йымылдашып ятҡан ҡуҙҙарҙы сипсы менән тартып ситкә кенә өйҙө лә уның өҫтөнә ҡоро утын һалды. Мейес ауыҙын ябыу менән аҫтағы бәләкәй тишектән геүелдәтеп тартып уты тоҡанып та китте,ҡоро утындың сарт-сорт яныуы бүлмәгә күңелле көй өҫтәне.

- Баҡырсалағы һыу йылы ине, хәҙер сәй ҡайнап сыға. Бынауы мейес соңҡаһында йылы аш та бар. Ҡана, битеңде ҡаҙ майы менән майлап ебәрәйем дә...

Үҙ ғүмерендә тәүгә күргән ҡатындың “Һин”, - тип үҙ итеп өндәшеүенә аптыраманы ла Ғәҙел, шулай булырға тейеш тип ҡабул итте лә ҡуйҙы.

- Уй аллам, бөтөнләй туңғанһың да һуң... Юҡ, былай булмай! Бар, тиҙ генә мунсаға, эҫеһе шул килеш кенә... Эләүкәгә менеп тороп пар һалып йылын! Шунһыҙ һыуыҡ үтәр... Бар, бар!..

Әсәһе орошамы ни... Ғәҙел бер мәлгә генә ҡайғыһыҙ бала сағына әйләнеп ҡайтҡан кеүек булды. Бер ни өндәшмәй, ҡатын биргән йомшаҡ таҫтамалды яурынына һалып, күндәм генә уның артынан эйәрҙе. Мунсаның ҡайҙа икәнлеген, уты ҡайҙан ҡабыҙылып-һүндерелә икәнен күрһәтте лә Миңлегөл йүгереп ҡайтып өҫтәл әҙерләй башланы.

Тышта һыҙылып ҡына таң ата... Ҡәҙер кисенең тамамланып яңы көнгә тоташыуы ине. Өмөт, ышаныс менән тулы яңы көнгә...

Читайте нас: