Земфира Сәғит ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВА
(1930 йылда Тәтешле районының Ҡоҙаш ауылында тыуған; һуғыш башланғанда 11 йәштә була):
–Һуғыш башланған, тигән хәбәрҙе радионан ишеттек. Левитан һөйләй ине. Барыһын да һуғышҡа ала башланылар. Беҙ ул ваҡытта Кушнаренко районының Әхмәт ауылында йәшәй инек. Атай менән әсәй икеһе лә уҡытыусылар булды. Атай химия менән биологиянан уҡытты. Әсәй тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы ине.
Колхоз арбаларына тейәлеп, ҡулдарына флаг тотоп, Кушнаренкоға киттеләр. Беҙ ҙә атайҙы оҙатырға ете саҡырым йәйәү атлап килдек. «Иламағыҙ, ҡурҡмағыҙ, беҙ Гитлерҙы еңәсәкбеҙ, ошолай ҡайтып етербеҙ», – тине йыйылған халыҡ алдында военком.
Атайым хушлашҡанда әсәйемә:
– Рабиға ҡарсығым, балаларҙы һәйбәт итеп уҡыт, техникумдарҙа, институттарҙа уҡыһындар, беҙҙе көтөп торһондар, – тине.
Өс ҡатлы аҡ пароход, атайҙарҙы ултыртып, Ағиҙел буйлап алып китте.
Атай башта Тоцк лагерында булған, шунан фронтҡа алғандар. Хаттары килеп торҙо. Курск дуғаһында ла, Сталинградта ла, Ленинград блокадаһында ла булған. Яраланып, ике мәртәбә госпиталдәрҙә ятҡан. «Ҡайтарһалар, ҡайтырмын, ҡайтармаһалар, тағы фронтҡа китәм инде», – тип яҙғайны бер хатында.
Атай окопта ятҡанда ойоп киткән бер арала әсәһе Ғәйнинур күҙ алдына килә. Ул улына: «Һин, Сәғит улым, ҡурҡма, иҫән ҡайтаһың», – ти.
Беҙ, өйҙәге балалар, табаға ҡағыҙ турап һалабыҙ ҙа ут төртәбеҙ. Шул яна ла яҡтыһы мейескә төшә. «Ана, ана, йүгерҙе!», «Ана, ана, шартлатты!», «Анауы минең атай шикелле...», «Беҙҙекеләр еңде!» тип ҡыуанышабыҙ. Беҙҙең менән бергә мәктәп өйөндә торған Маһира, Миңнинур, Ғәлләм, Әғзәм дә бар. Улар һуғышҡа бармаған завхоз Ғәйестан бабайҙың балалары ине. Үҙе оло йәштә һәм сирле ине. Ҡатыны мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне.
Өйҙә алты кеше йәшәп ятабыҙ. Ҡартатай менән ҡартәсәй ҙә беҙҙең менән. 12 йәшлек Рәмзи ағайым, мин, 3 йәшлек Марат ҡустым һәм әсәйебеҙ.
Бөтә мәктәп балаларын шунда уҡ колхоздың йәшелсә-емеш баҡсаһына эшкә сығарҙылар. Унда эшләүселәргә көнөнә 300 грамм икмәк бирәләр. Беҙ өсәү булғас, бер килограмға яҡын алабыҙ.
Баҡсала алмағас, ҡарағат, крыжовник кеүек емеш ағастары ла үҫә. Ике рәт булып теҙелгән ағастарҙың уртаһында – йәшелсәләр: шәкәр сөгөлдөрө, кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, кишер, һуған... Йәй буйына баҡсаны ҡарайбыҙ: утайбыҙ, йомшартабыҙ, һыу һибәбеҙ...
Йәшелсә-емеш өлгөргәс, йыябыҙ. Өфөнән йөк машинаһы килә лә алып китә. Ҡарап, тәрбиәләгәс, йәшелсәләр ҙур булып үҫә.
Баҡса эштәре кәмегәс, беҙҙе баҫыуға күсерәләр. Унда борсаҡ йолҡабыҙ. Һәр кемгә участок бүлеп бирәләр. Борсаҡтарҙан башта күбәләр яһайҙар, шунан, арбаға тейәп, баҫыу уртаһына алып баралар. Унда сыбағыш менән һуғып, борсағын төшөрәләр. Беҙ ул борсаҡты әҙ генә урлап утта бешереп тә ашайбыҙ. Йә бер-ике стакан таҙартып алып, бутҡа итеп бешерәбеҙ. Тамаҡ туйып ҡала.
Шунан бәрәңге алырға ҡушалар. Көрәк менән аҡтарабыҙ. Усаҡ яғып, бәрәңге бешереп ашайбыҙ. Өйгә алып ҡайтырға рөхсәт итмәйҙәр. Шулай ҙа кеҫәгә һалып алырға тырышабыҙ.
Әсәй мәктәптә завуч булып эшләй. Мәктәп фатирында торабыҙ. Ул мәктәп менән бер бинала. Һуғыш башланғанда дүрт класты бөткәйнем. Артабан 5–7-се кластарҙа уҡыным.
Ленинградтан эвакуация менән килгән Анна Григорьевна Эних – немец теленән, Клавдия Дмитриевна Власова рус теленән уҡытты. Йәһүд милләтенән булған 50–60 йәштәр тирәһендәге бер ир кеше математиканан да, физиканан да дәрестәр алып барҙы.
Дәфтәрҙәр юҡ. Иҫке китаптарҙың юл араларына яҙабыҙ. Ручканы ҡаҙ ҡаурыйынан яһайбыҙ. Ҡараны үҫемлек һутынан алабыҙ.
Эвакуация менән килгән кешеләрҙе башта мәктәпкә килтерҙеләр. Уларҙы ашатырға тырышалар. Халыҡ та ташый. Кемдең нимәһе бар, шуны килтерә. Үҙҙәренә лә юҡ. Шулай ҙа һуғыш еренән килеүселәрҙе йәлләйҙәр.
Улар ҙа сабата кейә башланы. Колхоз эшенә лә сыҡтылар. Көҙ көнө беҙҙе башаҡ йыйырға йөрөттөләр. Уны колхоз келәтенә илтеп бушатабыҙ. Ҡар яуғансы эшләйбеҙ. Һәр кешенең эшкә сыҡҡанын, сыҡмағанын билдәләп баралар.
Әхмәт ауылы ҙур ине. 500-ләп өй булғандыр. «Ҡыҙыл байраҡ» һәм Карл Маркс исемендәге колхозға ойошҡандар.
Ауылда балыҡсылар бригадаһы булды. Беҙҙең күршелә йәшәгән Батыр бабай шуларҙың бригадиры. Беҙгә тоҙ, шырпы алырға керә. «Мин һеҙгә балыҡ бирәм, һеҙ миңә аҡса бирегеҙ», – ти. Әхмәт ауылы янында күлдәр күп. Нәнәҙе күлендә лә һәйбәт тоталар. Балыҡсылар бригадаһы һуғышҡа бармаған оло йәштәге бабайҙарҙан тора. Ағиҙелдә ау һалалар, кәмәләре лә бар. Ҡыш көнө боҙ өҫтөндә мәке уйып тотоп ултыралар. Ул балыҡтарҙы Өфөнән килеп йөк машинаһы менән алып китәләр.
Яҙ көнө баҫыуҙа ҡалған башаҡты ашап үлеүселәр булды. Мәктәптең завхозы Ғәйзетдин Әбсәләмовтың ауыҙынан да, танауынан да ҡан китеп үлгән. Беҙҙең менән уҡыған өс малай ҙа вафат булды.
...Май айында мин бер көндө серек бәрәңге йыйырға колхоз баҫыуына киттем. Бер соҡорҙа һалам күрҙем. Уны аҡтарғайным, туң бәрәңгеләр ята. Тағы ла аҫтаныраҡ ҡарағайным, туңмағандарын күрҙем. Бысраҡ бәрәңгеләрҙе биҙрәгә тултырып, бик ҡыуанып ҡайтып киттем. Әсәйҙе, Рәмзи ағайымды, мәктәптең завхозын, техничканы алып, теге ҡалған бәрәңгеләрҙе йыйырға төндә тағы киттек. «Һыуҙа йыуып, мейес аҫтына ҡуйып киптерербеҙ», – тип, бәрәңгеле булыуыбыҙға һөйөнөп, ҡайтырға сыҡтыҡ.
Шул саҡ алдыбыҙҙа бригадир пәйҙә булды.
– Хәҙер милиция саҡыртам, колхоз бәрәңгеһен урлап йөрөйһөгөҙ, төрмәгә ултыртам, – ти был.
Бригадир Ғәҙелгәрәй Арыҫланов тигән кеше ине. Беҙҙең күршелә генә йәшәнеләр. Әсәйем бик ҡурҡты.
– Туғанҡайым, саҡырма инде, ундай хәлгә төшөрмә, – тине.
Хәтимә ҡыҙы беҙҙең менән уҡый ине. Беҙҙе ебәрҙе лә, үҙе, балаларын, туғандарын алып барып, бәрәңгеләрҙе өйөнә ташыған. Уны төрмәгә ябыусы ла юҡ. Икенсе көндө барып ҡарағайным, алып бөткәндәр ине.
Беҙ үҙебеҙҙең бәрәңгене лә яҙ ашарға ергә күмеп ҡалдырабыҙ. Метр ярым соҡор ҡаҙабыҙ ҙа, һалам түшәп, бәрәңгене һалабыҙ. Өҫтөн арыш һаламы менән ябып, тупраҡ менән ҡаплайбыҙ.
Кейем юҡ, тип аптыраманылар, ауыл кешеләре һарыҡ, кәзә тиреһен иләй ҙә шуны ҡыҫҡа ғына итеп телогрейка һымаҡ тегеп алалар. Киндерҙе һуғып, иләп, туҡыма яһап күлдәк тегәләр.
Һарыҡ йөнөнән тула баҫалар. Аяҡҡа тула ойоҡ менән сабата кейһәң, йылы була. Йөндән нәски ҙә бәйләйҙәр.
Тула баҫҡан ергә барабыҙ. Малайҙар гармун уйнай, ҡыҙҙар йырлай.
Аҡлы ситса күлдәгеңдән
Ҡалманымы яҡалыҡ?
Икебеҙгә бер йәр һөйҙөк,
Ҡайһыбыҙҙа хаталыҡ?
Һандуғастар ҡунып һайрай
Баҡсалағы сейәлә.
Кеше йәрҙәре кәрәкмәй,
Булһын үҙем эйәгә.
Эштән һуң, кистәрен йырлай-йырлай фронтҡа ойоҡбаштар ҙа, бейәләйҙәр ҙә бәйләнеләр, бәрәңге лә киптереп ебәрҙеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй сана менән заготзернонан иген ташыны: бойҙайын да, арышын да, борсағын да үлсәп алалар, ҡайтҡас, келәткә үлсәп тапшыралар.
Һуғыш ваҡытында ағайым Рәмзи менән Кушнаренколағы ауыл хужалығы техникумына уҡырға керҙек. Грибушин тигән баярҙың өйөн уҡыу йорто иткәндәр, ә ат һарайынан дөйөм ятаҡ эшләгәндәр. Шулай итеп, беҙ ат һарайында йәшәйбеҙ. Ағастан һикеләр яһағандар. Эҫкерттән һалам алып килеп, матрас эшләнек, шунда ятабыҙ. Өйҙән одеяло алып килдем. Сиратлап галанкаға яғабыҙ.
Көнөнә бер тапҡыр ашаталар. 300 грамм икмәк бирәләр. Аш тигәне – тоҙло кәбеҫтә һыуы. Ҡай саҡта туң бәрәңге лә һалалар. Беҙҙең төшкө аш шул. Баҫҡан килеш кәбеҫтә һыуын эсәбеҙ. Иртән, кис серек бәрәңге кәлйемәһен ашайбыҙ, сепарат һөтөнән ойотолған ҡатыҡ булһа, шуны эсәбеҙ. Өйҙән бәрәңге алып килһәк, бәләкәй суйынға һалып, галанкала бешерәбеҙ йә күмер төшкәс, уның өҫтөнә ҡуябыҙ.
Техникумдың II курсын бөтөүгә һуғыш та тамамланды. Көн матур ине. Бик һөйөндөк, ни эшләргә лә белмәнек. Ҡысҡырыштыҡ, шатландыҡ.
Иң ҡыуаныслыһы: атай ҙа һуғыштан, яралары бәйләнгән килеш булһа ла, иҫән ҡайтты. Һыйырға ашатырға юҡ. Мәктәп атын алып, яланға һаламға киткән. Эҫкертте асып ҡараһа, арыш өйөмө килеп сыҡҡан. Шунан атайым салбарын сисеп, эстәге кейемдәрен ныҡ ҡына итеп бәйләп, ҡулы менән тултырған. Күлдәген дә сисеп, төрлө ерен бәйләп, унда ла һалған. Шулай күп кенә арышлы булдыҡ. Өйҙә ҡул тирмәне бар ине, тартып, он итеп алдыҡ.
Мин бәрәңге өйөмөнә тап булһам да, ашарға яҙмағайны, атайым эҫкерт аҫтынан арыш тапты. Хоҙай беҙгә шулай ярҙам ебәрҙе, тип уйланыҡ. Аҙаҡ килеп алыр өсөн кемдер йәшереп ҡуйған булғандыр инде. Әллә алырға өлгөрмәгән, әллә ҡайҙа һалғанын онотҡан – алмай ҡалған инде. Ул беҙҙең өлөшкә насип булған.
...Атайҙың һуғышҡа китер алдынан әсәйгә, балаларҙы уҡыт, тигән һүҙҙәрен тормошҡа ашырып, ауыр йылдарҙа уҡ Рәмзи менән икебеҙ Кушнаренколағы ауыл хужалығы техникумын тамамланыҡ. Аҙаҡ ул – Өфөләге ауыл хужалығы институтына, мин педагогия институтына уҡырға индек. Тормошҡа сығып, иптәшем Әмир Кәшфиев менән ғүмер буйы Тәтешле районының Ҡоҙаш мәктәбендә уҡыттыҡ.
Хөбәйбә Фәтҡулла ҡыҙы ӘХТӘМОВА
(1930 йылдың 6 ноябрендә Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында тыуған; һуғыш башланғанда 10 йәштә була):
–Ауыл халҡы һуғышҡа китеүселәрҙе илашып, гармун уйнап, йырлап оҙатып ҡалды.
Мин буйға оҙон булдым, колхоздың бер эшенән дә ҡалманым. Үгеҙ менән һабан һөрөп, һыйыр менән ер тырматып йөрөнөк, утауҙа ла булдыҡ. Трактористарҙың ярҙамсыһы, прицепщик итеп тә ҡуйҙылар.
Һәр өйгә бүлеп, үлсәп, өсәр тоҡ иген таҙартырға бирәләр. Сүбен айырым йыябыҙ, уны ташламайбыҙ, келәткә үлсәп тапшырабыҙ. Үҙҙәренә алып ҡалмаһындар, тигәндәрҙер инде. Күпме биргәндәр, алып барғанда ла шулай булырға тейеш. Бөртөгөнә лә тейергә ярамай.
Бәрәңгенән туҡмас яһаныҡ. Крахмалы бөтһөн тип башта йыуабыҙ. Бәрәңге ап-аҡ ҡына булырға тейеш, тиҙәр. Ә крахмалын бөтөрмәһәң, ул ҡарая икән. Нәҙек кенә туҡмас һымаҡ итеп туралған бәрәңгеләрҙе мейескә һалып киптерәбеҙ. Үҙебеҙ серек бәрәңге ашайбыҙ. Яғырға юҡ, өй һыуыҡ.
Баҫыуҙа ҡалған башаҡты йыйырға ла рөхсәт юҡ. Хәҙисә инәйҙе бер услам бойҙайы менән кәнсәләргә бикләп ҡуйҙылар.
Бер тапҡыр иптәш ҡыҙҙар Нәфиғә менән Гөлшат башаҡҡа барғандар. Ауылға ҡайтырға күпер аша сығырға кәрәк. Шул күперҙең теге яҡ башында бригадир Хәйерниса апай баҫып тора икән. Былар ҙа тора, теге лә китмәй. Шулай оҙаҡ ҡына торғандар. Аптырағас, ҡыҙҙар: «Әйҙә, алһаң, ал да башаҡты, атыу хәҙер көтөү килә», – тигән. Борсаҡ башағы ғына йыйған булғандар бит әле. Шуны йыйҙыртманылар. Тотһалар, келәткә алып барып һалдырта торғайнылар.
Ямғыр яуған көндө, ырҙынға эшкә бармайынса, еләккә киттек. Нәфиғә һылыуы Гөлшат менән, Рауза Рәйсә һылыуы менән, мин Гөлйәүһәр һылыуым менән алтау барҙыҡ.
Әлеге Хәйерниса апай ике тәгәрмәсле ат арбаһына ултырып, ҡыуып йөрөй. Беҙ ни, йәш ҡыҙҙар, тауға ҡарай йүгерҙек. Ә ул сыбыртҡы менән Зәбиҙә еңгәгә тартты.
Әсәй эшкә китер алдынан һыйырҙы һауа ла мине уятып сепаратҡа барырға ҡуша. Теге яҡ остағы Ғәфүрә, Нәфисә инәйҙәрҙә генә бар сепарат. Биҙрәгә саҡ көс етә. Уныһы ергә тейә яҙып бара. Ғәфүрә инәй һөттө айыртып бирә. 10 көн айыртһаң, бер көнлөк һөтөңдө уға биреп китәһең. Ҡаймаҡты ла бирмәй Ғәфүрә инәй. Үҙенең мөгәрәбенә төшөрөп ултыртып ҡуя. Сөнки беҙгә май заданиеһын түләргә кәрәк. Уларҙа йыйыла тора. Өйгә ҡайтһа, ашала.
Кеше һәйбәт ине. Ике өй бергә йәшәүселәр ҙә булды яғырға етмәгәс.
Кейем алырға Мәләүез баҙарына йөрөнөк. Әсәй эштә. Мин оло апайҙарға эйәреп барам. 15–16 саҡырым йәйәү атлайбыҙ. Таң яҡтырып килгәндә сығып китәбеҙ. Йә һарыҡ йөнө, йә май һатып, иҫке простыня алабыҙ. Унан аҡ күлдәк тегеп кейәбеҙ. Марля алабыҙ ҙа яулыҡ яһап алабыҙ.
Ялсыҡай ауылы кешеләре лә беҙҙең аша Мәләүез баҙарына йөрөнө. Уларға йырағыраҡ булғас, беҙҙең ауылда ҡунып китә торғайнылар.
Колхоз эше бөтмәйенсә, үҙебеҙҙең бәрәңгене ҡаҙып ала алмай инек. Хатта ҡар яуа башлай. Бәрәңгенең һабағы саҡ күренеп ултыра. Бригадир Хәйерниса апай Ғиләжетдинова уҫал ине, баҡсаңда йөрөгәнеңде күрһә, ҡыуа. Бер ваҡыт был әсәйемдең көрәген тартып алырға итә, әсәйем бирмәй. Хәйерниса апай һаман ныҡышып нығыраҡ тартҡайны, әсәйем ҡапыл ҡулын ебәрҙе лә ҡуйҙы. Шунан теге йығылып китте. Башҡа килмәне беҙгә.
Әсәй ураҡ урҙы, көлтә бәйләне. Көлтәләре үҙе һымаҡ ҙур, ныҡ була ине.
Өйгә һыйырҙан ҡалған һаламды яҡтыҡ. Эре утынға барырға рөхсәт булмай торғайны. Талды ла ҡырҡтырманылар. Шулай ҙа беҙ һыу буйына барып, өйәңкеләрҙе ботайбыҙ.
Муса ауылынан Шәрәфи исемле ҡарт урмансы булып эшләне. Уны пальщик тип йөрөтәләр ине. Күтәреп алып ҡайтҡан утыныңды ла кантурға илттерә торғайны. Өй беренсә йөрөп тикшерә. Әгәр берәй кешелә утын күрһә, алып барып бушаттыра.
Мәктәпкә, кантурға утын әҙерләргә делянка бүлеп бирәләр. Һаңғырау Тимерхан ағай бар ине. Утынға был да барған. «Кешеләр нужна күрҙек, ти ҙә һөйләйҙәр, нимә була икән ул нужна?» – тип һөйләнә икән. Имән утынын тейәп, үгеҙ менән урмандан алып ҡайтып барғанда сана ҡыйшайған да юлдан төшөп ауған. Бер ауғас, кире тейәй алмайҙар, көстәре етмәй икән. «Тимерхан, нужнаны күрҙеңме инде, бына ошо була инде нужна», – тигән уның менән бергә барған ағай.
Яғырға утын булмағас, тиҙәк һуға инек. Башта тиреҫте яндырабыҙ. Һыу ташып һибеп, ат менән баҫабыҙ. Шунан ҡалыпҡа һалып һуғабыҙ. Кипһен өсөн өс бүкәнгә ултыртабыҙ, аҙаҡ әүенгә һалабыҙ. Иң аҙаҡтан эҫкертләп сығабыҙ.
Бер нисә ҡыҙ ҡыш көнө үгеҙ менән яландан ферма малдарына һалам, бесән ташыныҡ. Яландың яҡыны ла, йырағы ла бар. Ҡыйыш тейәргә ярамай – ауа. Ялсыҡайҙан Сәғиҙә исемле еңгә бар ине. «Ошо кәбән суртан әмере буйынса ферма янына барһын да ултырһын ине», – ти торғайны. Аҙаҡ, кәбәнде трактор менән алып бара башлағас, уның һүҙҙәрен иҫләй инек.
Һыйыр менән ер тырматабыҙ. Еңгәләр һыйырҙы етәкләй, беҙ ҡыуабыҙ. Тегеләр атламай тик тора ла ҡуя. Ғәтиә еңгә Нәфиғәгә: «Ҡыу әле, ҡыу!» – ти. Нәфиғә һыйырҙы йәлләп: «Хоҙайым, ҡай еренә һуғайым?» – ти.
Һыйырҙар ял итһен, тип, үҙебеҙ ҙә туҡтап, өйҙән алып килгән икмәгебеҙҙе бер ҡабымдан өләшкәндә бер ҡыҙ үҙенең өлөшөн ергә төшөрҙө лә ебәрҙе. Кәҫ араһынан эй эҙләне теге икмәк киҫәген, эй эҙләне, таба алманы. Икмәгебеҙ ҙә ер төҫлө ҡап-ҡара ине шул.
Ер тырматҡан саҡта ямғыр яуып үткәйне. Яланаяҡ йөрөгән Мәрзиә апай: «Ямғыр яуғас, ер ҙә, таш та йомшарған», – тигән була. Аяғында булмағас, кәҫ тә таш кеүек күренгәндер инде.
Сәсергә орлоҡ алырға Мәләүезгә барабыҙ. Иң алдан Ғәбиҙулла ағай бара ла туҡтап беҙҙе көтә. «Нисек һинең үгеҙең шулай шәп бара ул?» – тип аптырайбыҙ. «Ҡойроҡ төбөн таяҡ менән тызыйым бит», – ти.
Бүреләр күп булды. Сәрбиямал еңгә көтөү көтөп йөрөгәндә көтөүҙе бүре баҫҡан. Сөләймән бабай фермала ҡарауылсы булып эшләгәндә бүре кергән. Бер һыйыры ҡурҡып, кормушкаға тәгәрәгән дә үлгән. Шуны ҡарауылсынан түләттеләр.
Һыйыр булғас, үлмәҫлек йәшәнек. Ҡатыҡ, һөт булды. Серегән бәрәңгенән бешерелгән көлсә тәмле була ине. Ишембайҙан килтереп, күл тоҙо тип һатып йөрөнөләр.
Астан үлеүселәр ҙә булды. Ағыулы башаҡ ашап, Хәйерниса тигән апайҙың Камил исемле улы үлде. Ярамаған көпшә ашап, Минияр үлде.
...Һуғыш бөткәндә беҙ сәсеүҙә инек.