Все новости

БИЛМӘН БЕШЕРЕРГӘ ӨЙРӘНГӘН АРАЛА

Юмореска.Беҙ йәш саҡта билмән дефицит ине. Хәтерләйһегеҙҙер, магазинға билмән менән йөҙ ҡап килһә, мең ҡаплыҡ кеше йыйыла. Миңә өйләнгәндә кәләшемдең аш-һыуға оҫталығын һынап алырға тура килде. Беләһегеҙме, мин уға ни өсөн өйләндем? Билмәнде шәп бешерә! Нисек шәп бешерә? Бына шулай, мин теләгәнсә бешерә. Беренсенән, билмәнде бер ваҡытта ла һыуға һалып бешермәй.

Мотлаҡ рәүештә һурпаға һалып ҡайната. Һурпаһы ла ябай түгел, йоҙороҡ ҙурлыҡ һөйәк һурпаһы. Иң тәүҙә һөйәкте һала, ике сәғәт ҡайната, ике сәғәт ваҡытын да әрәм итмәй, билмәнде үҙе яһай. Ике килограмм майлы ит, һарыҡ ите булһа, яҡшыраҡ, сусҡа ите, сусҡа майы тураһында һүҙ ҙә юҡ, бары тик хәләл ризыҡтар ғына. Һөйәк ике сәғәт ҡайнап, һурпа әҙер булғас, йөҙ билмән кәстрүлгә оса. Артынан өҫтәп, бер нисә аш тәмләткес япраҡ, аш тәмләткестәр һалыуға, аш бүлмәһендә тәмле еҫтәр тарала. Эйе, тап шулай, ҡатыным өйрәткән рецепт буйынса билмән бешереп тора инем, шарт та шорт ишек асылды һәм ҡатыным пәйҙә булды. Мин терт итеп ҡалдым. Ҡыҫҡаһы, уны бындай ҡиәфәттә бер ваҡытта ла күргәнем юҡ.

– Мин барыһын да беләм! – тине ул ҡәтғи төҫтә. – Һин миңә хыянат иткәнһең!

– Нисек? Ҡасан? – тип кенә әйтә алдым мин көс-хәл менән.

– Һиңә нисек оят түгел? – тине ул миңә. – Ғәйебеңде таны һәм ғәфү үтен!

– Ант итәм! Мин һиңә үҙ ғүмеремдә хыянат иткәнем юҡ, – тинем мин.

Үҙем һуған әрсейем, үҙем илайым, үҙем ҡулъяулыҡ менән күҙҙәремде һөртәм.

– Илап, мине ышандырырға итәһеңме? – ти ҡатыным. – Йә, әйт әле, бынан биш йыл элек фәлән-фәлән төндө һин ҡайҙа булдың?

Күңелемдән шунда уҡ хәтерләп, иҫәпләп сығарам:

– Фәлән йылдың шул-шул көнөндә мин командировкала булдым.

– Әһә! – тип ҡыуанды ҡатыным. – Ғәйебен таный башланы! Һин шул көндө миңә хыянат иткәнһең!

– Ҡайҙан беләһең һәм нисек иҫбатлайһың? – тинем мин, ныҡ торам.

– Әле генә урамда бер ирҙе күреп ҡалдым, – ти ҡатыным. – Шул ир беҙҙең балабыҙға ике тамсы һыу һымаҡ оҡшаған.

– Булмаҫ! – тип юғалып ҡалдым мин. – Бәлки был осраҡлы хәлдер?

– Һиңә нисек оят түгел? – тине ҡатыным. – Мин һиңә ышана инем! Ә һин миңә хыянат итеп йөрөгәнһең!

– Ант итәм! Билләһи, минең бер гонаһым да юҡ. Кешеләр кешегә оҡшай инде!

– Юҡ! Һуң, балабыҙға оҡшаған ирҙе мин бит үҙем күрҙем. Ул шул тиклем оҡшаған, һин нисек миңә хыянат иттең?

Уф! Нимә генә эшләп ҡарайым икән, үҙемде аҡларлыҡ бер һүҙ ҙә таба алмайым. Ысынлап та, ул көндө бит мин командировкала булдым, поезда кеше күп ине, табын ҡороп ултырҙыҡ, әллә кемдәр килеп ҡушылды. Әллә эскән баштан берәй гонаһ ҡылдыммы икән? Ләкин ҡылғанмы, ҡылмағанмы, мөһим түгел, ғәйебең булһа ла, танымаҫҡа кәрәк. Был шундай осраҡ, яңылыш әйтелгән бер һүҙ яҙмышыңды хәл итеүе ихтимал.

– Тағы нимә бешерҙең? – тип һөрәнләне ҡатыным.

– Нимә булһын, билмән инде, – тинем мин.

– Һин, нимә, башҡа нәмә бешерә белмәйһеңме әллә? – тип ярһып китте ҡатыным. – Кисә лә – билмән, өсөнсө көн дә – билмән. Хәҙер бынан һуң билмәнде аҙнаһына ике генә бешерәсәкһең!

– Ҡалған көндәрендә нимә бешерергә һуң? – тинем мин.

– Бишбармаҡ, ҡуллама тураһында оноттоң. Юҡ, һин мине ашау менән генә алдаштыра алмаясаҡһың! Адресын алдым, мин һиңә теге ирҙе үҙем алып килеп күрһәтәм.

Ә тап бына ошоһо миңә кәрәкмәй. Ни эшләп мин ул ирҙән юллап йөрөгә тейешмен?

– Ә ул иргә нимә тип әйтергә? Бына минең балам, ул һиңә оҡшаған. Ҡатыным мине хыянатта ғәйепләй. Бәлки берәр төрлө аңлатма бирерһегеҙ, тип һорайыммы? – тинем мин.

– Һорайһыңмы, аҡса түләйһеңме, был – һинең эш, – тине ҡатыным. – Кеше араһында мәсхәрәгә ҡалып йөрөйһөм юҡ! Ана, көнө-төнө подъезд алдында ултырған Йыһан әбей, мине күреү менән: “Бынау ир һеҙҙең балағыҙға оҡшаған”, – тип әйтте. Ә Йыһан әбей подъезд алдында инде егерме йыл ултыра һәм уның бер ваҡытта ла хаталанғаны юҡ!

– Туҡта әле, – тинем мин, – әйҙә, баланан һорашайыҡ. Ул нишләп мин белмәгән-күрмәгән иргә оҡшап тыуҙы икән? Бәлки ул үҙе аңлатып бирер?

– Юҡ инде! Мин баланың йөрәгенә, алйот һорауҙар биреп, шик һаласағым юҡ!

– Туҡта әле! Һин миңә яҡшылап аңлатып бир. Ул нисек була инде, мин хыянат иткәнмен, ә балам икенсе, мин белмәгән иргә оҡшап тыуған!? Тормошта шулай буламы? – тинем мин аптыранып.

– Оятһыҙ! Ер бит! Һин минең тоғролоғомдо шик аҫтына ҡуйырға итәһеңме? Белгең килһә, мин һиңә хыянат итеү хаҡында уйлағаным да булманы!

Шул ваҡыт оҙон итеп ишек ҡыңғырауы шылтыраны.

Мин уянып киттем. Уф! Билмәнем иҙелеп бара бит! Йүгереп барып, газды һүндерәм, һаман да кемдер шылтырата. Йүгереп барып, асһам, ҡатын менән ҡыҙым килеп керҙе.

– Бәй, – тинем мин, ҡәҙерлеләремде күреп, – ә теге малайҙың...

– Ниндәй малайҙың? – тине ҡатыным. – Һиңә уның хаҡында кем әйтте? Эй, ошо Йыһан әбей! Эргәһенән бер генә үтеп киттем, ауырға ҡалғанымды ла, малай табырға йыйынғанымды ла белгән бит әле! Шул ҡарсыҡтан бер нәмә йәшереп булмай! Йә, ярай, билмәнең әҙерме?

Ҡыҙым, ҡатыным, үҙем – ашарға ултырҙыҡ. Ҡыҙым икешәрләп билмән алып ҡаба һәм, беләһегеҙме, нимә ти? “Оҫтара, атайым, оҫтара!” – ти. Үҙемдеке һымаҡ йәп-йәшел күҙҙәрен сылт-сылт йомоп ала бит әле.

Р. Ғәлимов
Читайте нас: