Зөлхизә ҡарсыҡ тирмәнән сыҡҡан да тирә-яҡты күҙ алдынан үткәрә. Уның тирмәһе аҡландың иң бейек урынында урынлашҡан, бөтә йәйләү ус төбөндәгеләй күренә. Ҡатын-ҡыҙҙар тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән йәйләү буйлап ара-тирә йүгерә, бәғзеләре ҡаҙан аҫтына ут яға, иртәнге аш әҙерләй. Ә ир-ат бөтөнләй күренмәй тиерлек, олораҡтары йорт-ҡураны, эйәр-йүгәнен рәтләй, ә йәшерәктәре атҡа атланып ҡайҙалыр юллана.
Зөлхизә ҡарашын йәйләү аҡланына килеп ҡушылған, ҡояш яҡтыһында алыҫтан билбау һымаҡ күренгән, яуым-төшөм етерлек булмағанлыҡтан ағарып киткән юлға күсерҙе. Юҡ, күренмәй шул йәйләүгә яҡынлашыусы. Бары бушлыҡ. Был Зөлхизәнең йөрәгенә тағы ла шик һала. Күңеленә болоҡһоу, юҡһыныу менән бергә ҡурҡыу тойғоһо ла өҫтәлә.
- Берүк иҫән-һау йөрөһөндәр инде ҡартҡынайым менән улыҡайым, әй Раббым, - тип үҙ алдына әйтеп ҡуйҙы ҡарсыҡ.
Вәли ҡарт менән улы Фазыләхмәттең йәйләүҙән сығып китеүенә ике тәүлеккә яҡын ваҡыт уҙҙы. Бары тик иртәнге һауымға бейәләрҙе әйҙәргә тип сыҡҡайнылар. Һыуға баттылармы ни, китте лә юғалдылар.
Вәли ҡарт булмағас, йәйләүҙә эштәр ҙә алға бармай. Ир-егеттәрҙең һунары уңышһыҙ булды. Етмәһә, ике көн рәттән һарыҡ көтөүенә бүре өйөрө ябырыла. Егермеләп малды тамаҡлағандар. Вәли булһа, юл ҡуйыр инеме ни быға? Юҡ, хәҙер үк күк айғырына атланыр, бер-нисә бүрене һуғып алыр ҙа, ҡалғандарын өркөтөр ине. Йәйләүҙә иң оло кешеләрҙең береһе булһа ла, таһыллы, дарманлы бит ул. Йәш егеттәргә ҡарағанда ла көслө, етеҙ. Йәйләүҙә иң ихтирамлы кеше. Ниндәй генә хәл булмаһын, кәңәш һорап уға киләләр. Хатта күрше йәйләүҙәрҙән дә килеп етеүселәр була. Үҙенең шундай баһадир кәүҙәле булыуының икенсе яғы ла бар: уны йәйләүҙәге бары тик ике йылҡы – күк менән ҡара айғыр ғына күтәрә. Башҡа малға һыбай менһә, йә биле бөгөлә, йә бер-нисә саҡрымдан шыбыр тиргә батып, бөтөнләй хәлдән тая. Ә бына ошо ике менгеһенә башҡаларҙы яҡын да ебәрмәй. Тик ҡайһы саҡта Сөнәғәт улына тоттора. Сөнки улдарынан бары тик ул ғына атаһы һымаҡ баһадир кәүҙәле, киң яурынлы ир булып етеп килә. Быға Вәли ҡарт:
- Шулай, Буранғол тоҡомо вағая, - тип тамаҡ ҡырып ҡуя.
Бер шулай тигәнендә:
- Шулай ваҡ ҡына булып ҡалырһығыҙмы икән? – тип һорай ҡуйғайны, ҡарты ҡыҙҙы ла китте:
- Һай, нишләп вағая ти! Бына, күрерһең әле ейәндәремде: хатта беҙгә ҡарағанда ла баһадирыраҡ, олпатыраҡ буласаҡтар. Ырыуыбыҙ – Тамъян, арабыҙ айыуҙар бит әле. Атайым Ирәле мәрхүмде иҫләмәйһеңме ни, тәпәш кәүҙәле, ҡаҡса йөҙлө кеше булды. Ә бит кәүҙәһе миңә күсмәгән.
- Аһ, алла бойорһа, тиген, ҡыҙма әле, Хоҙайҙан ҡурҡыңҡырап һөйлә. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауыртыуы бар, - тип тынысландырырға тырышып ҡарағайны әбейе, юҡ, ҡарт үҙенекен һөйләне:
- Шулай булғас, әсәһе, уйлаңҡырап һөйлә. Минең улдарыма, ейәндәремә һүҙ тейҙермә... – тип бармаҡ янап ҡуйҙы.
Эйе, шулай ғорурлана шул уландары менән ҡартҡынаһы. Ғорурланмаҫлыҡмы ни, Сөнәғәт – тирә-яҡта данлыҡлы көрәшсе. Был тирәлә уның билен алыусы әлегә саҡлы осрағаны юҡ. Ҡалған улдары ла ҡалышмай. Фазыләхмәт – иң мәргән атыусы: һунарға сыҡһа, табышһыҙ ҡайтмай...
***
- Ҡәйнәм... Ҡәйнәм тим. Ни булды?
- Әү, балаҡай, - Зөлхизә әбей тертләне. Бәй, Ҡарлуғас килене эргәһенә килеп еткән дә баһа, ишетмәй тора.
- Ҡәйнәм, ниңә ҡатып ҡалғанһың? Ауырыңҡырап тораһыңмы әллә? – килене өтәләнде, шунан хәлде аңлап алды. – Эйе, һаман күренмәйҙәр шул, йә Сөнәғәт арттарынан сыҡмаған... – тине.
- Сыҡһа ла ти, ҡайҙан таба һуң уларҙы?
- Уныһы ла шулай инде, - тигән булды ла, ҡапыл нимәлер иҫләп ҡалғандай, - ҡәйнәм, бер үҙеңә күңелһеҙҙер, әйҙә, беҙҙең тирмәгә. Самауыр ҙа ҡайнап сыҡҡан. Сөнәғәт йомош менән күрше йәйләүгә киткәйне, хәҙер ул да ҡайтыр, - тине.
Ләкин был һүҙҙәрҙе Зөлхизә ишетмәне лә кеүек, ишетһә лә, сәй эсеү ваҡыты түгел ине шул уның өсөн.
Көньяҡ юлдан, Ослотау һырты буйлап, ике ҡара нөктә пәйҙә булды. Зөлхизә лә, Ҡарлуғас та өндәшмәй. Хәйер, ни тип өндәшергә, аңлашыла бит инде, улар йәйләү батырҙарын көтә. Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан Зөлхизә ҡыҙарынды, ә күҙҙәре шул ике нөктәгә төбәлде.
Ҡарасҡылар Ослотау һыртынан төшөп, Ҡыҙыл йылғаһы буйлап яҡынлаша башланы. Хәҙер уларҙың һыбайлылар икәнен абайларға була ине.
- Эй, Хоҙайым, ҡартҡынайым менән Фазылым ҡайтып килә бит. Эй, Хоҙайым, рәхмәт үҙеңә...
Һыбайлылар убалыҡтан төшкәс, йәнә күҙҙән юғалды. Күпмелер ваҡыт үтте. Йәйләүгә илткән юл башында өс һыбайлы күренде.
Юрттырып килеп ингән һыбайлылар араһында Вәли ҡарт менән Фазыләхмәттән башҡа Сөнәғәт тә бар ине. Ул, күрәһең, Ирәмәл ҡарттың йәйләүе яғынан Ҡыҡыл кисеүе аша килеп сығып ҡушылған, юҡһа күҙгә салыныр ине.
Өс ир-уҙамандың да йөҙө борсоуло ине. Бигерәк тә Вәли ҡарт менән Фазыләхмәт ҡара янып, йонсоп киткәндәр. Вәли ҡарт атынан һикереп төшөп, Зөлхизә ҡарсыҡҡа ҡарай атланы. Сөнәғәт менән Фазыләхмәт, аттарының теҙгенен ҡаты итеп тотҡан көйөнсә, ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшә ине.
- Әсәһе, һау ғынамы? Уф, йәнем сыға яҙҙы. Әсе ҡымыҙ килтерегеҙ, - тип һөрән һалды килеп етер-етмәҫтән ҡарты.
Зөлхизә килененә әйләнде:
- Ҡарлуғас, балам... – ләкин килененең туҫтаҡ менән ҡымыҙ тотоп килеүен күреп, әмер биреүҙән туҡтап ҡалды. – Аһ, уңғаным минең. Ана шулай бит ул минең килендәрем! Ҡана, батырҙарыбыҙға ҡымыҙ уртлатып ебәрәйек, сарсағандыр бөркөттәрем.
Был ваҡытта инде Сөнәғәт менән Фазыләхмәт тә килеп баҫҡайны.
- Их, тәмле шул ҡымыҙы, - йөҙө сирылып ҡымыҙ һемерҙе Вәли ҡарт. – Зөлхизәкәй, йәйләүҙә эш-хәлдәр нисек бара әле?
- Эш-хәл тип... – Зөлхизә һарыҡ көтөүенә бүре ябырылыуын, һунарҙың уңышһыҙ үтеүен әйтергә теләгәйне лә, туҡтап ҡалды һәм бөтөнләй икенсене һөйләне:
- Эш-хәл шул көйө, ярай уныһын, һеҙҙең юлығыҙ нисек булды әле, күптән һорай алмай торам.
Вәли тиҙ генә һүҙ башлай алмай торғанын күреп, атаһын йәлләп торған Сөнәғәт көр тауыш менән һүҙ башланы:
- Эштәр хөрт шул, әсәй. Ирәмәл йәйләүенә етәрәк, Ирәмәл ағайҙың кесе улы Нурислам йән-фарман сабып килгән көйөнсә осраны. Бер өйөр йылҡыларҙы ҡаҙаҡтар ҡыуып алып киткәнен шәйләгәндәр. Һеҙҙең өйөр булды шикелле, ти.
- Күрәһең, бәйәләр Ослотауҙы урап, Ирәмәл ағай йәйләүе буйына килеп төшкән. Беҙ икенсе яҡта эҙләгән арала, улар шунда йөрөгән. Бөгөн ары киткәндәр һәм ҡаҙаҡтарға тап булғандар, - тип Фазылйән һүҙгә ҡушылды.
- Күрәһең... Күрәһең! – тип асыулы ҡабатланы Вәли ҡарт. – Егеттәр, эш былай. Фазыл тиҙ генә йәйләүҙең егеттәрен саҡыр, ҡаҙаҡтарҙы эҙәрләйбеҙ... Башлап Сөнәғәт барыр.
Фазыләхмәт үпкәле ҡараш ташлап ҡуйһа ла, өндәшмәне, боролоп китеп барҙы.
- Тамаҡ ялғап алһағыҙсы... – һүҙгә Зөлхизә ҡушылды.
- Тамаҡ ҡасмаҫ ... – ҡарты ҡырт киҫте. Ул арала егеттәр йыйыла башланы.
***
Шулай хәл ителде. Сөнәғәт үҙенең иң ышаныслы, үҙе кеүек баһадир кәүҙәле алты дуҫын үҙе менән алды. Бына хәҙер көньяҡҡа ҡарай дала буйлап йән-фарманға ете һыбайлы елдәй оса. Сөнәғәт атаһының, Вәли ҡарттың, тик үҙе генә менеп йөрөгән ҡара ажар айғырына атланған.
Ир, уйынан бүленеп, бар иғтибарын алға йүнәлтте. Алда икһеҙ-сикһеҙ киңлек йәйелгән, тик ара-тирә таусыҡтар ғына тигеҙлекте боҙоп ята. Дуҫтары, туҡтап-туҡтап, өйөр эҙен тикшереп ала. Их, яңылышып ҡуймаһындар инде. Нурислам дөрөҫ күрһәткән булһа ярай ҙа.
Тирә-яҡта тауыш-маҙар ишетелмәй, хәйер, ете йылҡының дүртешәр тояғы дөбөр-дөбөр баҫҡанынан нимә ишетергә мөмкин һуң? Артта саң-туҙан, тамыры менен йолҡолоп осҡан үлән, тупраҡ киҫәктәренән күренмәҫ дауыл хасил булған.
Сөнәғәттең уйҙары тағы да йәйләүгә әйләнеп ҡайтты. Ул уҡ-һаҙағын, ҡамсыһын, яңы эйәр-йүгәнен алыр өсөн тирмәһенә ингәндә, Ҡарлуғас сәйер йөҙ менән ҡаршы алды. Ире йыйынып бөткәнсә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Тик иренең сығыр саҡта:
- Сөнәғәт, туҡта... ҡабаланма... – тине. Был мәлдә һөйгән ҡатынының тауышында ниндәйҙер әрнеү, күҙел ғазабы, юҡһыныу тойғолары сағылып китте.
- Ни булды? Ни булды, Ҡарлуғасым минең? Йәнем! – Сөнәғәт һөйгәнен ҡосағына ҡыҫты.
- Сөнәғәт, үҙеңде һаҡла. Һаҡла, мин һинең өсөн ҡурҡам! – Ҡарлуғастың йәштәре сикәләре буйлап иренең йыуан беләктәренә ағып төштө. Шул ыңғайҙа ошо йәш тамсылары ирҙең тәнен өтөп ебәргәндәй булды. Ул ҡатынына тәүгә күргәндәй ҡараны, шашып ирендәрен, тоҙло йәштәр менән тулы күҙҙәрен үпте.
- Ҡурҡма, зинһар. Ҡурҡма, Ҡарлуғасым! Ни булыр тиһең миңә? Әлегә һау булып тор! – Сөнәғәттең һуңғы һүҙҙәре тышта ишетелде, әммә ошо ваҡытта ул күҙ ҡыры менән Ҡарлуғастың илап мендәргә ҡолауын шәйләп өлгөрҙө.
“Их, һуңғы арала Ҡарлуғас бик болоҡһоу шул. Ниңә икән? Әллә иренең күбеһенсә өйҙә тормауы борсоймо икән? Хәйер, Бөрйән ырыуы ҡыҙы бит ул, тыуған яҡтарын да һағынып китә торғандыр”.
- Их, Ирәндек ҡоралайы, матур ҡошом, Ҡарлуғасым!.. – Сөнәғәт ҡысҡырып тигәндәй шулай тип әйтеп ҡуйҙы.
Сөнәғәттең Ҡарлуғасты йәйләүгә алып ҡайтыуына өсөнсө йыл, әммә балалары юҡ. Эргәһендә уйнап-көлөп йөрөгән ҡыҙы, йәки Сөнәғәтте алыштырырҙай улы булһа, исмаһам, Ҡарлуғас күңелһеҙләнмәҫ тә ине. Инде Фазыләхмәт ағаһының ике улы бар: береһе – Нөғәмән, икенсеһе – Баязит. Унан кесе ағаһы Ғәлиәхмәттең Ғәбит исемле улы, Зөләйха исемле ҡыҙы бар. Иң кесе ҡустыһы Һеләүһен ғына өйләнмәгән әле...
Ҡарлуғас Һеләүһенгә яҙғанмы икән... Ҡапыл килгән уйынан егет тертләп китте, шул ыңғайҙа атынан тәкмәс ата яҙҙы. Аһ, иҫәр, ни уйлай ул...
***
- Сөнәғәә-әт!.. – дуҫтарының ҡапыл яу һалып бергә тиерлек ҡысҡырып ебәреүенән ул һиҫкәнеп китте. – Ана улар...
Дала буйлап ярайһы уҡ ҙур өйөр ҡыуалаған һыбайлылар күренде.
- Егеттәр, алға, алға! - Сөнәғәт шулай ҡысҡырып, айғырына ҡамсы менән һуҡты. Ҡыуалаусыларҙы күреп өлгөргән ҡаҙаҡ егеттәре башта өйөрҙө шәберәк ҡыуырға маташты, эштең кирегә китеүен тойоп, өйөрҙө ташлап ҡасыу яғын ҡаранылар. Сөнәғәт үҙ өйөрөн тиҙ таныны. Ләкин өйөргә боролмай, ҡаҙаҡ менгеләрен ҡыуа төштө. Дуҫтары ла шулай итте. Башҡорт аттарының оҙон юлда ла арыу белмәүе ярҙам итте: аралар күҙгә күренеп яҡынайҙы. Дуҫтарының уҡ-һаҙаҡҡа тотоноуон күреп:
- Егеттәр, ҡабаланмағыҙ! – тип фарман бирҙе.
Күпмелер ваҡыттан Сөнәғәт бер һыбайлыны ҡыуып етеп, арҡаһына ҡамсы менән һуҡты, шул ыңғайҙа тупыш буйлы ҡаҙаҡ эйәренән тәкмәс атты. Быны күреп, алда барған ҡаҙаҡ егеттәре ҡапыл туҡтап ҡалдылар, аттарынан төштөләр. Сөнәғәт тә дуҫтарын туҡтатты. Инде биш ҡаҙаҡ егетенә ҡаршы ете башҡорт егете баҫып тора. Ике яҡта ла уҫал күҙ ҡараштары, төйнәлгән йоҙроҡтар, баһадир кәүҙәләр. Тик айырма шунда – башҡорт егеттәре хәләл малын һаҡларға, ә ҡаҙаҡтар кеше малын урларға килгән.
Баһадир кәүҙәле ҡаҙаҡ егете Сөнәғәттең ҡаршыһына баҫты:
- Башҡорт атлы егет, көрәшәйек. Ҡанға – ҡан! Кем еңә, йылҡы – шуға.
- Ҡаҙаҡ атлы егет, өйөр – минең хәләл малым. Өйөр – минеке!
- Бәлки, башҡорттоң һөнәре йылҡысылыҡтыр, әммә ҡаҙаҡ кәсебе баҫҡынсылыҡ булыр. Был беҙгә яҙыҡ түгел.
- Көрәш, ҡанға – ҡан! – Сөнәғәт ажар әйтте был һүҙҙәрҙе...
Көрәш башланды. Үҙенең ҡаршыһында баһадир кәүҙәле егетте күргәс, ут булып янған Сөнәғәттең аңы томаланды. Ошо ваҡытта алдында торған дошманынан башҡа бер ни ҙә күрмәй ине ул. Юлында беренсе тапҡыр ысын ҡаршы көс тора һәм Сөнәғәт еңергә тейеш. Сөнки ҡан, сәм, рух, ырыҫ, дарман һәм һөйгәне Ҡарлуғас шулай ҡуша.
Көрәш ҡыҙҙы. Уратып алған егеттәр, сәмләнеп, уны күҙәтте. Күктә, был ниндәй күренеш, тигәндәй торналар өйрөлдө. Һабантурғай йырын һуҙҙы. Ҡайҙалыр алыҫта йәшен йәшнәне, күк дөһөрләне.
Көрәш ҡурҡыныс төҫ алды. Майҙанға сыҡҡан көрәшселәрҙең йә береһе, йә икенсеһе өҫтөнлөккә сыҫты, әммә еңеүсе һаман күренмәне. Алыш оҙаҡҡа һуҙылды. Сөнәғәт үҙенең муйынын быуа башлаған ҡаты ҡулдарға йәбеште, ләкин һуңлағанын аңланы, хәле мөшкөлләнде. Үҙенең сикәләре буйлап йылы тамсылар аҡҡанын тойҙо. Был әсе тиргә ҡушылған ҡан ине. Шул ваҡыт йәйләүҙән сығыр саҡтағы һөйгән ҡатынының күҙ йәштәрен, әсәһенең туҫтаҡ менән һуҙған ҡымыҙға иренен сылатыуҙарын, Ҡыҙыл йылғаһының үҙәккә үтер һалҡын инештәрен, сарсап һыуһағанда һалҡын шишмә һыуҙарын күҙ алдына килтерҙе, тыуған ере тынын тойғандай булды. Сөнәғәт һуңғы көсөн йыйып, алға ынтылды, ҡаҙаҡ егетенең башын үҙенә тартты һәм дошмандың танауынан тештәре менән эләктерҙе, асырғанып яңаҡтарын тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Ҡаҙаҡ ҡапыл албырғаны, ныҡ ауыртыуға сыҙай алмай, ҡулдарын бушата бирҙе һәм ҡапыл хәрәкәтһеҙ ҡалды. Сөнәғәт хәлде төшөндө, еңеүен аңланы һәм ҡалҡынырға теләне, хәле етмәй, майҙандың саңын борлатҡансы ергә ҡоланы. Тәрән упҡын уны үҙенә һөйрәне.
Быны күреп торған ҡаҙаҡ егеттәре бүре өйөрөндә ҡалған эттәрҙе хәтерләтте, киҫкен аттарына атланып, дала буйлап сапты. Аңына килгән Сөнәғәтте, көрәштә йәнен биргән ҡаҙаҡ батырын башҡорт егеттәре аттарына һалып, йәйләүгә алып ҡайтты.
... Тәүлек уҙғас, йәйләүгә оло йәштәрҙәге яңғыҙ һыбайлы килде. Артынан килеүсе ат эйәрләнгән, әммә буш ине. Вәли ҡарт ҡаршыһына килеп баҫҡас:
- Әссәләммәғәләйкүм, башҡорт иле. Иҫәнлек бармы? - булды тәүге һүҙҙәре.
- Вәғәләйкүмәссәләм! Һау ғына, Аллаға шөкөр, - булды Вәли яуабы.
- Минең ҡола айғырҙы ҡыуып етә алған йылҡы малын, минең еңелеү белмәҫ улымды еңгән башҡорт батырын күрергә теләр инем, – был һүҙҙәрҙе ауыр, шул уҡ ваҡытта ғорур әйтте ҡаҙаҡ ҡарты. Ошо саҡ ҡарттың йөҙөндә оло юғалтыу тойғоһо асыҡ сағылды.
- Юҡ, күрһәтә алмайым... – Вәли ҡарт ҡырт киҫте. - Мине дөрөҫ аңлауыңды һорайым...
Вәли ҡарт ҡаҙаҡ уҙаманын тирмәгә саҡырҙы, ҡунаҡ итте. Аҙаҡ ҡаҙаҡ улының кәүҙәһен алып ҡайтырға сыҡты, әммә ул ғорурлығын юғалтманы.
***
Ир-егттәр һунарға әҙерләнде. Сөнәғәт ат эйәрләп торған арала юртағында Һеләүһен ҡустыһы елдереп килеп етте лә, ағаһы менән һаулыҡ һорашып та тормай:
- Еңгәкәй, ҡымыҙ әҙерләп бирһәңсе ҡәйнешеңә, сарсап кителде! – тип ҡысҡырҙы, шунан ғына, атынан төшөп: - Һаулыҡ нисек, ағай? – тип ҡулын һуҙҙы.
- Аллаға шөкөр, - Сөнәғәт ҡыҫҡа яуап бирҙе. Ул арала тирмәнән килеп сыҡҡан Ҡарлуғас:
- Ҡәйнешкәйем, һинән алда ағайың бар әле, - тип шаяртып башта иренә, унан Һеләүһенгә ҡымыҙ һуҙҙы.
- Рәхмәт, кәләш! – Сөнәғәт күҙ ҡыҫты.
- Рәхмәт, еңгә! – Һеләүһен йылмайып еңгәһенә ҡараны.
- Һау ғына йөрөп ҡайтығыҙ! – Ҡарлуғас борсоуло йылмайҙы ла ҡоралай етеҙлеге менән тирмәгә инеп юғалды.
- Ҡустым, бер һүҙем бар, - тип һүҙ башланы Сөнәғәт. – Донъя хәлен белеп булмай, бер ваҡытта ла онотма: ағай үлеп, еңгә ҡалһа, ҡалдырмағыҙ яттарға...
- Ағай, бер ни аңламаным. Әллә...
- Еңгәң йәш, һылыу. Әгәр миңә бер-бер ни була ҡалһа, уны ситкә ебәрмә, рәнйетмә, йәберләүгә юл ҡуйма...
- Ағай, ни тигән һүҙ һуң әле... – Һеләүһен һөйләп бөтә алманы. Ағаһы атына һикереп менде лә, йәйләүҙән сығып китә башлаған ир-егеттәр табан юрттырып китеп тә барҙы. Һеләүһен дә атына атланып, ҡамсыһын һелтәй-һелтәй ағаһын ҡыуа китте.
Ҡарлуғас, нимәлер иҫенә төшөргәндәй, тирмәнән уҡтай атылып сыҡты. Ләкин үҙенең был ҡылығына яуап таба алманы. Ниңә әле һуңғы арала ире өсөн, уның һәр бер аҙымы өсөн хафалана, борсола? Ниңә икән йыш ҡына күңелен шомло уйҙар биләп ала?..
Бер-береһен үлеп яратҡан ике йәш йөрәк араһындағы арауыҡ алыҫайғандан-алыҫая барҙы. Сөнәғәттең һынын ап-аҡ саң томаны йотто. Ҡарлуғасҡа һөйгән йәре ошо саңлы даръя эсенән башҡа бер ваҡытта ла сыҡмаҫ кеүек тойолдо. Икеһенең дә йөрәктәре, бер-береһен юҡһынып, дарҫлап типте.
Күк йөҙөндә сәйер ҡошсоҡ, әсе итеп ҡысҡырып, әйләнеп лә әйләнде...