Все новости

Асыҡ һөйләшеүгә, аныҡ ҡарарҙарға өмөт итеп...

27-28 майҙа Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы үтә.Унда әҙәбиәт, китап сығарыу, тәржемә итеү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. Шулай уҡ оҫталыҡ һабаҡтары, семинарҙар, ижади бәйгеләр уҙғарыу күҙаллана. Төрлө майҙансыҡтарҙа балалар әҙәбиәтенең хәле, көрсөктән сығыу юлдары, милли драматургияның хәл-торошо тураһында фекер алышыуҙар була.Ошо айҡанлы редакцияла Түңәрәк өҫтәл ойоштороп, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте һәм әҙиптәре проблемалары тураһында һөйләштек. Унда билдәле прозаик һәм драматург, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты Флүр Ғәлимов һәм йәш шағирҙар Фәнил Бүләков менән Рәшит Зәйнуллин ҡатнашты.

- Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар! Әҙип­тәрҙең оло ҡоронда һеҙ ниндәй мәсьәләләрҙе күтәрер инегеҙ һәм ни өсөн?

Флүр Ғәлимов: Хәйерле көн! Әҙәбиәт һәм әҙиптәрҙең мәсьәләләре тураһында гәзит-журналдарҙа яҙып, телевидение-радио тапшырыуҙарында һөйләп торалар. Тик һөҙөмтәһе генә юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Яҙыусының йәмғиәттәге роле ҙур, тик юғарыла ултырған ил түрәләре мәсьәләне бөтә етдилегендә аңламай. Бындай ҡараш бик ҡиммәткә төшә. Әҙиптәрҙең үҙҙәренең кимәле түбән, кемдер әйтмешләй, уҙған быуаттың 20-се йылдарындағы «пролеткульт» юғарылығында ғына. Тәрбиә булмау сәбәпле, илдә енәйәтселек арта, тәү сиратта – ауыр енәйәттәр... Ҡазанда мәктәпкә һөжүм итеү, бер гонаһһыҙ балаларҙың һәләк булыуы шуға миҫал. Яңыраҡ мәктәп стадионында волейбол уйнап йөрөгән урта синыф уҡыусыларын тыңлап, хайран ҡалып торҙом. Шул тиклем һүгенәләр, эт ашамаҫ һүҙҙәр сыға ауыҙҙарынан. Был да бит беҙ әйткән тәрбиәһеҙлек күренеше, ата-әсәләрҙең, мәктәптең эшләп еткермәүе.

Ф.Ғәлимов.

–Һәм йәмғиәттең авангарды булған зыялыларҙың – шул иҫәптән әҙиптәрҙең дә – эшләп еткермәүе...

Фәнил Бүләков: Билдәле булыуынса, ғәрәп телендә «әҙәбиәт» «әҙәп» тигәнде аңлата, йәғни кешене тәртипкә өйрәтеү. Ә инде телевизор ҡабыҙып йәки кеҫә телефонын алып ҡарағыҙ, нимә генә күрһәтмәйҙәр унда: үлтереш, көсләү, туҡмау... Баҙар иҡтисадына һылтай ҙа ҡуялар, йәнәһе, халыҡ шундай программаларҙы ярата, ә телевидение-башҡаһына рейтинг кәрәк.
Был беҙҙең халыҡтың рухын алыштырырға, юлдан яҙҙырырға йүнәлтелгән тәғлимәт. Рухһыҙ халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә тиҙ бирелә, киләсәккә өмөт-ышанысы ҡалмай. Һөҙөмтәлә, Ҡазандағы атыш, емерелгән яҙмыштар, ҡорбан булған сабыйҙар...Теләк шул – дәүләт үҙенең идеологияһы менән ныҡлап шөғөлләнһен ине.
Был Рәсәй кимәлендә хәл ителергә тейешле ҙур мәсьәлә. Шулай уҡ республикала ниндәйҙер үҙгәрештәр ғәмәлгә инһә, яҡшы булыр ине.

Ф.Бүләков.

Рәшит Зәйнуллин: Элегерәк, интернет, телевизор юҡ саҡта, әҙип һүҙе бик ҡиммәтле булған. Улар тотош йәмғиәтте тәрбиәләгән. Ә хәҙер? Минең бер уҡытыусы дуҫым бар. Кем хәҙерге йәш быуындың кумиры, тип һорай яңыраҡ. Юҡ, тей, Сталонне ла, Үрмәксе-кеше лә, Голливуд актерҙары ла түгел. Беләһегеҙме кем? Блогерҙар! Улар телевизор ҡарамай, уйнамай, уҡымай, ә телефон ҡушымтаһы аша блогерҙарҙы күҙәтә. Тимәк, уларға әҙәбиәт түгел, ә Моргенштерн ҡыҙығыраҡ. Нисек сығырға был хәлдән? Сара бар – Моргенштерндың даирәһе менән эш итеү. Һәм бөгөн, әлеге ваҡытта эш итеү. Әҙәбиәткә йәштәр килмәй, тибеҙ. Килмәй, әлбиттә, сөнки уның, әҙәбиәт мөхитенең, абруйы юҡ. Бөгөн шиғриәт фәҡәт «Һин мине яратаһыңмы? Мин һине яратам» тигән хәлгә тороп ҡалған.Ә нәфис һүҙ жанры бер көнлөк түгел, ул мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ итә.
Бына, миҫал өсөн Мостай Кәримдең «Өс таған»ын алайыҡ. Нисәмә быуын шул әҫәрҙең йоғонтоһонда үҫте һәм тәрбиәләнде. Уның әһәмиәте әле һаман да көн үҙәгендә ҡала. Әҙәбиәт үҙе лә, әҙиптәр ҙә даими рәүештә камиллыҡҡа ынтылырға тейеш тигән фекерҙәмен.

Р.Зәйнуллин.

Флүр Ғәлимов: Форумда мин әҙиптең статусы тураһындағы мәсьәләне күтәрер инем. Беҙ бит энтузиазм нигеҙендә эшләйбеҙ. Гонорарҙар юҡ кимәлендә. Мин 32 йәштән алып яҙышам, хәҙер пенсионермын. Дүртенсе йыл рәттән тематик пландан китабым төшөп ҡала...

Фәнил Бүләков: Флүр ағайҙың фекерен хуплайым. Ысынлап та, китап сығарыу мәсьә­ләһен йыйылышта мотлаҡ күтәрергә кәрәк.Унан мин яҙыусыларға маҡтаулы исемдәр биреү тәртибе тураһында һорау бирер инем.

Рәшит Зәйнуллин: Бөгөн маҡтаулы исемде «алыусылар» һәм уға «лайыҡ булыусылар» бар... (көләләр)

Флүр Ғәлимов: «Китап» нәшриәте, ҡыйынлыҡ менән булһа ла, продукцияһын сығара килә. Гонорары аҙ, әлбиттә, әммә бар. Журналдарҙа бөтөнләй юҡ. Унда эшләгән журналистар шул уҡ яҙыусылар бит инде, 15–20 мең һумға йөрөйҙәр. Шунан пенсиялары ла 11 мең 200 һум ғына килеп сыға. Ә ул аҡсаға нисек йәшәргә? Әҙәмсә пенсия алам тиһәң, уртаса эш хаҡың 50 мең һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шунан аптырайбыҙ, нишләп прозала йәштәр юҡ тип. Шиғриәттә аҙ булһа ла егеттәр бар, әммә дөйөм алғанда, әҙәбиәткә йәштәр килмәй. Нисек килһен ул? Уға бит ғаиләһен ашатырға кәрәк! Балаларын үҫтерергә кәрәк! Прозаға килмәйҙәр. Ә проза – әҙәбиәттең арҡа һөйәге...Талантлы йәш кеше китә шунан полицияға, ҡарауылсы булып урынлаша. Йөрөй урам буйлап, таяҡ тотоп, әммә 40–50 мең эш хаҡы алып. Шунан йәштәр ҡайҙа китһен? Журналистарҙың хеҙмәт хаҡын арттырырға кәрәк.

Рәшит Зәйнуллин: Әҙәби китаптар уҡы тип беҙ һис кемде мәжбүр итә алмайбыҙ. Китапҡа һөйөү әсә һөтө менән килә, был тәрбиәнең иң юғары кимәлелер. Заман башҡа – заң башҡа, бөгөн йәштәр менән аралашырға, уларҙың мөхитендә эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, ни өсөн «Ютуб»та башҡортса канал булдырмаҫҡа? Фәнил, әйҙә шиғырҙарыңды шунда урынлаштыр, йәштәр йығылып ятып уҡыр ине.

Фәнил Бүләков: Интернеттағы рух тураһындағы шиғырҙарымдан һуң бәхәстәр булып алды. Бәғзе берәүҙәр, шағирҙар һәр саҡ хакимиәткә ҡаршы булырға тейеш, тип яҙа. Бабич кеүек башҡорт халҡын яҡларға тейеш, тип. Эйе, һәр быуындың үҙ яҙыусыһы. Беҙ ижтимағи фекерҙе етәкселеккә еткерергә тейеш, әммә дөйөм идеология принциптары тап килә икән – әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәш, мәҫәлән, ул саҡта беҙ дәүләт етәкселеге менән бергә эш итергә тейешбеҙ.
Рәшит Зәйнуллин: Флүр ағай бер мәл әйткән ине, «нимәгәлер ҡаршы торор өсөн, иң тәүҙә берләшергә кәрәк», тип. Бына, мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа етди мәсьәләне нисек хәл итергә? Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә 300-ҙән ашыу кеше. Шулар барыһы ла мөрәжәғәт (хат) аҫтына имзаһын ҡуйһа, ул мәсьәлә тиҙерәк хәл ителер ине. Үҙ фекереңде әйтеп белдереү генә түгел, ваҡиғаны тейешенсә яҡтыртыу ҙа кәрәк. Шул саҡта ғына беҙҙе ихтирам итерҙәр. Шул саҡта ғына беҙҙе уҡырҙар. Берләшеү кәрәк, үҙ-ара татыулыҡ.

– Башҡа илдәрҙә яҙыусыларҙың хакимиәт һәм йәмғиәт менән мөнәсәбәттәре нисек икән?

Флүр Ғәлимов: Төрлөсә. Әҙиптең социаль, ижтимағи-сәйәси статусы юғары булған илдәр ҙә бар. Бына, мәҫәлән, Үзбәкстанды алып ҡарайыҡ. Фәҡир генә ил, әммә әҙиптәрен улар хөрмәт итә: ял йорттары һалына, лайыҡлы эш хаҡы, социаль өҫтәмәләр бирелә пенсияларына...
Үҙебеҙҙәге Чечен Республикаһында ла яҙыусылар лайыҡлы йәшәй. Уларҙың ете тиҫтә самаһы әҙибе бар. Китаптарын сит илдәрҙә сығаралар, тәржемә итеү хәстәрлеген республика һәм бағымсылар үҙ иңенә алған.
Шул уҡ Татарстанда Яҙыусылар берлегенә йыллыҡ бюджет 18 млн һум күләмендә бүленә, Башҡортостанда – ни бары 1 млн 700 мең...

– Әҙиптәр йыйынына тағы ниндәй тәҡдимдәрегеҙ булыр?

Флүр Ғәлимов: Баяғы әйтә бирҙем инде, бына улар:

- Зәйнәб Биишева исемендәге республика «Китап» нәшриәтен финанслауҙы арттырырға;
- Журналдарҙың гонорар фондын ҙурайтырға;
- Маҡтаулы исемдәр өсөн өҫтәмәләрҙе арттырырға;
- Иң яҡшы романға, повесҡа конкурс иғлан итергә (дәғүәселәрҙең йәше 50-нән артмауы шарт).

Фәнил Бүләков: Йәштәрҙе үҫтереү гранттарын Яҙыусылар идараһында булдырырға кәрәк. Таланттарҙы яҡлай һәм күрһәтә белмәһәк, тиҙҙән беҙҙә яҙыусылар ҡалмаясаҡ. Шәхес булараҡ та, яҙыусы булараҡ та деградация башланасаҡ.

Рәшит Зәйнуллин: Деградация башлана, сөнки бер йүнле әҙип булмаясаҡ. Беҙҙә лә бар ул шәп яҙыусы тип күрәләтә йомшаҡ шағирҙы, яҙыусыны, драматургты күккә сөйөп маҡтаясаҡтар...

Фәнил Бүләков: Телевидение һәм радиола булған матур әҙәби тапшырыуҙарҙы тергеҙергә кәрәк. Юғиһә, өҫтәге ҡайһы бер етәкселәр республикала бер-ике прозаик, бер-ике шағир бар икән, тип уйлайҙыр...

Рәшит Зәйнуллин: Бағымсыларҙы ла әҙәбиәтте тергеҙеү проектына йәлеп итергә кәрәк. Уларға 1 миллион һум ҙур аҡса түгел. Ә беҙгә, әҙиптәргә, ижади конкурс үткәрергә бынамын тигән өлөш. Һис юғында 5 миллион һум булһын ине: китабы сыҡҡан йәш ижадкәргә оло бер матди һәм рухи ярҙам булыр ине. Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе айырыуса ауыр, ҡатмарлы тора.

Флүр Ғәлимов: Мәгәр Татарстанда Яҙыусылар берлеге рәйесе урыны өсөн, ғәфү итегеҙ, талаш-тартыш тоҡана икән, беҙҙә, киреһенсә, – кеше таба алмайбыҙ. Бына шул инде кадрҙар әҙерләмәү касафаты. Был турала әйтеп үттек инде: Рауил Бикбаев кимәлендәге етәксе үҫеп сыҡһын өсөн тотош бер быуын кәрәк...
Фәнил Бүләков: Юғиһә, танылған йәш яҙыусы тиҙәр ҙә миңә төртөп күрһәтәләр. Ә мин бит 40-ты уҙҙым (көләләр).

Флүр Ғәлимов: Ваҡытында әйтеп ҡалығыҙ, егеттәр! Әйтер һүҙегеҙҙе әйтергә һуңламағыҙ!

Н.Алсынбаев.

Бына шундай һөйләшеү килеп сыҡты. Күптән билдәле мәсьәләләр, бөтәбеҙгә лә билдәле проблемалар. Бер сәғәтлек һөйләшеү эсендә беҙ заман тыуҙырған өр-яңы һорауҙарға тотоноп та өлгөрмәнек. Мәҫәлән, башҡорт әҙәбиәтен интернет аша таратыу, уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өсөн нимәләр эшләргә? Был заман талабы, әммә быға тиклем йыйылып килгән әлеге мәсьәләләр хәл ителмәй тороп, уға сират етмәйәсәк. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙең һөйләшеүҙә артыҡ яңылыҡ булмағандыр.
Шуныһы билдәле: форум әҙиптәр менән етәкселек, әҙиптәр менән йәмғиәт бер-береһен ишетһен һәм аңлаһын өсөн ойошторола. Һәм уның элеккесә отчет-докладтар формаһында түгел, ә күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, асыҡтан-асыҡ һорау биреп, яуап алыуға ҡоролоуы, Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡатнашыуы йыйындың һөҙөмтәле булырына ышаныс бирә. Уңыштар теләйек!

Нияз Алсынбаев әңгәмәләште.

Читайте нас: