- Эйе, хас үҙе, холҡо менән дә атаһына оҡшаған ул, - тип Сәлимә ҡыҙының алып килгән күстәнәстәрен тотоп, артыҡ сурытмай ғына палатаһына инеп китте. Ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп, дауаханала ятыуына аҙна булды. Һуңғы осор нишләптер шул ҡан баҫымы менән ҡаҡшай башланы. Ҡапыл ғына күтәрелә лә китә. Килеүенә өс көн тигәндә генә башын ҡалҡытып йөрөй башланы. Ҡасан сығыры билдәһеҙ, балалар алмаш-тилмәш килеп хәл белеп китә. Кисә хатта Басиры ла, Мараты ла бер-бер артлы килде. Бүлмәләш Нурбикә арыуыҡтан ята икән, ҡолап мейеһен төшөрөп, башынан сыҙамай килеп ятҡан. Хәҙер арыуланған, залдан инмәй, хәбәр йыя, килгән бер кешене буш ҡалдырмай. Ире бер килеп хәлен белгәйне, балаларының килгәне юҡсы. Әллә балаһы юҡмы? Ҡыҙыҡһынманы Сәлимә. Ундай холҡо ла юҡ. Сәлимәнең бер-бер артлы хәл белергә килгән биш балаһына аптырап бер була, әйтәгүр.
- Быныһы ҡайҙа тора, эйәле-башлымы? Киленде ҡайҙан алдығыҙ? Ата-әсәһе бармы? Ҡыҙыңды арыу урынға бирҙеңме? Кейәүең берәй урында эшләгән кешеме әллә? Ҡиәфәте түрәгә оҡшап тора. Балалары нисәү? Ҡайҙа йәшәйҙәр? Үҙҙәре төҙөп индеме? Әллә хөкүмәт өйөндәме? - тип килгән береһен тикшереп ҡала. Ул нимәгә кәрәктер. Була бит шундай кешеләр. Йөрөй торғас тағы:
- Бер туҡтауһыҙ балаларың килә, ирең шыпа килмәй түгелме? Әллә ирең юҡмы? - тип тә ҡуя. Сәлимәнән яуап ала алмағас:
- Барҙыр, булмай ни. Биш балам бар тейһең, береһе лә үҙеңә оҡшамаған икән, - тип ныҡыша һаман. Ҡарышҡан өҫтөнә яуап бирмәй Сәлимә.
- Ҡуйсәле, Нурбикә апай, ҡунаҡта түгелбеҙ бит, балнистабыҙ ҙа инде. Беҙҙе баштан-аяҡ тикшереп бөттөң, инде Сәлимә апай ҡалдымы? - тип асыулана Һәҙиә тигән йәшерәге. Сәлимәнең үҙенең дә ене һөймәй кешенең эсенә инеп барған кешене. Шуға күп һорауы яуапһыҙ ҡала Нурбикәнең. Осраҡлы бер кешегә эсендәген асып һалырға өйрәнмәгән шул. Бөтәһе лә эсендә. Тормоштоң ағы ла, ҡараһы ла бар. Әйтәләр бит - аҡтың тағы ла ағыраҡ икәнен күргең, һиҙгең, аңлағың килһә, ҡараһын да татып ҡарарға кәрәк. Бөтә кеше лә аҡты татыр өсөн ҡараны татып ҡараймы, әллә кемдер был тормошта тик аҡҡа ғына төрөнөп, ҡараның ни икәнен белмәйме? Сәлимәгә ҡалһа, был тормошта ағына ҡарағанда, бәлки, ул ҡараһын күберәк татығандыр.
Сәлимә үҙе ике малай араһында яңғыҙ үҫте. Яңғыҙ ҡыҙ булһа ла, атаһының һөйөклө балаһы була алманы. Нишләптер Ғүмәр ҡарт малайҙарын айырып ҡараны. Әсәһенә лә, ҡыҙы Сәлимәгә лә уғата ҡаты булды. Күҙенең ағын әйләндереп бер ҡараһа, ят та үл. Шул яһиллығы, ҡаты бәғерлек малайҙарына ла күсте. Ҡатын-ҡыҙ затына улар ҙа бәләкәйҙән йомшаҡлыҡ күрһәтмәнеләр. Өй эсе тулы ир-ат булһа ла, атай-ағайҙар наҙын күрмәй үҫте ҡыҙ. Әсәһе меҫкен дә әллә атаһынан ҡурҡты, Сәлимәһен гел йәшертен яратты.
Иркәләп, һөйөп ултырғанын күреп ҡалһа, ене ҡуба атаһының:
- Һуйылдай ҡыҙыңды һаман алдыңа алып ултырмаһаң, башҡа эшең юҡмы? - тип екеренә. Шул ҡатылығы, ҡырыҫлығы арҡаһында ауылдаштары араһында ҡарис ҡушаматы тағылған атаһына. Ҡарис Ғүмәр. Ай-ай, дыуамал, ут сәсеп торған ир ине мәрхүмкәйең. Ауыл халҡы ла шөрләңкерәне ҡарис Ғүмәрҙән. Кешене алдына сығарманы, алдына алғанын ҡуймаҫ ине. Бигерәк үҙ һүҙле булды шул.
Сәлимә бәләкәйерәк саҡта уларҙан өс өй аша буш торған өйгә ҡайҙандыр сыуаш ҡатыны күсеп килде. Ерән сәсле, күк күҙле Сәлимәнән биш-алты йәшкә олораҡ малайы ла бар ине. Башта ауыл халҡы ситләтеберәк, үҙһенмәй маташты был ғаиләне. Сыуаш ҡатын шул тиклем үҙе эшкә әрһеҙ, шәп булды. Алама ғына ҡутарылып торған өйҙө эсле-тышлы ул һылап, ул буяп сынъяһау итеп ҡуйҙы. Үҙе лә, улы Коля ла башҡортса арыу ғына һупалайҙар. Мәктәптә башҡортса уҡыу килеште малайға, бер йылдан инде сатнатып башҡортса һөйләште. Нилектән шау башҡорт араһына килеп йәшәргә булғандыр Валя, уныһы барыһына ла сер булып ҡалды.
Ҡарис Ғүмәр баштан уҡ ҡаныҡты шул сыуаш бисәһенә. Йомош һораһа, йомош бирҙертмәне. Яҡын юлатманы.
- Тупһаға баҫып йөрөмәһен, әллә ҡайҙан килгән әптек-һәптекте яҡынлатма ыштубы, - тип әсәһенә екереп кенә торҙо.
Сыуаш Валяның бер кемгә лә зыяны теймәне. Сихырға шәп тип яманатын һатып ҡараһалар ҙа, улай-былай ҡырын эше лә һиҙелмәне. Алсаҡ, ихлас, кешегә ярҙамсыл, яҙа-йоҙа башҡортса һупалаған Валя әкренләп кеше араһына инде. Им-томға шәп булды, һораһалар кәрт тә һалды. Хатта сит ауылдан бала таба алмай йонсоғандар ҙа килеп эс һылатып, бәпәй таптылар. Малайы ла матур ғына, ипле булды. Әсәһе менән кешегә һалыҡтарын һалмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп алып киттеләр. Тора-бара һауып эсергә ҡайҙандыр кәзә һатып алды сыуаш ҡатыны. Ҡайһы бер ҡатындар бер һыйырының һөтөн эш итергә эшкинмәһә, Валя кәзәһенең ағын эш итеп, үҙенән арттырып баҙарына ла йөрөнө. Коляһы ла эш яратты. Ҙурая килә колхоз эшенән ҡалманы, тура килһә, көтөүен дә көттө, кешегә ярҙамсыл, ылымыҡ булды.
Ҡарис Ғүмәрҙең Коляны ла ене һөймәне. Ураған һайын сыуаш тыумаһынан һалдырҙы. Малайҙарын да яҡын юлатманы сыуаш тыумаһына. Ауыҙын асҡан һайын:
-Сыуаш та булғанмы кеше, яҡшы булһалар, үҙ илендә һыйыр ине. Әллә ҡыуылып, әллә ҡасып тигәндәй килеп йәшәп яталар. Йыйын кафыр, килмешәк, - тип яйы сыҡҡан һайын сағырға әҙер генә торҙо. Эйе, Валяны ла, улын да, бер зыяндары ла теймәһә лә, өнәмәне, тере биреһе күрҙе ҡарис.
Ғүмәр яратмаһа ла, ауыл халҡы тора-бара ылыҡты Валяға. Ваҡ-төйәк эшкә саҡырҙылар, им-томға ла йөрөнөләр. Коля төҫ-башҡа таҙа, һылыу егет булып үҫте. Тулҡынланып торған ҡуйы ерән сәстәре, килешле генә оҙон буй-һын ҡайһы ҡыҙҙы битараф ҡалдырҙы икән? Ипле, тыныс, итәғәтле, сибәр егет күп ҡыҙҙарҙы йоҡонан яҙҙырҙы.
Сәлимә туғыҙынсыны бөтә торған йылы Коля армиянан ҡайтты. Былай ҙа һылыу егет тағы матурланып, буйға оҙонайып, нығынып ҡайтты армиянан. Көҙгөлөккә ҡалаға шоферлыҡҡа уҡырға китте. Күп ҡыҙҙар ымһынды егеткә. Айғыр Ғәшүрәнең ҡыҙы, хатта үҙе артынан йөрөп ҡараһа ла, ҡарата алманы тип һөйләнеләр. Сибәр егет серле ине.
***
Ҡара көҙҙөң бер көнөндә: “Ҡарис Ғүмәрҙең ҡыҙы сыуаштан бала табырға йөрөй”, - тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ауылға таралды. Берәүҙәр бот сапты, икенселәр телһеҙ ҡалды, бәғзеләре яу сығырын көттө. Эйе, был хәбәр күп тә үтмәй ҡаристың үҙенә лә килеп ишетелде. Өс көн, өс төн ҡайыш менән дә, ҡул менән дә илай-илай һамаҡлап туҡманы Ғүмәр ҡыҙын.
-Кафырҙан кафыр табырға йөрөйһөң, балаң да кафыр буласаҡ, тормошоңдо ла кафыр иттең, йөҙөмә ҡара яҡтың, оятһыҙ. Мин һине сыуаш өсөн үҫтерҙемме ни? Ни йөҙөм менән мин хәҙер кешегә ҡарармын? Хурлығыңдан ятып үлерһең, үҙ кешеһе менән дә түгел, сыуаш менән уйнаш иткән. Эйе, кәрәк ине миңә сыуаш тыумаһы!
Сәлимә илай-илай атаһына:
- Атай, Коля менән өйләнешәбеҙ, бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Ул да, мин дә һинән ҡурҡҡанға әйтә алмай йөрөнөк.
- Сыуаштан башҡа кеше тапманыңмы яратырға? Мәктәп тупһаһын бөтмәй, уйнаш артынан йөрөп, кафыр табырға йөрөйһөң. Хәҙер мына кафырға биреп ҡуйырмын. Бирмәйем, башын төрмәлә серетәм мин ул сыуашыңдың. Уның өсөн ҡыҙ үҫтермәнем!
Ҡыҙын йәлләп иренән яҡларға маташҡан әсәһе лә туҡмаҡтан ҡоро ҡалманы.
-Нисә әйттем ҡыҙыңды тәрбиәлә тип, һаман әпәүләп, һин башына еттең аҙҙырып! Тыйманың, алдыңа алдың. Әйҙә, хәҙер күр инде, ҡыҙың мәктәп тупһаһында балаларға йөрөй, - тип ярһыны бер туҡтамай Ғүмәр. Өйҙә бисәһе менән ҡыҙын ҡайыш менән ярып арығас, аяҡ баҫмаған Валяға ярһып килеп инде. Әмәлгә ҡалғандай, Валя өйҙә юҡ ине. Коляның утын ярған сағына тура килде. Ғүмәрҙе күреү менән егет эштең айышына төшөндө. Ҡаршы барҙы.
-Үлтерәм, сыуаш, башыңды төрмәлә серетәм, валлаһи! Кафыр, мәктәптә уҡыған баланы мәсхәрәләгәнһең. Мин һине былай ҡалдырыр тип уйлайһыңдыр?! Юҡ, ҡалдырмайым! Иртәгә үк милицияға заявить итәм, башыңды төрмәгә тығам, - тип ҡайыш менән ынтылғайны, шул арала Коля ҡайышты һыпыра тартып алды. Көслө, бәһлеүән егеттән бер аҙ шөрләнеме,аҙ ғына артҡа сигенде ярһыған ҡарис.
- Мин Сәлимәне кәләш итеп алам. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Зинһар, Ғүмәр ағай, үтенеп һорайым, ҡаршы килмә беҙгә. Әсәйем менән былай ҙа һеҙгә барырға, ҡыҙығыҙҙың ҡулын һорарға уйлағайныҡ. Ҡаршы килмәгеҙ инде. Ризалығығыҙҙы бирегеҙ. Мин уны үҙебеҙгә алып ҡайтам. Ул уҡыуын бөтәсәк, ҡулына аттастат та алыр. Әсәйем риза.
Ярһыған Ғүмәр уны ишетерлек түгел ине. Туҙыныпмы-туҙынды:
-Башыңды төрмәлә серетәм, кафыр, тупһама аяҡ баҫаһы булма! Сыуаш өсөн ҡыҙ үҫтергәнем юҡ, килеп тә йөрөмә, тыума, - тип төкөрөндө. Нисек дауыл булып килеп инһә, дауыл булып сығып та китте.
Иртәгәһенә, ысынлап та, ике-өс милиция килеп етте, ҡыҙҙан ниндәйҙер документтарға ҡул ҡуйҙырттылар. Туҡмалыуҙан, атаһының ҡурҡыныс ҡарашынан ҡурҡҡан ҡыҙ нимә эшләгәнен дә белмәй, нимә ҡушалар, шуны һүҙһеҙ үтәне. Күп нәмәне аңлап та етмәне.
Баҡһаң, “Мине, бәлиғ булмаған баланы, көсләне” тип ҡул ҡуйҙыртҡандар икән. Аңланы һуңынан Сәлимә, ләкин һуң ине. Валя тубыҡланып, ергә ятып, башын туҡмап, илап ялбарҙы Ғүмәргә:
- Ултыртма баламды, ултыртма, Ғүмәр! Шул баланан башҡа минең бер кемем дә юҡ бит. Балалар бер-береһен ярата. Зинһар, араларына төшмә, бәхетһеҙ итәһең бит ҡыҙыңды ла, Коляны ла. Ялынам, ялбарам, Ғүмәр, балаларҙың тормошон боҙма, - тип теҙләнһә лә, ҡарис ҡарислығын итте.
Ун биш йыл бирҙеләр Коляға. Валя саҡ аҡылдан яҙманы.
Сәлимә уҡып бөтә алманы ул йылды, ун ете йәше лә тулмаҫтан Колянан игеҙ малай тапты. Ҡарис Ғүмәр башта өйгә индермәйем кафыр балаһын тиһә лә, аҙаҡ Валя индереп алыр тип шөрләнеме, өндәшмәне.
Дамир менән Ғамир ике тамсы һыу кеүек Коляға оҡшап тыуҙы. Хатта сәстәренең ерәнлегенә тиклем. Башта әйләнеп тә ҡараманы балаларға ҡарис Ғүмәр. Сыуаш тыумалары, тип бер булды. Аҙаҡ, ҙурайып, ҡартатайҙан һалдыра башлағас, нисектер йылылыҡ күрһәтә башланы.
Сәлимә Нурия еңгәһе аша Коляның адресын табып көн дә хат яҙҙы. Ғәфү үтенеп тә, уны көтәсәген белдереп тә. Тик бер генә яуап хаты ла ала алманы. Әсәһе Валяға көн аша хаты килә, тинеләр.
Балалары уҡыуға барыуға өләсәһенең буш торған өйөнә айырым сыҡты йәшәргә. Мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә саҡырҙылар. Малайҙар уҡырға барҙы. Көн артынан көн үтте.
Балалар бишенсегә уҡырға барғанда ҡарис Ғүмәрҙе аты алып ҡасып китеп фажиғәле һәләк булды. Ныҡ аяныслы булды үлеме. Өйөнә ҡайтмаған Ғүмәрҙе өсөнсө көнгә генә Олотау һыртындағы урманлыҡтан табып алып ҡайттылар. Ағас, ташҡа һуғылып йәнселмәгән ере ҡалмағайны. Ауыл халҡының күбеһе:
-Кеше ҡарғышы ебәрмәй ул, рәнйеште күп йыйҙы бит инде, - тип һөйләнде. Коляны төрмәгә ултыртыуын ауыл халҡы кисерә алманы.
Әсәһе йәше үтеп, һаман өйләнә алмай йөрөгән ағаһы менән тороп ҡалды. Ғүмәрҙең оло малайы Әмир армиянан ҡайтып күп торманы, күрше ауыл ҡыҙын алды ла Ҡаҙағстан яғына сыҡты ла китте. Шунда төпләнде буғай, бик һирәк ҡайталар.
Ғүмәрҙән ҡаса-ҡаса ғына, йәшенеп кенә ейәндәре менән аралашҡан Валя Ғүмәрҙең үлеменә ҡыуанырға ла, ҡайғырырға ла белмәне.
***
Сәлимәне Нурия еңгәһе лә, башҡалар ҙа:
- Урыны табылһа, кейәүгә сыҡ. Ул Коля әллә ҡайта, әллә юҡ, көтмә уны. Ҡайтһа ла, фәтеүәле ҡайтмаясаҡ. Йәш ғүмереңде зая үткәрмә. Балаларыңа - атай,үҙеңә ир кәрәк, - тип төрлө урынға димләп ҡаранылар. Юҡ шул, йөрәккә бойороп булмай. Ул һаман ятһа-торһа Коляны уйланы. Йәне-тәне менән Сәлимә тик уныҡы ине. Барыһын да кире ҡаҡты. Иҫенә төшкән һайын ғәфү һорап хат яҙҙы. Шулай ҙа ултырыуына ун йыл тигәндә Колянан хат килеп төштө. Был хатты ҡулына алғас Сәлимәнең ҡыуаныуы! Күҙ йәштәре йылға булып аҡты шатлығынан. Йөҙөнә нур инде, йәшәгеләре килеп китте. Әммә хат ике генә юлдан тора ине.
- Көтмә мине. Күрә алмайым һине!!!
Юҡ, был һүҙҙәр ҙә һыуындырманы Сәлимәне Колянан. Барыбер көттө.
***
Малайҙар инде туғыҙынсы класҡа еттеләр. Тиҙҙән улар өсөн -сығарылыш кисәһе. Үткән көҙ тыуған көндәренә әсәләре мотоцикл алып бирҙе. Хәҙер инде буйтым әсәләренә ярҙамсылар. Утын-бесән уларҙың көсө менән эшләнә.
Валя әбейҙәре уларға сығарылыш кисәһе көнөндә аталарының ҡайтыуын еткергән. Сәлимә лә, балалар ҙа өмөтләнде, ҡайтыуын ҡайтҡас, моғайын, беҙгә лә инеп сығыр ул, тинеләр. Сәлимә йүгереп йөрөп ваҡ-төйәген бешерҙе, өйөн баҡты. Малайҙарҙың сығарылыш кисәһенә тип кейгән күлдәген өҫтөнән һалманы.
Дамир менән Ғамир сығарылыш кисәһенән ҡайтҡас:
- Әсәй, беҙ класташтар менән Олотауға таң ҡаршыларға барабыҙ, - тип ваҡ-төйәктәрен мотоциклға тейәп сығып киттеләр. Йоҡламаны Сәлимә ул көнө, Коля ҡайтһа, ишек ҡағыр тип тә көтеүәлләне. Йөрәге урынында түгел ине. Сығып бара. Өйгә бер инде, бер сыҡты. Шулай төн уртаһына тиклем йөрөгәс, инеп ятып торғайны, күҙе эленеп йоҡлап киткән. Шарт-шорт иткән тауышҡа һиҫкәнеп башын күтәрһә, таң атҡан. Ҡояш ҡалҡып килә. Урамда -Дамир менән Ғамирҙың ике класташ малайы, янында класс етәкселәре Мәүсирә. Илай һымаҡ. Туҡта, был ни хәл тип ишекте асыуы булды, Мәүсирә асырғанып илап ебәрҙе:
- Сәлимә апай, Дамир менән Ғамир машинаға бәрелгән, - тип әйткәнен генә иҫләй әсә, ҡалғаны томан эсендә. Таң ҡайғы менән тыуҙы. Сығарылыш кисәһенән һуң таңды ҡаршылаған игеҙәктәр ҡайтып килгәндә, машина аҫтына инеп китеп, икәүһе лә шунда уҡ йән биргән. Һуңғы өмөтө лә өҙөлдө Сәлимәнең...
- Эй Хоҙайым, ни эшләп, ни өсөн? Гонаһтарым өсөн үҙем яуап бирер инем, баларымдан мәхрүм итмәһәң булмай инеме ни? Уларһыҙ мин нисек йәшәрмен? Ғәзизкәйҙәрем, нишләп мине ташлап киттегеҙ? Һеҙһеҙ нисек йәшәрмен һуң? Алығыҙ мине лә үҙегеҙ менән! - тип йән асыуы менән һыҡтаны әсә.
Ҡайтты Коля. Әҙерләнгән табынға түгел, тура зыяратҡа ҡайтты. Малайҙарын ерләргә. Кем уйлаһын, нисә йылдан һуң осрашыу зыяратта булыр тип... Эй тормош, һынау артынан һынау....
- Коля, ғәфү ит мине, ғәфү ит, әгәр булдыра алһаң! Мин ғәйепле, ләкин мине лә аңла. Аңламайынса ҡуйған имзаларым, атайыма ҡаршы тора алмауым менән ғәйеплемен, эйе, беләм. Тик мин һине көттөм, һиңә тоғро ҡалдым. Тик балаларымды һаҡлай алманым. Коля, артабан миңә нимә эшләргә?! - Һорау яуапһыҙ ҡалды. Өндәшмәне, бер ни ҙә әйтмәне ир.
***
Көн дә зыяратҡа йөрөнө Сәлимә, балаларына доғалар уҡыны. Иртән эшкә киткәндә лә һуғылды, кис тә барҙы яндарына. Коля менән дә шунда ғына осрашты. Был хәл ғәҙәткә инеп барғанда ҡапыл Коля юғалды.
- Минең менән осрашыуҙан ҡаса буғай, шуға килмәйҙер, - тип үҙен тынысландырҙы Сәлимә. Әммә бер аҙҙан ауылда Коля ныҡ сирле ҡайтҡан, онкология дауаханаһында ята, тигән хәбәр таралды. Хәбәр дөрөҫ булып сыҡты. Түҙмәне Сәлимә, көн һорап больницаға китте. Күрешкәс, ҡосаҡлашып илаштылар икәүләшеп. Ярты сәғәт ҡосағынан ебәрмәне һөйгәне Сәлимәне.
- Коля, аҡыллым, ҡайт, ҡалған ғүмереңдә бергә булайыҡ. Минең һинән башҡа бер кемем дә юҡ бит. Ғәйеплемен, аңлайым, минең арҡала һин ошо хәлгә тарының. Ниңә Хоҙай беҙҙе осраштырҙы икән? Мине осратмаһаң, һин бит бәхетле булыр инең. Ниңә, ниңә осраштыҡ? Икебеҙҙең беребеҙ бәхетле була алманы...
- Йәнем, ҡайта алмайым шул, врачтар диагноз ҡуйҙы, ике аҙна ғүмерең ҡалған, тинеләр. Һине күрмәй үлеп китермен тип ҡурҡтым, Сәлимә. Юҡ, Сәлимә, һине осратыуым менән бәхетлемен. Кем ун биш йыл буйы ултырған кешене көтөр ине икән? Һин көттөң. Рәхмәт. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр. Маңлайға яҙылғанды күрмәйенсә, гүргә кереп булмай. Алай-былай булып китһә, тормошҡа сыҡ. Һинең әле йәш, матур сағың. Бәхетеңде табырһың.
Ике аҙнанан саҡ ҡына күберәк йәшәп, Коля ла баҡыйлыҡҡа күсте.
- Йәнем, бәхил бул, бәхет теләйем һиңә, мин малайҙарым янына күсергә йыйынам, - тине ул Сәлимәнең күҙҙәренә һүнеп бөтөп барған күҙҙәрен төбәп. - Бәхил бул. Мин һине ғәфү иттем. Бәхетле бул...
Ун биш йыл буйы Коляһын һарғайып көткән Валя улының үлемен ауыр кисерҙе. Ҡайғы-һағышта йәшәү үҙенекен эшләне - өс ай тигәндә үҙе лә баҡыйлыҡҡа күсте.
Яҡындарын ер ҡуйынына һалып, ҡара ҡайғыларға батып аптыранып йөрөгәндә Сәлимәгә күрше ауылдан класташ егете Фәрит ҡулын һорап килде. Фәриттең дә ҡайғылы сағы. Эреле-ваҡлы биш балаһын ҡалдырып, бисәһе Рәхилә үлеп киткән. Бәләкәй ҡыҙына ни бары ике ай ғына. Ҡыҙын тапҡас һаҡланмаған, өҙлөккән.
- Сәлимә, һинең дә ауыр ҡайғыларың, минеке лә еңел түгел. Ҡағып-һуға торған ғәҙәтем юҡ. Биш бала тип ҡурҡмаһаң, мин һинән ҡулыңды һорарға килдем. Ни тиһәң дә, бер класта уҡыныҡ, бөтөнләй сит-ят түгелбеҙ. Һинең хәлеңде лә аңлайым. Ауыр ҡайғылар кисерҙең, - тине Фәрит. - Уйларға өс көн бирәм. Риза булһаң, йома көнө никах уҡытырбыҙ. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙып булмай, балаларға әсәй кәрәк.
Әсәһенә кәңәшкә барғас, Сәлимә илап ебәрҙе.
- Әллә, балам, бәлки, бәхетең шулдыр. Балалары күп тимәһәң... Улар ни хәҙер үҫеп китер ҙә бөтөр, күҙ ҙә эйәрмәҫ. Мин ризамын, балам. Күрмәнең түгел, күрҙең. Инде кем ғүмерен йәшәйһең, бар, балам, кире ҡаҡма. Фәриттең ата-әсәһе һәйбәт булды. Ҡатынды ҡәҙерләй белә улар. Атаһы ла әсәһен ҡәҙер итте.
Әсәһенең ризалығын алып, шулай уйламағанда Тимер ауылына күсеп килде Сәлимә. Үҙ ауылына ара алты-ете саҡырым. Килгәс тә күмәк балаға өйрәнә алмай бер булды. Ике айлыҡ ҡына бала илағанда үҙе ҡуша иланы. Булған ҡайғы-һағышын ошо балаларға баҫты. Фәрите тыныс, ипле. Барын таба, ҡулы оҫта. Балаларының ике өлкәне – апай, ҡалған өс бәләкәйе әсәй тип үҫтеләр.
Бала ҡайғыһы йөрәктә шул, игеҙәктәре ҡай саҡ төшөнә инеп һағышҡа һала. Фәриттең аралары бер йәш кенә булған Басир менән Маратын, үҙенең малайҙарының тиңдәштәре булғанғамы, хатта яҡын күрҙе. Улары ла апай ҙа апай тип өҙөлөп тора.
Тормош шулай һәүетемсә алға тәгәрәне. Балалар үҫте. Басир менән Марат армиянан йөрөп ҡайтты. Бәләкәс тә беренселә уҡып йөрөй. Ике баланы башлы-күҙле иттеләр. Быйыл Мараты өйләнергә иҫәп тота. Дуҫ ҡыҙын алып ҡайтып таныштырып китте.
Ауылға зыяратҡа барып, малайҙарының ҡәберен тәрбиәләп китә Сәлимә. Аятын да уҡытып тора. Әсәһенең мәрхүм булғанына ла өс йыл булып китте. Сәлимәһенә ҡыуанып, бәхетеңде таптың, балам, тигән булып китеп барҙы баҡый донъяға.
***
... Йәйге көндөң тәҡәтһеҙ эҫе көнө. “Беларус”ы менән төшкө ашҡа ҡайтҡан Фәрит, аҙ ғына ятып торам тип, диванға ятты. Өйҙә бәләкәй Ғәлиә менән Сәлимә үҙе генә. Тәүҙә эш менән булып аңғарманы. Ныҡ хырылдай башлағас, Фәритте уятайым тип килһә, күкрәк өҫтөнән саҡ-саҡ тын алып ятҡанын күреп, ҡото осто. Ҡысҡырһам, баланы ҡурҡытырмын тип уйлап, күрше Хәлимәгә осоп барып инде. Рәхимйәнен врачҡа ебәрҙеләр. Ауыл фельдшеры килгәнсе Фәрит йән биргәйне. Йөрәгенә инфаркт булған, тинеләр табиптар.
- Бер булмағас, бәхетең булмай икән ул. Инде ни эшләрмен, балалар ҙа эйәле-башлы булып бөтмәгән, нишләп балаларыңды миңә ҡалдырып киттең, Фәрит, инде ҡалайтырмын? - тип һыҡтаны Сәлимә.
Тере кеше тереклеген итә икән ул. Фәриткә рәхмәт. Ҡырыуар бала ҡалдырһа ла, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар ҡалдырып китте. Бына үҙенә әҙерәк булһа ла балаларының әүмәтен күреп йәшәргә ине лә бит. Ҡалайтаһың, Хоҙай Тәғәлә шунса ғүмер насип иткәс. Хоҙайҙан уҙып бер нәмә лә эшләп булмай, маңлайыңа яҙғанды күрәһең.
Сәлимә үҙенекеләрҙәй күреп үҫтерҙе балаларҙы, ҡәҙер итте барынса. Әле бер бәләкәй ҡыҙы ғына тормошланмаған. Уныһы быйыл институт бөтә, Алла бирһә. Яңғыҙмын, үгәймен тип торманы, бөтәһенә лә хәленән килгәнсә туйҙар яһаны. Балалар үҙҙәре лә ҡайһы апай, ҡайһы әсәй тип өҙөлөп тора. Ҡайтһалар, ҡуйын-ҡуныстары тулы күстәнәс була. Ураған һайын ҡунаҡҡа саҡырып, бүләк-күстәнәсен тейәп ҡайтаралар. Үҙ-ара татыуҙар килеп тороп. Бер-береһе өсөн үлеп торалар. Сәлимә лә тигеҙ ҡарарға тырыша. Аш-һыуын әҙерләп, мунсаһын яғып көтөп тора үҙе лә. Йыл да һәр береһенә нәски –бейәләйен дә бәйләй, хәленсә ҡәҙер иткән була. Ауырып китһә, балнисына ла алып йөрөйҙәр. Әле бына ҡан баҫымы күтәрелеп, башын ҡалҡыта алмай ята ине, хәлен белергә ҡайтҡан Мараты килен менән больницаға алып килеп һалдылар. Килен үҙе ошонда медсестра булып эшләй.
Йәш сағында яңғыҙлыҡты, ауырлыҡты кисергән Сәлимә ошо йәшәйешенә шөкөрҙәр ҡыла. Кеше күрмәһә, үҙ балаһынан да күрмәй ҡәҙерҙе. Күҙ генә теймәһен, һау булһындар. Әле бына төпсөнөп ныҡышҡан Нурбикәгә лә уны-быны һөйләмәне. Анау хәтле тормоштоң ҡараһынан ағына аяҡ баҫҡас, ҡурҡты. Эйе, күҙ тейер, тип ҡурҡты. Бәхет бит тыныслыҡты ярата.