Все новости

КҮҢЕЛЕҢ НИМӘГӘ БАЙ БУЛҺА...

Бер кеше ҙур ғына йорт һатып алған, ти. Уның янында еләк-емеш баҡсаһы ла булған. Был кеше бик бәхетле йәшәгән, тик күршеһе генә көнсөл һәм бик йүнһеҙ булған, ти. Ул гел рәхәт йәшәгән күршеһен бимазалап торған: йә ҡапҡа төбөнә сүп түгеп киткән, йә еләк-емеш баҡсаһына зыян һалырға тырышҡан. Көндәрҙән бер көндө был йүнһеҙ күрше бысраҡ сүп тултырған биҙрәһен бының баҫҡыс төбөнә килтереп ҡуйған. Яҡшы күңеллеһе бик шәп кәйеф менән йоҡонан торған булған, тик сүп силәген күреп, бер аҙ күңеле төшкән, ти. Ул сүпте түккән, биҙрәне бик яҡшылап йыуған да иң шәп бешкән алмаларын тултырып, күршеһенә кергән. Ишеген шаҡыған тауышты ишеткәс, яман күрше, ниһайәт, мин бының асыуын ҡабарттым, тип уйлап ҡуйған, тауыш сығарырға әҙерләнеп торған. Күршеһе асыуланмаған, киреһенсә, уның алдына алма тултырылған биҙрәне ҡуйған да: “Кемдең күңеле нимәгә бай булһа, шуның менән бүлешә инде,” – тигән.

Бер кеше ҙур ғына йорт һатып алған, ти. Уның янында еләк-емеш баҡсаһы ла булған. Был кеше бик бәхетле йәшәгән, тик күршеһе генә көнсөл һәм бик йүнһеҙ булған, ти. Ул гел рәхәт йәшәгән күршеһен бимазалап торған: йә ҡапҡа төбөнә сүп түгеп киткән, йә еләк-емеш баҡсаһына зыян һалырға тырышҡан.

Көндәрҙән бер көндө был йүнһеҙ күрше бысраҡ сүп тултырған биҙрәһен бының баҫҡыс төбөнә килтереп ҡуйған. Яҡшы күңеллеһе бик шәп кәйеф менән йоҡонан торған булған, тик сүп силәген күреп, бер аҙ күңеле төшкән, ти. Ул сүпте түккән, биҙрәне бик яҡшылап йыуған да иң шәп бешкән алмаларын тултырып, күршеһенә кергән. Ишеген шаҡыған тауышты ишеткәс, яман күрше, ниһайәт, мин бының асыуын ҡабарттым, тип уйлап ҡуйған, тауыш сығарырға әҙерләнеп торған. Күршеһе асыуланмаған, киреһенсә, уның алдына алма тултырылған биҙрәне ҡуйған да: “Кемдең күңеле нимәгә бай булһа, шуның менән бүлешә инде,” – тигән.

Читайте нас: