Все новости

Оҙон юл

Мин үҙебеҙҙең ауылды бик яратамдыр ахы­ры. Шул Ҡамышлыга килеп керергә бер-ике саҡрым ғына ҡалғас, йөрәгем дөп-дөп тибә башлай. Һөйгәнем янына осрашырға китеп барам тиерһең.Йөрәгем дә бик бәләкәс кенәлер, күрәһең, башҡа бер ауыл да, бер ҡала ла уны шулай дөпөлдәттерә алмай бит. Бары тик бер Ҡамышлы ғына һыйырлыҡ урын булған да, ул да тулған да ҡуйған.Бына беҙҙең ҡайындар...Иҫ китерлек әллә нәмәләре юҡ инде. Ҡайынмы, ҡайын. Бер шағир Әй буйының бер ҡыҙына өйләнгәс, беҙҙең яҡтағы ҡайындарға ғашиҡ булған, имеш тә, шулай тигән. Мәсетленең һөтлө ҡайындары... Бик матур әйткән. Ысын ауылса әйткән. Һөтлө.Шағир ҙа бул, ғашиҡ та бул... Осоп ҡына йө­рөгәндер инде ул һөтлө ҡайындар араһында һөйгәне менән.Шулай инде, ә бына мин үҙем бигерәк ер кешеһе. Осоу тағы. Тәпәйләп кенә йөрөһәм дә әле. Нимә эшләйһең инде. Шундай ҙа ҡанатһыҙ кеше булырмын икән. Ҡайҙа китек-ҡотоҡ — шуны күрәм, нимә эсемде бошора — шул хаҡта һөйләйем. Шағир шикелле, һөтлө ҡайындарҙы ғына күрергә ине лә бит. Булдырып булмай шул. Һөй­гәне менән һөтлө ҡайындар араһында осоп ҡына йөрөгән шағирҙан көнләшәм көнләшеүен. Әммә айға ҡарап ай булып булмай, туғандар.Ә беҙ бына улым менән ауылға ҡайтып бара­быҙ әле. Уға мин сутыр-сутыр барыһын да һөйләгән булам. Бер үҙем булһам, эсем бошоп, йомшарып китеп, моғайын, ике күҙҙән субырлап йәш тә аға башлаған булыр ине.Бигерәк әсәйемә оҡшағанмын инде. Ул да шулай, хат уҡыймы, балалары ҡайтып төшәме — ике күҙенән терегөмөш бөртөгөндәй йәштәре аға башлай. Үҙе тағы, балаларым бер ҙә үҙемә оҡшамаған, тигән була — әсәйемә түгел, кемгә оҡшаған булырға тейешбеҙҙер инде... Беҙ — икәү. Малайҙың машинала күңеле болғана, әллә ни хискә бирелергә форсат юҡ. Мин юл буйына, уны алдаштырып, әле уңға, әле һулға башын бороп, юғын-барын һөйләйем дә һөйләйем.—Күрәһеңме, ҡыҙыл флаг. Хәтерләйһеңме һабантуй яланын?Ул буш яланға иҫе китмәй генә ҡарап ҡуя. Байрам ваҡытында халыҡ менән тулы сып-сыбар яланда бөгөн бары ике быҙау ғына һикергеләп йөрөй. Күрәһең, яңы ғына сығара башлағандар, улар үләнде ескәп кенә лә ҡарамай, арт һандарын һикертеп, сабалар ҙа сабалар.Ҡыҙыл флаг ағарған. Бәлки, ул ҡыҙыл да булмағандыр әле. Хәҙер бит бөтә ергә йәшелде эләләр. Мин, донъянан артта ҡалған бер бисара, ҡыҙыл тип, буйтым хәбәр һөйләгән бу­лам тағы. Хәйер, барыбер инде, ямғыр, ҡар, ҡояш аҫтында эленеп тора торғас, йәшеле лә, ҡыҙылы ла ап-аҡ була ла ҡуя. Ҡағиҙәһе шундай уның. Мәңгелек был донъяла бер нәмә лә юҡ.Элек йыл һайын һабантуй алдынан беҙҙең ауылдың электригы Рим ағай, аяғына "тырнаҡтарын" кейеп, шул флагты алыштырырға баға­наға менеп китә торған ине. Ул иҫкеһен ысҡындыра ла төшөрөп ебәрә, аҡ сепрәк, ҡанаты һынған аҡсарлаҡтай, бер талпынып, ерҙә ауыҙҙарын асып торған әҙәмдәрҙең аяҡ аҫтына килеп төшә. Шунан Рим ҡуйынынан яңыһын ала ла уны беркетеп ҡуя.Ә бер йыл шундай хәл булды. Электрик иң осҡа менеп етеү менән, бағана ел ыңғайына уңға-һулға бәүелә лә, аҫтағы кешеләр уны-быны аңлағансы, йөгө — Рим менән бергә лап итеп ергә килә лә төшә...Шулай байрам алдынан ғына бағана менән ергә ауған ағайҙың ҡиәфәте ни эшләптер бө­төнләй хәтерҙә ҡалмаған.Мәрхүмдең бесәнлеге ҡартинәйемдеке менән йәнәш ине. Улар йыл да бергәләшеп ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләй.−Иптәш тә кәрәк, йөрөһөн йәнәшемдә, — тип, әллә ни ярҙамым теймәһә лә, ҡартинәйем мине лә үҙе менән йөрөткән була.Эңгер-меңгер ваҡыт. Улар ҡырҙа һуңғараҡ ҡалды, ашығып ҡайтып баралар. Ҡартинәй салғыһын арҡаһына һалған, башҡа саҡта йәшереп ҡалдыра инек, ә был юлы алып ҡайтып барабыҙ, сөнки сабып бөтөрҙөк. Ә бер ҡулы менән мине етәкләгән. Шул ваҡыт әрәмә буйынан бер ят әҙәм килеп сыҡмаһынмы? Ҡасҡы! Бәләкәй саҡтан уҡ беҙҙе, бала-сағаны, урманда йөрөгәндә айыу-бүре тип түгел, гел ҡасҡы тип ҡурҡытҡас, миңә етә ҡал­ды, бөтөнләй ҡалтырап төштөм.Өҫтөнә ҡып-ҡыҫҡа еңле иҫке пинжәк кейгән, бер ҡулы бысраҡ сепрәк менән бәйләнгән был һарыраҡ сәсле кеше бер мине генә ҡурҡытманы. Бөтөнләй таныш булмаған ете ят әҙәмде күргәс, ҡартинәйем дә шөр ебәрҙе буғай.- Рим! Рим! Әйҙә төш, бергә ҡайтырбыҙ! — тип ул, күҙҙәрен аҡайтып, кинәт кенә һөрәнләргә керешмәһенме!- Улар күптән ҡайтты бит инде, — тип шым ғына ҡыҫылам. Ул миңә уҫал ғына ҡарап, ҡашын йыйыра.Теге кеше урыҫсалап ҡартинәйҙән нимәлер һорашып маташа.—Суханка ауылына нисек барырга? — ти, буғай. Ә ҡартинәйем, уға ҡулын ғына һелтәй:—Пошом знат...Ул йәшерәк сағында Нөгөш урыҫтарына эшкә йөрөп, урысса әпәйлек-тоҙлоҡ һуҡаларға өйрәнеп алған. Шуға ҡарсыҡ, был килде-китте әҙәмгә иҫе китмәй, тыш­тан ғына булһа ла бик эре ҡыланып маташа, үҙе ялан аша ҡарайып күренгән теркелеккә, Римдең бесәнлеге яғына башын борған да, абына-һөрөнә алға атлай-атлай, һаман ярылғансы аҡыра бирә.—Рим! Көтөүгә һуңға ҡалабыҙ! Ҡуҙғалың! Күптән өйөндә сәй эсеп ултырған Римдән ҡурҡыпмы, бәлки, беҙгә зыян итергә уйы ла булмаған, аҙашып йөрөгән, әммә бик шикле урыҫ, ҡулдарын һелтәп, әрәмә буйлап ары китте.Ә беҙ, етәкләшкән килеш, йүгерә-йүгерә Уҫмашты йылғаһы аша һалынған баҫма аша сыҡтыҡ. Һыуы һәр ваҡыт тоноҡ был йылғаның. Яр буйында үҫкән йыуан еректәрҙе сабып йығып, арлы-бирле генә һалынған баҫманы һыу ағыҙып алып китһә, кешеләр аяҡ кейемдәрен ҡулға тоталар ҙа, ялан тәпәй киҫеп сығалар. Уның һыуы шул тик­лем һалҡын, бик оҙаҡ тәпәйҙәр ут кеүек янып тора.Беҙ оло юлға килеп сыҡҡансы шәп килеүҙән хәлдән таябыҙ. Ҡартинәй тиҙ генә тыныслана алмай, ҡайтып еткәнсе бер туктауһыҙ һөйләнә лә һөйләнә.—Ярай, ҡулда — салғы. Килеп йәбешһә, башын саба инем өҙгәнсе... Биллаһи ғәзим.Сапмаҫ тимә — сабыр. Бик уҫал кеше ул беҙҙең ҡартинәй.Ул юлда осраған ауыл кешеләренә был турала бер-ике урында туҡтап һөйләп ала.—Туҙанға батҡан, бер ҡулы бәйләнеп бөткән... Ышанаңмы, юҡмы, ҡасҡы күрҙек, ҡасҡы...Уны ышанмай ғына тыңлайҙар.— Булмаҫ, ысынмы?Ҡартинәй текә баҫып, башын юғары күтәреп атлай. Ул һәр ваҡыт башына дүрткөлләп арҡа­һына йәйеп, ап-аҡ яулыҡ ябына, ул яулыҡ атлағанда елгә елферҙәп, ҡанат кеүек елпенеп килә, алдына сите бөрмәле алъяпҡыс бәйләй. Быларын улыма һөйләмәйем.- Хәтерләйһеңме, һин һабантуйҙа шар киҫеп алғайның?- Юҡ. — Ул башын сайҡай.- Эй, уйнаның шул шар менән, ә аҙаҡ ул шартланы ла ҡуйҙы.Малай нимәлер иҫенә төшөрөргә тырыша, тик уның хәҙерге сыйпалама тулы донъяһында биш йыл элек булған һабантуйға урын ҡал­маған. Биш йыл оло кеше өсөн әллә ни түгел, ә 10 йәшлек бала өсөн үҙе бер ғүмер. Ауылға кермәҫ борон уң яҡта — ферма. Быялалары ватылып төшөп бөткән, буш тәҙрә рамдары — һуҡыр күҙле кешеләй, йөрәккә шом һалып ҡуя. Тиҙәк өйөмдәрен ҡуйы кесерткән баҫҡан. Баштары емерелгән түбәләрҙә — ҡуйы япраҡлы ваҡ ҡына ҡайындар үҫеп сыҡҡан.- Ул ҡайындарҙы кем ултыртҡан?- Үҙҙәре үҫеп сыҡҡан. Ел менән орлоҡтары осоп килгән дә тамыр ебәргән.Малай мине ышанмай ғына тыңлай. Улар көҙ мәктәп тирәләй ағас ултыртып сыҡты. Үҫентеләр ҡороно, ә ҡайһыларын бала-саға уй­нағанда һындырҙы. Ул мәктәп эргәһенән үткәндә, иларҙай булып:— Был ағасты мин ултыртҡайным, кемдер башын һындырған, ә быныһы — Ләйләнеке. Ҡара, япраҡтары бар... — тип һөйләр булды.— Һәр ағас төбөнә ҡарауылсы ҡуйып булмай бит инде, — тип мин уны тынысландырам.Улар киләһе көҙ, ҡороғандарын йолҡоп таш­лап, ҡабат ағас ултыртты . Һәр йыл шулай ты­рыша торғас, мәктәп эргәһе йәшелләнеп китте. ***Без атайым менән фермаға китеп барабыҙ. Таҡыр юлда арба кәлтер-көлтөр килә. Атайым — арбаның бер яғында, мин — уртала, уның иҫке фуфайкаһы өстөндә ултырам. Аяғымды һелкетеп ситкә ултырырға теләһәм дә, ул рөхсәт итмәй.— Йә һикереп төшөп ҡалырһың...Мин ябыҡ, буйға бәләкәй булғас, ул һәр ваҡыт шулай ирештерә.Атай тәмәке тарта, уның башында мал оно һеңеп ағарған кепка, өстөндә — ҡояшта уң­ған пинжәк, аяғында — кирза итек.Ел иҫкән һайын ҡайындарҙан ваҡ ҡына һарғылт нәмә ҡойола. Ул ҡанаттарын йәйгән ҡош­ка ла, зәңгәр күктә ап-аҡ эҙ ҡалдырып, ауыл өҫтөнән осоп киткән самолетҡа ла оҡшаған. Мин уларҙың берәүһен тотоп алам да, атайыма һонам.- Был нимә?- Былмы? — Атайым минең ҡулымды усына һала ла күҙенә яҡын килтерә. — Был —ҡайындың орлоғо. Күрәһеңме, ул — ҡанатлы. Шулай ул йыра-ҡ-ҡа осоп китә лә ергә төшөп ята. Шунан шытып сыға.Ҡойолған орлоҡтарҙың күплегенә -ҡараған­да, ҡарт ҡайын төптәрендә ваҡ шытымдар ҡуйы булып үҫеп сығырға тейештәр... Ә ерҙә, исмаһам, бер бөртөк тә үҫенте күренмәй. Юл буйында олонона ҡосаҡ етмәҫлек ҡарт ҡайын­дар ғына һаҡсы кеүек теҙелешкән. Мин был хаҡта атайымдан һорарға ынтылам, тик уның ниндәйҙер ауыр уйға батҡанын күреп, шымып ҡалам... Был турала ла мин малайға бер нәмә лә һөйләмәйем, ә бары, ҡасандыр, бәләкәй саҡта, шун­да атайыма эйәреп килә торғайным, тип кенә әйтәм.Ҡулымды ферма яғына һелтәп кенә өлгөрәм һәм беҙ артабан елдертәбеҙ.Ташландыҡ ферма тәҙрәһе буш күҙҙәрен ҡайҙалыр текләп тороп ҡала. Әле бик иртә. Беҙ станциянан такси яллап ки­ләбеҙ. Машина хужаһы:— Райондан егерме дүрт саҡрым ғына тип әйткәйнегеҙ — утыҙға тула инде, — тип асыуланып килә. Хаҡты арттырырға самалай, ахыры. Мин дә бирешмәйем.— Ғүмере буйы йөрөгән юл. Элек нисек — хәҙер ҙә шулдыр инде. Һеҙ, ни, асфальтта ғына йөрөп өйрәнгәс...*** Беҙҙең заман аббревиатура заманы булған икән — ВЛКСМ, КПСС... Алда тағы бер ҡыҫҡартылған һүҙ — МТС. Хәйер, ауыл халҡы телен боҙоп, күңеленә яғыл­маған һүҙҙе әйтеп торамы. Гаражмы — гараж.Иртә таңдан ауылдан сығып китергә булһаң, сумкаңды һөйрәп, шунда килеп баҫаһың. Тышта һикергеләп, аяҡты-аяҡҡа һуғып тора торғас, эскә инеп йылынып алырға ла була.Ҡарауылсы өйөнөң иҙәндәре буялмаған, тәҙрәләре бер ҡат. Йоморо мейес эргәһендә йылы. Һикелә, толоп ябынып, ҡарауылсы ҡарт йоҡлай.Хәкимйән ҡарт һуғыштан бер аяҡһыҙ булып ҡайтҡан. Ул — етмештә, ҡарсығы бик ҡаты сирләп, урынға төшкәс, Әй буйынан йәш кәләш алып ҡайта. Дәртле ҡатын уға бер ҡыҙ һәм бер малай табып бирә. Бына шундай йәш йөрәкле сатан ҡарт ғырлай тышһыҙ толоп аҫтында.Йылыла рәхәт рәхәтлеген, ә берәй машина булып, үтеп китһә, ҡалаһың инде ауыҙыңды асып. Оло юлға ҡараған тәҙрә эргәһенә киләм. Тыш күренмәй. Быяланы ҡалын боҙ ҡаплаған. Бармағымды терәп, бәләкәй генә тишек яһайым. Ул бер нәмә лә һиҙмәй башлағас, икенсеһен эшкә ҡушам. Яйлап ҡалын боҙ ирей һәм бер күҙ менән генә ҡарарлыҡ тишек барлыҡҡа килә.Ауыл йоҡлай. Урамда бер кемдең дә уты юҡ. Ҡараңғы урам буйлап торонбаш кеүек ҡап-ҡара һындар — аяҡтарына кәлүшле быйма кейгән һауынсылар ғына, ҡарҙы шығырҙатып, фер­маға китеп бара. Улар иртәнге һауынға ашыға.Бағанала ут яна. Лампа аҫтында, сыбар шаршау һуҙылған кеүек, аҡыртын ғына ҡар яуа башлай. Тышта йылытып ебәрә.Тиҙҙән ҡарауылсы ҡарт, таяғына таянып, бер туҡтауһыҙ йүткерә-йүткерә ҡайтып китәсәк. Уның артынан уҡ ҡарауыл өйөнә трактористар килеп тула башлар. Ирҙәр йыйылыу менән кемуҙарҙан тәмәке быҫҡытырға ке­решә.Өмөтләнеп юлды күҙәтәм. Берәй машина күренмәҫме? Ҡайһы бер өйҙәрҙә ут йымылдай башлай, торбаларҙан ялҡау ғына төтөн күтә­релә. - Нимә, ҡыҙым, бер нәмә лә юҡмы ни?- Юҡ шул, бабай...- Иртә әле. Хәҙер ҡуҙғалыша башларҙар. Килеп етер тәкәләр. Барыбер берәй нәмә осрар. Юлға сыҡһаң, китеп утыраң ул әкертен.Ысынлап та, шул ваҡыт оло юлда күптән көтөлгән бәләкәй генә ут күренә. Ул ҙурайғандан-ҙурая бара.Әммә мин былар6ы ла малайға һөйләмәйем. - Был өйҙөң башын кем емергән? — ти ул, буш стеналарға күрһәтеп.- Үҙе емерелгәндер, — тим мин, унда-бында етемһерәп ултырған трактор, комбайндарға ҡарап.Ә бына шул гаражда үткәрелә торған дәрестәр бик асыҡ хәтерҙә ҡалған. Улар уҡытыусыны уратып теҙелешеп торалар. Абый шығырҙатып машинаның капотын аса ла, тәгәрмәҫкә баҫып, өҫкә менә. Хоҙай буйға бирмәгән ағайға беҙҙең оҙон-оҙон малайҙар янында йәнәш баҫып тороуы уға бик ҡыйын. Уҡытыусы һәр вакыт нимәгәлер баҫып һөйләй. Ул, тәпәш кенә булһа ла, төҫкә бик матур, ҡарағусҡыл йөҙлө, һәр вакыт ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, йылмайып ҡына һөйләшә. Ҡыҙҙар уға аҙраҡ ҡына ғашиҡ, буғай. Ул һөйләгәндә ауыҙынан пар күтәрелеп сыға. Аңлатып бөткәс, ул, асыҡ йыл­майып.— Төшөндөгөҙме? — ти.— Эйе, эйе … — тип төрлө яҡтан ҡысҡырабыҙ. Береһе лә йүнләп тыңламаһа ла, шулай тиҙәр, сөнки ул хәҙер беҙҙе ҡайтарып ебәрәсәк. Ауылдың теге яҡ осонда торғас, иң ҡыйыны беҙгә тура килә. Беҙ — өс ҡыҙ.−Нимәгә инде ул беҙгә трактор, машина? — тип беҙ был дәрестәрҙе уйлап сығарған кешене һүгеп ҡайтабыҙ.−Малайҙарға ярай инде, улар, йәй булһа, трактор, комбайндан төшмәй. Ә беҙ...−Беҙ бахырға нимә? Сөгөлдөр. Ута, йолоҡ, тапшыр.−Бесәндә рәхәтерәк, кәнишнә.Бесәндә, ысынлап та, күңелле. Күмәк кеше араһында ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Егеттәрҙең ҡулында — һәнәк, ә беҙ трактор артынан тырнап ҡына йөрөйбөҙ. Төшкө ашҡа барғанда бөтәбеҙ ҙә арбалағы бесән өҫтөнә һикереп менеп ултырабыҙ.Ә сөгөлдөрҙә — яңғыҙың. Күңелһеҙ. Юлдың осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Эҫе. Ә өҫтә, ҡайҙалыр баш осонда ғына, һабантурғай һайрай. Ул көн буйы шулай эргәнән китмәй һауала аҫылы­нып тора. Юлды сыҡҡас, үләнлектә ял итергә мөмкин. Термостан ағыҙып сәй эсәһең, ҡаймаҡ һылап, икмәк ашайһың. Яҡында ғына ап-аҡ ҡылғандар елгә тирбәлеп ултыра. Ҡыҙығып, би­теңә терәп һыйпай-һыйпай, уны йыйырға керешәһең... Кемгәлер беҙҙең был үткәндәр ирмәк тойолалыр. Тапҡандар, эйеме, иҫкә төшөрөргә. Сөгөл­дөр. Бөттө бит инде ул нәмәләр. Бөттө шул. Пио­нер сборҙарында нисек йырлай торған инек әле? «Мир насилья — до основанья, а затем...» Күрәһең, башҡаса йәшәй белмәйбеҙҙер инде. Емермәйенсә, тим. Бына шундай емерек заман тура килгән икән минең малайҙың өлөшөнә.Иң ҡатмарлыһы шул бит инде — хәҙерге ва­ҡыт. Беҙ инде үткән, киләсәк заман менән генә йәшәргә өйрәнгән халыҡ.Тик ни эшләйһең бит? Хәҙерге заман менән эш итергә лә өйрәнергә ваҡыт етте, буғай.Хәҙерге зама-а-н… Ай, ай, ай... Ысынбарлыҡ. Бөгөнгө көн. Нисек башты алып ҡасырға бынан, тип тә уйлап ҡуяһың ҡайһы ваҡыт. Хыт артҡа, хыт алға. Әллә ергә баҫып торабыҙ, әллә буш­лыҡта — аҫылынып. Алға ла бармайбыҙ, артҡа ла түгел, ә урында тапанабыҙ. Сығып кит­кән еребеҙ юҡ, килеп еткән еребеҙ юҡ. Юлһыҙ юлсылар.Ҡалаларыбыҙ гранитҡа кейенгән, бейек йорттарҙың тәҙрәләре ялт-йолт килә, ә ауылда етмеш йәшлек ҡарсыҡтар утын тумыра, бөксәндәп көйәнтә менән һыу ташый, фермаларҙа түбә ишелеп, көскә йән аҫраған меҫкен малдарҙы ба­ҫып үлтерә, һауынсылар пластик шешәләрҙе еңенә тығып, аслы-туҡлы балаларына һөт урлап алып ҡайта. Булдымы, еттеме? Булды, етте... Һыя алғаны һыйҙы, һыймағаны сайпылып түгелеп китте. Бар нәмәнең төбө бар. Түҙемлектең? Хәйер, беҙҙең халыҡта, сей тирегә ут ҡапмай, тиҙәр. Шул тиренең сей булыуы ғына беҙҙе ҡотҡармаһа инде.Киләсәк? Әллә ҡайҙа томан артында. Ә ысынбарлығыбыҙ — оят. Мин меҫкенгә бары үткәндәрҙе генә иҫкә төшөрөп йыуанырға ҡала. Яра­тып, һағынып иҫкә алам, сөнки ул бит минең үткәндәрем. Ә һеҙҙең үткәндәрегеҙ менән ғорурла­нырлыҡ булырмы икән? Ай-һай.Мин малайыма йәлләп ҡарап ҡуям.Яландарҙа үлән үҫә. Төрлө-төрлө үлән. Трак­тор, комбайндарҙы председатель металлоломға оҙатып бөтөрөп бара, тиҙәр. - Йылға аша сыҡһаң, уңда — ырҙын табағы.- Нимә?- Ашлык бушата торған урын.- Һоломо?- Эйе, һоло. ... Ырҙын табағы. Япма аҫтында тау-тау булып иген ята. Тимер мейестә бойҙай ҡуралар. Беҙ, бала-саға, шунда өйөрөләбеҙ. Халыҡ кү-ү-п. Өҫтәл артында ҡәләм тоткан көр тауышлы Абдрахман тирә-яҡта гөж килеүселәрҙе еңергә тыры­шып, ҡысҡыра. Көсәнеүҙән уның бите ҡыҙарған.- Шәрипова Фәнүзә — алты цитныр. Падпис ит.- Йосопов Хәкимйән — дүрт цитныр.Падпис ит…- Бына шулай күп итеп ауыҙға тултыраһың да сәйнәйһең. Сәйнәйһең дә сәйнәйһең... Оза-а-ҡ итеп, — үрге остоң үткер генә бер ҡыҙыҡайы бойҙайҙан нисек һағыҙ эшләргә өйрәтә. Мин бер ус бойҙайҙы ауыҙыма тултырам. Инде ты­рышып сәйнәй башлауым була, әсәйем килеп ҡулымдай тота ла елтерәтеп алып китә.- Ошонда ғына ултырып тор. Тейҙертмә бер кемгә лә. Әтейем хәҙер килә, тиң.Бер-береһенең өҫтөнә тауҙай тоҡтар өйөлгән. Әсәйем мине күтәреп өҫкә мендереп ултырта ла, күҙҙән юғала.Онотоп, һағыҙ яһайым тигән бойҙайҙы ла ашап бөтөрәм. Бына ашлыҡ, тоҡтар, арбалар, аттар араһынан беҙҙең бейәне әле уңға, әле һулға бороп, атайым килеп сыға.- Ҡайҙа керәң, күҙең тонғанмы?- Баланы тапатаң бит…Мин тоҡҡа сытырман йәбешкәнмен дә, тештәрен ыржайтып, төрлө яҡтан килеп сыҡҡан аттарҙан ҡурҡып ултырам.Атайым мине күтәреп ала ла ергә баҫтыра. Улар әсәйем менән тоҡтарҙы арбаға тейәй. Ата­йым йөк өҫтөнә мине ултырта ла, беҙ был халыҡ бутҡаһынан саҡ сығып китәбеҙ. Арба күсәре ситтә торған кемдеңдер тоғон эләктереп, айырып китә. Йән кергәндәй, тишектән бойҙай аға башлай.— Эй, ҡайһыһы тоғомдо йырттырып киткән! −тип сәрелдәй артта бер ҡатын.— Юл уртаһына ултыртып ҡуймайҙар уны, − ти атайым үҙ алдына һөйләнгәндәй тыныс ҡына.Беҙ бик оҙаҡ ҡайтабыҙ. Минең инде һағыҙ ҙа эшләйһем дә килмәй. Ә өйҙәрҙең осо ла, ҡырыйы ла юҡ, барабыҙ ҙа барабыҙ. Сөнки беҙҙең өй ауылдың үрге яҡ осонда.... Малай ырҙын табағының ни икәнен белмәй. Ул бары докала икмәктең күпме торғанын, ә ҡалған аҡсаны ҡайтарып бирмәһә лә, өйҙә өндәшмәҫтәрен белә. Ҡалған аҡсаны ул йыйып бара. Сөнки йыймайынса магазинда уға бер нәмә лә кил­мәй. Ә һағыҙ уны ҡыҙыҡһындырмай. Тау яҡта — мәктәп. Унда хәҙер уҡымайҙар. Йәнәштә – ҡатлы кирбеҫтән һалынған яңы мәктәп. Әммә беҙгә унда уҡырға тура килмәне. Беҙ ағас мәктәптә уҡыныҡ.Ул мәктәп бик йыш минең төшөмә керә. Акбурға буятылған зур бәҙрәфтә, һары боҙ өйөмдәренә һөрөнөп, сыға алмайынса ҡаңғырып йөрөйөм. Аяҡ баҫырға урын юҡ, гел ҙур-ҙур ти­шектәр... Мин был төшөмдө бер кемгә лә һөйләмәйем.Уҡығанда мәктәп бик ҙур тойола ине. Хәҙер ул бик бәләкәй генә күренә. Тәҙрәләр ватыҡ, ишектәргә арҡыры-торҡоро таҡта ҡағылган. Һуғыш ваҡытын һүрәтләгән рәсемдәрҙәге кеүек. Мәктәп — буш. Бында бары ел генә уйнай. Был стеналар шау-гөр килгән бала-саға тауышын хәтерләйҙәрҙер әле. Хәйер, стеналарҙың хәтере булмайҙыр ҙа.Мәктәп директоры һәр ваҡыт галстук тағып, костюм кейеп йөрөй. Ул сәсен, маңлайын асыҡ ҡалдырып, артҡа тарай. Шундай мода. Директор бөтөнләй ауыл кешеләренә оҡшамаған. Ул эйәген муйынына терәберәк һөйләшә. Шуғалырмы, уның эйәк аҫтында һыҙыҡ барлыҡҡа килгән. Был да уны бик авторитетлы итеп күрһәтә. - Фазлыев шулай ҡушты. Фазлыев нимә әйтер, — ти ауыл кешеләре. Улар исем һәм атаһының исеме менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәйҙәр. Фамилия ме­нән өндәшеү — оло хөрмәт күрһәтеү тип иҫәпләнә. Ауылда башҡа бер кемгә лә улай мөрәжәғәт итмәйҙәр. Мәктәп ишеге алдында - бейек күтәрмә. Уҡыусылар шунда теҙелешеп баҫҡан да ауылға бик һирәк килеп сыҡҡан фотографҡа ҡарап ҡатып ҡалған. Мәңгелеккә. Балалар бик күп, сөнки беҙҙең мәктәптә күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡый6ар.Ҡыш уларҙы тракторға тағылған санаға тейәп йөрөтәләр. Ситтән килгән бер йәш кейәү, ҡыш ауылға ҡайтҡанда, санаһына бала-саға сылбыр кеүек аҫылынышып китеп барған тракторҙы күреп, иҫе киткән.— Мискәгә тултырылған балыҡ кеүек... И ничего... Китеп баралар...Ысынлап та, миңә башҡа бер ерҙә лә балаларҙы шулай тракторға тағылган санаға тейәп, мәктәпкә йөрөткәндәрен күрергә тура килмәне. ... Гүзәл. Беҙҙең арала иң матур ҡыҙ. Уңған. Уты сығып тора.Үзбәкстанда ығы-зығы ваҡытында юҡ була.Ҡыҙ балаһы етем ҡала. Әсәһе магазинда:—Әрәм генә булды инде, иң матур, аҡыллы ҡыҙым, — тип илап торған. Унда милләтселәр тарафынан һәләк булған беҙҙең кешеләр тураһында ләм-мим.Фират. Элек ни эшләп шул тиклем беҙҙе көлдөргәндер инде?Ә Хәкимйән, ҡайтам тип, эшенән сығырға ғариза ла яҙған булған. Ҡайтты, мәрхүм.Карточканан иң беренсе улар миңә ҡарай. Сөнки юҡтар был донъяла. Бары һүрәттә генә барҙар. Хәҙер ел уйнаған иҫке мәктәптең күтәрмәһендә мәңгелеккә баҫып ҡалғандар.Ә башҡалар... Иҫән генә булһындар.Минең бер әбейем ғүмере буйы ситтә йәшәй. Йәш сағында ФЗО-ға торф сығарырға алып китәләр ҙә ҡала шунда, сит ерҙә. Аралар йыраҡ булғас, бик һирәк ҡайта. Һуңғы килеүендә әсәйемә:— Килен, мин ҡабат килә алмамдыр инде... бәхилләшәйек, — улар илашып хушлаша.Ниндәй ауыр минуттар кисергән әбей. Башҡа бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайта алмауыңды белеү һәм мәңгегә хушлашыу бик-бик ҡыйындыр ул.Шуны уйлаһам, мин бит бик бәхетле кеше, тип шатланып ҡуям. Бына быйыл да йыйындыҡ та ауылға ҡайтып барабыҙ.Ҡайта-ҡайта иҫ китә инде ул беҙҙең яҡҡа. Бына һаман үҙебеҙҙең урамға ла етмәгәнбеҙ. Бик оҙаҡ әле барырға. Сөнки беҙҙең өй ауылдың те-ге-е осонда.— Инәй, машинаны туҡтаттыр әле...Малай тубыҡланып ултыра ла уҡшып ҡоҫа башлай. Уның бите ап-аҡ булған.- Элек тә ҡайтҡанда мин ошо урында уҡшытҡайны. Хәтерләйһеңме?- Әлләсе, бер зә иҫемдә ҡалмаған.- Бына, үҙең дә бер нәмә лә хәтерләмәйһең... Тарко-Сале, Төмән өлкәһе 2001йыл, сентябрь.

Мин үҙебеҙҙең ауылды бик яратамдыр ахы­ры. Шул Ҡамышлыга килеп керергә бер-ике саҡрым ғына ҡалғас, йөрәгем дөп-дөп тибә башлай. Һөйгәнем янына осрашырға китеп барам тиерһең.

Йөрәгем дә бик бәләкәс кенәлер, күрәһең, башҡа бер ауыл да, бер ҡала ла уны шулай дөпөлдәттерә алмай бит. Бары тик бер Ҡамышлы ғына һыйырлыҡ урын булған да, ул да тулған да ҡуйған.

Бына беҙҙең ҡайындар...

Иҫ китерлек әллә нәмәләре юҡ инде. Ҡайынмы, ҡайын. Бер шағир Әй буйының бер ҡыҙына өйләнгәс, беҙҙең яҡтағы ҡайындарға ғашиҡ булған, имеш тә, шулай тигән. Мәсетленең һөтлө ҡайындары... Бик матур әйткән. Ысын ауылса әйткән. Һөтлө.

Шағир ҙа бул, ғашиҡ та бул... Осоп ҡына йө­рөгәндер инде ул һөтлө ҡайындар араһында һөйгәне менән.

Шулай инде, ә бына мин үҙем бигерәк ер кешеһе. Осоу тағы. Тәпәйләп кенә йөрөһәм дә әле. Нимә эшләйһең инде. Шундай ҙа ҡанатһыҙ кеше булырмын икән. Ҡайҙа китек-ҡотоҡ — шуны күрәм, нимә эсемде бошора — шул хаҡта һөйләйем. Шағир шикелле, һөтлө ҡайындарҙы ғына күрергә ине лә бит. Булдырып булмай шул. Һөй­гәне менән һөтлө ҡайындар араһында осоп ҡына йөрөгән шағирҙан көнләшәм көнләшеүен. Әммә айға ҡарап ай булып булмай, туғандар.

Ә беҙ бына улым менән ауылға ҡайтып бара­быҙ әле. Уға мин сутыр-сутыр барыһын да һөйләгән булам. Бер үҙем булһам, эсем бошоп, йомшарып китеп, моғайын, ике күҙҙән субырлап йәш тә аға башлаған булыр ине.

Бигерәк әсәйемә оҡшағанмын инде. Ул да шулай, хат уҡыймы, балалары ҡайтып төшәме — ике күҙенән терегөмөш бөртөгөндәй йәштәре аға башлай. Үҙе тағы, балаларым бер ҙә үҙемә оҡшамаған, тигән була — әсәйемә түгел, кемгә оҡшаған булырға тейешбеҙҙер инде...

Беҙ — икәү. Малайҙың машинала күңеле болғана, әллә ни хискә бирелергә форсат юҡ. Мин юл буйына, уны алдаштырып, әле уңға, әле һулға башын бороп, юғын-барын һөйләйем дә һөйләйем.

—Күрәһеңме, ҡыҙыл флаг. Хәтерләйһеңме һабантуй яланын?

Ул буш яланға иҫе китмәй генә ҡарап ҡуя. Байрам ваҡытында халыҡ менән тулы сып-сыбар яланда бөгөн бары ике быҙау ғына һикергеләп йөрөй. Күрәһең, яңы ғына сығара башлағандар, улар үләнде ескәп кенә лә ҡарамай, арт һандарын һикертеп, сабалар ҙа сабалар.

Ҡыҙыл флаг ағарған. Бәлки, ул ҡыҙыл да булмағандыр әле. Хәҙер бит бөтә ергә йәшелде эләләр. Мин, донъянан артта ҡалған бер бисара, ҡыҙыл тип, буйтым хәбәр һөйләгән бу­лам тағы. Хәйер, барыбер инде, ямғыр, ҡар, ҡояш аҫтында эленеп тора торғас, йәшеле лә, ҡыҙылы ла ап-аҡ була ла ҡуя. Ҡағиҙәһе шундай уның. Мәңгелек был донъяла бер нәмә лә юҡ.

Элек йыл һайын һабантуй алдынан беҙҙең ауылдың электригы Рим ағай, аяғына "тырнаҡтарын" кейеп, шул флагты алыштырырға баға­наға менеп китә торған ине. Ул иҫкеһен ысҡындыра ла төшөрөп ебәрә, аҡ сепрәк, ҡанаты һынған аҡсарлаҡтай, бер талпынып, ерҙә ауыҙҙарын асып торған әҙәмдәрҙең аяҡ аҫтына килеп төшә. Шунан Рим ҡуйынынан яңыһын ала ла уны беркетеп ҡуя.

Ә бер йыл шундай хәл булды. Электрик иң осҡа менеп етеү менән, бағана ел ыңғайына уңға-һулға бәүелә лә, аҫтағы кешеләр уны-быны аңлағансы, йөгө — Рим менән бергә лап итеп ергә килә лә төшә...

Шулай байрам алдынан ғына бағана менән ергә ауған ағайҙың ҡиәфәте ни эшләптер бө­төнләй хәтерҙә ҡалмаған.

Мәрхүмдең бесәнлеге ҡартинәйемдеке менән йәнәш ине. Улар йыл да бергәләшеп ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләй.

−Иптәш тә кәрәк, йөрөһөн йәнәшемдә, — тип, әллә ни ярҙамым теймәһә лә, ҡартинәйем мине лә үҙе менән йөрөткән була.

Эңгер-меңгер ваҡыт. Улар ҡырҙа һуңғараҡ ҡалды, ашығып ҡайтып баралар. Ҡартинәй салғыһын арҡаһына һалған, башҡа саҡта йәшереп ҡалдыра инек, ә был юлы алып ҡайтып барабыҙ, сөнки сабып бөтөрҙөк. Ә бер ҡулы менән мине етәкләгән. Шул ваҡыт әрәмә буйынан бер ят әҙәм килеп сыҡмаһынмы? Ҡасҡы! Бәләкәй саҡтан уҡ беҙҙе, бала-сағаны, урманда йөрөгәндә айыу-бүре тип түгел, гел ҡасҡы тип ҡурҡытҡас, миңә етә ҡал­ды, бөтөнләй ҡалтырап төштөм.

Өҫтөнә ҡып-ҡыҫҡа еңле иҫке пинжәк кейгән, бер ҡулы бысраҡ сепрәк менән бәйләнгән был һарыраҡ сәсле кеше бер мине генә ҡурҡытманы. Бөтөнләй таныш булмаған ете ят әҙәмде күргәс, ҡартинәйем дә шөр ебәрҙе буғай.

- Рим! Рим! Әйҙә төш, бергә ҡайтырбыҙ! — тип ул, күҙҙәрен аҡайтып, кинәт кенә һөрәнләргә керешмәһенме!

- Улар күптән ҡайтты бит инде, — тип шым ғына ҡыҫылам. Ул миңә уҫал ғына ҡарап, ҡашын йыйыра.

Теге кеше урыҫсалап ҡартинәйҙән нимәлер һорашып маташа.

—Суханка ауылына нисек барырга? — ти, буғай. Ә ҡартинәйем, уға ҡулын ғына һелтәй:

—Пошом знат...

Ул йәшерәк сағында Нөгөш урыҫтарына эшкә йөрөп, урысса әпәйлек-тоҙлоҡ һуҡаларға өйрәнеп алған. Шуға ҡарсыҡ, был килде-китте әҙәмгә иҫе китмәй, тыш­тан ғына булһа ла бик эре ҡыланып маташа, үҙе ялан аша ҡарайып күренгән теркелеккә, Римдең бесәнлеге яғына башын борған да, абына-һөрөнә алға атлай-атлай, һаман ярылғансы аҡыра бирә.

—Рим! Көтөүгә һуңға ҡалабыҙ! Ҡуҙғалың!

Күптән өйөндә сәй эсеп ултырған Римдән ҡурҡыпмы, бәлки, беҙгә зыян итергә уйы ла булмаған, аҙашып йөрөгән, әммә бик шикле урыҫ, ҡулдарын һелтәп, әрәмә буйлап ары китте.

Ә беҙ, етәкләшкән килеш, йүгерә-йүгерә Уҫмашты йылғаһы аша һалынған баҫма аша сыҡтыҡ. Һыуы һәр ваҡыт тоноҡ был йылғаның. Яр буйында үҫкән йыуан еректәрҙе сабып йығып, арлы-бирле генә һалынған баҫманы һыу ағыҙып алып китһә, кешеләр аяҡ кейемдәрен ҡулға тоталар ҙа, ялан тәпәй киҫеп сығалар. Уның һыуы шул тик­лем һалҡын, бик оҙаҡ тәпәйҙәр ут кеүек янып тора.

Беҙ оло юлға килеп сыҡҡансы шәп килеүҙән хәлдән таябыҙ. Ҡартинәй тиҙ генә тыныслана алмай, ҡайтып еткәнсе бер туктауһыҙ һөйләнә лә һөйләнә.

—Ярай, ҡулда — салғы. Килеп йәбешһә, башын саба инем өҙгәнсе... Биллаһи ғәзим.

Сапмаҫ тимә — сабыр. Бик уҫал кеше ул беҙҙең ҡартинәй.

Ул юлда осраған ауыл кешеләренә был турала бер-ике урында туҡтап һөйләп ала.

—Туҙанға батҡан, бер ҡулы бәйләнеп бөткән... Ышанаңмы, юҡмы, ҡасҡы күрҙек, ҡасҡы...

Уны ышанмай ғына тыңлайҙар.

— Булмаҫ, ысынмы?

Ҡартинәй текә баҫып, башын юғары күтәреп атлай. Ул һәр ваҡыт башына дүрткөлләп арҡа­һына йәйеп, ап-аҡ яулыҡ ябына, ул яулыҡ атлағанда елгә елферҙәп, ҡанат кеүек елпенеп килә, алдына сите бөрмәле алъяпҡыс бәйләй.

Быларын улыма һөйләмәйем.

- Хәтерләйһеңме, һин һабантуйҙа шар киҫеп алғайның?

- Юҡ. — Ул башын сайҡай.

- Эй, уйнаның шул шар менән, ә аҙаҡ ул шартланы ла ҡуйҙы.

Малай нимәлер иҫенә төшөрөргә тырыша, тик уның хәҙерге сыйпалама тулы донъяһында биш йыл элек булған һабантуйға урын ҡал­маған. Биш йыл оло кеше өсөн әллә ни түгел, ә 10 йәшлек бала өсөн үҙе бер ғүмер.

Ауылға кермәҫ борон уң яҡта — ферма. Быялалары ватылып төшөп бөткән, буш тәҙрә рамдары — һуҡыр күҙле кешеләй, йөрәккә шом һалып ҡуя. Тиҙәк өйөмдәрен ҡуйы кесерткән баҫҡан. Баштары емерелгән түбәләрҙә — ҡуйы япраҡлы ваҡ ҡына ҡайындар үҫеп сыҡҡан.

- Ул ҡайындарҙы кем ултыртҡан?

- Үҙҙәре үҫеп сыҡҡан. Ел менән орлоҡтары осоп килгән дә тамыр ебәргән.

Малай мине ышанмай ғына тыңлай. Улар көҙ мәктәп тирәләй ағас ултыртып сыҡты. Үҫентеләр ҡороно, ә ҡайһыларын бала-саға уй­нағанда һындырҙы. Ул мәктәп эргәһенән үткәндә, иларҙай булып:

— Был ағасты мин ултыртҡайным, кемдер башын һындырған, ә быныһы — Ләйләнеке. Ҡара, япраҡтары бар... — тип һөйләр булды.

— Һәр ағас төбөнә ҡарауылсы ҡуйып булмай бит инде, — тип мин уны тынысландырам.

Улар киләһе көҙ, ҡороғандарын йолҡоп таш­лап, ҡабат ағас ултыртты . Һәр йыл шулай ты­рыша торғас, мәктәп эргәһе йәшелләнеп китте.

***

Без атайым менән фермаға китеп барабыҙ. Таҡыр юлда арба кәлтер-көлтөр килә. Атайым — арбаның бер яғында, мин — уртала, уның иҫке фуфайкаһы өстөндә ултырам. Аяғымды һелкетеп ситкә ултырырға теләһәм дә, ул рөхсәт итмәй.

— Йә һикереп төшөп ҡалырһың...

Мин ябыҡ, буйға бәләкәй булғас, ул һәр ваҡыт шулай ирештерә.

Атай тәмәке тарта, уның башында мал оно һеңеп ағарған кепка, өстөндә — ҡояшта уң­ған пинжәк, аяғында — кирза итек.

Ел иҫкән һайын ҡайындарҙан ваҡ ҡына һарғылт нәмә ҡойола. Ул ҡанаттарын йәйгән ҡош­ка ла, зәңгәр күктә ап-аҡ эҙ ҡалдырып, ауыл өҫтөнән осоп киткән самолетҡа ла оҡшаған. Мин уларҙың берәүһен тотоп алам да, атайыма һонам.

- Был нимә?

- Былмы? — Атайым минең ҡулымды усына һала ла күҙенә яҡын килтерә. — Был —ҡайындың орлоғо. Күрәһеңме, ул — ҡанатлы. Шулай ул йыра-ҡ-ҡа осоп китә лә ергә төшөп ята. Шунан шытып сыға.

Ҡойолған орлоҡтарҙың күплегенә -ҡараған­да, ҡарт ҡайын төптәрендә ваҡ шытымдар ҡуйы булып үҫеп сығырға тейештәр... Ә ерҙә, исмаһам, бер бөртөк тә үҫенте күренмәй. Юл буйында олонона ҡосаҡ етмәҫлек ҡарт ҡайын­дар ғына һаҡсы кеүек теҙелешкән. Мин был хаҡта атайымдан һорарға ынтылам, тик уның ниндәйҙер ауыр уйға батҡанын күреп, шымып ҡалам...

Был турала ла мин малайға бер нәмә лә һөйләмәйем, ә бары, ҡасандыр, бәләкәй саҡта, шун­да атайыма эйәреп килә торғайным, тип кенә әйтәм.

Ҡулымды ферма яғына һелтәп кенә өлгөрәм һәм беҙ артабан елдертәбеҙ.

Ташландыҡ ферма тәҙрәһе буш күҙҙәрен ҡайҙалыр текләп тороп ҡала.

Әле бик иртә. Беҙ станциянан такси яллап ки­ләбеҙ. Машина хужаһы:

— Райондан егерме дүрт саҡрым ғына тип әйткәйнегеҙ — утыҙға тула инде, — тип асыуланып килә. Хаҡты арттырырға самалай, ахыры. Мин дә бирешмәйем.

— Ғүмере буйы йөрөгән юл. Элек нисек — хәҙер ҙә шулдыр инде. Һеҙ, ни, асфальтта ғына йөрөп өйрәнгәс...

***

Беҙҙең заман аббревиатура заманы булған икән — ВЛКСМ, КПСС... Алда тағы бер ҡыҫҡартылған һүҙ — МТС. Хәйер, ауыл халҡы телен боҙоп, күңеленә яғыл­маған һүҙҙе әйтеп торамы. Гаражмы — гараж.

Иртә таңдан ауылдан сығып китергә булһаң, сумкаңды һөйрәп, шунда килеп баҫаһың. Тышта һикергеләп, аяҡты-аяҡҡа һуғып тора торғас, эскә инеп йылынып алырға ла була.

Ҡарауылсы өйөнөң иҙәндәре буялмаған, тәҙрәләре бер ҡат. Йоморо мейес эргәһендә йылы. Һикелә, толоп ябынып, ҡарауылсы ҡарт йоҡлай.

Хәкимйән ҡарт һуғыштан бер аяҡһыҙ булып ҡайтҡан. Ул — етмештә, ҡарсығы бик ҡаты сирләп, урынға төшкәс, Әй буйынан йәш кәләш алып ҡайта. Дәртле ҡатын уға бер ҡыҙ һәм бер малай табып бирә. Бына шундай йәш йөрәкле сатан ҡарт ғырлай тышһыҙ толоп аҫтында.

Йылыла рәхәт рәхәтлеген, ә берәй машина булып, үтеп китһә, ҡалаһың инде ауыҙыңды асып. Оло юлға ҡараған тәҙрә эргәһенә киләм. Тыш күренмәй. Быяланы ҡалын боҙ ҡаплаған. Бармағымды терәп, бәләкәй генә тишек яһайым. Ул бер нәмә лә һиҙмәй башлағас, икенсеһен эшкә ҡушам. Яйлап ҡалын боҙ ирей һәм бер күҙ менән генә ҡарарлыҡ тишек барлыҡҡа килә.

Ауыл йоҡлай. Урамда бер кемдең дә уты юҡ. Ҡараңғы урам буйлап торонбаш кеүек ҡап-ҡара һындар — аяҡтарына кәлүшле быйма кейгән һауынсылар ғына, ҡарҙы шығырҙатып, фер­маға китеп бара. Улар иртәнге һауынға ашыға.

Бағанала ут яна. Лампа аҫтында, сыбар шаршау һуҙылған кеүек, аҡыртын ғына ҡар яуа башлай. Тышта йылытып ебәрә.

Тиҙҙән ҡарауылсы ҡарт, таяғына таянып, бер туҡтауһыҙ йүткерә-йүткерә ҡайтып китәсәк. Уның артынан уҡ ҡарауыл өйөнә трактористар килеп тула башлар. Ирҙәр йыйылыу менән кемуҙарҙан тәмәке быҫҡытырға ке­решә.

Өмөтләнеп юлды күҙәтәм. Берәй машина күренмәҫме? Ҡайһы бер өйҙәрҙә ут йымылдай башлай, торбаларҙан ялҡау ғына төтөн күтә­релә.

- Нимә, ҡыҙым, бер нәмә лә юҡмы ни?

- Юҡ шул, бабай...

- Иртә әле. Хәҙер ҡуҙғалыша башларҙар. Килеп етер тәкәләр. Барыбер берәй нәмә осрар. Юлға сыҡһаң, китеп утыраң ул әкертен.

Ысынлап та, шул ваҡыт оло юлда күптән көтөлгән бәләкәй генә ут күренә. Ул ҙурайғандан-ҙурая бара.

Әммә мин былар6ы ла малайға һөйләмәйем.

- Был өйҙөң башын кем емергән? — ти ул, буш стеналарға күрһәтеп.

- Үҙе емерелгәндер, — тим мин, унда-бында етемһерәп ултырған трактор, комбайндарға ҡарап.

Ә бына шул гаражда үткәрелә торған дәрестәр бик асыҡ хәтерҙә ҡалған. Улар уҡытыусыны уратып теҙелешеп торалар. Абый шығырҙатып машинаның капотын аса ла, тәгәрмәҫкә баҫып, өҫкә менә. Хоҙай буйға бирмәгән ағайға беҙҙең оҙон-оҙон малайҙар янында йәнәш баҫып тороуы уға бик ҡыйын. Уҡытыусы һәр вакыт нимәгәлер баҫып һөйләй. Ул, тәпәш кенә булһа ла, төҫкә бик матур, ҡарағусҡыл йөҙлө, һәр вакыт ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, йылмайып ҡына һөйләшә. Ҡыҙҙар уға аҙраҡ ҡына ғашиҡ, буғай. Ул һөйләгәндә ауыҙынан пар күтәрелеп сыға. Аңлатып бөткәс, ул, асыҡ йыл­майып.

— Төшөндөгөҙме? — ти.

— Эйе, эйе … — тип төрлө яҡтан ҡысҡырабыҙ.

Береһе лә йүнләп тыңламаһа ла, шулай тиҙәр, сөнки ул хәҙер беҙҙе ҡайтарып ебәрәсәк. Ауылдың теге яҡ осонда торғас, иң ҡыйыны беҙгә тура килә. Беҙ — өс ҡыҙ.

−Нимәгә инде ул беҙгә трактор, машина? — тип беҙ был дәрестәрҙе уйлап сығарған кешене һүгеп ҡайтабыҙ.

−Малайҙарға ярай инде, улар, йәй булһа, трактор, комбайндан төшмәй. Ә беҙ...

−Беҙ бахырға нимә? Сөгөлдөр. Ута, йолоҡ, тапшыр.

−Бесәндә рәхәтерәк, кәнишнә.

Бесәндә, ысынлап та, күңелле. Күмәк кеше араһында ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Егеттәрҙең ҡулында — һәнәк, ә беҙ трактор артынан тырнап ҡына йөрөйбөҙ. Төшкө ашҡа барғанда бөтәбеҙ ҙә арбалағы бесән өҫтөнә һикереп менеп ултырабыҙ.

Ә сөгөлдөрҙә — яңғыҙың. Күңелһеҙ. Юлдың осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Эҫе. Ә өҫтә, ҡайҙалыр баш осонда ғына, һабантурғай һайрай. Ул көн буйы шулай эргәнән китмәй һауала аҫылы­нып тора. Юлды сыҡҡас, үләнлектә ял итергә мөмкин. Термостан ағыҙып сәй эсәһең, ҡаймаҡ һылап, икмәк ашайһың. Яҡында ғына ап-аҡ ҡылғандар елгә тирбәлеп ултыра. Ҡыҙығып, би­теңә терәп һыйпай-һыйпай, уны йыйырға керешәһең...

Кемгәлер беҙҙең был үткәндәр ирмәк тойолалыр. Тапҡандар, эйеме, иҫкә төшөрөргә. Сөгөл­дөр. Бөттө бит инде ул нәмәләр. Бөттө шул. Пио­нер сборҙарында нисек йырлай торған инек әле? «Мир насилья — до основанья, а затем...» Күрәһең, башҡаса йәшәй белмәйбеҙҙер инде. Емермәйенсә, тим. Бына шундай емерек заман тура килгән икән минең малайҙың өлөшөнә.

Иң ҡатмарлыһы шул бит инде — хәҙерге ва­ҡыт. Беҙ инде үткән, киләсәк заман менән генә йәшәргә өйрәнгән халыҡ.

Тик ни эшләйһең бит? Хәҙерге заман менән эш итергә лә өйрәнергә ваҡыт етте, буғай.

Хәҙерге зама-а-н… Ай, ай, ай... Ысынбарлыҡ. Бөгөнгө көн. Нисек башты алып ҡасырға бынан, тип тә уйлап ҡуяһың ҡайһы ваҡыт. Хыт артҡа, хыт алға. Әллә ергә баҫып торабыҙ, әллә буш­лыҡта — аҫылынып. Алға ла бармайбыҙ, артҡа ла түгел, ә урында тапанабыҙ. Сығып кит­кән еребеҙ юҡ, килеп еткән еребеҙ юҡ. Юлһыҙ юлсылар.

Ҡалаларыбыҙ гранитҡа кейенгән, бейек йорттарҙың тәҙрәләре ялт-йолт килә, ә ауылда етмеш йәшлек ҡарсыҡтар утын тумыра, бөксәндәп көйәнтә менән һыу ташый, фермаларҙа түбә ишелеп, көскә йән аҫраған меҫкен малдарҙы ба­ҫып үлтерә, һауынсылар пластик шешәләрҙе еңенә тығып, аслы-туҡлы балаларына һөт урлап алып ҡайта.

Булдымы, еттеме? Булды, етте... Һыя алғаны һыйҙы, һыймағаны сайпылып түгелеп китте. Бар нәмәнең төбө бар. Түҙемлектең? Хәйер, беҙҙең халыҡта, сей тирегә ут ҡапмай, тиҙәр. Шул тиренең сей булыуы ғына беҙҙе ҡотҡармаһа инде.

Киләсәк? Әллә ҡайҙа томан артында. Ә ысынбарлығыбыҙ — оят. Мин меҫкенгә бары үткәндәрҙе генә иҫкә төшөрөп йыуанырға ҡала. Яра­тып, һағынып иҫкә алам, сөнки ул бит минең үткәндәрем. Ә һеҙҙең үткәндәрегеҙ менән ғорурла­нырлыҡ булырмы икән? Ай-һай.

Мин малайыма йәлләп ҡарап ҡуям.

Яландарҙа үлән үҫә. Төрлө-төрлө үлән. Трак­тор, комбайндарҙы председатель металлоломға оҙатып бөтөрөп бара, тиҙәр.

- Йылға аша сыҡһаң, уңда — ырҙын табағы.

- Нимә?

- Ашлык бушата торған урын.

- Һоломо?

- Эйе, һоло.

... Ырҙын табағы. Япма аҫтында тау-тау булып иген ята. Тимер мейестә бойҙай ҡуралар. Беҙ, бала-саға, шунда өйөрөләбеҙ. Халыҡ кү-ү-п. Өҫтәл артында ҡәләм тоткан көр тауышлы Абдрахман тирә-яҡта гөж килеүселәрҙе еңергә тыры­шып, ҡысҡыра. Көсәнеүҙән уның бите ҡыҙарған.

- Шәрипова Фәнүзә — алты цитныр. Падпис ит.

- Йосопов Хәкимйән — дүрт цитныр.Падпис ит…

- Бына шулай күп итеп ауыҙға тултыраһың да сәйнәйһең. Сәйнәйһең дә сәйнәйһең... Оза-а-ҡ итеп, — үрге остоң үткер генә бер ҡыҙыҡайы бойҙайҙан нисек һағыҙ эшләргә өйрәтә. Мин бер ус бойҙайҙы ауыҙыма тултырам. Инде ты­рышып сәйнәй башлауым була, әсәйем килеп ҡулымдай тота ла елтерәтеп алып китә.

- Ошонда ғына ултырып тор. Тейҙертмә бер кемгә лә. Әтейем хәҙер килә, тиң.

Бер-береһенең өҫтөнә тауҙай тоҡтар өйөлгән. Әсәйем мине күтәреп өҫкә мендереп ултырта ла, күҙҙән юғала.

Онотоп, һағыҙ яһайым тигән бойҙайҙы ла ашап бөтөрәм. Бына ашлыҡ, тоҡтар, арбалар, аттар араһынан беҙҙең бейәне әле уңға, әле һулға бороп, атайым килеп сыға.

- Ҡайҙа керәң, күҙең тонғанмы?

- Баланы тапатаң бит…

Мин тоҡҡа сытырман йәбешкәнмен дә, тештәрен ыржайтып, төрлө яҡтан килеп сыҡҡан аттарҙан ҡурҡып ултырам.

Атайым мине күтәреп ала ла ергә баҫтыра. Улар әсәйем менән тоҡтарҙы арбаға тейәй. Ата­йым йөк өҫтөнә мине ултырта ла, беҙ был халыҡ бутҡаһынан саҡ сығып китәбеҙ. Арба күсәре ситтә торған кемдеңдер тоғон эләктереп, айырып китә. Йән кергәндәй, тишектән бойҙай аға башлай.

— Эй, ҡайһыһы тоғомдо йырттырып киткән! −тип сәрелдәй артта бер ҡатын.

— Юл уртаһына ултыртып ҡуймайҙар уны, − ти атайым үҙ алдына һөйләнгәндәй тыныс ҡына.

Беҙ бик оҙаҡ ҡайтабыҙ. Минең инде һағыҙ ҙа эшләйһем дә килмәй. Ә өйҙәрҙең осо ла, ҡырыйы ла юҡ, барабыҙ ҙа барабыҙ. Сөнки беҙҙең өй ауылдың үрге яҡ осонда.

... Малай ырҙын табағының ни икәнен белмәй. Ул бары докала икмәктең күпме торғанын, ә ҡалған аҡсаны ҡайтарып бирмәһә лә, өйҙә өндәшмәҫтәрен белә. Ҡалған аҡсаны ул йыйып бара. Сөнки йыймайынса магазинда уға бер нәмә лә кил­мәй. Ә һағыҙ уны ҡыҙыҡһындырмай.

Тау яҡта — мәктәп. Унда хәҙер уҡымайҙар. Йәнәштә – ҡатлы кирбеҫтән һалынған яңы мәктәп. Әммә беҙгә унда уҡырға тура килмәне. Беҙ ағас мәктәптә уҡыныҡ.

Ул мәктәп бик йыш минең төшөмә керә. Акбурға буятылған зур бәҙрәфтә, һары боҙ өйөмдәренә һөрөнөп, сыға алмайынса ҡаңғырып йөрөйөм. Аяҡ баҫырға урын юҡ, гел ҙур-ҙур ти­шектәр... Мин был төшөмдө бер кемгә лә һөйләмәйем.

Уҡығанда мәктәп бик ҙур тойола ине. Хәҙер ул бик бәләкәй генә күренә. Тәҙрәләр ватыҡ, ишектәргә арҡыры-торҡоро таҡта ҡағылган. Һуғыш ваҡытын һүрәтләгән рәсемдәрҙәге кеүек. Мәктәп — буш. Бында бары ел генә уйнай. Был стеналар шау-гөр килгән бала-саға тауышын хәтерләйҙәрҙер әле. Хәйер, стеналарҙың хәтере булмайҙыр ҙа.

Мәктәп директоры һәр ваҡыт галстук тағып, костюм кейеп йөрөй. Ул сәсен, маңлайын асыҡ ҡалдырып, артҡа тарай. Шундай мода. Директор бөтөнләй ауыл кешеләренә оҡшамаған. Ул эйәген муйынына терәберәк һөйләшә. Шуғалырмы, уның эйәк аҫтында һыҙыҡ барлыҡҡа килгән. Был да уны бик авторитетлы итеп күрһәтә.

- Фазлыев шулай ҡушты. Фазлыев нимә әйтер, — ти ауыл кешеләре. Улар исем һәм атаһының исеме менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәйҙәр. Фамилия ме­нән өндәшеү — оло хөрмәт күрһәтеү тип иҫәпләнә. Ауылда башҡа бер кемгә лә улай мөрәжәғәт итмәйҙәр.

Мәктәп ишеге алдында - бейек күтәрмә. Уҡыусылар шунда теҙелешеп баҫҡан да ауылға бик һирәк килеп сыҡҡан фотографҡа ҡарап ҡатып ҡалған. Мәңгелеккә. Балалар бик күп, сөнки беҙҙең мәктәптә күрше ауылдарҙан да йөрөп уҡый6ар.

Ҡыш уларҙы тракторға тағылған санаға тейәп йөрөтәләр. Ситтән килгән бер йәш кейәү, ҡыш ауылға ҡайтҡанда, санаһына бала-саға сылбыр кеүек аҫылынышып китеп барған тракторҙы күреп, иҫе киткән.

— Мискәгә тултырылған балыҡ кеүек... И ничего... Китеп баралар...

Ысынлап та, миңә башҡа бер ерҙә лә балаларҙы шулай тракторға тағылган санаға тейәп, мәктәпкә йөрөткәндәрен күрергә тура килмәне.

... Гүзәл. Беҙҙең арала иң матур ҡыҙ. Уңған. Уты сығып тора.

Үзбәкстанда ығы-зығы ваҡытында юҡ була.Ҡыҙ балаһы етем ҡала. Әсәһе магазинда:

—Әрәм генә булды инде, иң матур, аҡыллы ҡыҙым, — тип илап торған. Унда милләтселәр тарафынан һәләк булған беҙҙең кешеләр тураһында ләм-мим.

Фират. Элек ни эшләп шул тиклем беҙҙе көлдөргәндер инде?

Ә Хәкимйән, ҡайтам тип, эшенән сығырға ғариза ла яҙған булған. Ҡайтты, мәрхүм.

Карточканан иң беренсе улар миңә ҡарай. Сөнки юҡтар был донъяла. Бары һүрәттә генә барҙар. Хәҙер ел уйнаған иҫке мәктәптең күтәрмәһендә мәңгелеккә баҫып ҡалғандар.

Ә башҡалар... Иҫән генә булһындар.

Минең бер әбейем ғүмере буйы ситтә йәшәй. Йәш сағында ФЗО-ға торф сығарырға алып китәләр ҙә ҡала шунда, сит ерҙә. Аралар йыраҡ булғас, бик һирәк ҡайта. Һуңғы килеүендә әсәйемә:

— Килен, мин ҡабат килә алмамдыр инде... бәхилләшәйек, — улар илашып хушлаша.

Ниндәй ауыр минуттар кисергән әбей. Башҡа бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайта алмауыңды белеү һәм мәңгегә хушлашыу бик-бик ҡыйындыр ул.

Шуны уйлаһам, мин бит бик бәхетле кеше, тип шатланып ҡуям. Бына быйыл да йыйындыҡ та ауылға ҡайтып барабыҙ.

Ҡайта-ҡайта иҫ китә инде ул беҙҙең яҡҡа. Бына һаман үҙебеҙҙең урамға ла етмәгәнбеҙ. Бик оҙаҡ әле барырға. Сөнки беҙҙең өй ауылдың те-ге-е осонда.

— Инәй, машинаны туҡтаттыр әле...

Малай тубыҡланып ултыра ла уҡшып ҡоҫа башлай. Уның бите ап-аҡ булған.

- Элек тә ҡайтҡанда мин ошо урында уҡшытҡайны. Хәтерләйһеңме?

- Әлләсе, бер зә иҫемдә ҡалмаған.

- Бына, үҙең дә бер нәмә лә хәтерләмәйһең...

Тарко-Сале, Төмән өлкәһе 2001йыл, сентябрь.


Читайте нас