Иманлы йорт

Өйөң түрендә иң затлы —Балҡып тора Ҡөрьән;Мин был өйгә шатлыҡ менән,Эстән балҡып инәм.

Затлы йыһаз да юҡ бында,
Юҡ көмөш ҡалағың.
Сәләм биреп түргә үтһәм,
Мин хайран ҡаламын.

Ҡолас йәйә миңә киңлек, —
Асһам ишегеңде,
Күңел наҙлар киңлектәрҙән
Аҙан ишетелде.

Доға ҡылабыҙ ултырып.
Шөкөр, иҫән - һаубыҙ;
Иманлыға беҙ кәрәкбеҙ,
Иманһыҙға даубыҙ.

Тәүфиҡлы булһын балалар,
Иман бирһен Хоҙай.
Илдә именлек булһын да
Уңып торһон бойҙай.

Өҫтәлеңдәге ниғмәттән
Йәшәүгә көс арта;
Бәрәкәтле ризығың да
Ихласлығың тарта, —

Ашҡынып киләм был өйгә,
Тулам бәхет менән;
Нурҙар һибеп балҡый түрҙә
Терәк булып Ҡөрьән.

Читайте нас