Гел шулай ғына барһа ине лә, юҡ бит... Эсеп алһа, тиҫкәреһен әйләндереп ҡуялар иң йыуашы, иң аҡыллыһы, иң күндәменең дә. Ә эсеп алыу өсөн сәбәптәре етерлек. Йә өй йыуышалар ҙа һыныҡ яҙалар, йә һарыҡ ҡырҡышалар, кәзә тарашалар, һуғым һуйышалар ҙа эсәк таҙалашалар. Һәр береһенең аҙағы - эске. Әҙҙән өйрәнә бит кеше. Мәжлестәрҙә, ҡунаҡң-төшөмдәрҙә бер-береһенә ымлашып, шыбырлашып ҡына:
- Эсәйек, ирҙәргә күп була, - тип, йәшереп эсеүҙән дә башлдана бисәләр эскеһе.
Йәнә:
- Ирҙе еңәм тип, эсәм...
- Иремә ҡарышып эсәм...
- Иремә көйөп эсәм... - тип аҡланалар.
Ошоларҙан да алйотораҡ, мәғәнәһеҙерәк һылтау юҡ эсергә өйрәнеп китеү өсөн.
Кешелектән, эшлектән, әсәлектән сығыу өсөн ишек кәрәкмәй, шешә тишеге лә етә.