Все новости

Ураҙа уңайынан

Зөлфиә Ханнанова.

Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ,
Теләк телә сәждәлә!
Ил-йортобоҙ тыныс булыр,
Урап үтер мең бәлә.

Эй, башҡортом, тарт тиҫбеңде,
Әйт һин: "Аллаһу әкбәр!"
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр!

Эй, башҡортом, тот ураҙа,
Эй, башҡортом, сал ҡорбан!
Йөрәгеңдә иман артһын,
Күңелеңдә — миһырбан.

Эй, башҡортом, ҡалдыр ил тип,
Доға ҡылырлыҡ бала,
Ошо изге еребеҙгә
Хужа булырлыҡ бала!



Читайте нас: