

Ҡалмағанмы ҡуйындарҙа
Берәй гонаһ киҫәге?
Шул гонаһ өсөн төшмәҫме
Баҡыйлыҡтың күҫәге?
Ғәфү итеүсе – Ул ғына,
Беҙ – тик гонаһ эшләүсе.
Үҙебеҙҙекен һис белмәй
Сит гонаһты үлсәүсе.
Сәхәр доғаларын ҡылдым,
Ғәфү ит, Йәнәбел Хаҡ!
Фанилыҡта йәшәйбеҙ шул,
Була бит гонаһлы саҡ.
Ғәфур Рәхим! Хозурыңа
Йәнем менән теҙләнәм.
Ғүмер буйы хәҡиҡәткә
Үҙ юлымды эҙләйем.
Мәүлит ШАКИРОВ.