Мин күнектем битарафлыҡҡа ла,
Әрнемәйем, күреп ғәмһеҙлекте,
Ғәйеп итеп ҡарамайым хатта
Әҙәпһеҙлек менән әрһеҙлекте.
Һәр кем йәшәй үҙе белгәненсә,
Кәкерене төҙәйтер тик ҡәбер,
Һәр кем өсөн әрнеп, янып-көйөп
Бар донъянан биҙергәме хәҙер?
Күгәүендәй күҙгә кергәндәргә
Үпкәләмәй генә һелтәйем ҡул,
Үҙ-үҙемде өгөтләйем ҡайсаҡ:
- Ауыр алма әле, ҡуй, сабыр бул!
Бар доньяны яңғыҙ үҙем генә
Үҙгәртергә килмәҫ минең ҡулдан,..
... Төнгө күк пәрҙәһен йыртып, ярып,
Йондоҙ яуа ергә уңдан, һулдан.
Мәңгелектә беҙ - бер саң бөртөгө,
Ваҡыт еле һеперер ҙә түгер,
Миҙгел генә булған ғүмерҙәрҙе
Йәшәп өлгөрөргә ашыҡ, йүгер!
Был донъяның саңын, сәмен, ғәмен
Кисерерлек үҙемдә көс табам.
Туҡтатмағыҙ мине! Ваҡытым юҡ –
Китеп барам мәңгелеккә табан.