Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
10 Марта 2021, 21:00

Һунарҙағы ышанмаҫлыҡ хәл

Минең олатайым охотник булған. Бик көслө, ҡаты кеше инде. Яратҡан кеше яратҡан, яратмағаны менән һөйләшмәгән дә. Бер ҡан дошманы булған. Шуның менән электән һабантуйҙарҙа беренсе икенсе урындарҙы алмашынып алып йөрөгәндәр.

Олатайымдың ҡыҙы - минең әсәйем, ҡан дошманының малайы менән йөрөй башлағас, ныҡ ҡаңғырғандар. Икеһенә лә йөрөмәҫкә тип ҡаты ғына әйтеп ҡуйғандар. Ләкин йәштәр оҙаҡламай икенсе яҡҡа ҡасып, сығып киткәндәр һәм оҙаҡ ҡайтмағандар. Балалары булғанын, һәйбәт йәшәп ятҡандарын ата-әсәләре кеше аша ғына белгәндәр. Олатайым менән ҡан дошманы олоғайғас йыуашайғандар, яйлап бер береһе менән һөйләшә башлағандар. Береһенә аҙыраҡ хәбәр килһә, балалары тураһында был тегене ипләп кенә саҡырала кеше күрмәгәндә һөйләшәләр икән. Шулай бер көн, олатайға балаларының өсөнсө балалары тыуғаны тураһында хәбәр килеп еткән. Был ҡан дошманын, ҡоҙаһын һунарға саҡырған. Шунда яйлап һөйләргә йыйынған. Үҙе менән сәкүшкә закуска ла алған, йыуырға уйлағандарҙыр инде. Ул һаҙлыҡ бик шомло булған, күптәр унда йөрөмәгәндә. Олатай этен алып ҡоҙаһы мн ауыл осонда осрашып, йылға аша сығып шул һаҙлыҡҡа инеп киткәндәр. Бер яланға килеп сығып тутарға булғандар. Гәзит түшәп өҫтәл йәйеп ебәргәндәр. Олатай күстәнәсен сығарған, хәбәрен һөйләгән. Ике оло ир ҡыуанышып балалары өсөн һөйләшеп ултырғандар. Нисек барып күрергә икән тип тә уйлағандар. Һәм буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде тип, һунар итергә төпкәрәк инеп киткәндәр. Бер заман олатай артына әйләнһә ҡоҙаһы юҡ ти, ҡысҡыра-ҡысҡыра бер тауыш юҡ. Кире эте менән артҡа атлап киткәндәр. Бер заман эте тештәрен сығарып ыжғыра башлаған. Айыуҙыр тип уйлап мылтығын әҙерләгән. Бер заман йомран һымаҡ ҡына бер нәмә килеп сыға, эт нығыраҡ ажғыра. Шуға ғына ажғырмаһаң инде тип, олатайым этен әрләп тә ҡуйған. Шул арала ҡулдан үҙенән үҙе мылтыҡ төшөп киткән. Олатайым һөйләүе буйынса ҡулдары аһылынып төшкән, аяҡтары тыңламай, күҙҙәре томаланып, ҡолап киткән. Эте лә сыйылдап ҡолағанын һиҙгән ти. Бер күҙ менән генә ҡарап ятҡанда бер нәмә йөрөгәнен һиҙгән. Ул нәмәм ауыр атлағанға күрә, ботаҡтар һына икән. Бер заман эт сай-сой итеп ҡалған, шунда уҡ уны әллә ҡайҙа һөрәп тә алып киткән. Бер нисә сәғәт ятҡас, олатайымдың ҡулдары һәм аяҡтары йөрөй башлаған ти. Тороп мылтыҡты алам тиһә, мылтыҡ ҡа, эт тә юҡ. Олатай аптырауға ҡалған, ҡото осҡан. Шунда уҡ ауыл яғына йүгергән. Ҡайтып, булған хәлде ауыл халҡына һөйләгән. Бер кем дә ышанмаған, былар бергә һунарға йөрөгәнен берәүҙә башына ла килтерә алмаған. Дошман булып ғүмер буйы нисек инде араҡы эсеп һунарҙа йөрөп ятыу ти!? Шулай йыйылышып киткәндәр. Ул көндө лә, икенсе көндәр ҙә лә бер нәмә лә тапмайҙар. Ул ваҡытта милиция килеп төшә, олатайҙы "колоть" итәләр. Әммә ул үҙ һүҙендә тора. Бөтәһе лә теге ирҙе атып үлтереп, йәшереп, мылтығын һыуға ташлаған, этен үлтергән тинеләр. Енәйәт эше асып, олатайымды оҙаҡ ҡына милиция хеҙмәткәрҙәре йөрөткәндәр. Арыуыҡ ваҡыт үткәс кенә эште ябҡандар. Ә олотайым өндәшмәҫ кешегә әйләнде. Тегеләрҙең туғандары килеп ҡаңғырып: "Мәйетен булһа ла бир, кешесә күмәйек" - тигәндәр. Олатайым уларға бер һүҙ ҙә әйтә алманы, башҡа һунарға ла, урманға ла йөрөмәне. Ул урман яғына барһам "теге" миңә ҡарап торған һымаҡ ти торған ине. Унан һуң ныҡ ҡына итеп эсә башланы. Бөтөнләй ул һүнде, йомолдо. Был ваҡиғанан һуң оҙаҡ йәшәмәне, бәһләүәндәй олатайым үлеп ҡалды. Милициянан да, ауылдаштарынан да ныҡ баҫым булды шул. Теге ҡасҡан балалары ла ҡуйышырға ҡайтманы. Юғалған ир ҙә, эт тә, мылтыҡ та юҡ...

Читайте нас