Туй ике яҡта ла була: ҡыҙ яғында ла, егет яғында ла ауылда ишек алдына шаршау ҡороп үткәрергә һөйләштеләр. "Кафела ҡиммәткә төшә, ҡуй лутсы аҡсаһын йәштәргә һалырбыҙ" тип баштан уҡ килешкән ине ике ҡоҙағый. Алһыу ҙа, Айгиз дә ҡаршы килмәне. Сөнки икеһе лә ябай ғәиләләрҙән, аҡса яғы мул түгел. Туй күлдәген дә ҡалаға барып прокатҡа ғына алырға булдылар.
- Такая красота, күҙ ҡамаша күлдәктәрҙең матурлығына, эйеме Айгөл? - тине Алһыу салонға инеп бер аҙ йөрөгәс апаһына.
- Хаҡтары ла күҙҙе ҡамаштыра...
Айгөл туҡтап бер күлдәктең итәген рәтләне.
- Чем могу помочь, милые девушки? - һатыусы ҡыҙҙар эргәһенә килеп баҫты.
- Ммм, хотели платье примерить, а у вас есть платья на прокат? - Айгөл һылыуынан алда бытылданы.
- Да конечно, пройдёмте в другой зал.
Алһыу бик тулҡынланды, күлдәктәрҙе берәм-берәм кейеп ҡараны тик күңеленә ятҡаны булманы. Шул саҡ ул мөйөштә эленеп торған, түшендә алһыу сәскәләр сигелгән, итәге лә алһыуыраҡ селтәрле күлдәкте күреп ҡалды.
- А это что за платье, даёте на прокат? - күҙҙәрен алмай ул мөйөшкә ынтылды.
- Нет девушка, оно вам не подойдет, старое платье, - тип һатыусы күлдәкте йәшерҙе.
Алһыуҙың кәйефе төштө. Икенсе салонға инеп, туй күлдәге алдылар ҙа, ҡайтырға тип автовогзалға юлландылар. Билет алып, тыштағы эскәмйәгә ултырғас Айгөл һүҙ башланы:
- Алһыу һин теге күлдәкте ныҡ оҡшатҡайның, шулаймы? Тик юҡҡа борсолма, һин сығып киткәс Оксана (һатыусының исеме) миңә ул күлдәктең тарихын һөйләп бирҙе. Ул күлдәкте кейгән ҡыҙҙар, бәхетһеҙ була икән. Йә ире менән айырыла, йә тол ҡала, йә ауырыуға һабыша... Күлмәкте салонға Марта исемле бай ҡатын килтереп арзанға ғына һатҡан. Үҙе кейәүгә сыҡҡанда кейгән. Тик һөйгән йәрен туй булған көндө, Мартаның элек йөрөгән егете уны һайламағанына үс итеп, кеше яллап ирен сәнстертеп үлтерткән. Шулай бергә йәшәп тә өлгөрмәй Марта тол ҡалған. Артабан да күлдәкте прокатҡа алған ҡыҙҙар менән ҡыҙғаныс хәлдәр булып торған. Оксана магазинда күп йылдар эшләгәс, был кейемдең бер сере барҙыр, күҙәтә торғас шундай һығымтаға килдем тей. Ул һиңә бәхет кенә теләй, шуға ҡәһәрле күлдәкте йәшергән.
Алһыу иңдәренән бер йөк төшкәндәй, күкрәк тултырып тын алды ла, апаһын ҡосаҡланы.
- Рәхмәт инде, һиңә лә, Оксанаға ла, мин шуның кеүек нәмәгә бик ышанам. Бәлки әкиәттер ҙә, тик кем белә...
Туй гөрләп үтеп китте. Йәштәр матур пар булып гөрләтеп донъя көтә башланы. Туй күлдәге тарихы онотолдо... Ә иҫләһә Алһыу һамаң ҡурҡып ҡуя. Шул күлдәкте кейһә яҙмышы нисек булыр ине?...