

Ике аҙнаға яҡын барған конкурста Гөлсөм, иң күп тауыш йыйып, бик шәп бүләккә – ҡумыҙға эйә булды. Үҙ ҡулдары менән теккән күлдәк, ҡашмау, селтәрҙәр, ысынлап та, күҙ яуын алырлыҡ матур! Ысын мәғәнәһендә ижади кеше икән еңеүсебеҙ – ҡул эштәренә ифрат маһир. Хәйер, хозур Бөрйәндә тыуып үҫкән ҡыҙҙың камиллыҡҡа ынтылыуы һис тә ғәжәп түгел.
– Ҡул эштәре менән бәләкәй саҡтан шөғөлләнәм, – ти Гөлсөм. – Өләсәйем Бибикамал ҡул эшенә оҫта була тоғайны, уға оҡшағанмындыр, күрәһең. Хобби булараҡ ҡына башлаған шөғөлдәр хәҙер төп эшемә әйләнде, тиһәң дә була, 2010 йылдан инде ныҡлап ҡул эше менән булышам. Төрлө техникала үҙемде һынап ҡарау үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, свит-дизайн (йәғни кәнфиттәрҙән букеттар, композициялар эшләү), флористика, интерьерҙы биҙәү буйынса бәхет ағастары – былар барыһы ла күңелемә бик оҡшай.
"Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева еңеүсегә Диплом тапшырҙы
Ысынлап та, Гөлсөмдөң шәхси битендә ҡул эшенең ниндәй генә төрө юҡ! Тәңкә, ҡағыҙ аҡсалары, ҡәһүә бөртөктәре, фоамирандан төрлө сувенирҙар, ҡыҙҙар өсөн матур-матур сәс ҡаптырмалары, тирәстәр – ни тиклем күңел йылыһы һалынған уларға! Аллы-гөллө таҫмаларҙан канзаши техникаһы буйынса эшләнгән бантик, резинкалар ҙа ҡыҙ балалар өсөн 8 Март алдынан бынамын тигән бүләк!
Милли кейемдәр тегеүгә ныҡлап тотоноуына эле ике-өс кенә йыл. Тәүҙә ярты йыл тирәһе интернетта мәғлүмәт туплаған, шунан ғына был етди эшкә тотонорға йөрьәт иткән.
– Быға тиклем бер ҙә бындай конкурстарҙа еңгәнем юҡ ине, бик шатландым! – ти Гөлсөм. – Милли кейем менән ҡыҙыҡһыныуым иһә бәләкәй саҡтан килә. Бейергә яраттым, өләсәйемдең япмалы матур күлдәгенә эй һоҡлана торғайным! Ҡашмау, селтәр, яға – уларҙың һәр береһе ҙур мәғәнәгә эйә бит, ә матурлыҡтары һуң! Халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы шул тиклем бай, уны түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшырыу өсөн һәр деталгә иғтибарлы булыу кәрәк.
Тормош иптәше Салауат менән Алтынай, Чолпанай исемле ике ҡыҙ, Тамерлан атлы малай үҫтерәләр. Өфө районының Дорогино ауылында үҙ йорттарында матур итеп донъя көтәләр. Әле Гөлсөм декрет ялында, уҡа тиклем «Русджам Стеклотара Холдинг» компанияһында техник контроль бүлегендә контролер булып эшләгән.