Киң урам буйлап атлайым. Аяҡ аҫтында шығырлаған ҡар күңелгә кинәнес бирә, урамдың һил булыуы еңеллек өҫтәй.
Тирә йүн ап-аҡ. Әйтерһең, берәйһе тотҡан да тормошто үҙгәртеп ҡуйған: бар донъя тик аҡлыҡтан, яҡшылыҡтан торғандай.
Ләкин был мөмкин түгел, ер йөҙөндә тормош барлыҡҡа килгәндән үк аҡ һәм ҡара, бәхет менән ҡайғы йәнәш йөрөйҙәр...
Ер өҫтөндәге бысраҡлыҡтар бер миҙгелгә булһа ла юғалып тора, ә бына кешеләр араһындағы аламалыҡтар юғалмай. Нахаҡ һүҙҙәр, йән яралары әленән-әле иҫкә төшөп, йөрәк әрнеп һулҡып ҡуя...
Электр уты яҡтыһында төрлө төҫтәргә мансылып, бишектәгеләй бәүелә-бәүелә ябалаҡлап яуған ҡар бөртөктәре аҫтында бер-береһенә һыйынып үткән ғашиҡтарға һоҡланып ҡарап ҡуям. Ҡар бөртөктәре түгел, ә бәхет яуа кеүек уларҙың иңдәренә...
"Мөхәббәтегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, ялған һүҙҙәр арағыҙға кермәһен, ҡаршылыҡтар урап үтһен һеҙҙе, ғашиҡтар!" - тип өндәшкем килә уларға. Изге теләктәремде күҙҙәремдән уҡып, бәхетле пар эргәмдән уҙып китә...
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа...
Әллә ҡар, әллә бәхет?!