Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
21 Февраля 2021, 16:10

Халыҡ теле

Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.

Мәҡәлдәр:

Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.

Телдең күрке - һүҙ.

Татлы тел таш ярыр.

Теле барҙың иле бар.

Әсә теле бер була.

Иләк һорарға ла тел кәрәк.

Читайте нас: