Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Февраля 2021, 09:50

Тормош – диңгеҙ...

Тормош – диңгеҙ, кеше ундаБары тик тамсы ғына,Ул да диңгеҙгә ҡушылып,Йә бер шаулай, йә тына.


Тамсының да шул диңгеҙҙә
Бер көнлөк бит ғүмере.
Яңы таң атҡанға тиклем
Ул йәшәй һәм ул тере.

Ул йәшәй, тоя, уның да
Төрлө саҡтары була.
Йә бер һөйөнөп уйнай ул,
Йә бер ҡайғыға тула.

Шул саҡтарҙа өҙгөләнеп,
Осрап хәсрәт һәм зарға,
Ни эшләргә белмәйенсә
Бәрелә ул ярҙарға.

Белеп булмай иртәгәһен
Тамсыларҙы ни көтә.
Ел-дауыл? Йәшен? Ҡояшмы?
Әйтсе, диңгеҙ, ни көтә?

Тормош-диңгеҙ, кеше унда
Бары кескәй бер тамсы.
Ғүмер ҡыҫҡа. Ул бит тере
Офоҡтан таң атҡансы.

Читайте нас