Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
14 Февраля 2021, 14:35

Ғүмер китабымды, альбом кеүек, Ҡарап сығырға ,тип бирһәләр...

Ғүмер китабымды, альбом кеүек,

Ҡарап сығырға, тип бирһәләр,

"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен

Урлар инем.

Әгәр күрһәләр,

Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,

Йәшлегемде һалып эйәргә.


Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:

Ауылымдың айлы төнөндә,

Фуражкаһын ҡырын һалған егет

Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.


Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,

Йәшлек бит ул!

Йәшлек өлгөрөр!

Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,

Ә таң менән эшкә йүгерер...


Шундай сағым бик яҡында кеүек,

Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,

Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,

Өркөтөрмөн, китер шикелле.


Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,

Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;

Табалманым, дуҫтар, ғүмеремдең

Йәшлектән дә матур ваҡытын!


Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,

Һәр нәмәнең була һыҙығы;

Йәшлектең дә,

әгәр ҡабатланһа,

Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.


Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,

Йыр йырлайҙар уның хаҡында...
Читайте нас: