Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Февраля 2021, 14:05

МАМЫҠ ШӘЛ

Мамыҡ шәлдең һалма биҙәктәрен

Үҙе һайлап инәй бәйләгән.

Дүрт күҙ менән көтөп ике ҡыҙын

Нисә тапҡыр яңғыҙ сәйләгән.

Ҡулдарына йәнә бәйләм алған-

Сәғәт икән яңы етелә...

Йөрәге лә нурлы йомғаҡ, ах( ы)ры,

Тик ниңәлер шәберәк һүтелә...

Энә остарынан нурлы ептәр

Ғүмер бәйләменә теҙелә.

Мамыҡ шәлдәр шау биҙәкле булмай:

Сәскә түгел яҙмыш үҙе лә...

Ә йылыһы?!

Һөйәк иретерлек!

Йәнде йылытырлыҡ, биллаһи!

...Нурлы йомғаҡ оҙаҡ тәгәрәрлек

Көс табаһы ине илаһи...
Читайте нас: