Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
5 Февраля 2021, 15:35

«Камиллыҡтың киттем эҙләп сиген...»

Усаҡ

(Дуҫым Ринат Сөләймәновҡа)


...Һалҡындарҙа өшөп киткәнем бар –

Бер йылы һүҙ сарсап көткәнем бар,

Оҙон ҡышҡы төндәр күңелемде

Өмөтһөҙлөк менән өткәне бар.


Шундай мәлдә һиңә киләм, дуҫым, –

Усағыңдан бер аҙ ут алырға.

Уның ялҡындары ғәйрәт өҫтәй

Яҡты яҙға табан ынтылырға.


Көтмәгәндә сикһеҙ даръя булып

Күкрәгемдән бәхет ташҡаны бар,

Күңел төптәренә бикләп ҡуйған

Хыялдарҙың хатта ашҡаны бар!


Шул мәлдә лә, дуҫым, һиңә киләм –

Усағыңа бер аҙ ут өҫтәргә!

Уның ялҡындары дәртләндерһен

Тормош юлындағы көрәштәргә!


Был усаҡтан ҡуҙҙар таралғандыр

Бөгөн инде төрлө тарафтарға,

Мин һиҙәмен уның яҡты нурын

Меңәрләгән ихлас ҡараштарҙа!


Дуҫым яҡҡан усаҡ бөгөн дөрләй

Был тормошҡа ғашиҡ йөрәктәрҙә,

Йөрәктәрҙе йәшәтерлек йөрәк

Был донъяла тибә һирәктәрҙә!


Палатала


Шиғыр яҙҙым – бер кем уҡыманы,

Йырланым – тик берәү ишетмәне,

Һөйҙөм янып, аҡылымдан шашып,

Әммә был ҡыҙ мине иш итмәне.


Асыу килде шул саҡ яҙмышыма,

Ҡул һелтәнем йүнһеҙ тормошома,

Ебәрҙем дә елкәндәрҙе, ҡуйҙым

Бөтәһен дә тик үҙ ағышына.


Шул саҡ минән таптырҙылар шиғыр,

Йырлауымды үтенеп һорай халыҡ,

Һылыу-һылыу ҡыҙҙар тынғы бирмәй

Себен-серәкәйҙәй һырып алып.


Аса алманым мин бының серен:

Тормош көлдөрә лә, илата ла,

Гүйә, беҙ йәшәйбеҙ Ерҙә түгел,

Ә иҫәрҙәр өсөн палатала…

Инде нисәнсе көн ҡышты көтәм

Инде нисәнсе көн ҡышты көтәм,

Инде нисәнсе көн ҡарҙы көтәм,

Яланғас был тәүлектәрҙән арып,

Яланғас был бүлмәмдә мин ярһып,

Инде нисәнсе көн һине көтәм.

Өҫтәлемдә янған шәмдең нуры

Ҡағыҙ өҫтәренә һибелә лә,

Шиғыр булып күҙҙәремдән тама,

Йөрәгемдән ташып түгелә лә.

Ә мин ҡорғандарҙы тартып ҡуям,

Йондоҙҙарҙы башҡа күргем килмәҫ,

Ҡасандыр мин тап шуларға ҡарап

Һиңә ынтылғанды бер кем белмәҫ.

Инде нисәнсе көн ҡышты көтәм,

Инде нисәнсе көн ҡарҙы көтәм,

Тик декабрь ҡарһыҙ ғына ярһый,

Йөрәккәйем яңғыҙлыҡтан арый,

Инде нисәнсе көн һине көтәм...

Мең рәхмәт, әсәй!

Әсәйемдең ҡулдарынан

Тәү аҙым баҫҡанмын мин,

Ихатабыҙ ҡапҡаһын да

Тәү тапҡыр асҡанмын мин.


Ғүмер тигән ҙур донъяға

Һалғанымда үҙ юлымды,

Ишеттем әсәй доғаһын:

«Һаҡла, Хоҙайым, улымды!»


Әсәйемдең фатихаһы

Күңелемә һеңеп ҡалған:

«Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә

Кеше булып ҡал һин, балам!»


Абынған саҡтарым булды –

Әсәй һуҙҙы ҡулдарын,

«Атламағандар абынмай,

Был донъяла, улдарым!»


Шуға ла мин һәр көн иртән

Доға ҡылып һорайым:

«Әсәйемде ҡыуандырып

Йәшәт мине, Хоҙайым!»

Йөрәгемде устарыңа һалдым

Кешеләргә ышанырға булдым,

Ышанысһыҙ йәшәй алмаҫмын!

Йөрәгемде устарыңа һалдым –

Алдашҡандар, әйҙә, алдашһын.

Ышанырға булдым! Намыҫ таҙа –

Гәлсәр шишмәләрҙә йыуылған!

Һин дә кисер бер мәл хаталанып,

Йәннәт ҡапҡаһынан ҡыуылһам…

Кемдер берәү әгәр ғәйбәт һөйләп,

Ялған һатһа оло баҙарҙа,

Аптырамам… Бысраҡ ағып китер

Ташҡын менән яҡты яҙҙарҙа!

Әгәр утты-һыуҙы бергә кискән

Дуҫым бер мәл хәнйәр ҡаҙаһа,

Ышанысым кәмер… Тик юғалмаҫ,

Ә ғазаптар үтер – сыҙаһам…

Бәхет шарабы тип уртлағаным

Әгәр ағыу булһа бер иртә,

Асыуланмам ҡылығыңа, йәрем –

Ағыу ҙа бит ҡай саҡ иҫертә…

Кешеләргә ышанырға булдым,

Ышанмаһам Хоҙай аңламаҫ,

Йөрәгемде устарыңа һалдым,

Аҙан моңон иртән тыңлағас…

Һаубуллашам

Һаубуллашам юлға сығыр саҡта,

Ҡапҡаларҙан әсәм оҙата,

Тиҙҙән тағы ҡайтып төшөрмөн тип,

Мин үҙемде үҙем йыуатам.

Алағуян тулҡындары моңһоу,

Әллә ул да шулай хушлаша,

Күңел һиҙгер – ҡайтыу өсөн миңә

Кәрәк булыр үтеү ҡыш аша…

Йәйге ҡояш күмәс кеүек эҫе,

Ҡайнар йәштәр тама йөрәккә,

Ҡасандыр бит әсәм ошо юлдан

Тәпәйләргә мине өйрәткән.

Хәҙер юлдарым да борма-борма,

Ә мин үҙем юлсы – уҙаман.

Әсәм фатихаһы аралаһын,

Яңылыш ғәмәлдәрҙән, эй, Аллам…

Йәйәүле

Был донъяла беҙ үткенсе генә,

Был донъяла беҙ бер йәйәүле,

Был донъя яратмай үтенгәнде,

Ҡабул итмәй һыҡтау-йәлләүҙе…

Юлыбыҙҙа атлылар ҙа осрай,

Осрай ерҙән шыуышыусылар,

Кемдер телем генә икмәк һорай,

Кемдер шуға уны ҡамсылай…

Кемдер йылан кеүек борғолана,

Кемдер оса күктә ҡош булып,

Кемдер терпе кеүек энә сәнсә,

Кемдер көлә шуға иш булып…

Күпме йөҙҙәр, һүҙҙәр һәм хыялдар!

Кем тыуҙырҙы ошо донъяны?!

Йәйәүлене кем ҡанатлы итте,

Хыял менән кемдәр уйнаны?!

Юҡ, яуаптар бөтмәҫ һорауҙарға,

Беҙ бит бында бары үткенсе,

Ғүмер һуҡмағынан килербеҙ беҙ,

Тормош юлы кинәт бөткәнсе…

Камиллыҡтың сиген эҙләп киттем…

Камиллыҡтың сиген эҙләп киттем,

Шуны эҙләп тағы, тағы барам,

Тамсыға зар ирендәрем кипте,

Һулҡылданы күңелдәге ярам…

Камиллыҡтың сиге, бәлки, юҡтыр,

Туҡтап ҡалмай хыял сиктәрҙә –

Төпһөҙ йыһандарҙа йондоҙ атыр,

Ҡояш балҡыр зәңгәр күктәрҙә…

Читайте нас: