Эй ғүмерем, туҡтай күрмә берүк,
Һис кенә лә йәшәп туйманым.
Тәмеңде лә яңы ғына белдем,
Әкренерәк зинһар, ҡыуалама,
Ай артынан йылғыр йылым үтә,
Ғүмеркәйем йомғаҡтарын һүтеп.
Баҡыйлыҡтан ҡалыр юлдар эҙләп,
Үткәрмәҫмен ғүм(е)рем заяға.
Күкрәк киреп бер йырлайһы ине,
Туҡтай күрмә берүк, ғүмеркәйем,
Өҙә күрмә тартып йомғағым.
Төйнәй-төйнәй килдем ошоғаса,
Әммә һис тә йәшәп туйманым.
Был донъяла эшем бик күп әле,
Тиҙ арала түгел бөтөрҙәй.
Нөктә түгел, ҡуйҙым өтөрҙәр.
"Тегендә" лә бәлки кәрәкмендер,
Кәрәк булһам әле, көтөрҙәр...