Кемдер гәзит-журналда баҫылған һәр әҫәрен, мәҡәләһен, шиғыр-нәҫерен, хат юлдарын матур итеп теркәп, шыптыр ҡапсыҡтарға төрөп, ҡәҙерләп һаҡлай. Кемдер, киреһенсә, шаҡтай уңышлы «әйбер»енең дә артабанғы яҙмышына ҡул һелтәп ҡуя. Ғәжәп, әммә уларҙың бәғзеһе һис тә юғалып ҡалмай. Ул ғына ла түгел – гүзәл бер таңда үҙен донъяға тыуҙырған хужаһына – «ата йорто»на ҡайтып төшә. Дан-шөһрәткә төрөнөп, аҡ ҡанатлы дөлдөл аттарҙа. Башҡаса бер ҡасан да китмәҫ өсөн... Эйе-эйе, бер генә шиғырҙың да эйәһенә үлемһеҙлек килтергәне бар. Редакциянан-редакцияға инеп даһилығыңды иҫбатлап йөрөмәһәң дә. «Әйбер»еңде шыптыр ҡапсыҡҡа һалып, төпкәрәк йыйып һаҡламаһаң да... Был ғәжәп тә, тулҡынландырғыс та феномен ябай ғына һүҙ менән – «талант» тип атала.
Рәшиттән шағир сыҡмаһа, был үҙе үк сәйер булыр ине. Беренсенән, ул һоҡланғыс тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Икенсенән, Зәйнуллиндар район үҙәгендә күпләп гәзит-журнал алдырыусы ғаиләләр иҫәбендә була. Журналдарҙан – «Мурзилка», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы», «Вокруг света»... Ә гәзиттәрҙең ниндәйе генә юҡ... Рәил Әхмәт улы менән Нурия Вәзир ҡыҙының татыу ғаиләһендә ысын мәғәнәһендә Әҙәбиәт ғали йәнәптәре хөкөм һөрә. Шағир китаплы бала сағын яҡшы хәтерләй:
– Әсәйем миңә әкиәт уҡый башлай ҙа, иң ҡыҙыҡ урынына еткәс, шып туҡтар булған. Тәүҙәрәк, дауам итеүен һорап, уны ярайһы уҡ йөҙәткәнмен, һуңынан, сараһыҙҙың көнөнән, үҙем аҙағын ижекләп булһа ла уҡый башлағанмын. Баҡһаң, шулай тыуған икән миндә китапҡа һөйөү һәм ихтирам. Иҫке Монасип ауылында көн иткән олатайым менән өләсәйем дә гәзит-журнал-китап менән дуҫ булды. Уларға эйәреп билдәле әҙиптәрҙең ҙур-ҙур әҫәрҙәрен уҡый башланым. Хат ташыусы гәзит-журнал таратҡан һәр көн байрамға әйләнә ине. Олатай киске эңерҙә генә эштән ҡайта, шуға тиклем диванда ҡырын ятып тегеләрҙе уҡып ҡалырға тырышам. Әйткәндәй, миндә әле лә «Ағиҙел» журналының 1988-1995 йылдарҙа сыҡҡан ҡайһы бер һандары һаҡлана. Шуныһы ҡыҙыҡ, олатайым «Ҡазан утлары» журналын да алдыра торғайны. Мин дә уны уҡып маташҡаным хәтерҙә. Әлбиттә, телевидение менән интернет ул заманда булманы, беҙҙә ни бары «Беренсе канал» ғына күрһәтә торғайны, уныһын да телевизорҙы «туҡмай-туҡмай» ҡарай инек.
Тәүге шиғырын Рәшит башланғыс синыфтарҙа яҙа. Уны тарих уҡытыусыһы Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы Кинйәкәеваға бағышлай. Мөғәллимә апайға ла был ихлас шиғыр бик оҡшай. Уны ташҡа баҫтырыу ниәте менән район гәзитенең ишеген ҡағырға йөрьәт итә. Редакция хеҙмәткәрҙәре «яңы тыуған» шағирҙы йылы ҡаршылай, файҙалы кәңәштәр бирә. Ошо ваҡиға ижад ләззәтен татып ҡараған балаға ышаныс өҫтәй ҙә инде.
Беҙ үҙебеҙ – октябряттар,
Беҙ – Октябрь балаһы!
Октябрҙә тыуғандарҙың
Ленин була бабаһы!
Был боронғо шиғыр. 1983 йылда тыуған Рәшит тарих төпкөлөнә юл алған «коммунизм»дың һуңғы «вагондар»ын ғына күреп ҡала. Пионер булып өлгөрмәй. Бөйөк ил тарҡала. Әммә совет идеологияһы тәрбиәләгән рухи һәм социаль ҡиммәттәр беҙҙең герой өсөн әле булһа яҡын, ҡәҙерле. Тәбиғи байлыҡтары ярылып ятҡан Рәсәй атлы ҡеүәтле илдә эшһеҙҙәр, өйһөҙҙәр, фәҡирҙәр булырға тейеш түгел! Шағир күңелендә ана шулай, бала саҡта уҡ, ғәҙеллеккә, намыҫҡа, изгелеккә ынтылыш тыуа... Аҙағыраҡ был кисерештәр уның ижадында сағыласаҡ. Нескә күңелле Рәшит, һәр ысын шағир кеүек үк, донъяны сағыу төҫтәрҙә күрә.
– Бала саҡта хыялым менән мин һәр саҡ ҡайҙалыр ят илдәрҙә, сит яҡтарҙа, сит ҡәүемдәр араһында йөрөр инем. Эйе, эйе, романтик рухлы кеше мин – был сифатты ла шул китаптар тәрбиәләгәндер тип уйлайым. Шуғалыр ҙа тарих һәм әҙәбиәт дәрестәрен яҡын күрҙем. Мәҫәлән, атайым менән әсәйем ун ике йәшемә пираттар тураһында «Калькуттанан килгән вариҫ» тип аталған ике томлыҡ мажаралы роман бүләк итте. Береһенә атайым үҙенең теләктәрен теркәгән, икенсеһенә әсәйем ҡотлап хатта шиғыр ҙа яҙған. Был китаптар әле лә ҡәҙерләп һаҡлана. Иң ҡыҙығы шул – улар бүләк иткәнгә тиклем, мин китаптарҙы табып алып, шым ғына уҡып йөрөй инем инде. Күңелдәрен ҡырмаҫ өсөн бер нәмә лә белдермәҫкә ҡарар иттем һәм бүләкте ихлас шатланып ҡабул иткән булдым. Ғөмүмән, бала саҡта уҡыған әҫәрҙәрҙәге һәр персонаж мине изгелеккә, тәүәккәллеккә әйҙәгән тәрбиәсем булды. Мәҫәлән, «Һайлап алған яҙмыш», «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым», «Батырша», «Ҡараһаҡал», «Алдар батыр ҡиссаһы» кеүек әҫәрҙәрҙең геройҙарынан кешелек сифаттарын үҙ иттем , халҡыбыҙҙың тарихына ла ҡыҙыҡһыныуым артты...
Зодиак билдәһе буйынса Рәшит – Үлсәү. «Йондоҙнәмәгә ышанмаһам да, ҡайһы берәүҙәрҙең фекере буйынса, был билдә ысынлап та минең булмышыма тура килә, – тип дауам итә ул. – Мин тормоштағы теге йәки был күренеште уйлап, төрлө яҡтан үлсәп эшләргә күнеккәнмен. Тәү ҡарашҡа был сәйер ҙә кеүек, ни тиһәң дә, мин бит шағир. Һәр саҡ хыялдарым менән салт аяҙ күктәрҙә, йондоҙҙар һанап йөрөргә тейешмен. Ләкин тормош үҙе өйрәтә ул, хыялың зәңгәр күктә булһа ла, аяҡтарың тыуған ерҙә ныҡлы баҫып торорға тейеш».
Бына ошо урында беҙҙең шағирҙың йәнә бер аҫыл сифаты – яуаплылыҡ тураһында бәйән итеү урынлы булыр. Мәктәптә уҡып йөрөгәнендә, һигеҙенсе синыфты тамамлағайны, баш ҡаланан Р.Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡыусылар ҡабул иттеләр. Район үҙәге Иҫке Собханғолда ла имтихан алыу ойошторолдо. Рәшит Зәйнуллин һынауҙы уңышлы тотто һәм уҡыу йортона ҡабул ителде. Бынан да ҙурыраҡ бәхетте үҫмер күҙ алдына ла килтерә алмаҫ ине...
Уҡыуы яҡшы ғына бара, Рәшит шау-шыулы ҡала тормошона, яңы дуҫтарына, гимназия-интернатҡа бик тиҙ өйрәнә. Ләкин өлгөргәнлек аттестатын Өфөлә алырға тура килмәй уға. Өләсәһе ауырып түшәккә ятҡас, уға яҡыныраҡ булыу өсөн, баш ҡаланы ташлап ҡайтып китә. Был аҙымға барыуына бөгөн дә үкенмәй – бала ғына булһам да, үҙем өсөн мөһим ҡиммәттәрҙе мөһим булмағанынан айыра алғанмын икән, ти ул. Уйлап эш итеү, яуаплылыҡтан ҡурҡмау сифаттары бөгөнгө көнитмешендә лә ярҙам итә.
Мәктәпте тамамлағас, Рәшит Зәйнуллин Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Ошо осорҙа ул айырыуса дәртләнеп, илһамланып ижад итә – бәхетле студент йылдары, йәшлек, мөхәббәт... Бер мәл Рәшит ниндәйҙер ҡөҙрәтле, илаһи ынтылышта «Хыял илендә» тигән поэмаһын ижад итә. Күләмле генә ҡулъяҙманы тотоп, «Ағиҙел» журналы редакцияһына юллана. Билдәле шағирҙар – Тамара Ғәниева менән Хисмәтулла Юлдашев йәш егетте бик йылы ҡабул итә, сәй эсерәләр, уҡыуы, ижады менән ҡыҙыҡһыналар. Унан Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы поэманы ҡулына ала. Уҡый башлай һәм хис-тойғоларын тыя алмайынса, ҡысҡырып ебәрә:
– Беләһеңме, һин кем? Һин – гений!
Унан тыныслана биреп, ҡәтғи генә өҫтәп ҡуя:
– Тик был поэма түгел! Үпкәләмә, әммә яҙмаларың өҫтөндә эшләргә лә, эшләргә әле...Ләкин шуны бел, һин бик талантлы егет! Ысынлап әйтәм!
Тамара Ғәниева шиғриәткә ҡағылышлы күп мәғлүмәттәр менән бүлешә, үҙ тәжрибәһенән сығып кәңәштәр бирә. Ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй... Поэманы үҙендә ҡалдыра. Был ваҡиғанан һуң арыу уҡ ваҡыт үтә. Уҡыу һәм имтихандар тамамланып, йәйге каникул башланғас, Рәшит ата-әсәһенә ярҙамлашырға Бөрйәнгә ҡайтып китә. Бер мәл, ҡыҙыу бесән осоронда, беҙҙең геройҙың ҡулына «Шоңҡар» журналын килтереп тотторалар. Ә унда – «Хыял иле» поэмаһы! Эйе, эйе, ул инде үҙе лә онотоп бөткән әҫәре! Баҡһаң, Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы ҡулъяҙманы ташлап ҡуймаған: киреһенсә, уны эшкәртеп, урын-еренә еткереп, йәштәр өсөн баҫманың редакцияһына индереп биргән... «Күренекле шағирәнең ябай студенттың ижадына шулай иғтибар бүлгәненә бөгөн дә һоҡланам. Ә ул бит уны үтмәгән ҡулъяҙмалар араһына һелтәп ҡуйһа ла бер ни булмаҫ ине. Шул быуындың ни тиклем яуаплы һәм иғтибарлы булғанлығына миҫал был ваҡиға. Бөгөн тап ошо сифаттар етмәй кеүек беҙҙең йәмғиәткә...» – ти был хәл тураһында хәтерләп Рәшит.
Университетты тамамлағас, Рәшит Зәйнуллин республика гәзит-журналдарында эшләй, үҙен муниципаль хеҙмәттә һынап ҡарай, йүнселлек менән шөғөлләнә.
– Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, торған һайын нығыраҡ инанам: тормошомда гел яҡшы кешеләр осраны һәм ярҙам ҡулы һуҙҙы – шуның өсөн мин Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен. – Рәшит һүҙен дауам итә. – Уҡытыусыларымдан һәм остаздарымдан да ныҡ уңдым. Ышаныслы, ауыр саҡта арҡа терәрлек туғандарым һәм дуҫтарым, ярты һүҙҙән аңлаған ҡатыным бар, минең өсөн өҙөлөп торған ҡыҙым менән улым үҫеп килә. Был – иң ҙур бәхет... Фани донъялыҡтағы төп маҡсатым – бәләкәй генә аҙымдар менән хыялдарыма ынтылыу, үҙемде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, камиллашыу. Минеңсә, тормошоңдағы һәр үҙгәреште бәләкәй генә аҙымдарҙан башларға кәрәк. Иң ҙур юл да ҡасандыр кескәй генә һуҡмаҡ булған, тора-бара арба юлына әүерелгән, шунан һуң ғына трасса дәрәжәһенә еткән. Шуның кеүек, көсөңдән килгәнде яйлап ҡына эшләйһең дә эшләйһең һәм үҙеңде арбаған маҡсатҡа өлгәшеүеңә өмөт итәһең. Мең саҡырымға һуҙылған юл да бәләкәй аҙымдан башлана, тигән бит бер аҡыл эйәһе. Тағы ла шул – әгәр тормошта ниндәй ҙә булһа уңышҡа өлгәшкәнмен икән – яратҡан ғаиләм, уңышлы эшем, тоғро дуҫтарым бар икән – тәү сиратта мин атайым менән әсәйемә бурыслы.
Бәхет асҡыстары – үҙ ҡулыңда,
Тут төшмәһен, улым, балҡыһын!
Алтын ғына ҡулың, саф йөрәгең
Һибеп торһон һәр саҡ яҡтыһын!...
Был юлдар Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы, журналист, шағир Рәшит Зәйнуллинға әсәһенең шиғри теләге, изге фатихаһы. Уға нимәлер өҫтәүе ҡыйын. Хәйер, кәрәкмәй ҙә...