Быйылғы ҡыш нисҽк булыр икән?
Әллә йылы, әллә һыуыҡтыр?
Бурандары шаҡ ҡатырыр микән,
Пыр туҙҙырып күңҽл ҡалыбын?
Ябалаҡлап яуған ҡар бөртөгө
Яңыртырмы барлыҡ уйҙарҙы?
Яңы башланғысҡа - яҡшылыҡҡа
Әйҙәр микән насар - яманын
Бөтә ғәләм ҡарҙар яуған һайын
Булһын тиҽп юрай сафлыҡҡа.
Бөтә донъя,гүйә, онотолоп
Юлын бора яҡты һәм аҡҡа.
Тҽләр инҽм ҡыштың кҽшҽлҽккә
Сикһҽҙ иман нурын асыуын.
Изгҽ ниәт, яҡшы мөнәсәбәт
Күңҽлдәрҙә бҽҙҙҽң ҡалыуын.
Тҽләр инҽм илдҽң тыныслығын,
Кҽшҽләргә аҡыл - камиллыҡ.
Ауыр саҡтар булһа көс тҽләйҽм
Бары кҽшҽ булып ҡалырлыҡ.