Шал* – (шәл – диал.:Ред.).
Кеше ҡайһы ерҙә генә йәшәмәһен, Аллаһ Тәғәлә уға тормош көтөргә, шул ерҙә йәшәү сығанағы табырға мөмкинселек бирә. Тик изге уйың һәм хеҙмәт итергә теләгең булһын.
Ейәнсура яғында ауыл халҡының йәшәү сығанағы булып күп осраҡта йорт хайуандары тора. Был яҙмала иң ҡәҙерле, иң изгелекле хайуан – кәзә тураһында бәйән иткем килә. Беҙҙең яҡ халҡының һәм үҙемдең яҙмышым кәзәгә тығыҙ бәйле булмаһа, тормошобоҙ нисек булыр ине икән? Бала сағым, үҫмер, йәшлек йылдарым улай уҡ бәхетле, кейемле, туҡ булып иҫтә ҡалмаҫ ине, тип уйлайым.
Ғаиләләге ете баланы ашатып-кейендерер, уҡытыр өсөн, әлбиттә, хөкүмәт түләгән бәләкәй генә хеҙмәт хаҡы, нисек кенә һуҙып-ҡыҫып тотһаң да, етмәҫ ине. Ул йылдарҙа тамағыбыҙҙы – туҡ, өҫтөбөҙҙө – бөтөн, беҙҙе белемле иткән кәзә малы булды. Дебетте аҡсаға әйләндереп көн күргәнбеҙ. Ялҡауҙар йә булмаһа күҙҙәре насар күргәндәр генә шал бәйләмәне ул йылдарҙа, үҙе кәзә аҫрай алмаған кешегә дебет һатып алып бәйләргә мөмкинлек бар ине.
Әлеге ваҡытта мин йәшәп, тормош көтөп ятҡан яҡта дебетте “мамыҡ” тиҙәр. Был яҡта бары тик һөт кәзәләрен генә аҫырайҙар. Улар барыһы ла аҡ төҫтә. Бер генә лә беҙҙең яҡтағы кеүек дебет кәзәләрен күргәнем юҡ. Шуның өсөн ошо мал тураһында һүҙ сыҡһа, үҙебеҙҙең яҡ кәзәләренең ниндәй төҫтә, нимә өсөн аҫырағаныбыҙҙы тәфсирләп аңлатам. Болот һымаҡ тауҙы ҡаплап йөрөгән көтөүҙе бөтөнләй күҙаллай алмайҙар. Кәзәләрҙең беҙҙең тормошта тотҡан роле тураһында һөйләйем: тешле тараҡ менән малҡайҙарҙы тарағаныбыҙҙы, дебет һуғыуыбыҙҙы, иләүебеҙҙе, сиратыуыбыҙҙы... Күптәргә был бик тә мәшәҡәтле эш булып күренә. Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡалаһына ебәреп, шалдың уртаһын, ә ситтәрен үҙебеҙ бәйләүебеҙ тураһында бик ҡыҙыҡһынып тыңлайҙар. Ситтәрен ҡарамайынса, бармаҡ һиҙемләүе менән бәйләүебеҙ иһә күптәр өсөн ышанмаҫлыҡ хәл. Кешеләр ҡыҙыҡһынып китә, беҙҙең яҡтың шалын күргеләре, ябынғылары килә башлай...
Егерме йыл тирәһе элек эштә шал тураһында һүҙ сыҡты ла беҙҙең яҡ шалының ябыныуға йомшаҡ булыуын, һыҙлаған ерҙең ауыртыуы баҫылыуын, иҫ киткес йылылығын һөйләп бирҙем. Бер хеҙмәттәш ифрат ҡыҙығып китте: “Алып кил әле, һатып алам, ябынып ҡарайым”, – тип заказ бирҙе.
Йәйгеһен Биштирәккә ҡайтҡас, уртансы ағайым Зөфәрҙең ҡатыны Эльмира еңгәйҙән күлдәй ҙур итеп бәйләнгәнен алып килдем. Ул ҡара, матур һәм ҡабара башлағайны. “Әҙерәк аҫтыма түшәп ятып ҡабарттым да әле”, – тине еңгәй.
Беҙ ҙә шулай ҡабарта инек. Әнейем уртаһын Ҡыуандыҡтан бәйләтеп алып ҡайтыуға беҙ ситтәрен бәйләп ҡуя торғайныҡ. Ситтәрен ҡушыу менән генә эше бөтмәй – ҡабартырға кәрәк. Ҡабармаһа, баҙарҙа һатып алыусылар хаҡын ныҡ төшөрә, шуға әнейем шалдарҙы аҫтыбыҙға түшәй ине. Бер нисә көн ул шал өҫтөндә ятыу бик рәхәт түгел, сөнки ҡыллыраҡ дебеттән бәйләнгәне сәнсә, ҡысындыра. Ҡабара башлағас, һиҙелмәй. Оҙаҡ түшәп ятырға ла ярамай. Бөтәрләнә. Әҙерәк күтәрелә башлаһа, йомшарып, рәхәт була башлағас ҡына алына. Шунан ауыҙға һыу уртлап, шалға бөркә-бөркә һелкеп, ҡыш көндәрендә йомшаҡ ҡар өҫтөндә ауната-ауната тағы ла ҡабартаһың да – шал әҙер. Артабан инде ул Ҡыуандыҡҡа юл тота, унда бик ҙур баҙар бар ине. Сегәндәр күп һатып алған һымаҡ иҫтә ҡалған. Алданыусылар ҙа бар ине уларҙан. Ейәнсураның бөтөн уңған, булдыҡлы ҡатындары шунда шал һатырға бара ине. Ҡыуандыҡтан ул шалдар тоҡ-тоҡ онға, көнбағыш майына, һауыт-һауыт повидлоға (ул повидло шул хәтлем тәмле һәм ысын ине; шул саҡтың тәмен тойғом килеп, бер-ике тапҡыр повидло һатып алдым, крахмал тәме генә тиерлек), матур яңы кейемдәргә һәм башҡа көнкүреш тауарҙарына әйләнеп ҡайта ине.
Шулай итеп, одеялдан аҙ ғына бәләкәйерәк шалды алып килеп, бергә эшләгән ҡатынға һаттым. Оҙаҡламай үҙем торған ергә яҡыныраҡ бүтән мәктәпкә эшкә күстем. Юлдарыбыҙ айырылды. Шалым оҡшанымы-юҡмы, белеп тә өлгөрмәнем тиерлек. Хәйер, матурлығы, ҙурлығы бик оҡшағайны – мин бит йәй алып килдем. Ә шалды һынар өсөн ҡыштың сатлама һыуығы кәрәк.
Тау менән тау ғына осрашмай... Уҙған йәй ул ҡатынды урамда осраттым. Шунда инде үҙебеҙҙең яҡ шалының артабанғы тарихын ишеттем, уның өсөн ғорурланып бөтә алманым. Ул мине яҡын туғанын осратҡандай ҡыуанды. Сәбәбе – әлеге лә баяғы ҡасандыр минән һатып алған Ейәнсура шалы ине.
– Эй, һине күреп, шул шалың өсөн рәхмәт әйтермен тигәйнем! Белһәң икән нисек рәхәтләнгәнемде, ҡәҙерләп кенә ябындым. Уның йылылығы! Ысынлап дөрөҫ әйткәнһең, уны ябынһаң, тәнгә рәхәт булып китә. Бил һыҙлаһа, билгә урайым, аяҡтар һыҙлаһа, аяҡтарға ябам, тән яҙылып, йомшарып китә. Муйынға һалып ҡуйһаң, баш ауыртыуы ла баҫыла. Ә нисек һаҡлап тоттом! Ҡыш бөтөүгә, аҙ ғына шампунь һалып, йылымса һыуҙа йыуам, аш һеркәһе ҡушып сайҡайым, урамда елләтеп киптерәм. Шунан, көйәгә ҡаршы берәй сара хаҡында ла онотмайынса, өс литрлы банкаға һалып, ауыҙын бер-ике ҡат марля менән бәйләп ҡуям. Ҡоро урында һаҡлайым, көҙ көнө алып, һелкеп кенә ебәрәһең, – тине ул.
Мин йылмайып ҡуйҙым ошо ерҙә. Беҙҙең ул шалдарҙы әрһеҙләп ябынғаныбыҙ, бер ваҡытта ла өс литрлы банкаға һалып һаҡламағаныбыҙ иҫемә төштө лә ҡыҙыҡ булып китте. Һаҡлар инең дә, әгәр улар бер-ике бөртөк булһа. Ә бит аҙнаһына бер нисә шал бәйләй инек. Мин аптырап был ҡатындан һорай ҡуйҙым:
– Әллә һаман да иҫәнме шал? Ни тиклем һаҡлаһаң да, әйбер туҙа инде.
– Хәҙер инде мамығы аҙ ҡалды, ҡойолоп бөттө, ләкин һаман да йылы. Йә аяҡҡа, йә билгә бәйләйем. Ул туҙа башлағас, Волгоград яғы мамығынан бәйләнгән бик матур, йылҡылдап торған оҙон мамыҡлы шал алғайным. Их, һеҙҙең яҡтың шалына етмәне. Йылыһы бар, ләкин һөйәккә тиклем үтмәй, нисектер иретеп, тәнде яҙып ебәрмәй. Мамығы ла яһалма кеүек, ялтырый. Ҡупырайып берәй ергә ябынып барһаң ғына. Ҡартайған көнөмдә һеҙҙең яҡтың шалын тағы берҙе алайым тип, һинең турала уйлай инем, осрашып ҡайһылай һәйбәт булды! Алып кил әле мөмкинлек сыҡҡанда, – тине танышым.
Мин бына шундай данлыҡлы, йылы, шифалы шал төбәгенән булғаныма бик ҡыуандым. Шал ғына булһа ла, беҙҙең яҡҡа бәйле әйбер миндә ғорурлыҡ хисе уятты. Эй, ғәзиз тыуған яҡ! Күпме изгелегең тейгән һинең! Ысынлап, төптән уйлаһаң, тормошобоҙҙо етеш итеп йәшәттереүсе шул кәзә малы булған. Уны тәрбиәләргә йыбанмаған, үрсеткән, дебетен эшкәртеп, шал итеп бәйләп, аҡсаһын беҙгә тотонған уңған әтей-әнейҙәр булған өсөн рәхмәт. Башҡа ла ябындыҡ, бейәләй-ойоҡбаш итеп тә кейҙек, кофта-свитерҙар ҙа бәйләнек. Әнейҙәр бер-береһенә өмәгә йөрөнө, һуҡты, иләне. Ә беҙ, биҙәктәрен ҡабатламаҫҡа тырышып, төрлө-төрлөнө һалып, ярыша-ярыша ситтәрен бәйләп инек. Бала сағымдың кәзәгә бәйле йылы хәтирәләре, дебет шал кеүек, күңелде йылытып, тәнде яҙып, йәшәү көсө биреп тора.