Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
22 Января 2021, 12:20

БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН БИК КҮП КӘРӘК

(Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...Р.Тойғон)Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,Башҡорт булыу үтә яуаплы.Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,Башҡорт булыуҙары сауаплы.Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп,Башҡорт булып етлекмәгәндәр.Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙКүп кисергән, күпте күргәндәр...Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөнҠайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!Башҡорт булыу үҙе изге бурыс –Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ,Урал батыр һымаҡ, Урал иленГөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!#Ватандаш#ВатандашЖурналы

(Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй...
Р.Тойғон)

Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы.

Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп,
Башҡорт булып етлекмәгәндәр.
Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ
Күп кисергән, күпте күргәндәр...

Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!

Башҡорт булыу үҙе изге бурыс –
Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ,
Урал батыр һымаҡ, Урал илен
Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!

#Ватандаш
#ВатандашЖурналы
Читайте нас: