Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Января 2021, 11:30
1

Шөкөр итәм!

Уянам да, шөкөр итәмОшо көн яҡтыһына,Осҡон булып ҡына һыҙғанШул өмөт сатҡыһына.Уянам да, шөкөр итәмЯтҡан-торған еренә,Алып ейәр ризығына,Булғандың һәр беренә.Шөкөр итәм, ХоҙайымдыңБиргән балаларына.Юл йөрөткән юлдарына,Ауыл-ҡалаларына.Һалған аҡыл-зиһененә,Көсө, дәрте, хисенә,Йөҙ мәшәҡәтле көнөнә,Арып ҡайтыр кисенә......Сәй артында ҡыҙым менәнСөкөр-сөкөр...Шулай ғына йәшәүҙәргәШөкөр. Шөкөр!

Уянам да, шөкөр итәм
Ошо көн яҡтыһына,
Осҡон булып ҡына һыҙған
Шул өмөт сатҡыһына.

Уянам да, шөкөр итәм
Ятҡан-торған еренә,
Алып ейәр ризығына,
Булғандың һәр беренә.

Шөкөр итәм, Хоҙайымдың
Биргән балаларына.
Юл йөрөткән юлдарына,
Ауыл-ҡалаларына.

Һалған аҡыл-зиһененә,
Көсө, дәрте, хисенә,
Йөҙ мәшәҡәтле көнөнә,
Арып ҡайтыр кисенә...

...Сәй артында ҡыҙым менән
Сөкөр-сөкөр...
Шулай ғына йәшәүҙәргә
Шөкөр. Шөкөр!

Читайте нас