Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Января 2021, 13:30

Ҡышҡы урман

Урман шаулай...Көйгә һалғанМосафир ел таҡмаҡтарын.Ә аҡ моңдар мамыҡ булып,Ҡаплаған сер-һуҡмаҡтарын.

Бар ағастар,фәрештәләй,
Гел ап-аҡҡа сорналғандар.
Керпектәрен түбән эйеп
Нимә уйлай торғандарҙыр?

Шул аҡ моңдар,тирбәлешеп,
Хистәремде уяттылар.
Мәғрүр имән -уйландырһа,
Аҡ ҡайындар-йылмайттылар.

Ҡышҡы урман-аҡҡоштары
Йөҙөп йөрөгән тәрән күлдәй...
Тыуған ерем!
Ҡөҙрәтең киң-
Һалҡындар ҙа сихри һиндә!

Читайте нас: