

(Романдан өҙөк)
Беренсе бүлек
Мәнәүез ауылы Аксаков тимер юлы станцияһын район үҙәге Бишбүләк менән тоташтырған оло юлдан ситтә ултыра. Бейек көрт артында Тимофеевтарҙың ҙур өйө ҡарайып күренә. Мөрйәнән сыҡҡан еңелсә төтөн, еҫе танауға килеп бәрелмәҫ борон уҡ, бешкән аш, ҡайнар самауыр һәм өҫтәл әҙерләп мәж килгән йомарт хужабикәне күҙ алдына килтерә. Һирәк кәртә аша ялпаҡ ҡыйыҡлы аласыҡ, ситән һарай ҙа абайлана. Таштан һалынған ныҡлы келәт иһә был йортта етеш тормош хөкөм һөрөүенә ишара. Ҙур бина, һарайҙан ишетелгән һарыҡтар баҡырыуы – барыһы ла хужалыҡлы һәм хәстәрлекле кешеләр йәшәүен иҫбатлап тора бында.
Март ҡояшы ирегән тәҙрә быялалары аша күңелле ҡарай. Йортта утыҙ йәштәр тирәһендәге йәш ҡатын ике йәшлек балаһын имеҙеп ултыра ине, ишектән ҡобараһы осҡан бикәсе Рәйсә атылып инде:
– Уй, Әлтүк, бәлә! Ой, ниҙәр генә булыр?..
– Нимә унда тағы?
– Халыҡты Себер һөрәләр! Кураков командаһы менән ҡотора. Хатта бала-саға, ҡарт-ҡороно ла йәлләмәйҙәр, хоҙайым…
– Ул иманһыҙҙан яҡшылыҡ көтмә. Атайымдарҙы егерме һигеҙенсе йылда бер нәмәһеҙ ҡалдырҙылар… Ағайым улар арҡаһында әллә ҡайҙа ҡасып йөрөй…
– Һеҙгә киттеләр, – тине бикәсе, – нишләтерҙәр инде?..
– Хисапланмаған иҫәптәре ҡалғандыр. Атайымдың байлығы тамаҡтарына һөйәк булып торған бит…
Рәйсә шыбырҙауға күсте, әйтерһең дә, өйҙә уларҙы тыңлаусы сит ҡолаҡ бар:
– Әгәр беҙҙең Микәй тырышмаһа, беҙҙе лә ҡыуырҙар ине! Ул, башы етеп, беҙҙе колхозға көсләп яҙҙырып өлгөрҙө. Фамилияны ла үҙгәрттерҙе. Күрәҙәсе инде!..
Әлтүк имеп туйған ҡыҙы Еляны ипләп кенә бишеккә һалды. Буялған һарыҡ тиреһенән тегелгән һарғылт тунын кейеп, ҡалын шаҡмаҡ шәлен ураған арала аш бүлмәһендә булашҡан өлкән ҡыҙына өндәште:
– Полина, һеңлеңде ҡарап тор!..
Ливановтарҙың бейек ҡапҡаһы алдында Әлтүк туҡтап ҡалды: эстән Аграфенаның – Ливаниханың өлкән килененең ҡысҡырып илауы ишетелә ине. Ливаниха үҙе ҡалын толопҡа уранып санала ултыра, уға ҡурҡышҡан ейәнсәрҙәре һырыҡҡан һәм шым ғына мышнайҙар. Ҡарсыҡ эргә-тирәһендә мәж килгән ауылдаштарына яндырып ҡарай, ә эркелешкән күршеләре яңы власть вәкилдәренең барыһы ла ҡурҡҡан ҡеүәтле сихырсы әбейҙең донъяһын туҙҙырыуын ҡыҙыҡһынып тамаша ҡыла. Барыһынан да бигерәк ауылда беренсе большевик һаналған Ефим Кураков тырыша.
– Совет власын алдарға итәһеңме? Ике тун кейеп алған!
– Ҡомһоҙҙар! Себерҙә үлерһегеҙ!
– Ванька! Семен! Һеҙ бында үҙегеҙ, ә мин ары киттем!
– Сис туныңды, албаҫты ҡортҡа! – Сәүкәгә оҡшаш суҡыш моронло, ҡараҡас Семен Потемкин ҡатындың өҫтөн һалдыра, ә тамашасы халыҡ геү килә:
– Сихыр менән булыштымы? Булышты! Кеше аҙҙырҙымы? Аҙҙырҙы! Бына, ал инде яуабын!
Ҡапыл Ливаниха санала тороп баҫты һәм Потемкиндың ҡәнәғәт йөҙөнә ласҡылдатып төкөрҙө:
– Иң тәүҙә һин, Иблес, тамуҡта янасаҡһың! – Ул Семканың ябыҡ күкрәгенә төрттө. – Ҡарғышым һиңә! Бөтә тоҡомоңа!
Семка сайҡалып китте, бишмәт еңе менән лайлалы битен ышҡыны. «Шайтан албаҫты!» – тип әбейгә һелтәнде һәм уның тишерҙәй ҡарашына төртөлөп, хәлһеҙ ҡулдары һәленеп төштө. Ауылдың беренсе комсомолецы, ул бала саҡтан уҡ Ливаниханың аңлайышһыҙ ҡөҙрәтенең тәьҫирен аңына һеңдергәйне инде. Үҙенең көсһөҙлөгөнән һәм ташып килгән асыуынан ярһып, ул хырылдап ҡысҡырҙы:
– Был маңҡаларҙы ла сисендерегеҙ! Йөҙ ҡат кейенгәндәр!
– Власты алдамаҡсылар! Йылан ояһы! – тип геүләне халыҡ. Санаға ҡан һауған күҙле, әзмәүерҙәй Ванька Силин һикереп менде һәм Потемкинға ярҙамлашып ҡыҙҙарҙы сисендерергә кереште. Уларҙың өлкәне, ун ете йәштәр самаһындағыһы, һыуыҡтан һәм оятынан ҡалтыранып, шым ғына инәлде:
– Мин үҙем… Үҙем…
Халыҡ яңы хакимдарҙың ҡыланышын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ливаниха ейәнсәрҙәрен кәүҙәһе менән ышыҡлап, Потемкинға йәнә янаны:
– Теймә балаларға, хәстрүш! Һиңә лә яуап көнө етер! Төрмәлә серемәгәнеңә үкенерһең! Тереләй янырһың! Ә һин серерһең! – тип ул Ванька Силинға ла ҡысҡырҙы. – Һәр береһе йөҙөңә төкөрөп үтер! Көн һайын мине иҫкә алырһың! Иманһыҙ әүермән!..
Әлтүкте аңлайышһыҙ шом баҫты. Ул алға йүгерҙе. Сәйер тамашасыларҙы йырып сығып, ихатаға үтте. Яланбаш атаһы башын эйеп өй алдында тора, еҙ мыйығында ҡояш нурҙары йымылдай, алтынһыу сәстәрен ел туҙҙыра. Уның кәүҙәһен оҙон туны аҫҡа баҫҡан һымаҡ. Алексей ҡыҙына ғәйепле ҡарашын төбәне. Әсәһе Марфа ҡурҡышынан ҡатып ҡалған. Ул тун тышынан шаҡмаҡ шәлгә уранып, ҙур мендәр ҡосаҡлаған, гүйә, тап шул мендәрҙә уларҙың ире менән бөтә тормошо: ер, хужалыҡ, йорт, мал-тыуар; уларҙың бик боронғо ырыуының байлығы һәм көсө тупланған. Башында тик бер генә уй – мендәрҙе ҡыҙына биреп өлгөрөргә!..
Кураков ярһып Георгий тәреләрен тапай:
– Бөттө һинең заманың, стражник [1]! Батшаға хеҙмәт иттеңме? Иттең! Тәре тағып йөрөнөңмө?
– Ә улар ғүмер баҡый бал-майҙа ғына йөҙҙөләр! – тип ҡысҡырҙы кемдер халыҡ араһынан.
– Тимәк, халыҡ дошмандары! Ҡасҡын улың да һинең – халыҡ дошманы! Ҡасып өлгөрҙө бит, дошман, танау төбөнән!
Йыйылған халыҡ дәррәү хуплап геү килде:
– Иртәнән кискә тиклем аттарында сабыулап тик йөрөнө! Аксаков – Бәләбәй! Бәләбәй – Аксаков!
– Кулак! Аҡсаны көрәк менән сумырғас ней!..
– Берәүҙең алашаһы ла юҡ, ә был аттарҙы төҫөнә ҡарап һайлап, таҫмалар менән суҡлап…
– Маҡтансыҡ! Аяғүрә баҫып, күкрәген киреп, пар аттарҙа, күҙен алартып!..
– Сабыштарҙа кем беренсе? Савелий! Ауылда кемдең юртаҡтары иң шәбе? Уныҡы!
– Ҡыңғырау доңғорҙары менән бөтә ауылды яңғыратып!..
– Етмәһә, дөңгөр, һорнайҙар кәрәк уға! Бөтәһе лә күрһен, ишетһен, көнләшһен!..
* * *
Бәләкәй кәүҙәле, күренекһеҙ генә Кураков Ефим ана шул көнләшеүселәрҙең береһе ине. Оҙон буйлы, күркәм Савелий матур Акулинушкаһын ҡиммәтле тунға урап бәрхәт менән тышланған санаға ултыртҡанда ул асыуынан тырнаҡтарын сәйнәп, тештәрен шығырҙатты. Ҡомһоҙ күҙҙәре һылыу Акулинаны ҡапшай, ә уныһы иркәләп ҡарап, иренең сәстәренән һыйпай. Ефим да уның хәләле урынында булырға теләр ине. Савелийҙың өйө ҡәлғәләй, аранда орлов тоҡомло юртаҡтар тора. Ә Ефимдың өйө лә аласыҡтай, ҡатыны ла сибек кенә!
Кураков үс алыу ниәтен күңелендә оҙаҡ йөрөттө. Ниһайәт, сәғәте һуҡты. Потемкин менән Силкин ярҙамында шикәйәт яҙып, шымаҡай ғына Ульканы өркөтөп, ҡултамғаһын алыу тап уның башына килде. Йәнәһе, ул, етем байғош, көнө-төнө бай ағаһына һәм уның кулак улына хеҙмәт иткән!
1921 йылғы аслыҡта етем ҡалған һеңлеһен Алексей Даниловтың үҙенә алып, ҡыҙы һымаҡ тәрбиәләүе хаҡында ауылда барыһына ла мәғлүм ине былай.
– Әйт, стражник, Савелий алтынын ҡайҙа йәшерҙе?! – тип ярһып екеренде Кураков.
– Белмәйем алтынын…
– Беҙ уны ер аҫтынан да табасаҡбыҙ! Ҡулыбыҙ оҙон беҙҙең. Ҡатыны ла ҡотола алмаҫ! Ул алып ҡасҡандыр алтынын, – власть әһеле тәмәке төрә башланы. Нишләйһең, Акулина тәки уға тәтемәне. Ҡаты өрөк булып сыҡты уныһы. Балаларын тартып алып, үҙен ағас ҡырҡырға оҙатыу менән янау ҙа ярҙам итмәне. Ул, хәйерһеҙең, сабыйҙарын алып төндә ҡасып ҡотолдо. Мөлкәтен арбаға тейәп, күрше районға сығып киткән, ә унда Ефимканың көсө етмәй. Асыуынан ҡалған йорттарын һатыуға сығарып ҡуйып, үсен ҡандырғандай булды.
– Беҙ кулак нәҫелен тамырынан ҡоротасаҡбыҙ! Ә һин, стражник, Себергә һөрмәүҙәренә ҡыуан! Бында өй һал, әйҙә. Тик артыҡ тырышма!
– Кураков серек тештәрен ыржайтып көлдө, – юғиһә тағы раскулачивать итербеҙ!
Әлтүк ата-әсәһен тәүге тапҡыр ошондай меҫкен хәлдә күрә. Атаһы, ҡаһарман офицер, һәр ваҡыт көслө һәм аҡыллы кеше, ошо ырғандаҡтарҙы бер нәмә эшләтә алмай!.. Ул ирекһеҙҙән һыңҡылдап ҡуйҙы һәм йөҙөн әсәһенең яурынына терәне:
– Кисер мине, әсәй!..
Ҡалтыранған Марфа, хушлашҡан һымаҡ, уға мендәрҙе тотторҙо:
– Һаҡла, ҡыҙым. Ошонда беҙҙең тоҡомдоң бөтә көсө!
Һаҡ ҡына ҡулына алған мендәрҙе Әлтүк ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты. Унан аңҡыған ниндәйҙер сәйер көс ҡатынды шау-гөр килешкән халыҡтан айырып, юғарыраҡ күтәргәндәй ине. Ул ҡапыл ғына үҙендә ышаныс һәм тыныслыҡ тойҙо. Бахыр был кешеләрҙә уның бер эше лә юҡ. Уларҙан күпкә өҫтөнөрәк ине ҡатын.
– Бер нәмәләрен дә алма! – Ферманан йүгереп килгән Микәй ҡатынын тыйырға ашыҡты. – Һине лә Себергә ебәреүҙәрен теләйһеңме?
Яңы властан зыян күреп өлгөргән Микәй һағыраҡ ҡылана. Зубков тигән билдәле фамилия йөрөткән ауылдаштарына уның бай туғандары тураһында ҡысҡырып тора. Улар заманында, 1750–70 йылдарҙа был яҡҡа Ҡазан тарафтарынан килеп сыҡҡан. Үҙенсәлекле Ҡазан һөйләшенән хатта уларҙың артабанғы вариҫтары ла ҡотола алмай әле. Ҡазанда һәм уның эргә-тирәһендә халыҡ күбәйеп киткәс, ерҙәр наҡыҫая башлай. Ә башҡорт ерҙәре иркен була, бында халыҡ мал үрсетеп, күсмә тормошта ирәйеп көн
итә. Сыуаш күскенселәре уларҙың буш ятҡан ерҙәрен һатып ала. Зубковтар йәйен-ҡышын бил яҙмай эшләй, ҡыҙыу осорҙарҙа башҡорт-татарҙы ла яллайҙар. Шулай итеп тиҙ арала байып китәләр, үҙҙәренең кибеттәрен асып, тирмән ҡоралар. Молотилка, веялка, ярма ярғыс, йөн иләгес, быйма, кейеҙ баҫыу цехы ла була. Революциянан һуң бөтә мөлкәттәре тартып алына. Микәй үҙе алданыраҡ мөрәжәғәт итеп, фамилияһын алыштырып өлгөрә, олатаһының исеме буйынса Тимофеев булып китә. 1930 йылдарҙа
колхоздар ойошторола башлағас, унда ла яҙыла. Бөтә туғандарын да шулай итергә өгөтләй. Ҡайныһын да елгә ҡаршы төкөрмәҫкә, ә яңы власть ыңғайына торорға ышандырырға тырыша. Тик ҡартлас кисәге ялҡау һәм эшлекһеҙҙәргә буйһонорға теләмәй. Хәҙер бына мөлкәтһеҙ тороп ҡалды. Даниловтар нәҫеле менән ғорур халыҡ. Улар барыһына ла өҫтәнерәк ҡарап йәшәне. Уны – Никифор Зубковты ла ҡыҙҙарына лайыҡ кейәү түгел тип һананылар...
Күршеләренең күмәк ләшеп ҡапҡа бағанаһын йолҡоп алырға маташыуҙарын Әлтүк әсенеп күҙәтте. Ҡыңғырау раузалар менән биҙәлгән был тимер ҡапҡа уларҙың ғаиләһенең ҡәлғә билдәһе һымаҡ була торғайны. Ҡыңғырауҙар әрнеп зыңланы, ҡатын уларға ярҙамға ташланып, вәхши бәндәне боғаҙларға әҙер ине!
Ауыл халҡының ҡыуанысына, тартып алынған мөлкәтте һатыуҙы ошонда уҡ ойошторҙолар. Кулактарҙың әйберҙәре бик арзан хаҡҡа тәҡдим ителә. Алексейҙың өйөн Тарас Кузнецов бушлай тиерлек һатып алды. Мал-тыуарҙы шунда уҡ күрше-күлән бүлеште. Ауылдаштар өй эсендә темеҫкенеп, юрған-мендәрҙәрҙе, келәм-балаҫтарҙы ҡараны, кейемдәрҙе үлсәне, көҙгө алдында өйөрөлдө. Яңы актив һаналған яшыҡ ҡына Маруся, үҙен әллә кемдәй тойоп, өҫтөндәге ҡулдан тегелгән иҫке бишмәтте нимәгә алыштырырға белмәй бөтөрөндө. Марфаның кейем-һалымы бик күп һәм бик затлы ине шул.
– Ҡаҙ йөнөмө? Бир бында, мин алам! – Маруся Марфа ҡулынан мендәрҙе йолҡоп алды. – Ғүмер буйы ошондайҙа ятып йоҡларға хыяллана инем! – Мендәрҙе ҡосаҡлап, ул асыҡ һандыҡҡа ашыҡты. Ҡалған ҡатын-ҡыҙҙы төрткөләп, ҡабаланып туҡымаларҙа соҡсондо, ниһайәт, биҙәүестәр һаҡланған төйөнсөктө һәрмәне. Ярлылыҡта үҫкән Марусяның баҡыр балдағы ла булманы. Хәҙер бына ул ҡиммәтле хушпуны [2] бик арзанға һатып ала! Бушлай тиерлек! Саф көмөштән! Уның өйөндәге һандығында бығаса кулак йорттарынан тартып алынған ике хушпу ята инде. Үҙе бер ҡат кейем менән кейәүгә сыҡҡайны, ә ҡыҙҙарының байбисәләй бирнәһе буласаҡ! Тырышасаҡ ул! Маруся хәреф таный, шул арҡала идараға эләкте, бөтә йыйылыштарҙа ла уның тауышы көр яңғырай. Ҡатын-ҡыҙ өйҙә ултырырға тейеш түгел, ә яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға бурыслы, тигән яңғырауыҡлы өгөттәр менән йөрөнө ул.
***
Яңы тормошҡа ҡарттар бер ҡат кейемдә сығып китте. Ҡыҙҙарына һүҙ теймәһен өсөн, улар яңы власть менән араны боҙмаҫҡа тырышты. Алтмыш алты йәшлек Алексей Данилов менән уның етмеш йәшлек ҡатыны Марфа, күрше Светловка ауылына барып, ҡасҡалаҡ улдары Савелийҙың мунсаһында йәшәй башланы.
Оҙон йоҡоһоҙ төндәрен стражник бөтә тормошон хәтеренән үткәрер булды. Һалам түшәктә әйләнә-тулғана, ул үҙҙәрен мәсхәрәләп ҡыуып сығарған март көнөн әллә нисә тапҡыр күҙ ал дына баҫтырҙы. Яңы тәртиптәрҙе ҡабул итеп, улар менән һис килешә алмай ине Алексей. Йәне көйөп, Марфаға һөйләнде:
– Ошо хәлгә тиклем йәшәрмен тип уйламағайным! Ялҡауҙар етәксе булып китте. Ас тамаҡтар хәҙер – герой! Әйт әле, Марфа, әллә мин Хоҙай ҡанундарын боҙоп йәшәнемме? Әллә кеше закондарын тотманыммы? Урлашманым мин! Үлтермәнем дә! Һатманым! Бил яҙмай эшләнем, ә был әтрәгәләмдәр мине кулакка сығарҙы. Улыбыҙға тотош һунар астылар. Халыҡ дошманы яһанылар!
– Кешеме ни улар? Акулинабыҙҙы балалары менән урамға ҡыуып сығарҙылар бит! Ауырлы тип тә ҡарап торманылар! – тип килеште бойоҡ Марфа. Башынан үткәндәрҙән һуң ул бөтөнләй йәшәү көсөнән яҙғайны. Кешеләрҙән һыуынып, дөрөҫлөк барлығына ышанысы һүнгән уның. Ярай, Алексей менән уның ғүмере үткән дә, ти. Ә бына Әлтүк менән Савелий? Уларҙың ни ғәйебе бар?
– Барыһына ла Кураков ғәйепле. Намыҫлы кешене хәйерсе итте. Беҙҙең Савелий эштән ҡурҡманы. Үҙ ҡулдары менән ат һарайы төҙөп, тоҡомло арғымаҡтар һатып алды!
– Алай ҙа Микәй колхозға яҙылып өлгөрҙө. Фамилияһын үҙгәртте. Ғаиләһен һаҡлап ҡалды. Был бушбоғаҙҙарҙы алданы ул. Хәҙер уға яҡын килә алмаҫтар.
– Улар минең йортомдо, атымды тартып алырҙар, ләкин намыҫыма һәм ғорурлығыма йоғона алмаҫтар!
Колхоз ҡаҙанындағы бер ҡалаҡ бутҡа хаҡына Алексей Данилов бушбоғаҙ хәйерселәр, эт ялҡауҙары ал дында башын эймәҫ! Үлем ҡурҡынысы алдында ла ул был Кураков-Потемкиндар яҡлы булмаясаҡ – улар бит был донъяла ҡулдары менән бер йүнле эш башҡармаған, аҡылһыҙ баштарына бер ниндәй уй килмәгән! Тамаҡ ярып ҡысҡырырға ғына һәләтлеләр! Һәй, ул бит был яңы ырғандаҡтарҙың төшөнә лә инмәгән аҡса менән эш итте, ниндәй ҙур эштәр башҡарҙы! Бай йәшәнеләр, һүҙ юҡ. Келәттәре игендән һығылып торҙо. Арандары тулы – йылҡы малы. Өсәрләп егелгән орлов юртаҡтары менән генә йөрөнө. Ырымбур өйәҙе стражнигы Даниловта сауҙагәрлек барымы көслө ине: ул бойҙай орлоғо һәм юғары сифатлы он менән сауҙа итте. Уның өсөн бойҙайҙы Ырымбурҙа сәсеп үҫтерҙеләр, сөнки бында, Башҡортостанда, арыш ҡына яҡшы уңа торғайны. Иртә яҙҙа стражник орлоҡ бойҙайын Ырымбурға алып барып, унда сәстереп үҫтереп ала, хеҙмәтселәренә яҡшы түләй. Ондо ул Бәләбәйҙә һатты. Өйөнә ҡиммәтле тауарҙар ташыны. Марфушкаһы бындай көндәрҙә тәмле ҡаластар бешерҙе. Оҙон кистәрҙә туҡып-сигеп ултырмаһа ла, ҡатынын яратты Алексей: ул ире юҡта бөтә хужалыҡ эштәрен бер үҙе алып бара, балаларҙы ла ҡарай, ер һөрә, сәсә һәм ура. Һәр эште еренә еткереп эшләй белә. Бер мәл Марфа көлтәләр ташый ине. Парлап егелгән аттар өркөп сабып китә һәм рыдуан арбаһын ватып ҡуя. Ҡатын төнө буйы арбаны йүнәтеү менән булыша. Таңға арба әҙер була һәм эш дауам итә!..
Ҡайһы бер көндәрҙә стражник кинәнесле хәтирәләргә лә сума. Күркәм унтер-офицер Алексей Данилов, ун биш йыл хеҙмәт итеп, яңы ғына батша әрмеһенән ҡайтып төшкән. Троицала ул беренсе тапҡыр Марфушаны күрҙе: ҡыҙ ат сабыштарында ҡатнашып, алдағылар сафында килде. Таныш түгел сибәр тап уның янында атынан оҫта ғына итеп һикереп төштө. Ҡалын толомло һылыу егеткә ҡарап йылмайҙы. Оҙон буйлы, ҡуйы мыйыҡлы, күкрәге Георгий тәреләре менән тулы офицер Марфаға күреү менән оҡшағайны.
Алексей шунда уҡ Ҡушйылғаға яусылар ебәрҙе. Марфаның әсәһе Анфиса был яҡтарҙа даны сыҡҡан ҡатын ине. Халыҡ күп йәшәгән ауылда сәсеүлектәр етешмәй, ә күрше Мәнәүездә ер артығы менән. Һуғышсан һәм тиҫкәре холоҡло Анфиса сәсеү майҙандарын улар иҫәбенә киңәйтергә ҡарар итте. Бирмәһәләр – тартып алырға! Ҡыйыу ҡатын ауылдан иң тәүәккәл ирҙәрҙе йыйып алды һәм уларҙы Мәнәүезгә алып китте. Ике яҡ крәҫтиәндәре араһында һуғыш ҡыҙыу булды, тик ҡушйылғалар ойошҡаныраҡ ине һәм, иң мөһиме, уларҙың һөжүме көтмәгәндә килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә, «атаман» күршеләрҙең байтаҡ ер майҙанын яулай алды. Халыҡта Анфисаға «Чянук карчык» (сыуашса – Тартҡыс әбей) тигән ҡушамат тағылды. Ошо ҡушаматы аҙаҡ Чиникова тигән фамилияға әйләнде.
Революциянан һуң Алексей Даниловты, яҙыу таныған кеше булараҡ, уполномоченный итеп тәғәйенләнеләр. Бөтә Бишбүләк биләмәһе уның ҡарамағында ине. Ул Ыҫлаҡбаш, Ҡайраҡлы ауылдарына йөрөп, ундағы ирҙәре һуғышта һәләк булған тол ҡатындарға пенсия таратты. Ярлыларға ярҙам итә торғайны Алексей, тик яңы власть әһелдәре уның үҙенең өҫтөнән хөкөм сығарып ҡуйҙы. Егерме һигеҙенсе йыл да ул раскулачиваниеға эләкте. Һайлау хоҡуғынан мәхрүм иттеләр, һыйырҙарын, аттарын тартып алдылар. Өйө, бер һыйыр менән аты, бер ҡураһы ғына ҡалды.
***
Ә утыҙынсы йылдарҙа кулактарға тағы ҡаныҡтылар. 1932 йылдың көҙөндә уның улы Савелий ҙа Себергә һөрөлөргә тейешлеләр исемлегенә эләкте. Ике туған ағаһына ялыуҙы Илюка Даниловтың ҡыҙы Улька яҙған булып сыҡты. Илюка 1921 аслыҡ йылында туңып үлгәс, Алексей уны ҡыҙлыҡҡа алғайны. Даниловтар ғаиләһендә ул бер туған хәлендә йәшәне, тик уның күрһәтеүҙәре ағаһын Себергә һөрөр өсөн ҡарар сығарырға етте.
Савелий 1928 йылға тиклем ямсы (ямщик) хеҙмәтендә булды, Аксаковтан Бәләбәйгә пассажирҙар ташыны. Ям аттары уның йортонда эш аттарынан айырым аҫырала. Юлға сығыр өсөн ул аттарҙы бик ентекләп һайлай: парҙа тик бер төҫтәгеләр генә була, дуғаларға ҡыңғырау таға, таҫмалар менән биҙәй… Ат сабыштарында Савелийҙың аттарына етеүселәр булманы: оҫта һыбайлы бәйгегә сығасаҡ һәр аттың холҡон белеп, уларҙы еңел уҙа торғайны.
Ҡушйылғанан суд ҡарарын башҡарыусылар Савелийҙы ҡулға алырға тура өйөнә, Светловкаға килде. Был ваҡытта Акулина, уның ҡатыны, икмәк һалып тора ине. Буласаҡ әсир, ҡулдары менән эсен ыуғылап, бәҙрәфкә барып килергә рөхсәт һораны:
– Йомошто йомошларға ине, оҙон юл алдынан, ә? Эсемде бора ниңәлер…
– Бар, йәһәт бул! – Башҡарыусы Матвей Данилов мылтыҡ тотоп ҡарауылға баҫты. Ул арестанттың эш башҡарғанын бик оҙаҡ көттө, ә ул һаман сыҡманы. Ниҙер һиҙенеп, бәҙрәфкә йүгерҙе, ә унда буш! Матвей өйгә сабып инеп, яр һалды:
– Ҡасҡан, сусҡа!
– Ҡаса алмаҫ!
Ауыл активистары ҡасҡындың эҙенән төштө. Савелийҙың йорто йәш шыршылар ултыртылған ыҙандар менән уратылғайны. Һыбайлылар әйләнә-тирәне өс тапҡыр һөҙөп айҡап сыҡты, тик енәйәтсенең эҙен таба алманы.
Ә Савелий, Матвей уны һарай артына алып сыҡҡас та, артҡы тәҙрәнән аша үтеп, ағас үҫентеләре араһына инеп китте. Ундағы ыҙандар матурлап һөрөп йомшартылғайны. Уның башына хәтәр уй килде: ер аҫтына йәшеренергә! Өҫкө ҡамылды күтәреп, тупраҡта соҡор ҡаҙҙы ла, шунда инеп йөҙтүбән һуҙылып ятты. Кәҫтәр менән күмелеп, яҙмышын осраҡ ҡулына тапшырҙы. Ҡасаҡ шунда көнө буйы ятты. Эҙәрләүселәрҙең ҡысҡырышҡаны, ат тояҡтары тауыштары ишетелеп торҙо. Аттар, хужаларының еҫен тойоп, кешнәште, ләкин кис менән эҙләү тамамланды.
Ҡараңғы төшкәс, Савелий тыуған Светловкаһын ташлап китте. Берекалға тигән татар ауылына барып, атаһының белеше Әхтәм ағайға инде.
– Мин ҡасып йөрөйөм. Себергә ебәрергә итәләр. Йәшер мине, һиңә шик төшмәҫ, – Савелий татарса белә ине. Хужаның, әлбиттә, кулактарҙы яҡлаусылар исемлегенә эләгеү хәүефе лә бар ине, шулай ҙа дуҫының улын һалам эҫкертенә күмеп ҡуйҙы, Алексейға хәбәр ебәрҙе. Акулина килеп, кейем-һалым һәм аҡса ҡалдырып китте, төндәрен ашарға ташыны. Ә Әхтәм Савелийға яңы документтар юлланы. Ҡағыҙҙарҙа тыуған йылын 1902-нән 1914 йылға үҙгәрттеләр, атаһының исеме лә алмаштырылды. Хәҙер инде ул Савелий Тимофеевич Данилов булып китте. Бер аҙнанан Акулина ирен Глуховская станцияһына алып барып, поезға ултыртты.
Ҡасҡын ир Өфөгә килеп, күмәк халыҡ араһында буталды. Микәй менән бәйләнеште өҙмәне ул. Уныһы эш буйынса Өфөгә йыш килә торғайны. Һуңғы тапҡыр йәшерен фатирға килеп, ишеккә шаҡығас, таныш булмаған ҡатын асты. Һөйләшкән тауышты ишетеп килеп сыҡҡан ҡайнағаһы кейәүен ҡосаҡлап алды. Туғандарын тағы ла берәй күрә алырына өмөтөн өҙгән ир күҙ йәштәрен тыя алмай иланы. Улдары, үҙе күреп тә өлгөрмәгән ҡыҙы тураһында һорашты.
– Акулина нисек унда?
– Хоҙай араланы, йөклө ҡатыныңа теймәнеләр. Һин борсолма, мин уны ярҙамһыҙ ҡалдырмам. Улдарыңа ла ярҙам итербеҙ.
– Кемем тыуған?
– Ҡыҙыҡай. Дарья тип ҡуштылар. Теремек кенә былай.
– Кемгә оҡшаған?
– Һеңлең Әлтүккә.
– Ҡатыныма бәйләнмәйҙәрме?
– Акулина балалары менән Андриановкаға китте. Унда ҡулдары етмәҫ. Кураков бәйләнеп бер була ине. Ағас ҡырҡырға ебәреү менән ҡурҡытты, балаларын детдомға оҙатырға теләне…
– Бына минең яҙмыш: кешеләрҙән йәшеренеп, енәйәтсе хәлендә ҡасып йөрөргә… Шул тиклем кемдең юлын ҡыйҙым икән?
– Порфиша Волковты ла раскулачивать иттеләр. Тотош ғаиләһен Белоретҡа оҙаттылар.
– Минең ҡарттар ни хәлдә унда?
– Әкренләп. Ә хаҡлыҡ, Савелий, барыбер өҫтөн сығасаҡ! Ауылда кем һатлыҡ икәне, намыҫлы кешеләрҙе әжәлгә оҙатып ятыуы асыҡланыр берәй ҡасан!
Ирҙәр төнө буйы һөйләшеп сыҡты. Хушлашҡанда Савелий, ҡатынына һәм ҡыҙы Дарьяға тип, ике яулыҡ тотторҙо. Ун бишәр һум аҡса ла бирҙе. Өйөнә юл күптән өҙөлгәйне инде уның – халыҡ дошманы. Уларға бер генә юл: Себергә. Лагерҙар, шахталар, рудниктар… Савелий менән Микәй мәңгелеккә ошонда айырылышты. Савелий Өфөнән Ленинградҡа китеп, патрон заводына эшкә урынлашты.
Уның атаһы Алексей Данилов яңы власть менән барыбер килешә алманы. Колхозға инмәне. Үҙенә йорт һалып инде, һыйыр, һарыҡтар һатып алды. Ҡайҙа етте шунда бесән әҙерләп, ҡышҡылыҡ утын йыйып, яңғыҙаҡ булып йәшәү яйын тапты. Нисек кенә баҫырға тырышмаһындар, стражник яңы хужалар алдында башын эймәне. Тормош дауам итте.
(Дауамы бар.)
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ тәржемәһе.
[1] Өйәҙ полицияһының рядовойҙары стражник тип аталған. Полиция хеҙмәткәре 25 йәштән дә кесе түгел, күркәм ҡиәфәтле, көслө, көр тауышлы, 171 сантиметрҙан бейегерәк кәүҙәле була. Әрме хеҙмәтендә запаста тороп, тәртипле холоҡло булып, ике айға тиклем әҙерлек хеҙмәте үтергә тейеш. Йәйен стражниктар асыҡ төҫтәге кеҫәһеҙ гимнастерка кейгән, билен яҫы ҡайыш менән быуған, кавалеристарҙыҡы һымаҡ тар салбар, шпоралы бейек күн итектә булған. Ҡыш көндәре буҫтау гимнастеркала йөрөгән. Городовойҙар һымаҡ ҡылыс менән ҡоралланған, ҡара кобуралы наган таҡҡан. Драгун винтовкаһы һәм карабин менән дә ҡоралланғандар.
[2]Хушпу – сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының традицион баш кейеме.