Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
19 Декабря 2020, 23:35

ГҮШНЕЙ ТУҠЫМА

ХикәйәӘле февраль айы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡояш, нурҙарын ап-аҡ ҡарҙа сағылдырып, күҙҙән йәштәр ағыҙа. Сағыу нурҙар өй тәҙрәләренән эскә эркелә, тәҙрә төбөндә үҫкән шау сәскәле гөлдәрҙе наҙлай, ҡулдан һуғылған балаҫ йәйелгән ағас иҙәндең таҡталарын йылыта, шул йылыға ылығып, бесәй кирелеп-кирелеп аунай.Ишек алдында малдар нурға ҡойона. Башмаҡ, күҙен йомоп, һағыҙ сәйнәгәндәй көйшәй; кәзәләр, ҡарҙа ғына тороуҙы үҙһенмәй, һарай башына өйөлгән, инде яртылаш кәмегән бесән өҫтөнә баҫып, серем итә.Сәрбиямал инәй баҡса яғына сығып, көҙҙән ҡалдырылған үрсетмә өсөн тупраҡ һалынған күнәген өйгә индерҙе һәм йылы мейес алдына ҡуйҙы. Усаҡҡа яғып ебәрҙе. Келәттән бер киҫәк ит алып инеп, уны йыуҙы һәм аш һалды.

Өйөнә газ үткәрелгән, плитәһе ла бар барлығын, тик әллә нишләп шул ҡаҙанда бешкән аш уға тәмлерәк тойола, ит тә йомшағыраҡ төҫлө. Өлкәнәйгәс ни, тештәр ҙә насар, күҙҙең күреүе лә әллә ни шәптән түгел.

Ғүмер баҡый кәзә аҫыраны Сәрби, колхоз эшенән ҡайтҡас, көнө-төнө шәл бәйләне. И-их, улар һәр һатып алыусының иҫен китәрә ине: шәлдәрен ҡара-күкһел кәзә мамығынан алтын балдаҡ күҙенән үтә алырлыҡ еп-еңел итеп, ситенә төрлө-төрлө мөғжизәле биҙәктәр һалып, телдәрен матур итеп тартып бәйләне, ә "паутинкалары" ҡушылған ебәгенән дә, ап-аҡ дебетенән дә йылҡылдап торор ине. Айына бер нисә шәлде кәрәген биреп бәйләй ҙә ҡуя, кәзәһен үҙе тарай, дебетен аялай, тетә, үҙе иләй, аҙаҡ сирата, шәлдең бер ситен берәйһенә ултырмаға килгәндә бөтөрөп тә ҡайта. Яңғыҙ үҫтерһә лә, балаларын ас-яланғас итмәне. Ай-й-й, көнө-төнө эш булһа ла, бик күңелле йәшәлгән икән дә. Эшкә бесәнгә булһынмы, ырҙын табағына сыҡһынмы, фермаға һыйыр һауырға барһынмы - гел йырлап йөрөнө лә ул. Аяҡта - сабата, гел дебет эше менән булышһа ла, үҙенә түберҙән булһа ла башалтай бәйләп кейергә форсат теймәне, барыһы ла, балалар ас йөрөмәһен тип, һатыуға китеп торҙо. Ни хәл итәһең бит, ирһеҙ ғүмер – парһыҙ аҡҡош, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Ире бик тырыш кеше ине, һуғыш башланыр алдынан ғына гөрләтеп алты мөйөшлө өй һалдылар, һарай тулы мал. Ҡәһәр һуҡҡан һуғыш башланып, бар донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе...

... Ырымбур баҙарына барып шәл һатып ҡайтҡас, Ғиззәтуллаһы ҡуйынынан бер төргәк сығарып йәш ҡатынына тотторҙо:

– Сәрбиямалым, баҙарға барған һайын һиңә күлдәклеккә ошо тауарҙы алып ҡайтырға ҡыҙыға инем... Бына, ниһәйәт, теләгем тормошҡа ашты. Ташкенттан килгән берәү бөтә шәлдәрҙе тулайым ғына һатып алды ла ҡуйҙы, рәхмәт төшкөрө.

Өйгә инеп төргәкте тағатып ебәргәс, Сәрби аһ итте:

– Был тиклем дә матур тауар булыр икән, Хоҙайым! Зәңгәр ерлеккә төшкән аллы-гөллө шау сәскә! Тауарының елберләп тороуы иҫ-аҡылды килтерерлек. Әллә крепдешин инде?!

– Әлбиттә, крепдешин. Алғас-алғас инде, тәнеңде иркәләп-наҙлап торһон, тинем.

– Ай, Алла, үҙеңә, балаларға кейемгә аҡса ҡалдымы һуң? Сәй-шәкәр тигәндәй...

– Булды-булды. Балаларға ла, үҙемә лә ваҡ-төйәк алдым. Юл уңышлы булды, шөкөр.

Аллы-гөллө тауарҙан күлдәк тегеп кейергә яҙманы. Һуғыш сығыуҙың түге көндәрендә үк Ғиззәтен повестка менән һуғышҡа алдылар. Күлдәк тектереү ҡайғыһымы ни?! Көн-төн эш. Ирҙәр китеп бөткәс, тракторға ултырҙы Сәрбиямал, ҡайһы саҡ ҡулдары тракторға ҡуша туңа торғайны. Һыйырҙан яҙҙылар. Һәр малға түләп бөткөһөҙ һалым, тауығың йомортҡа һалыу менән уны хөкүмәткә тапшырырға кәрәк. Дебет кәзәһен генә ҡалдырып, бәрәсенең ауыҙынан өҙөп тигәндәй, уның әҙ-мәҙ һөтөн сәйлек кенә булһа ла һауып йәшәнеләр. Кәзә тигәс тә, кәзә аҫырарға ла көс кәрәк - туғайлыҡтар буйлап йөрөп, ураҡ менән үлән ураһың, уны йөкмәп ташып киптерәһең, лапаҫ башына өйәһең. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, урағы үҙе менән булды, ағас төбө булһынмы, ташлы-суғырмаҡлы урын булһынмы, әҙләп-әҙләп шулай бесән әҙерләне, етмәй ҡалған ваҡыттарҙа һаламға ҡайнар һыу менән көрпә һибеп ҡыш сығарҙы мал-тыуарын. Сабатаһына ҡуша туңған аяҡтарын саҡ һөйрәп ҡайтып инә, өйҙә шыҡһыҙ һыуыҡ. Балалар бер-береһенә һырышып мыш-мыш килеп йоҡлайҙар. Ара-тирә һыҙырып алынған ҡайын туҙын кеҫәһенән алып усаҡ аҫтына һала, өйөлгән көлдө тәртешкә менән болғап, ҡуҙҙы дәртләндереп ебәреү менән гөлтләп ут ҡабына. Инде һыуынып бөткән ҡаҙандағы һыуға әҙ-мәҙ йылы инә. Йылымыс ҡына һыуҙы эсеп әҙерәк хәл алғас, һандыҡты асып, Ғиззәтуллаһының бүләген тағата һәм, елкәһенә һалып, көҙгө алдына баҫа. Быҫҡып ҡына янған шәмдең яҡтыһы әллә ни булмаһа ла, туҡыманың сағыу төҫө йәш ҡатындың һылыулығына тағы ла сибәрлек өҫтәгәндәй була.

Ҡайтманы Ғиззәтуллаһы – хәбәрһеҙ юғалды. Күлдәклек тауары ла насип булманы. Һуғыш йылдарында эвакуацияға байтаҡ ҡатын-ҡыҙ килде ауылға. Шуларҙың береһе, сәскәле тауарҙы күреп ҡалып, ай-вайына ҡуймайынса, кирза итеккә алмаштырырға өгөтләне Сәрбиҙе:

– Сабата менән аяғың силғауыңа ҡуша туңып йөрөй, әйҙә алмашайыҡ, өр-яңы итек, бер ҙә кейелмәгән, – тип йәбеште лә ҡалдысы.

Үҙе өсөн алмаша буламы Сәрби?! Исмаһам, малайымдың мәктәпкә йөрөргә аяғы бөтөн булыр, тип ризалашты ла ҡуйҙы. "Ғиззәтулламдың башы иҫән-һау булһа, күлдәклектең әллә ниндәйҙәрен алып бирер әле", – тип уйланы. Байтаҡ йылдар үтеп, балалары аяҡҡа баҫҡас, тауарҙың ниндәйҙәрен генә ташыманылар әсәләренә, тик Ғиззәтуллаһы алып ҡайтҡан тауарға оҡшағаны бөтөнләй булманы. Ҡыҙҙары:

– Әсәй, ниндәйерәк тауарҙан күлдәк тектерәйек?– тип һораһалар:

– Атайығыҙ һуғыш башланыр алдынан алып ҡайтҡан гүшней төҫөндәге тауарҙан күлдәк кейгем килә, – ти ҙә ҡуя.

– Уныһы ниндәй була һуң?– тип аптырай ҡыҙҙары.

Үзбәкстандан Ҡытай ебәге туҡымаһын да алып ҡайтып ҡаранылар, күҙ яуын алып торған гөл-сәскәле ситсаһын да ташынылар. "Матур, матур, һүҙ юҡ, тик атайығыҙ алып ҡайтҡан гүшней түгел. Быларынан үҙегеҙ күлдәк тектерегеҙ. Һеҙ йәш. Йәштәргә сағыу төҫ килешә. Ә атайығыҙ алып ҡайтҡан төҫлө гүшней тауар күрһәм, үҙем алып тектерермен..."

Иҫәндәр ҡайтты... Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булһа ла ҡайтһын ине, тип өмөтлөнеп көттө ҡатын. Хәбәрһеҙ юғалғас, хөкүмәттән бер тин дә ярҙам булманы. Балалар ни, үҫте лә китте, өсөһө лә ҡалаға юлланды.

Ике ҡыҙы Үзбәкстанға ҡыҙыҡты ҙа ҡалды:

–Унда йылы, ҡыш бик ҡыҫҡа. Кейем дә күп кәрәкмәй, – тип әсәләрен күптән ҡоҙалайҙар Ташкентҡа күсергә.

– Әллә тағы, йылы тип ни, бында ла кеше йәшәй. Утының булһа, өйөң йылы була инде.

Сәрбиямал йорт-ҡураһын матур итеп тотто. Яҙ етеү менән балсыҡ килтертеп, уны йөкмәп ташыған иҫке һаламға ҡушып баҫа, бер нисә әхирәтенә әйтеп, өйөн күмәкләп һылайҙар. Тыштан матур булып кипкәс, аҡ балсыҡ ҡаҙып алып ҡайта, өйөн гөлдәй итеп эстән дә, тыштан да ағартып ҡуя.

...Ҡояш нуры, өҫтәлдә торған фотоһүрәттең быялаһына төшөп, күҙен сағылдыра башланы.

– Эй-й-й, Ғиззәтуллаҡайым, һин дә шатланаһыңмы яҙ еткәнгә?! – тип, ейәне хеҙмәт дәресендә үҙ ҡулдары менән эшләп алып ҡайтҡан ҡыҫанға ҡуйылған иренең фотоһын ҡулына алды. – Ай, Аллам, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ булһаң да, ҡәһәр һуҡҡан шул һуғыштан ҡайтҡан булһаңсы, мин дә был тиклем өҙгөләнмәҫ, ыҙаланмаҫ инем. Ҡуй инде, аталы булып үҫһәләр, балалар ҙа нигеҙ ташлап, анау тиклем ергә олаҡмаҫ ине. Ә хәҙер нимә инде?! Миңә лә, яҙғы быҙау шикелле, ҡойороҡто һыртҡа һалып, улар артынан сабырға ҡалған көнмө ни, ә, Ғиззәтуллам?! Аяҡ-ҡулың булмаһа ла, баш-күҙең ғәрипләнгән булһа ла, ҡайтһаңсы, Хоҙайым. Үҙ ҡулдарым менән күтәреп тә йөрөткән булыр инем... Ана бит, күрше ауылдан Батман бабайҙы ҡатыны ғүмер баҡый йөкмәп йөрөттө. Күҙҙәрең күрмәһә, етәкләп кенә йөрөтөр инем... Сәстәреңдән һыйпап тарар инем. Сәсеңдең ҡуйылығы, ай-һай, тараҡ тығырлыҡ түгел ине лә баһа. Ялтас башлы булһаң, башыңа һары май һөртөп кенә үҙем тәрбиәләр инем бит... Һин яратҡан һалмалар бешереп, үҙем ҡалаҡ менән генә ашатыр инем, ҡоймаҡтар ҡойор инем. Бигерәк тә һин яратҡан тары ҡоймағы шул тиклем уңа торғайны шул. "Ҡоймағың бигерәк тәмле инде, һинең кеүек бындай ҙа оҫта ҡоймаҡ ҡойоусы юҡ", – тиер инең... - Сәрбиямал иренең фотоһүрәтенә битен терәп илап ебәрҙе. – Ҡәһәр һуҡҡыр Гитлер, ғүмер буйы тамуҡта янһаң ярар ине! Күпме кешене зар илаттың, күпмеһен көлгә әйләндерҙең!.. Эй-й, нишләп былайтып ултырам әле?! Ҡана, Ғиззәтуллам яратҡан тары ҡоймағы ҡойоп алайымсы. Күрше Разифа әбейҙе ла сәй эсмәгә саҡырайым. Донъя хәлен белеп булмай, бәлки, ысынлап та, Ташкент тарафтарына ла юлланып ҡуйырмын, балалар өҙмәй ҙә ҡуймай бит, – тип, тиҙ генә кәзәһен һауып инде лә ҡоймағын туғып та ҡуйҙы.

Көн кискә ауышҡас, күршеһе Разифаны саҡырҙы. Икәүләшеп сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә һалмалы аш ашанылар, майлы тары ҡоймағы менән баллап, ҡаймаҡлап еҙ самауырҙа ҡайнаған сәй эстеләр. Ҡаймағы инде лавканыҡы. Хәҙер һыйыр малын әллә ни аҫыраусы юҡ: колхоз булмағас, бесәнлек биреүсе юҡ, барыһы ла фермерҙар ҡулында, хатта еләккә сығырлыҡ та урын ҡалманы. Ҡайҙа ҡарама – "Инергә ярамай, шәхси биләмә" тигән яҙыу ҡуйғандар. Хәс революцияға тиклемге тормош хаҡында яҙылған хикәйәләрҙәге һымаҡ инде.

– Бигерәк татлы инде самауыр сәйе!

– Ғиззәтуллам да шул тиклем яратыр ине еҙ самауыр сәйен. "Асыҡтырып китте бит әле, Сәрбикәйем, ҡуйып ебәр әле шул еҙ самауырыңды, сәй эсеп алайыҡ", – тиер ине. Бына бит ул минең Ғиззәтуллам, – тип күршеһенә фотоһүрәтен тотторҙо. - Фотоһы тоноҡланып та бөттө инде. Балалар яңыртырҙар әле, Аллаһы бойорһа.

– Хоҙайым, бигерәк йәш тә инде,– ти Разифа, яҡшыраҡ күрер өсөн һарғайған һүрәтте күҙенә терәп тиерлек.

– Аһ, йәш булмайса теге – ун һигеҙҙә өйләнештек, егерме ике йәшендә һуғышҡа алынды. Хоҙай тәғәлә инде балаларға, ейәндәргә һуғыш афәттәре күрһәтмәһен. Тәүбә-тәүбә!

– Эйе ләбаһа. Ауылдың барлыҡ ир-егеттәре һәләк булып бөттө тиерлек. Шуға күрә хәҙер ҡайҙа ҡарама - гел әбей-һәбей...

Кис мал-тыуарын йыйыштырып ингәс, телевизорын тоҡандырып ебәрҙе Сәрбиямал. Ҡайҙалыр тағы һуғыш бара.

–Эй, Хоҙайым, нишләп кешегә һаман ҡан ҡойош кәрәк икән, – тип уфтана Сәрбиямал ятырға урын-түшәк әҙерләгәндә.

Март баштарында ҡайтып төштө ҡыҙы.

– Балаҡайым, нисек был ваҡытта, юл өҙөлгәндә, ҡайтырға баҙнат иттең?! – тип аптыраны әсәһе.

– Әсәй, мин һине бөтөнләйгә Ташкентҡа күсереп алып китергә ҡайттым, – тип әсәһен шаҡ ҡаттырҙы ҡыҙы.

– Алданыраҡ хәбәр итһәң ни була, исмаһам... Мин әҙерләнеберәк тә торор инем.

– Нәмәһен әҙерләнәһең инде... Һинең алам-һаламыңды Ташкентҡа төйәп алып барыуҙан фәтүә юҡ, сығараһың да ташлайһың. Ә бына йортто мотлаҡ һатырға кәрәк. Ҡарауһыҙ ҡалһа, янғын-фәлән сығып китеүе бар. Хужаһыҙ өй үҙенән-үҙе ишелә лә башлай..

– Алам-һаламыңды, тип ни. Ғүмер баҡый ҡулланған әйберҙәремде, донъямды тиктомалға сығарып ырғытмам инде.

– Ырғытмаһаң, күрше-күләнгә бирерһең, уларға кәрәк булһа. Хәҙер әйберҙең ниндәйе генә юҡ, һинең Батый хан заманынан ҡалған һауыт-һабаң кемгә кәрәк инде, әсәй?!

–Атаҡ, нишләп кәрәкмәһен?! Мин, ана, үҙемдең әсәйемдән ҡалған ҡоштабаҡты һаман тотонамсы...Ҡәйнәмдең суйын табаларында икмәк һалам. Атайың һуғышҡа китер алдынан яһаған өҫтәл бына тора лаһа. Ултырғыс та атайыңдың ҡулы менән эшләнгән.

Ҡыҙы хахылдап көлөп ебәрҙе:

– Әсәй, килептереп ауыр өҫтәл, бер аяғы икенсе төрлө. Балта менән ватҡыслап, күптән мейескә яғырға ғына кәрәк быны.

– Аһ-аһ, нишләп яға ти. Ул бит ныҡ итеп, яҡшы ағастан эшләнгән. Бер аяғы икенсе төрлө, сөнки һуғыш сығып, атайың дүртенсе аяғын семәрләп өлгөрмәне. Ярай, дүртенсеһен ҡайтҡас та эшләп бөтөп ҡуйырмын, әлегә шулай тотоноп торорһоғыҙ инде, тине. Атайыңдың төҫө ләбаһа, нишләп утҡа яға, ти?! – тип бот сапты әсәһе. - Ә йортто нишләп һатмаҡсыһың?! Бәлкем, кире ҡайтырға тура килер, донъя хәлен белеп булмай ҙаһа.

– Эй, әсәй, шундай кәйеф менән барһаң, ҡайтаһың инде. Таш булып шунда һеңергә яҙһын, тип бар! Һин бит кеше яратаһың, унда беҙҙең халыҡ етерлек. Үзбәктәр ҙә ихтирамлы, ҡунаҡсыл, тиҙ эйәләшерһең дә китерһең.

– Уныһын уйлаған юҡ та ул. Балаларым янымда булғас, башҡаһы әллә ни ҙә түгел.

Мал-тыуарының ҡайһыһын һуйып, ит итеп һаттылар, ҡайһыһын күрше-тирә һатып алды. Бигерәк тә дебет кәзәләрен талашып тигәндәй алды ла бөттөләр. Шау сәскә атып ултырған гөлдәре лә таралды. Тәҙрә ҡорамалары алынды, өйҙө уртаға бүлеп торған шаршау иҙәнгә теҙләнеп илаған килендәй һығылып төштө – уныһын инде ҡыҙы, ваҡ-төйәк әйберҙе төйнәргә кәрәк булыр тип, ситкәрәк һалып ҡуйҙы. Һүҙ әсәһенең бәләкәй генә мәһәр һандығына барып терәлде.

– Теләһә нишлә, балаҡайым, мәһәр һандығымды ҡалдыраһым юҡ! – тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы әсәһе. – Һин бит үҙең гел генә ошо һандыҡ өҫтөндә ҡурсаҡ уйнаның. Үҫә төшкәс, шунда ултырып китап уҡының... Минең барлыҡ затлы әйберем уның эсендә – олатайыңдан ҡалған әфтиәктәр, Ҡөръән китабы, әсәйемдең намаҙлығы, өләсәйеңдең Ҡазандан алдырған сигеүле затлы ситеге... Үлемтегем дә шунда әҙерләнеп, хәйер-саҙаҡа менән бергә төрөп һалынған – нисек ташлап ҡалдырмаҡ кәрәк?! – тип аптырай әсәһе. – Ул ниткән эш ул, барлыҡ донъяңды туҙҙыр ҙа кит инде, ә?!

Инде бушап ҡалған тәҙрә төбөндәге ағас йәшниктәрҙә ҡалҡып килгән помидор үҫентеләре күреп, ҡыҙының асыуы тағы ҡабарҙы:

–Һуң ул рассаданы нимәгә тип ултырттың инде, әсәй? Әллә эшһеҙ бер генә минут ултырып сыҙай алмайһыңмы?!

– Әллә инде, орлоғом да булғас, ерен дә көҙ үк әҙерләп ҡуйғайным, ғәҙәткә ингәс ни, сәстем дә ҡуйҙым шул. Һуң, мин булмаһам, күрше-тирә бар ҙаһа. Уларға кәрәге тейер әле. "Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит", тиҙәр бит әле.

– Һин, әсәй, ғүмер баҡый шул күрше күңелен күрәм тип йәшәнең инде. Уларҙан һиңә ни ярҙам тейҙе һуң?

– Ҡуй, балам, улай тимә. Сабый сағығыҙҙа һеҙҙе сәй эсереп, ҡараштырап тороусы Разифа инәйең булды лаһа. Зәлифә күршеләр, үҙебеҙҙең һөт булмағанда, яртышар ыстаканлап булһа ла, һеҙҙең ауыҙҙан һөт-ҡатыҡ өҙҙөрмәнеләр. Ыумас ыуғанымды күреп ҡалыу менән: "Сәрбиямал, ҡатыҡ ойоттом, инеп ал, аҡһыҙ ыумастың тәме буламы ни", – ти ҙә тора торғайнылар. Ҡуй-ҡуй, балам, күрше хаҡы – Тәңре хаҡы. Ауыҙыңдан ел алһын. Аллам һаҡлаһын, күрешеһеҙ торорға яҙмаһын!

Һандыҡ мәсъәләһе шулай итеп ыңғай хәл ителде.

Арзанға ғына булһа ла, йорт-ҡура ла һатылды. Сәрбиямалдың йөрәген кемдер һурып алғандай булды. Төнөн йоҡлай алмай ыҙаланды. Нишләп кенә риза булды әле ғәзиз донъяһын һатырға?! Кире ҡайтырға тура килһә, нишләмәк кәрәк?!

...Һуғыш башланыр алдынан өмә әйтеп ҡыйыҡ япҡандары иҫкә төштө. Ниндәй күңелле ине ул саҡта! Сәрбиямал ҡәйнәһе менән ҡаҙан аҫып, өмәселәргә аш-һыу әҙерләй, бала-сағаһын күршеләге өлкәнерәк балалар ҡараша, аталары яһап биргән сығырға ултыртып, жыулатып урамда уйнаталар. Ул ваҡытта ни, урамда машинаны аҙнаһына бер күрмәҫһең. Ара-тирә генә Йылайырҙан урман ташыусы берәй машина үтеп барһа, бала-сағаға оло ваҡиға инде.

Әле бер, әле икенсе яғына әйләнә лә тулғана ҡарсыҡ: "Ҡуй инде, туҡһанға етеп барғанда нисек ер-һыу алмаштырмаҡ кәрәк, йә?!" – тип уфтана. Таң менән тороп, ишек алдына сыҡты, нигеҙ таштарын ҡалтыранған ҡулдары менән һәрмәне, бүрәнә араларын һыйпаштырҙы. Йә Хоҙай, ошо йортто һалғанда ҡасандыр уны һатырға тура килер, тип кем уйлаған?! Ғиззәтуллаһының күҙ нурҙары ҡалған, ҡул йылыһы һалынған ошо өйҙөң һәр бер бүрәнәһе ғәзиз ине бит. Кем уйлаған?! Кем уйлаған?! Сәрбиямал, түҙмәй, теҙләнеп Ғиззәтуллаһы үҙе Семиколенканан алып ҡайтып һалған нигеҙ ташын үпте, ҡайнар күҙ йәштәре, үҙҙәренән-үҙе тәгәрәп, әле боҙо ла иреп бөтмәгән һалҡын ташты сыбарланы. Илап туйғас, өйгә инеп мәһәр һандығын асып байҡаны: һәр таҫтамал, һәр туҡыма эсенә әрем һалынғайны. Уларҙы еҫкәп-еҫкәп, көйә-маҙар төшмәне икән, тип ҡарарға ярата торғайны Сәрби. Һандыҡ эргәһенә йәйелеп ултырып, балалары бүләккә тип алып ҡайтҡан өр-яңы таҫтамалдарҙы барланы, һәр береһенең эсенә матур яулыҡ, берәр киҫәк еҫле һабын һалды. Ҡыҙ балаларға - ейәнсәрҙәре кескәй саҡта өләсәләренә бүләккә тип алып ҡайтҡан сулпы-мәрйенде, малай-шалайға дәфтәр, ручка-маҙар әҙерләне. Улары ла байтаҡ йыйылып киткән икән. Ауыл халҡы таңға юлдаш, ҡыҙы торғалағансы, барыһын да етеҙ генә ауылдаштарына таратып сыҡты.

Оҙатырға йәше лә, ҡарты ла йыйылды. Кемдер юлға тип сәк-сәк бешергән, ҡайһыһы тултырылған тауыҡ тотоп килгән, муйыллы ҡорот, һары майына тиклем килтергәндәр. Уларынан инде баш тартманы ҡыҙы. Юл аҙабы - гүр ғазабы, тиҙәр. Барасаҡ юл оҙон. Әле Ырымбурға етергә кәрәк. Унан поезда өс тәүлек тигәндәй ҡаҙаҡ далалары буйлап ... Юлда асыҡтыра ул.

Инде йөк машинаһына төйәлгәс, Сәрбиямалдың күҙҙәренән йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре аҡты, тамағына ниндәйҙер төйөр төйөлдө – тын да алып алып булмай. Ҡуйын кеҫәһенә төйөнсөккә төйнәп һалып алған әсе әремде еҫкәп-еҫкәп саҡ-саҡ әҙерәк тынысланды...

Ырымбур тарафтарында ҡар тамам иреп бөткән дә баһа. Сәрбиямал бала саҡта үҙенең һамаҡлағанын иҫкә төшөрҙө:

– Ала һыйыр тороп китте, ҡара һыйыр тороп ҡалды, йәшел үләнгә күмелде тирә-яҡ та ишек алды... Ҡара һин уны, күпме генә юл үттек, ә донъя бөтөнләй икенсе. Ай-һай, Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте...

– Әсәй, ҡаҙаҡ далаларында инде тамам иҫең китер, шундай гүзәллек унда...

– Гүзәллек үҙебеҙҙең яҡта ла етерлек ул, күрә белһәң, – тип кенә ҡуйҙы әсәһе.

– Юк, әсәй, мин яманлағандан әйтмәйем, беҙҙә лә яҙ, йәй матур килә. Тик бында бер генә мәл була ундай матурлыҡ, йәй, эҫе мәл башланғас, ҡамғаҡ-ҡылғандан башҡа әйбер күрмәҫһең.

Ырымбур, Соль-Илецк тарафтарын үткәс, поезд яйлай төштө лә, тороп тороғоҙ әле, мин дә әҙерәк ял итеп алайым, тигәндәй тамам туҡтарға уйланы. Ҡыҙы эҫе аш килтерер өсөн ресторан вагонына китте.

– Балам, ҡаты морондан бешерелгән аш ала күрмә, әләйһәң мин сәй генә эсер ҙә ҡуйырмын, –тип ҡалды әсәһе. – Әллә нишләп башым әйләнеп тик торасы...

Поезд ҡапыл туҡтаған ыңғайы Сәрбиямалдың күңеле болғанып китте, күҙ алдары ҡараңғыланды. Ул һәрмәнә-һәрмәнә ишек яғына ыңғайланы.

– Юл бирегеҙ, әбекәйгә юл бирегеҙ, – тип бер ир заты Сәрбиямал инәйгә ергә төшөргә ярҙам итте.

Тынсыу вагондан саф һауаға сыҡҡас, башы тағы ла нығыраҡ әйләнде. Ҡуйынындағы әремде танауына яҡыныраҡ килтереп еҫкәп ҡараны, ул да ярҙам итмәне.

– Кеше ҡайнап торған ерҙә ҡоҫоп ебәрмәйем, ситкәрәк китәйем, – тип томаланған күҙҙәрен асырға тырышып атланы ла атланы.

Әбейҙең вагондан алыҫлашыуын, поездың бер нисә тапҡыр сигнал биреп ҡуҙғалып китеүен абайлаусы булманы ла. Кем иғтибар итһен инде – кемдер балыҡ һата, кемдер дөйә ҡымыҙын, ҡайнар ҡаҙаҡ һалмаһын тәҡдим итә. Бәғзеһе, алаһы әйбере булмаһа ла, ҡыҙыҡ күреп аяҡ араһында бутала, тәмәке көйрәтә.

Станса ситенә килеп сыҡҡас, әбей уҡшып-уҡшып ҡоҫто. Башы әйләнде, аҙашты. Алдында – өйкөм-өйкөм булып үҫкән гөл-сәскәле дала.

– Бына, бына лабаһа Ғиззәтулламдың алып ҡайтҡан туҡымаһы! – тип һаташты. – Бына бит ул – гүшней, гүшней ошо бит ул! Бына ошо минең күлдәклегем, хәс үҙе бит!!!

Ана, Ғизәтуллаһы үҙе килә ләһә ҡаршыһына! Иҫән-һау, анау хәтлем һағыныуға, көтөүгә ҡайтмай буламы һуң?! Йылдар уҙһа ла, төҫкә-башҡа һис үҙгәрмәгән Ғиззәтуллаһы, йәйрәп ятҡан гөл-сәскәле даланы, оло ебәк туҡыма итеп, ҡатынының алдына килтерҙе. Сәрбиямал ошо хуш еҫ аңҡып торған аллы-гөллө туҡыма өҫтөнә, һөйгәненең ҡосағына ауҙы...

...Ҡыҙы ресторан вагонында юл таныштары менән бер аҙ гәпләшеп торғандан һуң ҡайнар аш алып вагонына килһә - әсәһенән елдәр иҫкән. Ары һуғылды, бире һуғылды, кешеләрҙән һорашты. Вагондаш күршеләре әсәһе ҡыҙы янына ресторанға киткәндер, тип уйлаған икән. Хәйер, кемдең ҡайҙа юл тотоуы кемгә кәрәк инде. Киләһе стансала төшөп ҡалды ла ул төшөп ҡалыуын, теге мәл поезд оҙаҡ ҡына туҡтап торған ергә барып еткәнсе ике-өс көн үтеп тә китте. Һораша торғас, ошо тирәлә көтөү көткән ҡаҙаҡ ғаиләһенең бер әбейҙе табып алып ерләүҙәре хаҡында ишетте, тик ғаилә көтөүҙәре менән алыҫ тарафтарға киткән булып сыҡты. Таба алманы Сәхип әсәһенең эҙен...

...Бына тағы ошо тарафтарҙан китеп бара, поезы ла шул уҡ тиерлек, тик замансараҡ. Барыһы ла автоматлаштырылған, хатта интернет селтәренә тиклем бар. Заманалар үҙгәрҙе, хәҙер үзбәк халҡы Рәсәйгә урынлашырға ынтылып ята. Әле Үзбәкстан тарафтарынан Башҡортостанға юлланды ул. Бөтөнләйгә. Бала-сағаһы Төркиәлә төпләнде, һеңлеһе күптән вафат, ҡустыһы ҡатынынан әллә ни уҙа алмай, аралашырға бик ынтылып бармай. Яңғыҙы сит тарафта ни эшләһен. Ире лә үлем түшәгендә ятҡанда:

– Минән васыят, сит кешеләр араһында этелеп-төртөлөп көн күргәнсе, ҡайт үҙебеҙҙең яҡҡа, – тип туҡыны.

Әсәһенең: "Өйҙө һатма, балам, ҡайтырға кәрәк булыр бит! – тип әйткәне, ялбарғаны әле лә күҙ алдында тора ла бит, аҡыл һуң килде. Хәҙер ҡайтып морон төртөр урын да юҡ, дөрөҫөн әйткәндә. Берәй яйы табылыр әле, тип ҡайтып килеү инде.

Әсәһе юғалған стансала төшөп ҡалырға булды Сәхип. Берәй еп осо килеп сыҡмаҫ микән? Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит әле. Шулай килеп сыҡты ла. Теге мәлдә ҡуй көтөүе көткән ғаилә стансаға яҡын ғына урында йәшәй икән дә.

– Эйе, бер оло ҡатынды далала табып алдыҡ, – тип һөйләне көтөүсе. - Кейеме буйынса мосолман икәнен төҫмөрләнек. Милиция-ғәләмәткә хәбәр итеп торманыҡ, сөнки ныҡ эҫе ине, ул мәлдә милицияһын табыу ҙа үҙе бер ҙур бәлә булды. Йыуып, аҡ кәфенгә төрөп ерләнек, жаназасы уҡылды. Жылын да уҡыттыҡ урындағы мулланы саҡырып, хәйерен да тараттыҡ. Ҡортҡаның ҡулында бер төйөнсөк ине, эсенә әрем орлоғо һалынған, буғай. Уныһын ерләнгән урынға бағанаға элеп ҡалдырҙыҡ.

Балтабай исемле икән хужа. Хоҙай ҡунағын, ҡатын-ҡыҙға бик барырға ярмаһа ла, әсәһенең ҡәберенә алып барҙылар. Йыртылып бөткән тоҡсайҙан әрем орлоҡтары ҡойолоп тирә-йүнгә һибелгән дә, ҡәберҙе уратып үҫкән. Ҡыуырылып кипкән әрем әкрен генә иҫкән елдә әсәһе булып шыбырлағандай булды:

– Әйттем бит, балам, тыңламаның... Тыңламаның....