Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Октября 2020, 21:30

Һуңғы һунар

Ҡапҡа тышында ҡаҙҙарын ҡаршылаған әбейе янына ят ҡатын килеп тороуын аңғарһа ла, иғтибар итмәне Сәләхетдин. Асма тәҙрәне ябырға тип кенә ҡалҡынған булһа, кире ултырып, ҡулындағы журналына тексәйҙе. “Ағиҙел”дең тарихи романында йәшәй ул һуңғы бер-нисә көн. Шул донъяға бикләнгән.Бер аҙ ваҡыттан әбейе өй ишегенән башын тығып һөрәнләне:– Әй! Әйҙә, сәй эсәйек.Ҡарт өндәшмәне. Унан яуап көтмәнеләр ҙә. Сәләхетдин шулай ҙа ҡыбырланы, бит осон бөкләп билдәләне лә, бер аяғында аҡһай биреп, сығыуға ҡарай атланы. Тик бейек тупһанан төшөп етмәне, аласыҡтан ҡатын-ҡыҙ тауышы килгәс, туҡтап ҡалды. Бисә-сәсә булғанда уны сәйгә саҡырмаҫҡа икәнде белә торғайны ла... Кире боролоп күтәрелә башлағайны, шығырлап йөрөүен ишетеп ултырған ҡарсығы “йәлп” итеп килеп тә сыҡты:– Кил-кил! Бында һиңә йомоштары бар.– Ә-ә? Миңә? – Бер ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ҡарт ишеткән яғын тауышҡа борҙо.– Һиңә! Һиңә! – Әбейе уның шулай аңрайғанын яратмай, шуға ла сабырһыҙ яуапланы.Сәләхетдин ризаһыҙ көрһөнөп, аласыҡҡа үтте. Унда өҫтәл артына ҡунаҡлаған урта йәштәрҙәге баяғы ят ҡатын һикерә һалып торҙо:– Һаумыһығыҙ, ағай.– Һау... – Һүҙенең аҙағын йотто ҡарт. Ҡатын-ҡыҙ менән ул шулай ситкә ҡарап, мыңғырҙап ҡына иҫәнләшә, бының кеүек таныш түгеле менән бигерәк тә. Кеше ҡатынына тура ҡарап гәпләшеп өйрәнмәгән ҡырағай ғәҙәте бар уның. Әле лә ят ханымды күрмәгәндәй, үҙ урынына үтеп ултырып, алдына ҡуйылған сәйен шөрпөлдәтеп бер-ике йотто.Ҡатын уның бындай битарафлығына аптырағандай булып әбейгә ҡарағайны, тегеһе ҡартына һиҙҙермәй генә күҙен сытырҙатып йомоп алды. Был уның “Башла” тигәне булды.– Сәләхетдин ағай... – Йомошсо тулҡынланып тотлоҡто, иларға иткәндәй тауышы ҡалтыранды, – мин Ҡарауарҙынан Зиннәттең ҡыҙы булам, атайымды белергә тейешһегеҙ, ул һеҙҙең тиҫтер ине.Шунда ғына хужа уға бер һирпелеп ҡарап алды. Унан тәҙрәгә төбәлеп ултырҙы ла һуҙып ҡына яуапланы:– Ә-ә... Зиннәтте белә инем. Үлгәненә лә күптәндер...– Эйе, күптән. Мин шуның өлкән ҡыҙы.– Ә-ә-ә... – тине лә тынды тағы ҡарт.– Сәләхетдин ағай... Бәлә менән килеп ултырам бына. – Ҡатын бер тәрән тын алды ла теҙеп һалды: – Өлкән улым йәй башында айыу атып тотолғайны, милиция ине, айыуы-нейе менән ҡуша алып киттеләр, ишеткәнһегеҙҙер инде... Эшенән сығарҙылар, угаловнай астылар. Әллә нисә суд булды, әле Өфөләгеһендә судья: “Өңдән айыу алыуҙы ойошторһаң, эшеңде ябам”, – тигән. Бына инде, айыу атҡанға хөкөм итеп, айыу һорап ултыра улары ла. Бер ни итәр хәл юҡ, ағай, баш һалып һеҙгә килдем...

Ҡарт ишетмәгән шикелле сәйен һемереп ултыра бирҙе. Ҡатын тағы бер әбейгә ҡарап алды. Уныһы һаман күҙен генә йомоп ишараланы. “Дауам ит” тигәне ине быныһы.

– Ул бала ҡайҙан өңдән айыу алһын инде? Тегеһен дә һыйырыбыҙҙы йыҡҡан тигәнгә эҙләп барып, өҫтөнә сығып ҡына атып ҡуйғайны. Сәпсим слущяйны. Был тирәлә һеҙҙән башҡа өң табып бирерҙәй һунарсы юҡ, ти барыһы ла. Бала хаҡына йөрөүем, ағай, аптырағандың аръяғында... – йәшенә тығылып тауышы өҙөлдө ахырҙа.

Ҡарт күҙ сите менән генә ҡарап алды:

– Бындай эш менән нишләп һин йөрөйһөң? Ирең ҡайҙа?

Ҡатын күҙҙәрен һөртөп, танауын тартып алды:

– Ирем үлде, ағай, ирем булһа, был хәлгә төшмәҫ инек тә әллә. Бәләкәс игеҙәктәремде табып, балниста ятҡанда, бәпәйҙәрҙе йыуып йөрөп, һуҡмыш килеш мунсаға инеп, еҫ тейеп үлеп ҡалғайны, уныһын да ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Ун ике йыл әүәл инде.

Сәләхетдин яй ғына баш ҡаҡты, ишеткән – хәтерләй.

– Әлеге айыу менән бәләле булғаны күҙ терәп торған өлкән балам. Армиянан ҡайтып, милицияла эшләп йөрөй ине. Уйламағанда шул ҡазаға тарыны бит! Ҡәһәр һуҡҡыр ул айыуы ҡайҙан килеп сыҡты ла, ҡайҙан тап китте шул һыйырын! Ҡалған ике һыйырымды ла бирер инем дә... Теге ҡороғорона айыу кәрәк, тей.

Тағы тынлыҡ урынлашты. Ахырҙа ҡарт үҙ алдына мығырлағандай итте:

– Айыуға йөрөмәгәнгә биш былтыр... Һунарға түгел, урманға ла сыға алған юҡ.

Илаулап ярһып киткән ҡатын йәшле күҙҙәрен ҙур асып тағы әбейгә боролғайны, теге һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып, күҙен генә сытырҙатты. Быныһынан “Тороп тор” тигәнде аңланы ҡунаҡ. Ахырҙа һыуып барған сәй төбөн күтәреп ҡуйҙы ла кәсәһен хужабикәнең һуҙылған ҡулына тотторҙо. Үҙ уйҙарына батып, шым ғына тағы ике яһатып эсте. Ул арала ҡарт һаҡал тирәһен һыпырып тороп та китте.

Был хәлгә инде ҡатын бөтөнләй аптырап, бөтә кәүҙәһе менән боролоп ҡарап ултырып ҡалды. Хужа артынан ишек ябылғас та, балыҡтай шым булған әбей ынтылып, уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:

– Көйөнмәй тор. Ишетте ул ҡарт, аңланы. Бөгөнгә шул етте уға.

Ике ҡатын өҫтәл төбөндә төн уртаһынаса ултырҙы. Йәше олоһона бала сағынан башлап бөгөнгө көнөнә тиклемге ғүмер юлын бәйән итте. Был ҡатындарҙың яҙылмаған танышыу, яҡынлашыу тәртибе ине. Бер-береһен тәү күргән ауыл ҡатындары ла, дауаханала йәки башҡа берәй ерҙә шулай аулаҡҡа ҡалһа, яңы әхирәтенә бөтөн күргән-кисергәнен, хис-тойғоларын сығара ла һала. Телсән булғандан да, артыҡ ябайлыҡтан да түгел был, бары ҡатын-ҡыҙҙың үҙ торошон һүҙҙә ишеткеһе килеү алымылыр, йәғни бер психологик бушаныу сараһылыр, тип уйлайым.

Иртәнсәк ҡарт ҡатындың күҙенә бөтөнләй күренмәне. Кисә сәй артында ла осраҡлы килеп ҡапҡан булһа, бөгөн әбейенең саҡырыуына ыжламаны ла. Ҡунаҡ хушлашып, иртәнге автобусҡа юлланғас ҡына, сәбәпһеҙгә тамаҡ ҡыра-ҡыра сығып ултырҙы.

– Киттеме? – тине белһә лә.

– Китте, – тине өҙөп кенә әбейе.

Бер аҙыраҡ шым ғына туйынып алғас, хужабикә ғәҙәти генә итеп хәбәр теҙҙе:

– Быйыл өйләнергә йыйынған икән малайы. Теге айыу шул туйға тигән һыйырын йыҡҡан. Бер ағай тейешенең мылтығын алып торған булған, хәҙер уныһы ла бәләле, тей.

Ҡарт ауыҙына тыҡҡанын сәйнәп ултыра бирә. Йөҙөндә артыҡ бер һыҙаты ла үҙгәрмәй.

– Э–эй, арҡаһыҙ балаға шулай бер нәмәһе сыға ла тора бит инде, тип илай әсәһе... Пазурить итеп, гәзиткә лә яҙып ҡуйғандар ишшеү. Ғүмер буйы ул айыуҙы ата ла ала торғайнылар, был ни ғиллә – һыйырыңды ашат та, айыуға теймә, имеш?

Бабайының кәсәһен үрелеп алып, төбөн түгеп, яңынан яһап бирә лә дауам итә:

– Өйҙәрен яңыртабыҙ, тип бура күтәргән булғандар. Ул дүрт балалы яңғыҙ ҡатынға өй һынды өй һалыу уйын эшме? Елек майҙары һурылып ҡына сыҡҡандыр инде бахырҙың. Хәҙер шул штрафты түләйем, тип бураһын һатмаҡ. Башҡа ҡалайтһын?

Ашап туйып, урамға сығып, мәшәҡәттәре менән булышҡан ҡартының тамаҡ ҡырыуы тағы ла көслөрәк һәм ҡырҡыуыраҡ булып киткәнен ишетеп йөрөгән әбейҙең күңеле була. Ул үҙенең был эштәге, ғөмүмән, ҡарты тормошондағы ролен белә. Ҡырыҫ һәм йомоҡ ҡарттың йәмғиәт менән аралашыу теле бит ул. Теле генә түгел, ҡолағы ла, күҙе лә, ҡулы ла инде. Ярты быуат эсендә һиҙгер һәм аҡыллы ҡатын иренең йөрәк тибеше ниндәй хәлдә, нисек үҙгәргәнен дә, мейеһенән ҡайһындай уй үткәнен дә бер күҙ һирпеүҙән белә алырлыҡ индикаторға әйләнә.

Һәм яңылышманы ла. Өс-дүрт көндән ҡарты, инде нисә йылдар оло өйҙөң нигеҙе төбөндә кейеҙ урауҙа ятҡан боронғо ҡушкөбәген соҡоп сығарып майлап, келәттәге һандыҡ төбөндә ҡалып онотолған патронташын тапбып, бер кис текелдәп ҡурғаштан оло йоморолар әүәләп, уларҙы дары менән патрондарға тултырып, баштарына гәзит тығып төйгәс, бесән бөткәндән алып иреккә сыҡҡан бейәһен эҙләп алып, эңергә ҡарай һыбай китеп олаҡты.

Аҙнанан ашыу кис һайын урманға юлланып, иртәнсәк ҡайтып әйләнһә, һуңғыһында ике төн күренмәне. Берәү булһа, ҡартының былай юғалғанына борсолор ине. Тик уның әбейе түгел. Был, киреһенсә, шатланды ғына. Тимәк, нимәлер тапҡан, бушҡа ятып ҡалмай бит инде, тигән һығымта яһап, ҡайтыуына самалап мунса тоҡандырҙы, аш һалды. Һәм быныһында ла яңылышманы. Ҡапҡаны емерерҙәй булып аҫтына саҡ һыйып, шыуышып килеп ингән бейек кәүҙәле ҡарт һунар этенең артынан оҙаҡламай хужаһы ла күренерен белеп, сәйен сыжлатып ебәрҙе, этенә ашарға сығарып ултыртты. Арманһыҙ булып арыған, асыҡҡан маһъмай һауыттағын күҙ асып йомғансы ялтыратты ла, аҡыллы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тағы көттө. Әбей һуҡранмай ғына тағы сығарып өҫтәне. Быныһына инде эт тә тәртип белеңкерәп тотондо, ашыҡмай сәпелдәне.

Хужа ҡайтып етеүгә ҡапҡа асылып, терәтелеп ҡуйылған ине. Был да хужабикәнең бурысы. Асылмаған ҡапҡа ҡартының кәйефен күпмегәлер төшөрә тигән һүҙ, шунлыҡтан эт күренеү менән ҡапҡа ла асыла – был өйҙә уны көтөүҙәрен билдәләй.

Һыбайлы аласыҡ тәңгәлендә туҡтап, яурын аша эленгән ҡушкөбәген, эйәр башындағы тоғон алып бирә. Элегерәк ул быларын үҙе лә башҡара ине. Бөгөн әбейе уның бер аяғы янбаш тәңгәленән яҡшылап тотмағанын һәм йөгө менән эйәрҙән һикереп төшә алмаҫын белә. Аттан төшә алмай тороу ҙа ҡартының ғорурлығын тырнаясаҡ икәнде лә белә шул һиҙгер әбей. Шуға ҡаты әйтеләсәк “тыр-р-р”ҙан алда уҡ йүгерә-атлап килеп, ҡулдарын үргә һуҙа.

Бейә тышалып ебәрелгәс, ҡарт бит-ҡулын сайып, өҫтәл артындағы һикегә менеп, талған аяҡтарын һуҙып, ҡаҡая биреңкерәп ултыра:

– Дә-ә... Йонсотто был тайыштабан.

Уның ҡәнәғәтлеген ҡапҡала күренеүенән үк аңғарған әбейе элә һалып ала:

– Айыу табып йөрөгәнеңде белеп торам инде!

Күңеле булған ҡарт эре генә эйәген күтәреп ебәрә:

– Эъэ! Белемсе!

– Белмәй әллә! Ошонда илле йыл ултыр ҙа, белмә, имеш! – Ҡарт менән ҡарсыҡ үҙҙәренә генә аңлашылан мәрәкәнән көлөшөп ала.

Этенән кәм асыҡмаған хужа ла. Ашты ике тәрән тәрилкә итеп йомдороп, аҙаҡҡыһының төбөн күтәреп эсеп ҡуя ла: “Э-эх”, - тип ауыҙ-тирәһен һыпыра. Әбейе сабыр ғына текәлеп көтә. Бына уға ла сират етә.

– Ҡортүлгән сауҡалығында бер ҙур булмаған айыу йөрөй, тип йәй үк әйтештерә ине малайҙар. Дауна һунар артынан йөрөмәгәс, ҡайҙа ниндәй януар барлығы ла беленмәй бит инде хәҙер. Шул хәбәрҙе юллап киттем инде. Дүртенсе көн тигәндә, үҙәк шишмәһе буйында эҙ аңғарып ҡалдым. Бына ошо усымдан саҡ ҡына яҫыраҡ инде эҙе. Шул “йәтеш айыу” тигәндәре инде егеттәрҙең, тип уйҙайым һәҙер.

Әбейе күҙен дә шылдырмай текәлеп тыңлай.

– Тағы ике кис йөрөгәс, күреп ҡалдым баяғыны. Эт тә ныҡ ҡартайып китте шул, танауы еҫ һиҙмәйме, эҙҙе ауыр алды. Таба алмай көйәләнә, үҙе шыңшый. “Шым” тип әрҙәйем уныһын. Саҡ тапты. Асығыраҡ һоро айыу. Ҡая төбөндәге ҡырҡматаш аҫтындағы соҡорҙо ҡаҙып йөрөй, ятырға итәлер шунда. Тау-таш араһын һайҙаған бит әле...

Ҡарт мунсаға инеп киткәс тә, күлмәк-ыштан алып барып, арҡаһын йыуғанға тиклем бабайының арманһыҙ булғансы сабынырын белгән әбей, йәһәтләп инеп, яңылығын телефон аша кәрәкле урынына еткерә лә. Ул яҡтағыларҙың да эстәренә йылы төшһөн әле. Уларҙың да өмөт ҡуҙы һүрелмәһен.

Бынан ары бер-нисә көнгә бер шул яҡтарға барып әйләнә ине ҡарт, һуңғы мәл генә көтөлмәгән хәл булып ҡуйҙы. Теге йәтеш айыуының юлын иҙә баҫып үткән уҫлаптай эҙҙәрҙе күреп, тексәйә биреп торҙо ла, этенә бармаҡ янап ҡына ятырға ҡушҡас, эре таштар араһынан эйелә биреп, үргә ҡарай бер үҙе ҡуҙғалды. Мылтығын әҙер тотоп, һаҡ ҡына баҫып, өҫтән өңгә урап килеп төштө. Һәм уйын дәлилләне лә: уның айыуының өңөн ҙур кәүҙәле ҡап-ҡара бер ғифрит баҫып алған ине. Дәү януар бәләкәй өң ауыҙын тауы-тупрағы менән бергә ҡутарып, киңәйтеп ята, аҫҡа таш тәгәрәтә. Ҡарт бер килке күҙәтте уны. Бындай тау үрендә, ҡыш, ошо хәтлек ҙурлыҡтағы айыуҙы сығарып алыу яйын самаланы ла икеләнеп баш сайҡаны: “Йо-оҡ... Был эзвирҙе был урында алып бумай... Тегеһен табырға кәрәк”.

Йәтеш айыу баҫҡынсынан ҡурҡып ҡасһа ла, алыҫ китмәгән булып сыҡты. Йылға ағышын үҙгәрткәндән, элекке яр башында һерәйеп ҡалған ҡарт ҡайын тамыры аҫтындағы иҫке өңдө тәрәнәйтеп маташа. Ауырайған үҙе, йөрөүе лә яй. Көндәр ҙә ҡарлы-елле булып һыуытып тора. Ҡурҡыуы ла барҙыр инде. Бәләкәй айыу әлеге өңгә тамырҙар араһынан ҡыҫыла биреп йәһәтләп инеп ятты ла ҡабат сыҡманы. Һуңғы килеп киткәнендә өң ауыҙына япраҡ, сыбыҡ-сатыр ябып, унан ҡар баҫырып та ҡуйғайны. “Күсеүе һәйвәт булды әле, тигеҙ урында уңайлы ишшеү”, – тип ҡайтып әбейен дә тынысландырҙы ҡарт.

***

Февраль баштарында өйҙә телефон шылтыраны. Әбей алып һөйләште лә ҡартты саҡырҙы.

– Кем? – тип ризаһыҙ һораны быныһы.

– Теге пракурырға айыу дулжын булған малай, – тип шыбырланы ҡарсығы, ҡартын телефонға ҡарай этәреп.

– Дә-ә... – тип рыя ғына һуҙҙы ҡарт трубкаға. Теге яҡтан һөйләгәнде өнһөҙ генә тыңланы ла: – Ә-ә... Йә-ә.. – тип һалып та ҡуйҙы.

– Нимә тине? – янынан китмәй торған әбейе төпсөндө.

– Нимә тиһен? Киләбеҙ, тине.

– Ҡасан?

– Ошо ялға.

Санаға егелгән атын бәйләп ҡалдырып, киң ҡалтағайҙарында ашыҡмай ғына һыңар баһрау менән этәренеп эйеп, үҙе кеүек үк ярымһаңғырау ҡарт этен эйәртеп, теге өң эргәһенә тағы килде Сәләхетдин. Етер-етмәҫ үк этенә бер ҡаш төйөп ҡарап алғайны, тегеһе муйынын һуҙа биреп һағайҙы ла, аҙыраҡ шыуыша килеп, лыпын ятып ҡалды. Һунарсы алғараҡ китеп йылғаһыҙ яр аҫтына шыуып төштө. Ҡалтағайҙарын һалып, арҡаһындағы ҡуша бәйләп аҫып алынған өс уртаса торбаны бер-береһенә тығып ялғаны ла, оҙон көпшәнең бер осон ипләп кенә өң ситенә тыҡты. Ҡырын ятҡан килеш торбаны яйлап-яйлап эскәрәк этәрә барҙы. Көпшә инеп бөткәс, уның осон ишеткән ҡолағына терәп тыңларға кереште. Тыңлаған һайын йөҙө емерелде ҡарттың, ап-аҡ ялбыр ҡаштары уртала ҡушылып һынды. Былай ҙа ҡаты ҡарашлы үткер күҙ алмалары улай-былай шылып йөрөнө. Ауыҙы турһайҙы. Ахыр килеп торбаһын тартып сығарып тирҙе лә, саңғыһына баҫып алып, елкәһен ҡашый-ҡашый, ат-санаһына китте.

Эте ҡайтырға тип алдан сапҡайны ла, хужаһының икенсе яҡҡа ыңғайлауын аңғарып, ризаһыҙ ғына кире килде.

– Буманы, Шоңҡар, буманы был айыу беҙгә... балалары бар, – тип әллә этенә, әллә үҙ алдына һөйләнде ҡарт. Хужаһы үҙен йәлләй тип аңланымы, эт тә күп уйлап торманы, санаға һикереп менде лә һуҙылып ятты. Маһъмайының был ҡылығына Сәләхетдин асыуһыҙ ғына тағы мығырланы:

– Һәтәр һунар итәбеҙ инде беҙ һинең менән, эт йөрөй санала, айыу көсөктәп ята...

Ҡортүлгән ҡаяһы аҫтындағы өңдән артыҡ тауыш-тын сыҡманы. Бары торба төбөнән килгән бөркөү эҫе еҫ кенә унда айыу йоҡлауын белдерҙе. Һунарсы тағы ла аҙыраҡ эргә-тирәлә тапанып, уны-быны ҡараштырҙы ла йыйынып ҡайтып китте. Шулайтып, һуңғы бер сәғәт эсендә һунар ҡорбаны алмашынып ҡуйҙы.

Ял көнө иртәнсәктән Сәләхетдин килеүселәрҙе килешелгән урында көтөп тора ине инде. Улар ҡайҙалыр вертолет менән төшөп, был яғына саңғылы матайҙарҙа елдереп килеп етте. Икеһендә икешәр кеше булһа, өсөнсөһөнә бер бүгәй үҙе ҙурлыҡ эте менән ултырып алған. Был күренештән күпте күргән ҡарт та аптырап, ҡашын һикертте. Ә быҙау башлы теге эт бер ынтылыуҙа хужаһының алдынан һикереп төштө лә, Сәләхетдиндең үҙе һымаҡ уҡ сәйерһенеп, текәлеп торған ҡарт этен түше менән төкөп йығып, өҫтөнә менеп тә баҫты. Күҙ асып йомған аралағы хәлгә берәү ҙә бер ни эшләп өлгөрмәне. Ярай әле был тоҡомло һуғыш этенең моронлоғо булды, юғиһә Шоңҡарының ярты яғын умырып ала ине.

– Фу! Дик! Фу! – тип екереп, хужаһы итегенең йөн ҡуңысына усы менән һуҡты: – На место! Дик, на место!

Дик тигәне теләкһеҙ генә буйһоноп, Шоңҡарҙың өҫтөнән төшөп, йөнтәҫ итектәр тәңгәленә килеп ятты. Ә Сәләхетдиндең эте “был нимә булды һуң әле” тигән ҡиәфәттә тороп һелкенде лә, “Нимәгә бындайға юл ҡуйҙың?” тигән үпкәле ҡарашын хужаһына атып алғас, ҡойроғон ҡыҫып, ат санаһы артына китте.

– Здорово, дед! – тип көр тауыш менән килеп күреште әлеге эт хужаһы. Был һунарҙың төп хужаһы ошо әҙәм икәнлеге лә беленде хәҙер. Ҡалған икәүһе лә күрешеп, ҡартты баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, бер-береһенә баш һелкеп көлөштөләр:

– Мин ошолай күҙ алдына килтергәйнем дә инде эҙәрмәнде.

– О–о! Ҡайһындай саңғылары ла бар әле, ҡара! – Ҡалтағайҙарынан да ҡыҙыҡ таптылар.

Быларҙы алып килгән теге ғәйепле егет руссалап ҡарттың һунар шарттарын аңлатты. Был аңлатманан да мәрәкә яһаны ҡунаҡтар.
– Һин, дед, беҙгә өңдө күрһәтһәң, булды. Һинең бурыс шул ғына. Ҡалғанын беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ. Беҙ тауҙарҙа тигрға ла һунарға сыҡҡан кешеләр, так что, һинең эшең... – тип артыҡты тыңлап торорға теләмәгәнлеген белдерҙе әлеге ҡорһаҡлы.

Алдан атлаған ҡарттың арҡаһына аҫылған иҫке ҡушкөбәктән дә ишаралашып, тауышһыҙ көлөштө арттағылар. Береһе бармаҡтарын тоҫҡап атҡан булды, йәнәһе пулемет был. Бүкән башлы эттән шөбһәләнеп ситтәнерәк барған Шоңҡарға ҡар йомарлап ташланылар ҙа, тегенең ҡапыл тертләп, ситкә һикергәненән шарҡылдарға керештеләр:

– О-о! Шәп һунар эте был!

– Ҡарҙан ҡурҡып, ҡолай яҙҙы!

Шулай ҙа Сәләхетдиндең бер боролоп ҡарауынан шымдылар. Үтә ҡырҡыу, хатта ҡырағайҙарса яндырай булды был ҡараш. Тауға үрмәләп, тейешле урынға килеп еткәс, оҙаҡ ҡына итеп урындар һайланды. Берәү видеокамера менән ҡаршылағы ҡарағайға мендерелде, уның объективына ҡамасаулаған ботаҡтар ҡырҡып алынды. Ҡулдарындағы ҡиммәтле һәм әллә ни төрлө функциялары булған ҡоралдарын ҡырҡ алып, ҡырҡ һалып, төрлө урындарҙан тороп тоҫҡап, ҡарап мәшәҡәтләнделәр. Ахырҙа ошо ҡаңғырыҡтар тамамланғас, ҡарт өң ауыҙын ҡыҫҡа һаплы ағас көрәге менән көрәп алып асты. Унан ҡулы менән генә ымлап, ҡорһаҡлының ошоға тип махсус тейәп килгән этен ебәрергә ҡушты. Хужа этенең моронлоғон сисеп, өң тәңгәленә алып килеп төрткәйне, тегеһе алабарманланып әле былай әле тегеләй сапҡылап алды ла китте.

– Дик! Бында! Бында, Дик! – тип этен муйынсаһынан тотоп, өң ауыҙына тоҫҡаһа ла, тегеһе шул тирәлә өйөрөлөп тик йөрөнө. Ҡарт һаман шулай ҡул иҙәүе менән генә был этте алып китергә ҡушып, Шоңҡарын саҡырҙы. Ғүмер буйы ошо һунар менән йәшәп ҡартайған бурҙай хужаһының һәр ымын ҡарашынан эләктереп алып, теүәл үтәне: лыпын ҡарға ятты ла өңгә ҡарай шыуышты. Тау тишегенә инеп китеп, ҡойроғо ғына күренеп ҡалғас, ырылдай-ырылдай ләңкелдәп өрөргә кереште. Сыға бирҙе лә кире эскә ынтылды, йә төпкәрәк үтеп, йә артҡараҡ сигенеп өрҙө лә өрҙө. Унан тағы хужаһының бойороғонан шымып, ситкә китеп торҙо. Сәләхетдин ҡарағай ылыҫынан төтөнлөк эшләп оя ауыҙына бөркөттө. Унан тағы этен ебәрҙе. Тағы төтөнләтте. Ахырҙа бер йәш ҡарағайҙы тумырып йығып, эскә тығып, көжгөнө. Шул ваҡыт уның баһрау осон эстән эләктереп алып, көслө итеп һелкеттеләр. Тыштағылар һағайып ҡоралдарын тоҫҡаны.

– Дед! Һин бар анау ағастар тәңгәленә кит! Этеңде лә ал!

Ирҙәр алдан билдәләнгән урындарына баҫып, айыуҙың сығырын көтә башланы. Бына-бына ул үкереп ебәрер ҙә, ер һелкетеп пәйҙә булыр һымаҡ тойолғайны ... януар бер тауышһыҙ “ялп” итеп атылып килде лә сыҡты. Сыҡҡан ыңғайы аяғүрә баҫты. Уның ҙурлығынан һәм ҡот осҡос ғәйрәтенән барыһы ла ярты секундҡа шаңҡыны. Шулай ҙа ҡорһаҡлы иҫенә килеп, этен ебәрҙе. Ҡорбанына туп-тура ташланып, еңеп өйрәнгән был бүкән башлы дәү эт был юлы ла тура һөжүм итте һәм ғүмерендәге һуңғы хатаһын яһаны ла. “Эх, алйот...” тип кенә уйлап өлгөрҙө артта торған Сәләхетдин, бер ынтылыуҙа һикергән тоҡомло эт һауала көйө үк айыу усынан сәрпәлеп ситкә осто. Әммә ергә төшөп тә өлгөрмәне, айыу уны бер һикереүҙә ҡыуып етеп, икенсе ҡулы менән эләктереп алып, борхолдатаһынан ҡарға һуҡты ла, алғы ҡулдары менән һикереп-һикереп, өҫтөнә баҫҡас, ярһып өҙгөләргә кереште. Бахыр эт “сый” итеп тә өлгөрмәне, сөнки беренсе һуғыуҙан уҡ йән биргәйне.

Тәүге ҡорбаны менән эште тамамлаған айыу, башҡаларына боролғанда, өң эргәһендә ситтәрәк торған бер кеше менән эт кенә ҡалғайны. Шул яҡҡа ыңғайлауы булды, алдына ғына ағас башынан нимәлер килеп төштө. Януар был нәмәне (өҫтәгенең видеокамераһы ине) йәлпелдәтә һелтәп ебәрҙе лә, төшкән ерен эҙәрлекләп, өҫкә ҡараны. Унда ҡарашы ағас олонон сытырман ҡосаҡлаған берәүҙең самаһыҙ аҡайған күҙҙәре менән осрашты. Айыу ағасты ике усы менән ҡыҫып ауҙарырға итеп һелкетте. Ҡарағай сайҡалһа ла, бирешмәне. Йыртҡыс уны хәҙер төбө-тамыры менән умырып сығарырға булып йәбешкәйне, иғтибарын икенсе нәмә йәлеп итте. Ситтә торған әҙәм уға этен һөсләне. Эт яҡын килеп абаланы ла ынтылыу менән ситкә тайшанды, айыуҙы алышҡа әҙерләндереп, ябырылып килде лә был йомолоу менән тағы ҡасты. Шулайтып хужаһына яҡынлатмай ике-өс өйөрөлткәндә үҙенә лә тырнаҡ осо эләккеләп ҡалды. Тик айыу усына йомоп ҡына тота алманы уны, эт оҫта һәм хәйләкәр ине. Был “уйын” менән мауығып ярһығандан-ярһый барғанда, ҡапыл гөмпөлдәп мылтыҡ атылды. Айыу арт һынына ултыра төшөп, көслө һелтәп башын сайҡаны, маңлайынан ағып төшөп, күҙен ҡаплаған ҡара ҡаны тирә-яҡҡа сәселде. Оторо ҡоторған януар был үлемдең ҡайҙан килгәнен яҡшы белеп, һаман абалаған эткә иғтибар ҙа итмәҫтән, мылтыҡ тоҫҡағанға һикергәйне, тегеһе, айыу уға етер мәлдә генә, бер тубығына сүгеп, көбәген өҫтәгенең эйәк аҫтына терәп тигәндәй сәпәне. Бер мәлгә барыһы ла тынды. Бары яралы алабай ғына артынан ҡан эҙҙәре ҡалдыра-ҡалдыра өйөрөлөп йөрөп, хужаһын баҫып ятҡан айыуҙы һаман абаланы...

Аҙмы-күпме мәлдән эргә-тирәләгеләргә йән инде. Үрҙәрәк суҡайған ҙур таш артынан ҡорһаҡтың башы күренде. Ул йәшенгән урынынан сығып, мылтығын тоҫҡап килде лә, айыуҙың башына терәп тороп, үлгәнлегенә инаныу өсөн, тағы бер тапҡыр атты. Унан башҡаларын саҡырып ҡысҡырҙы. Кем ҡайҙа ҡарай сапҡанын белмәгән теге икәү ҙә килеп етте. Уларҙың оялыр ҙа, һөйләшер ҙә рәттәре ҡалмағайны. Ағастағыларын саҡ өгөтләп төшөргәс, дүртәүләшеп айыу аҫтында ҡалған ҡартты сығарып алырға булдылар. Өңгә тыҡҡан баһрау менән көскә ҡайырып әйләндергәс, аҫтағы ҡарттың терелеген аңлап, дүртеһе дүрт яҡтан ябырылды:

– Һыу бирегеҙ, һыу!

– Баш аҫтына бына ошоно тыҡ!

– Сәләхетдин бабай! Сәлә... Сәләхетдин бабай...
– Дед! Дед! Бирешмә, йә, бирешмә! – тип сикәләрен, ҡулдарын ыуҙылар.

Шул төндө был биш ир бер өҫтәл артында ултырып, таң ҡаршыланы. Ҡарттың, айыу һуңғы һулышында матҡып тотоп өлгөргән яурынын дауаханала тектереп бәйләткәс, уны өйөнәсә килтереп, коньяк-күстәнәстәрен теҙеп, эсә-ашай һөйләшеп ултырҙылар. Хәҙер йәш ирҙәр Сәләхетдиндең үҙенән дә, мылтығынан да, һаңғырау этенән дә көлмәйҙәр ине. Улар уның тайыштабан хаҡындағы иҫ киткес тарихтарын, мәрәкә хәлдәрен, ҡурҡыныстарын тыңлап, үҙҙәре кисергәнде тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәреп, хайран булып ултыралар. Бер-береһен уҙышып киләһе юлы, һис шикһеҙ, ҡулланасаҡ һунар нескәлектәрен төпсөнәләр, бергәләп йөрөүгә пландар ҡоралар. Ә Сәләхетдин ҡарт урманға башҡа сыға алмаҫын белә. Был уларҙың һуңғы һунары булды. Үҙенең дә, этенең дә.

Читайте нас: