Мәктәптә гел «бишле»гә уҡыманым, өйгә эштәрҙе эшләргә лә әллә ни атлығып торманым. Төпсөк бит мин, иркәлек тә булғандыр инде. Алгебраны аңламаным, ә геометрия, черчение дәрестәрен яраттым. Китапты күп уҡый инем: «Андромеда томанлығы», «Инженер Гарин гиперболоиды»... «Юный техник» журналы алдырып, унда күрһәтелгәнсә, фанеранан танк, самолеттар эшләргә хыялландым, фокустар өйрәнергә тырыштым. Атайым оҫта ҡуллы булғас, уның менән сәғәт-фәлән йүнәткән, ауыҙ менән өрөп, карбюратор таҙартҡан да булды. Ауылда эш етерлек – йәй буйы гектарлап сөгөлдөр, бәрәңге утау, бесән-һалам, утын әҙерләү, мал көтөү... Бер мәл, ялҡып китеп, картуф сығара торған агрегат уйлап сығарғаным хәтерҙә, велосипед базаһына ҡоролғайны ул.