Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй Хоҙайбирҙиндар. Уларҙан тыш тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәмдәре-хәсрәттәре, шатлыҡтары менән ошо уҡ йортта көн итә.
“Ҡайһы бер иртәләр тыныс ҡына башлана ла, шундай уҡ тыныслыҡта төн етә. Бындай мәлдәрҙә хатта сабыйҙар ҙа шым ғына илай. Ә ҡайсаҡ иртә таңдан шау-гөр килгән йортобоҙ кискә тиклем ошо хәлдә ҡала. Күрше-күлән бер-береһе менән һөйләшә, бала-саға кемуҙарҙан ҡысҡырыша...
Тамара — шаян ҡыҙыҡай, гел йылмайып ҡына йөрөй ине. Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәй көндәре ял итеү лагерына мине Тамараға эйәртеп ебәрәләр ине. Ул минән олораҡ булғас, үҙ туғаны һымаҡ итеп ҡарап йөрөтөр ине. Ғаиләһендә бер үҙе генә булһа ла, яуаплы...
Артабан беҙҙең юлдар айырылды. Тамараны — бейеү буйынса, ә мине хәрби училищеға уҡырға Ленинградҡа оҙаттылар. Каникулдар ҙа тап килмәй ине. Хәрби училищенан һуң Камчаткаға ебәрҙеләр. Артабан йөрөмәгән ерҙең үҙе ҡалмағандыр, хәрбиҙәрҙе үҙегеҙ беләһегеҙ. Хәҙер Киев ҡалаһында йәшәйем. Өфөгә һеңлемә ҡунаҡҡа килдем”, — тип һөйләп, Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының стеналарын һыйпап, оҙаҡ итеп, һәр бүлмәгә ҡабат-ҡабат инеп-сығып йөрөнө Геннадий Федорович Байчиков атлы ир- уҙаман.
Тамара Шәһит ҡыҙы хаҡында бер генә һүҙ әйтергә тип, быйыл йыш ҡына ошондай ҡунаҡтар ингеләй йорт-музейыбыҙға. Килгәндәрҙең һөйләгәндәрен яҙып ала торғас, байтаҡ материал йыйылды. Уларҙы йыйынтыҡҡа туплап, китап итеп эшләргә ҡарар иттек. Сәбәбе лә сығып тора: август айында Тамара Шәһит ҡыҙының тыуыуына 95 йыл тула.
Һәр кеше был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә, тиҙәр. Заманаһының ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамай, һәр кем үҙ юлын таба. Шәһит Әхмәт улы ла, ана, йәтимлектә ҡалып, өҫтөнә кейер кейеме булмаһа ла, үҙ ауылынан Ырымбур ҡалаһына йәйәү сығып китеп, барыбер теләгәненә ирешә. Ә ҡыҙы һуң?! Булыр бала бишектән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан тыпырлап бейергә әүәҫ булған, тиҙәр. Әсәһе, Маһруй Шәрип ҡыҙы, шатлыҡтарын да, һағышын да ҡыҙына баҫҡас, уҡырға барам тигән теләген ишетеү менән, бер аҙ ҡурҡып китә. Ләкин бала хыялына арҡыры төшмәй. Шулай итеп, Тамара ун бер йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А.Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инеп китә. Ул уҡыу йортонда Н.Камкова, Е.Ширипина, А.Ширяев кластарында шөғөлләнә, А.Пушкин, М.Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала. Бер аҙ ғына алғараҡ сығып, шуны ла әйтеп китергә кәрәктер: һуңынан, үҙе лә уҡытыу эшенә күскәс, Тамара Шәһит ҡыҙы ошо һанап кителгән педагогтары методикаһын ҡулланасаҡ әле.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы, башҡа курсташтары менән бер рәттән, әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын башлай. Был мәлдә Киевтан Т.Шевченко исемендәге опера һәм балет академия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, артистар бер ғаиләләй сығыш яһай. Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар тулыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балеты аяҡҡа баҫыу ваҡыты була ла инде. 1944 йылда Л.Степановтың “Сыңрау торна” балеты тәү башлап ҡуйыла. Милли балет менән бергә Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы үҫеп сыға. Ошонан башлап, был сәхнәлә егерме дүрт йыл халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад итәсәк әле ул. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә — Одетта-Одиллия, Б.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны”нда — Зарема, Р.Глиэрҙың “Ҡыҙыл сәскә”һендә — Тао Хоа, Н.Жигановтың “Зөһрә”һендә — Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге ҡалырлыҡ итеп уйнап ҡалдырҙы.
Был заман тураһында республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ошондай хәтирәһе менән бүлеште: “Ғәҙәттә, артист балалары театрҙа үҫә. Минең дә шулай булды: үҙемде белә-белгәндән театрҙамын. Ә ул мәлдәрҙә Өфөләге бөтә театрҙар: башҡорт, рус, Ҡурсаҡ театры ла Опера һәм балет театры бинаһында ине. Үҙҙәренә урынлаштырған тәртип менән генә репетициялары, сығыштары уҙа. Ә беҙ, артист балалары, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Ана шул саҡта мин Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем дә инде. Бигерәк һылыу башҡорт ҡыҙы! Уны бөтәһе лә яратып, Тамарочка, тип кенә йөрөтә ине.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа театрға балерина Галина Уланова, опера йырсыһы Сергей Лемешев гастролгә килде. “Баҡсаһарай фонтаны”н ҡуйҙылар. Мария ролендә — Уланова, ә Зареманы беҙҙең Тамарочка бейене. Иҫ киткес тамаша! Театрҙа аяҡ баҫыр урын юҡ. Халыҡ эркелешеп килгән. Мин дә, бала ғына көйө, инеп ултырҙым. Бөгөнгөләй күҙ алдымда — Хоҙайбирҙина сығышын халыҡ күҙ йәштәре менән ҡарай. Мин дә, сәхнәләге тамашаны ныҡ аңлап, илай-илай ҡарағайным. Төп ролдәге балерина мөһим дә түгел ине хатта. Ә Хоҙайбирҙина-Зареманы, эшләгән насар ҡылығына ҡарамаҫтан (һөйгәнен көнләшеп, Марияны үлтерә), һаман аҡларға тырышам. Уның урынында мин булһам да шулай уҡ эшләр инем, тим. Һуңынан, төндәрен һаташып уяна инем Зареманы йәлләп. Уның үҙенән-үҙе бар йөкмәткене асып биргән хәрәкәттәрен әллә нисә тапҡыр ҡабатлай инем.
Ҡыш көндәрендә театрҙа һыуыҡ була торғайны. Тамаша залына кешеләр өҫ кейемендә инеп ултырған саҡтар бар ине. Ә был мәлдә балериналар йоҡа ғына кейемдә сәхнәлә осоп-ҡунып бейей. Сәхнә артын күҙәткәнем булды — сәхнәгә йылмайып ҡына сығалар ҙа, йығылыр сиккә етеп, ауыр тын алып әйләнеп киләләр... Арҡаларынан, сикәләренән тир аға. Ярҙамсылары йүгереп килеп тирҙәрен һөртөп кенә ала ла, тегеләре ҡапыл ғына арымаған ҡиәфәткә инеп, йылмайып, кире сәхнәгә осоп сығып китәләр! Мин аптырап тороп ҡалам, үҙем уларҙы йәлләйем… Тамара Шәһит ҡыҙының ошондай ҡиәфәтен дә күрҙем. Үҙем актриса булып киткәс тә был картина йыш күҙ алдына килә. Йән тирен сығарып, бер үк мәлдә матур булып ҡалыу батырлыҡ икәнлегенә төшөндөм.
Ә “Мөғлифә” һуң?! Башҡорт ҡатын-ҡыҙында ғына була торған сифаттарҙы бейеү менән нисегерәк күрһәтә белә бит! Ул сафлыҡ, нәзәкәтлек, халыҡтың тарихы, яҙмышы Тамара Хоҙайбирҙинаның ҡул йөрөшө, ҡарашы аша тамашасыға барып етә. Фәйзи Ғәскәров был бейеүҙе юҡҡа ғына Тамара Шәһит ҡыҙы өсөн махсус һалмаған. Бейеүҙең киләсәге дауамлы булырын күҙаллағандыр бөйөк хореограф!”
Эйе, театрҙа эшләй башлаған йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышы башында, Тамара Хоҙайбирҙина ижадының тағы бер бите асыла. Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров уға “Мөғлифә” бейеүен һала.
“Һин бит башҡорт ҡыҙы, бейергә тейешһең!” — тип башлана Фәйзи Әҙеһәм улының Тамараны был бейеүгә күндереүе. Һәм бер нисә йылдар буйы Хоҙайбирҙинаның “Мөғлифә”һе сит илдәрҙә республиканың йөҙөн билдәләүсе ынйы бөртөгө булып ҡала. Һәм киләсәктә, З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында студенттарға бейеү буйынса дәрестәр бирә башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙы “Мөғлифә”не өйрәтә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зифа Айытбай ҡыҙы Дәүләтбаева был бейеүҙе ҡырҡ биш йәшенә тиклем бейеп йөрөй. Ә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина “Мөғлифә” яҙмышлы “Заһиҙә”һен һағынып хәтерләй: “Бейеүгә ғашиҡ икәнде белгәс, Тамара Шәһит ҡыҙы дәрестән һуң миңә “Заһиҙә” бейеүен һалды. Институттың барлыҡ сараларында ла ошо бейеү менән сығыш яһаным. Элек завод, фабрикаларға ла барып бейей инек. Костюмдар табып, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә алып, һәр ваҡыт бергә йөрөнө уҡытыусыбыҙ. Залда ихлас йылмайып, сығыштарҙы ҡарап ултырҙы. Иртәгәһенә тағы ла репетиция эшләйбеҙ, ә ул килешмәгән ерҙәрҙе ипле генә итеп төҙәтә. Урынлы итеп маҡтаны, кәрәк урында шелтә һүҙен дә әйтә ине.
Уҡып бөтөп, театрҙа эшләй башлағас та, минең уйнаған спектаклдәрҙе килеп ҡарап, әсәй кеүек арҡамдан һөйөп китә ине. Ошо изгелектәре өсөн уның алдында башымды эйәм. Ул һаман минең менән, изге күңелле, алсаҡ, ябай, интеллигентлы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина”.
1947 йылда Тамара Хоҙайбирҙина Ленинградҡа барып, уҡыуын тамамлап, дипломлы белгес булып ҡайта. Артабанғы тыуҙырған образдары ла оҫталыҡ, рухи күтәренкелек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһауын дауам итә. Республиканың бейеү сәнғәтен дә профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур.
1953 йылда Бухареста уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә Башҡортостан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, Тамара Хоҙайбирҙинаға ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисткаһы тигән юғары исем бирәләр.
1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында артистка А.Хачатуряндың “Гаянэ” балетынан Нунэ вариацияларын һәм “Мөғлифә”не бейей. Декаданан һуң уны РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы тигән маҡтаулы исем менән бүләкләйҙәр.
Ниндәй генә илдәрҙә булһа ла, башҡорт халҡының баһадир улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың аҫыл ҡыҙы милләттең иң яҡшы сифаттарын күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған “Огонек” журналының тышлығында баҫтырып сығаралар. Тап ошо мәлдәрҙе хәтерендә һаҡлай уның ике туған һеңлеһе, Шәһит Хоҙайбирҙиндың иң бәләкәй туғаны Ғәлимәнең ҡыҙы Наилә Исмәғилова: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәһит бабайымдың Ғибаҙулла ҡустыһы (хәрби кеше була) минең әсәйемде үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китә. Ул саҡта әсәйем Башҡортостанда уҡытыусылар курсын тамамлаған була. Ҡырғыҙстанға килгәс, Ғибаҙулла ағайым уны үҙе янына военкоматҡа эшкә урынлаштыра. Әсәйем ҡырғыҙ һалдаттарына рус телен өйрәтә. Шунда атайым Рәүеф Халиҡов менән танышалар һәм тормош ҡоралар.
Бөгөнгөләй күҙ алдымда: миңә ун йәш ине, 1955 йыл. Бер көндө мәктәптән ҡайтһам, әсәйем, ниндәйҙер журнал ҡосаҡлаған да илап ултыра. Илай-илай ҙа, журналдың тышын һыйпап, яратып ала. Ул тышлыҡта матур башҡорт ҡыҙы фотоһүрәте ине. Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмағас, ундай матур туғаныбыҙ барлығын белмәйем. Әсәйемдән һорашҡас ҡына Шәһит ағаһы, Маһруй еңгәһе һәм уларҙың ҡыҙҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ныҡ һоҡланып ҡараным Тамара апайым һүрәтенә. Уның менән танышыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килде. 1969 йылда ғына Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Һәм ошо мәлдән алып Хоҙайбирҙиндар менән араларыбыҙ өҙөлгәне юҡ.”
Бай эстәлекле ижад тормошонда ҡайнап йәшәй Тамара Шәһит ҡыҙы. Унда шатлыҡтары, юғалтыуҙары ла етерлек була. Ләкин балериналарҙың сәхнә тормошо ҡыҫҡа. Халыҡ һөйөүен яулап, легендаға әйләнеп, Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә. Әммә сәнғәткә хеҙмәт итеүен ташламай. Өфө сәнғәт училищеһының, институтының тәүге сығарылыштарынан алып 1997 йылға тиклем актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Бейеү дәрестәрен генә алып бармай, этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә.
Сәнғәт кешеһе бит тышҡы донъяны ғына түгел, ғәҙәти кеше күҙенә салынмаған йөрәк ялҡынын, күңел тулҡынын да үткер күреүсән. Уҡытып сығарған студенттары әле бөгөн дә уның ошо сифатын хәтерләй. “Ул беҙҙең икенсе әсәй булды. Зарланмаһаҡ та, күҙ ҡарашынан хәлебеҙҙе аңлай белгән кеше ине”, — тиҙәр. Тамара Шәһит ҡыҙы быуаттың ил кисергән төрлө ауырлыҡтарын үҙ иңендә лайыҡлы күтәреп тә кешелектең күркәм сифаттарын һаҡлап ҡала алған оло шәхес.
Хәтирәләр... Уларҙың һәр береһендә һағыш, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр урын алған... Әммә барыһын да артисткаға ҡарата һөйөү берләштерә.
Уның студенттары бөгөн үҙҙәре юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актерҙар, педагогтар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Тамара Хоҙайбирҙина тураһында һөйләй башлау менән йыраҡта ҡалған студент мәленә ҡабат әйләнеп ҡайтҡандай булалар, күҙҙәрендә Тамара йондоҙоноң балҡышы күренгәндәй...
Һин, Тамара, остоң аҡҡош булып,
Сәхнәләрҙән остоң күктәргә,
Бөрө ярып сыҡҡан сәскә hымаҡ,
Дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә...
(Ф.Рәхимғолова. “Тоғролоҡ”)
Тамара Хоҙайбирҙина менән яҡындан аралашҡан һәр кемдең күңелендә яҡты иҫтәлек һаҡлана:
(Рәшиҙә Солтанова, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе).
Урындарҙың былай бүл енешен көтмәгәнбеҙ. Тағы гөр килеп көлөшәбеҙ...”
(Фәрдүнә Ҡасимова, Рәсәй Юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре).
(Сәбилә Сөләймәнова, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР мәғариф отличнигы).
(Әлмира Ҡыуатова, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре).
(Олег Ханов, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты).
(Нурия Ирсаева, Башҡортостандың, Татарстандың, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры).
(Сара Буранбаева, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы).
(Зифа Дәүләтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы).
(Рауил Галин, Башҡортостандың халыҡ артисы).
(Азамат Хәлилов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы).
(Хәким Мортазин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы).
1. Галина Г. Тамара Худайбердина. Творческий портрет. — Уфа: Китап, 1996.