Все новости

«Тормошта ла, сәхнәлә лә бәхетлемен!»

Динара ҠӘЙҮМОВА «Килдебай. Ауыл старостаһы булараҡ, мин башлап әйтәйем. 1968 йылда Балтирәк ауылы клубында «Гөрләүек» фольклор йыр ансамблен төҙөнөм. Ансамблдә егерме кеше ине, дүрт тауышҡа йырланыҡ. Өс айға бер тапҡыр үҙебеҙҙең клубта, күрше ауылдарҙа концерт ҡуйҙыҡ. 1995 йылда Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы уңайынан район үҙәгендә ойошторолған концерт-конкурста ҡатнашырға номер әҙерләнек. Эльвира. Килдебай ағай, һин бөгөн Әмиров тураһында әйт… Килдебай. Ә, шулай бит әле… Ғәфү… 1968 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуған Алмас Әмиров үҙенең гражданлыҡ бурыстарын үтәне һәм партия тарафынан билдәләнгән этаптарҙы лайыҡлы үтте: башланғыс синыфтарҙа — октябрят, унан һуң пионер һәм дә, Маркс менән Энгельстың 499 томлыҡ хеҙмәт емештәрен яттан һөйләп, комсомол булып китте. Эйе, партия ҡуйған бурыстарҙы үтәне! Тимәк, СССР-ҙа тыуған һәр кеше һымаҡ, ул үҙ иленең патриоты, алдынғы эшсеһе һәм юғары идеялы гражданины булып танылды. Әммә тормош ҡуйған һынауҙар партия һынауҙарынан ҡатмарлыраҡ. Йүргәктән һикереп төшөп, тал сыбығын ат итеп атланып киткән малай үҫмер йылдарын елдәй етеҙ үткәрҙе. Әмировтың тормошондағы иң ҙур һынау — ул, әлбиттә, ир-егеттәр сафында Ватаныңа, һөйгән йәреңә, туған театрыңа хеҙмәт итеү. Был бурыстарын да лайыҡлы атҡарып сыҡты. Ҡарт.... Тағы оҙаҡмы? Хәҙер йығылам бит. Килдебай. Ҡарт, ҡатыныңды тот… Ҡәҙерле дуҫтар, шулай итеп, беҙ бөгөн уның тормошондағы иң мөһим ваҡиға — ир ҡорона ингән мәленең шаһиты. Күрәһегеҙ, бөгөн ул ҡап уртала. Уң яғында, бер аҙым ғына арауыҡта — ҡатыны Гөлнара Әмирова, ә һулда — иллене үткән башҡа артистар…»

Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмировтың юбилей бенефисы шулай башланып китте. Күп тә түгел, әҙ ҙә түгел — ни бары 50 генә әле уға! Икенсе яҡтан уйлаһаң, иллене лә бирерлек түгел! Мәңге йәш, мәңге көләс, мәңге теремек һәм дә шаян булғаны өсөн, бәлки, уның йәше беҙгә тойолмайҙыр. Алмас Әмиров Учалы районының Ахун ауылында (үҙе әйткәнсә — «Ҡыҙыл партизан» колхозында) ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Ә бына театр донъяһына аяҡ баҫыуы, унда үҙ урынын табыуы — бөгөнгө һөйләшеүҙә.

— Кем һуң ул Алмас Әмиров?

— Мине башҡорт Чарли Чаплины тип тә ебәрәләр. Күрәһең, тәбиғәтемә, холҡома шундайыраҡ сифаттар хастыр. Ә ысынында иһә бик тә етди, үҙ-үҙемә талапсан кешемен ул… Шулай булмаһам, кәкре аяҡлы, бер метр ҙа илле сантиметрлыҡ буйым менән артист булып китер инемме?!

— Алтын ҙур булмай, тиҙәр…

— Алтындан уҡ булмаһам да, үҙемдең тәғәйенләнешемде таптым тип уйлайым: яратҡан ғаиләм һәм эшем, нәҫелемде дауам итерлек балаларым бар.

— Әйткәндәй, һеҙҙең нәҫелдән ике сәхнә йондоҙо сыҡҡан бит әле…

— Эйе. Ике туған апайым Нәзифә Ҡадирова йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапты, халыҡтың яратҡан йырсыһы булып танылды. Уның атаһы менән минең атайым — бер туғандар.

— Ата-әсәйегеҙ хәтерегеҙҙә нисек һаҡланған?

— Атайым Хәҙис Абдулла улы сәнғәтте яратҡан кеше ине, ғүмер буйы водитель булып эшләне. Миңә ете йәш тулған йылда уны Ахун менән Бөйҙө ауылдары араһында ятҡан ҠТФ1 тигән ауылға ферма мөдире итеп ебәрҙеләр. тап шул ауылда беренсе синыфҡа уҡырға төштөм. Кинйә бала булғас, мине үҙҙәре менән алдылар, ә башҡа балаларҙы дәү әниебеҙгә2 ҡалдырҙылар. Әле лә иҫемдә — бер ҡатлы бәләкәй генә таш өйҙә урынлашҡан башланғыс мәктәп, өс рәткә парталар теҙелгән. Тәүге рәттә — беренсе синыф балалары, артабан икенсе һәм өсөнсө синыф уҡыусылары ултыра, өс класҡа бер уҡытыусы булды. Ул ҠТФ-ла бер йыл торғандан һуң ата-әсәйем: «Балалар ата-әсәһе менән бергә йәшәргә тейеш», — тип кире Ахунға күсеп ҡайтып киттек. Ысынлап та, улар бала йәнле булды — һәр беребеҙҙе ҡурсалап үҫтерҙеләр. Иҫемдә, Фәймә апайым Кинешма ҡалаһында (Иванов өлкәһе) урта һөнәрселек училищеһын тамамлағас, документ­тарын бирмәй, эшкә ҡалдырырға уйлағандар. Әсәйем Мәрйәм Шәүәли ҡыҙы, ауыл магазинында эшләгән ябай һатыусы, йыйынып сығып китте Кинешмаға. Һәм апайымды алып ҡайтты ла. Ғаиләбеҙ татыу булды. Ун биш йәштәр тирәһендә бик ҙур яңылыҡ белдем — баҡтиһәң, ике апайым менән ағайым атайымдың тәүге ҡатынынан тыуған балалар икән! Уларҙың әсәһе йәшләй генә фажиғәле үлгән, минең әсәйем, өс балалы иргә кейәүгә сығып, уның балаларын да ҡабул иткән. Уның шундай ҙур йөрәкле ҡатын булыуы өсөн әле килеп ныҡ ғорурланам. Бик үткер, тырыш булды. Етмәһә, Поляковкала уҡыған, шуға русса һәйбәт белде. Ул ваҡытта ауылдар «урыҫлашмаған» ине әле, мин үҙем Өфөгә килгәндә ныҡ ҡына акцент менән һөйләшә инем — әле булһа курсташтарым, тарих дәресендә «Напалион вилил паднять билый флажок» тип һөйләгәнемде иҫкә алып, минән көләләр.

________________________________________

1 ҠТФ — КТФ (аббр. — Конно-товарная ферма).

2 Дәү әни (диал.) — өләсәй.

— Ә атайығыҙ? Һеҙ уға оҡшағанһығыҙмы?

— Эйе, холҡом, шаянлығым менән уға тартҡанмын. Атайым бик оҫта бейей торғайны, армиянан өйрәнеп ҡайтҡан «коронный» бейеүе булды. Беҙҙең Ахун ауылында һуғыш йылдарына тиклем һалынған «Ҡыҙыл партизан» исемле билдәле ял йорто булды — унда республиканан бик күп яҙыусылар, артистар, танылған кешеләр ял итә торғайны. Яныбай Хамматов, Зәйтүнә Бикбулатова кеүек шәхестәр ҙә килгәне булды. Бына шул ял йортона барҙыҡ бер ваҡыт. «Хәҙис ағайҙы бейетергә кәрәк!» — тип атайымды уртаға төшөрҙөләр. Минең күҙем дүрт булды — шул тиклем оҫта, килештереп бейене, тамаша ҡылыусылар геү килешеп ҡул сапты. Һуңынан мин Өфөгә уҡырға ингәс, атайым хәл белергә килде, уның менән икәүләшеп Нәзифә апайымдарға киттек. Лифтҡа беҙҙең арттан Зәйтүнә апай Бикбулатова ла килеп инде. Лифттан сыҡҡас, атайымды аптыратмаҡсымын: «Беләһеңме, кем менән бергә күтәрелдек? Бөйөк актриса, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Бикбулатова менән!» — тип әйтәсәкмен! Мин уйлап та өлгөрмәнем, атайым: «Һаумыһығыҙ, Зәйтүнә Исламовна! Һеҙ мине таныйһығыҙмы?» — тип һораны. Мин аптырап ҡалдым — ҡайҙан белһен инде… Зәйтүнә апай атайыма ҡараны ла: «Һаааа… Һин бит матрос! Чечетка бейенең! Нисек танымаҫҡа, ти, һинең бейеүең бер күреүҙән әсир итте!» — тип атайымды маҡтап ҡуйҙы. Ахун ауылында ял иткәндә уның бейегәнен күргән икән. Мин шаҡ ҡаттым — ауылдан килгән ябай ғына колхозсы бөйөк актриса менән һөйләшһен әле!..

Атайым, ғөмүмән, ҡыҙыҡ, йор һүҙле, шаян кеше булды. Тағы ла бер мәҙәк хәл иҫкә төштө. Ул заправкала эшләгән йылдарҙа беҙ Гөлнара менән өйләнештек. Шулай, туйыбыҙ бара, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар таныша. Ҡайным ул ваҡытта Йәрмәкәй хакимиәтендә эшләй ине, шуға күрә туйға килгән ҡунаҡтар ҙа бик юғары вази­фалы кешеләр, түрәләр, «Первый секретарь райкома», «Фәлән-фәлән заводтың директоры», «Фәлән-фәлән ойошма етәксеһе» тип танышалар. Атайыма сират еткәс, бер ҙә аптырап торманы, үҙенә хас шаяртыу менән: «Директор нефтебазы Амиров», — тип ҡул биреп күреште. Минең күҙҙәрем дүрт булды. Юморға бай кеше булды ул, йыр тыңларға ла, йырларға ла яратты.

— Кинйә бала булғас, иркәләнеп кенә үҫкәнһегеҙҙер инде…

— Шулайҙыр, бәлки. Әммә күп балалы ғаиләлә улай наҙланып ултырырға мөмкинлек юҡ бит ул… Ҡулдарыбыҙ эш белеп үҫте, үҙемде белгәндән бирле һәр ваҡыт атайым янында йөрөнөм — ялан-ҡырҙар, баҫыуҙар, ферма... Ҡайҙа барһа ла, мине үҙе менән алып йөрөттө. Бигерәк тә колхоз гаражына барырға ярата инем, сөнки унда ир-егеттәр мине күреү менән уратып алып: «О-о-о, Әмиров килгән», — тип уртала торған ултырғысҡа баҫтыралар ҙа йырларға ҡушалар. Мин ҡысҡырып «Әҡлимә»не башлайым, унан һуң икенсе йырға күсәм, таҡмаҡтарҙы ла ҡалдырмайым:

Бәләкәй генә турғай

Ҡарындыҡты тырнай,

Һин дә егет, мин дә егет,

Кәләш алып булмай! —

тип тамамлап ҡуя инем «концерт»ымды, ә «тамашасыларым» усыма бишәр тин аҡса йомдора. Бына шулай бала саҡта уҡ «гонорар» эшләп йөрөгән кеше ул мин. Һәр ваҡыт «запевала» була торған инем. Пионер отрядтары йыйылыштарында, ғөмүмән, мәктәптә үткән һәр сарала ҡатнаштым.

— Туғандарығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.

— Минән биш йәшкә өлкән апайым Ынйы исемле. Элек «Белорет-16» ҡаласығында йәшәнеләр, унан һуң Өфөгә күсеп килделәр, аптекала эшләй. Гөлназ апайым ғаиләһе менән Ахундан 12 саҡрым алыҫлыҡта — Силәбе өлкәһенең Петропавловск совхозында йәшәп ята. Унан өлкәне — Юлай ағайым, ул ғүмер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында экскаваторсы булып эшләне, әлеге ваҡытта хаҡлы ялға сығырға йыйына. Ғаиләләге баш бала — Фәймә апайым, ул Ҡаҙағстан яҡтарында ла йәшәне, әлеге ваҡытта Тәбрик еҙнәм менән тыуған ауылыбыҙҙа рәхәтләнеп донъя көтәләр.

— Махсус музыка белемегеҙ ҙә бар түгелме?

— Эйе, мин бит бит профессиональ баянсы. Ахунда музыка мәктәбе асылғас, класыбыҙға инеп: «Кемдәр баянда уйнарға өйрәнергә теләй?» — тип һоранылар, бөтә класс тиерлек ҡул күтәрҙе. Һөҙөмтәлә, бергә уҡый башлаһаҡ та, бер үҙем генә тамамланым. Һуңынан Өфө сәнғәт училищеһында ла уҡыным. Шуға ла мин сәхнәләштергән «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектаклендә йырҙар күп, улай ғына ла түгел, тотош хорҙы йырлатам. Минең музыкаль белемем шулай сағылыш таба ла инде… Ғөмүмән, музыка донъяһын белеү кешенең рухи донъяһын байыта, аң даирәһен киңәйтә.

— Бөйөк музыкант, баянсы булып китһәгеҙ, театр һеҙһеҙ нимә эшләр ине икән?!

— Театр түгел, ә мин театрһыҙ нимә эшләр инем?!

— Баянда әле лә һәйбәт уйнайһығыҙмы? Ни тиһәң дә, профессиональ белем алғанһығыҙ бит…

— Юҡ инде, онотолдо. Сәнғәт училищеһында уҡыған йылдарымда мине күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бер метр ҙа илле сантиметр буйлыҡ бәләкәй малай көн һайын иртән «Башҡортостан» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан Йәштәр бульвары урамындағы дөйөм ятаҡтан ҙур, ауыр баянды күтәреп килә. Көн һайын! Дүрт йыл дауамында! Тағы шуныһы ҡыҙыҡ — уны тубыҡтарыма ҡуйып ултырһам, баян аша күҙҙәрем генә күренеп тора ине… Әммә барыбер училищены тамамланым.

— Һәм Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индегеҙ?

— Юҡ шул! Хәрби хеҙмәткә китергә булдым. Уға тиклем иһә тыуған яҡтарға ҡайтып бер аҙ эшләп алырға ҡарар иттем һәм Учалы районына юлландым. Унда мәҙәниәт бүлегендә Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова эшләй ине. Минең документта­рымды алды ла: «Беҙ һине Ахун мәктәбенә тәғәйенләйбеҙ», — тине. Барҙым Ахун музыка мәктәбенә — барҙым ғына түгел, ә директор вазифаһына тәғәйенләндем! Бер көн барҙым мәктәпкә, ике көн, өс көн… Йөрөйөм оҙон коридор буйлап, мәктәп буп-буш, бер кем юҡ — бөтәһе лә йәйге оҙайлы ялда. Шулай көндәрҙән бер көндө Нәзифә апайым шылтырата: «Рифҡәт Исрафилов йыйған курсҡа өҫтәмә набор иғлан иткәндәр, егеттәр кәрәк! Әйҙә, Өфөгә кил!» — ти. киттем Өфөгә, актерҙар бүлегенә уҡырға индем. Документтарҙы һорайҙар, ә минең уларҙы мәҙәниәт бүлегенән һорап алырға ҡыйыулығым етмәй. Ата-әсәйем барып алды. Әле булһа Гөлдәр Сабит ҡыҙы: «Теге ваҡыт документтарыңды бирмәһәм, йөрөр инең Ахунда директор булып», — тип шаярта. Бына шулай итеп курсташтарым араһында минең турала «самый лучший баянист среди актеров и самый лучший актер среди баянистов» тигән мәрәкә тыуҙы.

— Һеҙҙе кемдәр уҡытты, курсташтарығыҙҙың барыһы ла сәнғәт юлынан киттеме?

— Курстың художество етәксеһе — Рифҡәт Исрафилов, педагогтар Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева һәм Булат Батыр улыХәйбуллин булды. Курсташтарымдың бөтәһе лә сәнғәт кешеләре, Алла бирһә, юбилейыма барыһын да йыйып алырға иҫәбем бар.

— Ә Гөлнара менән ҡасан таныштығыҙ?

— Беҙ бит уның менән курсташтар. Шуныһы ҡыҙыҡ — курсыбыҙҙа парҙар байтаҡ: Гөлнара менән мин, Зилә менән Алмаз Сәйетовтар, Айгөл менән Рәсүл Ҡарабулатовтар, Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар, Гөлназ Ирсаева менән Борис Круглов. Азамат Хәлилов беҙҙән өлкән курстан кәләш алды, ә бына Фәһим Әхмәтйәнов, Марс Итбаев, Юнир Ғәйнуллиндарға ғына үҙебеҙҙә ҡыҙҙар ҡалманы… Хәтеремдә — Рифҡәт Вәкил улы беҙгә ҡаты итеп: «Уҡыған ваҡытта кейәүгә сығыуҙы, өйләнеүҙе ҡәтғи рәүештә тыям!» — тигәйне. Ҡайҙа инде ул тыңлау!..

— Эшкә Башҡорт академия драма театрына тәғәйенләнеләрме?

— Эйе. Элек бит «распределение» тигән нәмә бар ине, тотош комиссия яҙмышты хәл итә. Ә беҙ уҡығанда уҡ театр ҡуйған спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөнөк. Тәүҙә йәшәргә урын булманы, йәш бала менән Өфө сәнғәт институты дөйөм ятағының репетиторий бүлмәһендә көн күрҙек. Ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге стеналар, йоҡа линолеум йәйелгән иҙән һәм тимер тәҙрәле бүлмә ине. Ул тәҙрә асылмай ҙа ине хатта. Шул бүлмәгә ҙур «Полюс» һыуытҡысын ҡуйҙыҡ — хас та диңгеҙҙәге айсберг һымаҡ торҙо шунда. Ҡайҙандыр карауат табып килтерҙек, уның сеткаһының аҫтына таҡта тыҡтым, шулай итеп, «бытовуха»ны йәшәрлек торлаҡҡа әйләндерҙек. Ҡәйнәм беҙҙең йәшәү шарттарын күрҙе лә: «Баланы юҡҡа сығараһығыҙ, Эмилде үҙем ҡарайым», — тип, улыбыҙҙы үҙе менән ауылға алып ҡайтып китте. шул бүлмәлә ҡыш сыҡтыҡ, һирәк-һаяҡ электричкала бала янына ҡайтып килә инек. Стәрлетамаҡта театр асылып, унда беҙҙекеләргә фатирҙар вәғәҙә иткәс, бергә эш башлаған курсташтарым Азамат Хәлилов, һуңынан Физәлиә менән Илһам Рәхимовтар шунда китте. Ә беҙ «академ»да ҡалыу өсөн ниндәй шарттарҙа булһа ла йәшәргә риза инек. Көтөүебеҙ бушҡа булманы — «Шәфәҡ» ятаҡханаһынан бүлмә бирҙеләр.


«Ай тотолған төндә» спектакленән күренеш (Диуана — А.Әмиров, Тәңкәбикә — С.Буранбаева)

Дауамы "Ватандаш" журналының 5-се (2018) һанында.
Читайте нас: