Все новости

Заманса китапхана ниндәй булырға тейеш?

Заманса технологиялар тормошобоҙҙоң һәр тармағына көндән-көн нығыраҡ үтеп инә. Ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та компьютер менән интернет ярҙамға килә, уларҙы үҙ файҙабыҙға егергә өйрәнеп алдыҡ . Китапханалаҙың эшмәкәрлегендә ниндәй инновацион технологиялар ҡулланыла? Китап уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапханала рҙыңэшен йәнләндереү өсөн ниндәй заманса алымдар бар? Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Динислам ҡыҙы МОРАТОВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Йәмғиәттә, хәҙер кеше китап уҡымай, тигән ҡараш өҫтөнлөк ала бара. Бының менән килешәһегеҙме? Китапханаға халыҡ йөрөймө?

— Йөрөй, әлбиттә. Хатта көн һайын эшкә килгән кеүек йөрөгән кешеләр бар. Күберәк студенттар, аспиранттар, пенсионерҙар килә. Уҡыусылар һаны әкренләп кәмеүгә табан бара икән, был тәбиғи процесс, тип уйлайым. Ә интернетҡа килгәндә, минеңсә, ул китапханалар эшен йәнләндереп кенә ебәрҙе. Донъяға ҡарашты киңәйтеүсе тәҙрә кеүек бит ул.

Элек китапханаларҙа төрлө мәҙәни саралар үткәреү талап ителә ине. Хәҙер ул үҙенең төп тәғәйенләнешенә, асылына ҡайта башланы. Мин сит илдәге китапханаларҙа булғаным бар. Унда кешеләр тик китап уҡыу, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алыу өсөн генә йөрөй. Беҙҙең дә үҙ бурысыбыҙ, үҙ аудиториябыҙ бар. Яҙыусылар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм башҡа күренекле кешеләр менән фәһемле осрашыуҙар, конференциялар үткәрәбеҙ. Йыл һайын “Беренсе курс студенты аҙналығы” ойошторола. Ғөмүмән, китапханалар — ниндәйҙер сара үткәреү өсөн уңайлы урын. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай.

— Бер нисә йыл элек “моделле китапхана” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгәйне. Ул заман шауҡымы ғына булдымы, әллә бөгөн дә бармы?

— Ябайлаштырып әйткәндә, ул модернизациялауҙың бер аҙымы. “Мо­делле китапхана” тигән махсус сертификат бирелә. Ундағы талап буйынса китапханасының компьютеры һәм дә ҡулланыусы өсөн бер компьютер, тағы ла ксерокс, сканер кеүек иң кәрәкле техника төрҙәре булырға тейеш. Яҡынса шул була инде моделле китапхана. Хәҙер иһә китапханалар барыһы ла етерлек кимәлдә тәьмин ителгәнлектән, ул яңылыҡ тип ҡабул ителмәй.

— Элек ҙур китапханаларҙа йәнең теләгән матбуғат баҫмаһын табып уҡырға була ине. Хәҙер ҙә бөтә баҫмалар ҙа алдырыламы?

— Бөтә матбуғат баҫмаларын да алдырырға мөмкинлегебеҙ юҡ. Сөнки барыһы ла финанслауға бәйле. Әлбиттә, урындағы баҫмаларға мотлаҡ берәр дана яҙылабыҙ, ә бына Рәсәй баҫмаларына һайлап ҡына яҙылырға тура килә. Алдырмаһаҡ та, электрон китапхана системаһы аша уларҙы табып уҡырға мөмкин.

— Бөгөн китапхана эшендә ниндәй инновацион технологиялар ҡулланыла?

— Ситтән тороп уҡыу залы, электрон һәм виртуаль залдар булдырыла. Уны интернет аша теләгән китапханаға сығыу мөмкинлеге булған бер электрон уҡыу залы тип тә аңларға мөмкин. Беҙҙең зал бер үк ваҡытта 30-ҙан ашыу кешене хеҙмәтләндерә ала. Ғөмүмән, беҙ ошо өс төшөнсәне берләштереү өҫтөндә эш алып барабыҙ. Электрон уҡыу залында 1991 йылдан һуң нәшер ителгән бөтә баҫмалар электрон каталогҡа индерелгән. Шуның буйынса шөғөлләнергә килгән һәр уҡыусы китаптың йә булмаһа авторының исемен индереп, үҙенә кәрәкле әсбапты эҙләп таба ала. Унда нисә дана булыуы, ниндәй бүлектә һаҡланыуы тураһында ентекле мәғлүмәт килеп сыға. Бик уңайлы, уҡыусыға бөтә зал буйлап эҙләп йөрөргә түгел, махсус бланкты тултырып, бүлектән барып алырға ғына ҡала.

Шулай уҡ бында электрон ресурстағы әҙәби баҫмалар, гәзит-журналдар, уҡыу әсбаптары, фәнни әҙәбиәт, хатта ғилми диссертацияларҙы ла уҡырға, ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн теркәлеү үтәһең, һәм уларҙы асып уҡыу хоҡуғы бирелә. Әйткәндәй, уларҙы фотоға төшөрөргә, күсермәһен алырға рөхсәт ителмәй, тик принтер аша сығарып алырға ғына мөмкин.

Бик күп китапханалар, Ельцин исемендәге Президент китапханаһы менән килешеү төҙөлгән. Һөҙөмтәлә ундағы бөтә ресурс уҡыусы өсөн асыҡ. Әлбиттә, түләүле ресурстар ҙа бар. Нигеҙҙә электрон китапхана системаһы — ул түләүле. Әммә унда бик бай материал һаҡлана. Шуның өсөн дә университеттар күпләп яҙыла. Беренсенән, иң яңы уҡыу әсбаптарын табырға мөмкин, китапханаға нисәлер мең дана ғына китап һатып алып булһа, электрон ресурста бер нисә тиҫтә мең китап һәм уҡыу әсбабы һаҡлана. Икенсенән, уҡыу йорттарына электрон китаптарға яҙылыу буйынса талаптар ҡуйыла.

— Электрон китапхана ниндәй бүлектәрҙән тора?

— Әлегә беҙ шартлы рәүештә генә бүлектәргә бүлеп йөрөтәбеҙ. Мәҫәлән, башҡорт әҙәбиәте, башҡортса библиография әсбаптары. Рәсәй Федерацияһы хакимиәте китапханаһынан айырым коллекция бар. Унда нигеҙҙә — революцияға тиклемге китаптар, әммә сифаты бик яҡшы. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең юбилейына ҡарата әҙәби әҫәрҙәренән айырым баннер эшләнек. Лирикаһын, сит телдәрҙә нәшер ителгән китаптарын айырып күрһәткәнбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым әҙәбиәт баннеры булдырҙыҡ. Уҡыусылар йыш ҡына йәйге каникулға уҡырға бирелгән әҙәбиәтте һорап мөрәжәғәт итә. Шунлыҡтан уҡыусыға кәрәкле китапты эҙләп табыуы уңайлы булһын өсөн һәр синыфҡа тәғәйенләнгән әҙәбиәтте айырым туплағанбыҙ. Улар даими рәүештә тулыландырылып тора.

Тағы ла һирәк баҫмалар һәм ҡулъяҙмалар бүлегенә һорау күп. Уларҙы өйгә биреп бармайбыҙ. Китап һаҡлау урындарында ниндәй ҡулъяҙмалар һаҡланыуын да кешеләр белмәй, шунлыҡтан уларҙы электрон ресурсҡа күсереп ҡуйып барабыҙ.

Китап һәйкәлдәренең сайты бар. Унда “Минең беренсе китабым” тигән айы­рым коллекция эшләнек. Был китаптарҙың ҡайһыһы ғәрәп телендә, ҡайһыһы — латинса. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең 1937 йылда сыҡҡан, Дауыт Юлтыйҙың 1921 йылда ғәрәп телендә донъя күргән тәүге китабы. Беҙ уларҙы экскурсияға килгән уҡыусыларға, студенттарға күрһәтәбеҙ. Ә электрон китапхана аша улар менән бөтә халыҡ таныша ала.

— Электрон китапты уҡыусылар күпме? Һеҙҙең электрон ресурста нисә уҡыусы теркәлгән?

— Эйе, көндән-көн ул әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киңерәк танылыу яулай бара. уҡыусылар буйынса теүәл генә иҫәп алып бармайбыҙ, сөнки унда башҡа порталдар аша ла инеп була. Мәҫәлән, республиканың “Электрон мәғариф” порталы һәм “Башҡорт Википидеяһы” аша. Әйткәндәй, Википедияла һылтанма бирелгәс, беҙҙең сайтҡа инеүселәр һаны ҡырҡа артты. Беренсенән, күптәр Милли китапхана сайтына инеп электрон китапханаға күсеп булыуын белмәй. Икенсенән, ул ҡыйбатлы ресурс, һәм бөтә китапханаларҙың да уны һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Нигеҙҙә край, өлкә һәм милли китапханалар ғына бындай мөмкинлеккә эйә.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.


Дауамын "Ватандаш" журналының 5-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: