Все новости
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Февраля 2018, 17:17

Йырҙар менән үрҙәргә

Гөлфиә ЮНЫСОВА Йыр-моң яратмаған кеше юҡтыр ул. Һәр кемдең күңел торошона, зауығына ҡарап — үҙ йыры, үҙ моңо. Ниндәй йыр яратыуына ҡарап, кешенең рухи кимәлен, фәлсәфәүи фекерләү юғарылығын, донъяға ҡарашын белеп була, тип уйлайым. Сөнки ижад емештәрен тулы килеш ҡабул итер өсөн зиһен һәм хис-тойғолар үҫешенең ҡайһы юғарылыҡта булыуы ла, тыңлаусының ниндәй мөхиттә йәшәүе лә мөһим.

Халыҡ моңон һәм классик йырҙарҙы ла бер үк кеше, йәшенә, кәйефенә ҡарап, төрлөсә ҡабул итә.

Йырлайыҡ әле, дуҫтарым,

Йырлап асыла күңел.

Йырлап асылмаһа күңел,

Мәңге асыласаҡ түгел, —

тип йырлап ебәрә торғайны атайым мәрхүм табындарҙа. Ысынлап та, йыр күңелдәрҙе лә асып, кешегә йән өрөп, йәшәү көсө биреп ебәреүсе илаһи көс тә, иң нескә тойғоларҙы аңлатырлыҡ дуҫ-серҙәш тә ул. Бәхетлемен: миңә ошон¬дай тылсымлы йырҙарҙы ижад итеүсе шағир, композиторҙар, уларҙы халыҡҡа еткереүсе йырсылар менән аралашып йәшәү, улай ғына ла түгел, улар менән бергәләп ижад итеү мөмкинлеге лә насип булды. Күренекле композитор Роза Сәхәүетдинова, мәҫәлән, көй яҙыласаҡ шиғырҙарҙы һайлап алғас та, янына саҡырып, әҫәрҙең яҙылыу тарихын һөйләтә, ишек-тәҙрәләрҙе бер ниндәй ят тауыш та ишетелмәҫлек итеп ябып, был шиғырҙарҙы тиҫтәләрсә тапҡыр та¬суири уҡыта торғайны. Йыр әҙер булғас, әллә нисә вариантта уны башлап кем йырлаясағын асыҡлай. Шунан һуң башҡарыусыны өйөнә килтереп, үҙенең моңло матур тауышы менән йырлап күрһәтә, өйрәнеүсегә йырҙың нескәлектәрен өйрәтә. Ниндәй генә абруйлы шағир тәҡдим итһә лә, ул бары тик үҙ күңеленә ятышлы шиғырҙарҙы ғына һайлай һәм сәпкә тейә. Шуға күрә яҙған бер йыры тиерлек утыҙ-ҡырҡ йыл буйы профессиональ артистар башҡарыуында ла, ябай халыҡ тарафынан да сәхнәләрҙә, радио-телевидение тулҡындарында, байрам- табындарҙа өҙлөкһөҙ яңғырап тора.

Йырсы ижадташтарым Тәнзилә Үҙәнбаева, Асия Смакова, Светлана Хәкимова, Йәмил Әбделмәнов, Фәнүнә Сиражетдинова, Сәйҙә Ильясова, Диана Ишниязовалар менән эшләү ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Улар тауыштарына яраҡлы йырҙы дөрөҫ һайлап ҡына ҡалмай, авторға ҡарата ла үтә талапсандар. Ҡайһы саҡ мине төндә уятып, йыр шиғырын үҙгәрттергәндәре лә булды. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ижадташтарыңдың илһамлы саҡтарын әрәм итмәҫ өсөн, тораһың да яҙаһың инде яңынан. Аҙаҡ рәхмәт әйтәһең — талапсанлыҡтары өсөн. Заманында Ҡазанда Татарстандың халыҡ артистары, яратҡан йырсыларыбыҙ Хәйҙәр Бегичев менән Зөһрә Сәхәбиеваларҙа ҡунаҡта булыу бәхете тейгәйне. Дүрт-биш кеше табын артында һөйләшеп ултырабыҙ. «Сөйөмбикә» журналы хәбәрсеһе һорай ҡуйҙы: «Хәйҙәр ағай, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған бер һорау бирәйем әле: «Ниңә һеҙ әле булһа (1990 йылдар уртаһы. — Г.Ю.) элеккесә, гел бер урында ғына баҫып йырлайһығыҙ, башҡалар бейей-бейей, ырғый-һикерә йыр­лай бит?» Беҙ рәхәтләнеп көлдөк, ә етди холоҡло Хәйҙәр: «Икенең бере инде: йә бейейһең, йә йырлайһың», — тине ҡәтғи генә. Шул саҡта әле өйрәнеп йөрөгән бер йырҙың айырым юлдарын тағы ла сағыуыраҡ итер өсөн икәүләп бәхәсләшеп тә киткәйнеләр. Ә бит, хәтерләүемсә, ул йыр маһир һәм популяр шиғыр һәм көй авторҙары тарафынан яҙылғайны. Бына ошо талапсанлыҡ етешмәй күп кенә йырсыларыбыҙға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғәнәһеҙ, тоҙһоҙ, аңлайышһыҙ һүҙ теҙмәләренән торған, күбеһенсә бер-береһен ҡабатлаған ритмлы йә ритмһыҙ йыр остоҡтары күбәйҙе. Һүҙ текстары ла, көйө лә үҙҙәренеке хәҙер еңелсәгә өйрәнеп бөткән сәхнәгә сығыусыларҙың. Йөрәктән сығып йөрәккә етер моңдар ҡолаҡ тондорғос шау-шыу араһында юғалып ҡала. Түбәндәге шиғырҙы яҙырға тап бына ошондай күренештәр сәбәпсе.


Үҙе яҙа, үҙе йырлай...

Артислыҡ та бар үҙендә,
Ҡупшылыҡ та етерлек.
Сибәрлеге, көләслеге
Күңелде иретерлек.
Борғолана, бейеп ала,
Ҡапыл тәкмәсләп китә...
Ә залдағы тамашасы
Йырсынан шәп йыр көтә.
Йыр һымаҡ тауыш сыға ул,
Көйгә оҡшаш моң да бар,
Ләкин хис-тойғо уятмай,
Фекергә лә урын тар.
Затлы, моңло йырҙарҙы бит
Йырлағы килә отоп,
Тыңлайһың ләззәт кисереп,
Рухланып, онотолоп.
Мәғәнәһеҙ йыр башҡарып,
Әрәм үтә дәртле мәл.
Йырсы ла йәл, йырҙары ла
Бер уйлаһаң, йәл дә түгел,
Ул сәнғәткә нимә бирһен,
Булмағас зауыҡ, кимәл?!
Ижадҡа һәр кемдең дә хоҡуғы бар, әлбиттә. Дуҫтарың алдында, мәжлестәрҙә теләгәнеңде йырлаһаң да ярайҙыр. Ә ҙур сәхнәләрҙән башҡарылғандары махсус комиссия аша үткәрелһен ине ул. Мәғәнәһеҙ сығыштар бит халыҡтың күңелен боҙа, зауыҡһыҙлыҡты үҫтерә.
* * *
Шөкөр, оло залдарҙы тултырып тамашасы йыйған, һәр ижад емеше көтөп алынған йырсыларыбыҙ бар. Һүҙ бәҫен белеп, уның мәғәнәһенә ҡанат ҡуйып, халыҡҡа еткереүсе моңло тауышлы йырсыларҙы асыуҙа, үҫтереүҙә һуңғы осорҙа ойошторолған төбәк-ара, халыҡ-ара фестивалдәрҙең, конкурстарҙың да ролен билдәләмәү мөмкин түгел. Уҙған быуаттың 80—90-сы йылдарынан алып, һанай китһәң, ошондай сараларҙа еңеү яулап, хәҙер инде сәнғәтебеҙҙең төп көстәренә әүерелгән, юғары исемдәргә эйә булған яратҡан йырсыларыбыҙ тиҫтәләрсә булып китә. Бөгөн журнал уҡыусыларын Башҡортостан, Татарстан йыр-моң һөйөүселәре араһында йылдан-йыл билдәлелек яулай барған, тағы ла бер моңло, сәхнәгә китмәҫ өсөн килгән йырсыбыҙ менән таныштырғым килә.
Дөрөҫөн әйткәндә, күптәргә билдәле һәм сығыштары көтөп алынған йырсы инде ул хәҙер. Бәлки, иң шәп ижад емештәрен туплап, баш ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайҙарында ижад кисәләре ойоштороу ғына етмәйҙер. Әйткәндәй, күптән түгел район үҙәгенең шығырым тулы залында ҙур концерты гөрләп үтте Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Сибәғәтуллиндың. Илеш халҡын, бигерәк тә күрше йәшәгән ике республиканың күренекле артистары бик йыш килеп торған был төбәктә йәшәүселәрҙе концерттар менән аптыра­тып булмай. Ә бына яҡташтарының тәүге ошондай ижади отчет кисәһенән халыҡ: «Бындай моңло, йөкмәткеле концертты күптән ҡараған юҡ ине», — тип, йырсыға рәхмәттәр уҡып, уңыштар теләп таралыш­ты. И.Сибәғәтуллиндың кисәһенә махсус килгән яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин йәш йырсының репертуар һайлағанда халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк биреүе, эстрада йырҙарының да үҙ тауышына тап килерлек моңло, мәғәнәлеләрен таба белеүе, уларҙы үҙенсәлекле моңландырып, халыҡҡа еткереү маһирлығын билдәләп үтте.
Илшат Сибәғәтуллиндың айырым-айырым йырҙарын да, исемен дә быға тиклем ишеткәнем бар ине, әлбиттә. Уның уҙған йыл баш ҡала сәхнәһендә башҡарған моңло ретро йыры айырыуса күңелгә инеп ҡалды. Тәнәфес ваҡытында көтмәгәндә ул үҙе минең яныма килеп һүҙ ҡушты: «Гөлфиә апай, һеҙҙең менән быға тиклем яҡындан таныш булмаһам да, рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙе, бигерәк тә ижадығыҙҙы минең бер нисә йыл элек вафат булған әсәйем һәйбәт белә ине. Һеҙ оҙаҡ йылдар мөхәррир булып эшләгән «Башҡортостан ҡыҙы»н гел алдырып уҡып барҙы. Шиғырҙарығыҙҙы ятлап, йырҙарығыҙҙы йырлап йөрөнө. «Аҡҡош күле» һәм тағы ла бер нисә йырығыҙҙы миңә лә өйрәтте. Әле мин уларҙы сәхнәләрҙә йырлап йөрөйөм. Һеҙгә лә тыңлатҡым килә уларҙы», — тине.
«Фәрит Бикбулатовтың тауышын хәтерләтә уның башҡарыуында «Аҡҡош күле», — тип уйлап ҡуйҙым. Үҙенсәлекле талант һәм маҡсатҡа ынтылышлы тырышлыҡ, үҙ-үҙенә талапсанлыҡ менән бер-бер артлы ижади үрҙәр яулап йәшәүсе, әҙәпле, илһамлы йәш ир-уҙаман икән ул Илеш районының Үрге Ман­шыр ауылында тыуып үҫкән һәм әле лә ошонда төпләнеп, өйләнеп донъя көткән Илшат Әнәс улы Сибәғәтуллин. Быйыл уға ҡырҡ йәш тула. Сәхнә кешеһе өсөн ялҡынланып, дәртләнеп эшләй торған иң емешле ваҡыт. Үҫмерлек осоронан уҡ ижад юлынан киткән булһа, бәлки, тағы ла юғарыраҡ дәрәжәләргә өлгәшкән булыр ине Илшат. Беренсе кластан алып мәктәп сәхнәләренән төшмәгән егет, туғыҙынсыны тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихан тапшырырға килә. Тик үҙе ҡушылып йырлаясаҡ роялде тәүге тапҡыр күреү сәбәпле, уға ҡушылып йырлай алмай ҙа ҡуя. Конкурстан үтмәгәс, кире ауылына ҡайтып китә инде. Сәнғәт юлына ныҡлап аяҡ баҫҡас та әле урау-урау юлдар үтергә тура килә уға. Маңлайына яҙылғандыр: Илшатты сәнғәттән бер ниндәй ҙә кәртәләр айыра алмай. Булған талантты, ергә күмһәң дә, шытып сыға бит инде ул.
Дауамын "Ватандаш" журналының 2-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Читайте нас: