Башҡорт ҡатын-ҡыҙының матурлығына һоҡланырға теләһәң — Сараға күҙ һал! Уның саялығын белгең килһә — Әбйәлил ҡыҙына ҡара! Гүзәл заттың зауығына, нурлы булмышына төшөнөргә теләһәң — актрисаға ҡарашыңды йүнәлт, үҙеңә рухташ, күңел тыныслығы эҙләһәң, уның менән бер-ике кәлимә һүҙ бүлеш… Һылыу, нәзәкәтле, уңған ҡатын һәм тетрәндерерлек көскә, тәрән хискә эйә актриса, тиҙәр уның хаҡында.
Ҙур кәүҙәле, яңғырап торған тауышлы ағай артынан ҡурҡа-ҡурҡа ғына эйәрә. Яңы танышы ул ваҡытта ректор булып эшләгән Заһир Исмәғилев булып сыға. Сараны иҫендә ҡалдырып: “Шунан, башҡаса һуңламайһыңмы?” — тип һүҙ ҡушып китә торған булған ул һуңынан осрашҡан мәлдәрҙә...
Беренсе курс студенткаһы булыуға ҡарамаҫтан, бик үҙ һүҙле һәм ҡыйыу ҙа була ҡыҙ. 7 ноябрь байрамына ойошторолған демонстрацияға мотлаҡ барырға тейешлеген белгәс, декан ярҙамсыһы Суфия Ғилман ҡыҙы Күсимоваға барып:
“Мин демонстрацияға бармайым, ауылыма ҡайтып киләм”, — тип әйтә. Әммә уҡытыусы ҡаты тора: “Это не обсуждается. Беренсе курстарҙың бөтәһе лә демонстрацияла ҡатнашырға тейеш!” — тип баҫҡыстан өҫкә ҡарай менеп китә. Аҫта тороп ҡалған Сара: “Я билет купила уже, все равно уеду!” — тип ҡысҡыра ла сығып йүгерә. Ошондай тәүәккәллек тормошонда күп тапҡыр ҡабатлана — һәр ваҡыт булмаһа ла, күп осраҡта еңеп сыға ул.
Студент йылдарының тағы бер хәтирәһе. Сәхнә теле буйынса уларҙы күренекле актер, драматург һәм педагог Илшат Хәлил улы Йомағолов уҡыта. Тәүге дәрес бара. Уҡытыусы студенттар менән таныша. Ағайҙың уҫал икәнен шунда уҡ шәйләй уҡыусылар.
— Исемең кем?
— Сáра! — тип яуап бирә ҡыҙ, исеменең тәүге ижегенә баҫым яһап.
— Бәлки, Сáра түгел, ә Сарáлыр? — тип уға ҡараштары менән һөҙөп ҡарай ҙа, ҡаты ғына уны төҙәтеп ҡуя уҡытыусы, исеменең икенсе ижегенә баҫып яһап.
— Бәлки, шулайҙыр… — тип ҡаушап төшә ҡыҙ. Студенттар менән танышып бөткәс, уларҙан шиғыр-әҫәрҙәрҙе һөйләтеп ҡарай Илшат Хәлил улы һәм… бөтәһен дә дәрестән ҡыуып сығара: “Кем һеҙҙе, булдыҡһыҙҙарҙы, уҡырға алды? Барығыҙ ана, асыҡ ишекте күрәһегеҙме? Һеҙҙе яңылыш бында уҡырға алғандар! Күҙемә күренмәгеҙ! Һеҙҙе институттан ҡыуам...”.
Курсташтары менән өйкөлөшөп, ҡурҡышып ул ваҡытта кафедра етәксеһе булып эшләгән Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжевҡа барып инәләр. Студенттар алдында торған “проблема”ны тыңлағас, Ғабдулла ағай көлөп ебәрә лә:
“Барығыҙ, бөгөнгә ҡайтығыҙ! Һеҙҙе бер кем дә уҡыуҙан ҡыумаясаҡ”, — тип, тынысландырып сығарып ебәрә. Һуңынан Сара Буранбаева Илшат ағайҙың яратҡан уҡыусыһына әйләнә, ҡара тырыш, намыҫсан, сәмле студентканы башҡа уҡытыусылар ҙа ярата.
Уҡығанда бик оялсан булған Сара яйлап сәнғәт серҙәренә төшөнә башлай, тәүге тапҡыр дөйөм ятаҡтағы вахтер апайҙы үҙенең уйынына ышандырғаны әле һаман иҫендә. Был хәл шулай була. Институтта имтиханға әҙерләнгән ваҡытта ҡайҙандыр кейемдәр, күлдәктәр алып торалар, уларҙы йыуып, һүтелгән ерҙәрен тегеп алып килергә кәрәк була. Пакет-фәлән табылмағас, ул күлдәктәрен футболкаһы аҫтынан эсенә урап ҡайтып китә. Дөйөм ятаҡҡа барып ингәс, вахтер апай уны баштан-аяҡ ҡарап сыға ла, аптыраған ҡиәфәттә: “Проходи...те...” — тип мығырҙап ултырып ҡала. Бүлмәһенә ингәс, Сара үҙенең “буласаҡ әсә” икәненә ышандыра алыуына рәхәтләнеп көлә, тимәк, минән актриса сығасаҡ, тип ғорурланып та ҡуя үҙенең ҡыланышына.
Студент йылдарында ул тулыһынса ижади мөхиткә сума, бала саҡтан сәнғәткә ынтылышы ысынбарлыҡ булып алдына баҫа: курстарында төрлө этюдтар ҡуялар, театрҙарға спектаклдәргә йөрөйҙәр, студент саҡтарында уға Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов саҡырыуы буйынса М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән илле-алтмыш көнлөк йәйге гастролдәргә лә сығырға тура килә. Билдәле шәхестәр — Анатолий Лощенков, Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Ғабдулла Ғиләжев, Тамара Хоҙайбирҙина һәм башҡалар менән аралашып йәшәү, уларҙың ҡул аҫтында уҡыу бик тә бәхетле миҙгелдәр булып хәтерендә ҡалған.
Табип һөнәрен һайлаһа, бик яҡшы табип сығыр ине Саранан, әммә сәнғәт күгендә уның Һомай, Аҡйондоҙ, Гөлнәзирә, Тәңкәбикәһе тыумай ҡалған булыр ине. Шөкөр, ул образдар башҡорт театры сәхнәһендә балҡыны һәм меңләгән тамашасының күңеленә барып етте.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә” спектакле һәм Сараның Тәңкәбикә роле хаҡындағы фекерҙәрҙе теркәп китәм. “Бөгөн, Мостай ағайҙың тыуған көнөндә, уның менән осрашыу теләге мине театрға саҡырҙы... Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Айрат Әбүшаһманов ҡуйыуында “Ай тотолған төндә” спектаклен ҡарап ҡайттым. Шул тиклем шатланып-ҡыуанып, спектаклдең гениаль икәненә тағы ла бер инандым. Был сәхнә әҫәрен мин ике тапҡыр барып ҡарағайным инде. Ҡуйылыуына нисәмә йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, тамашасы күңелендә шулай уҡ, премьералағы кеүек, көслө тәьҫораттар ҡалдырыуына һоҡландым мин бөгөн. Тәңкәбикә — Сара Буранбаева тетрәндерә!.. Афарин!!! Мин уның һәр һулышын, тын алышын, һәр әйткән һүҙен, хәрәкәтен йотлоғоп, бирелеп китеп ҡарап ултырҙым. Уның хистәр менән тулы күҙҙәренән күҙҙәремде ала алманым. “Һай, ҡайһылай көслө актриса һин, Сара!” — тиеп яңғыратып ҡысҡырғым килде спектакль аҙағында.
“Браво, браво, Сара!” — тип алҡышлауҙан устарым янып, тамағым ҡарлығып, бар донъямды онотоп килеп сыҡтым театрҙан…” — тип үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлешә танылған режиссер Наилә Сәфәрғолова интернет селтәрендәге сәхифәһендә.
Сара Әбделхәй ҡыҙының ошо уҡ образы тураһында СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, заманында үҙе лә Тәңкәбикәне башҡарған Гөлли Мөбәрәкова былай ти: “Кем генә хыялланмай Тәңкәбикәне башҡарырға! Мин шул бәхеткә ирештем. Шәфәҡте лә әсәйемдән һуң мин башҡарҙым. Ошондай героинялар иҫ киткес бит ул. Тәңкәбикәлә Клеопатра ла, Медея ла, Каренина ла йәшәй, әммә милли колоритта. Әйтеп, аңлатып бөткөһөҙ тәрән образ ул! Сара Тәңкәбикә ролен бик матур уйнаны, ҡабатламаны, үҙ героиняһын тапты. Сара Буранбаеваға мин тәүҙән үк ҙур өмөт бағланым. Ул бөгөн башҡорт театрының иң оҫта, аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, театрыбыҙҙың күркәм традицияларын лайыҡлы дауам итеүсе актриса. Уның тыумыштан үҙ моңо — уйландырғыс, һоҡландырғыс, әүрәткес, әрнеүле. Сараның, бөгөн ижади шәхес булараҡ, үҙ фекере, халыҡҡа әйтер һүҙе бар. Сәнғәттә был иң мөһиме”.
Башҡорт халыҡ эпосы буйынса театрыбыҙҙа ҡуйылған “Урал батыр” спектаклендә Сара Һомай ролен башҡарҙы. Был образ хаҡында шағир, драматург, публицист, эпостың сәхнәләге инсценировкаһы авторы Ғ.Шафиҡов шулай тип яҙҙы: “Һомай, мин көткән Һомай-Сара — иҫ киткес гүзәл, сихри, нур бөркөлә унан”.
Әлеге образдар — Сара Буранбаеваның М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған ролдәре. уның ижад биографияһы иһә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан башлана. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған бер нисә студентты яңы ғына асылған Йәш тамашасы театрына эшкә ебәрәләр. Уға нигеҙ һалыусы Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев труппа туплауға, репертуар булдырыуға ҙур көс һала. Бер йылдан һуң художество етәксеһе итеп Олег Ханов тәғәйенләнә, театрға танылған сәхнә оҫталары — Әхтәм Абушахманов, Анфиса Ханова, Сәүиә Сираева, Роза Кәримовалар килә. Танылған артистар менән бергә Йәштәр театрына көс-ҡеүәт өҫтәлә, тулы ҡанлы ижади тормош башлана. Аяҡҡа баҫып килгән мәҙәниәт усағын танытыу, репертуарҙы билдәләү, спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарыу өсөн бөтә көстәрен һала улар.
Йәштәр театрындағы тәүге роле “Иҙеүкәй менән Мораҙым” (М.Буранғолов) спектаклендәге Кинйә була (1991). Төрки халыҡтарының боронғо тормошон һәм көрәшен сағылдырған был эпик әҫәрҙе сәхнәләштереү өсөн йәш ижади коллектив бар һәләтен эшкә егә. Спектаклде Йәмилә Әбсәләмова ҡуя. Кинйә — тамашалағы төп роль, ул Туҡтамыш хандың ҡыҙы, трагик образ.
Артабанғы роле йәнә трагик характерҙа — “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосынан Маянһылыу. Режиссеры — Ҡаҙағстандан Рәйембәк Сәйембәтов. “Ошо ролдә мин үҙемде тәү тапҡыр актриса итеп тойҙом. Маянһылыу миңә иртәгәгә ышаныслы аҙымдар менән атларға ярҙам итте”, — ти актриса. Артабан — Ә.Дилмөхәмәтованың “Розамы мин, әллә...”, Т.Миңнуллиндың “Ауыл эте Аҡбай”, А.Островскийҙың “Төшөмлө урын” спектаклдәрендәге ролдәр.
Шулай итеп, Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырылғанға тиклем Сара Буранбаева ярайһы тәжрибә туплай һәм үҙен берҙәй иркенлек менән эпоста ла, лирикала ла, героик пьесаларҙа ла, комедияла ла, психологик драмала ла уйнай алыр актриса тип таныта. “Образдары бер-береһенә оҡшамаған, көтөлмәгәнлек менән шаҡ ҡатырмай, һәр жанрҙа үҙ героиняһының тормош логикаһына ярашлы бара”, — тигән баһа бирә уға театр белгесе Һ.Сәйетов.
Тора-бара Милли йәштәр театрында Сара Буранбаева төп көстәрҙең береһенә әйләнә, уның башҡарған ролдәре тураһында матбуғат биттәрендә яҙа башлайҙар. Мәҫәлән, артистарҙың ижадын күҙәтеп барыусы журналист Камил Хажиәхмәтов: “Ш.Бабичтың тетрәткес, әммә яҡты образын драматургтар ҙа урап үтмәй. Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһы “Ҡорбан килтереү” тип атала. Спектаклдә Шәйехте яратҡан Нәфисә ролен Сара Буранбаева башҡарҙы. Был образ спектаклде моң, йәм, зар һәм фажиғә менән байытты, уның ышандырыу көсөн күтәрҙе. Актриса башҡарыуындағы Нәфисә теүәл образ булып күҙ алдына баҫа: унда барыһы ла бар — тауыш та, ҡараш та, тойғо ла, сәхнәлә үҙен тотошо-йөрөшө лә — үҙ урынында, артыҡ та, кәм дә түгел” — тип яҙып сыға “Башҡортостан” гәзитендә (1992 й., 23 декабрь). Актрисаның ошо роле тураһында “Ватандаш” журналында ла яҙыла: “Ғәзим Шафиҡов был әҫәрендә шиғриәтебеҙ шоңҡары Ш.Бабич шәхесен һүрәтләй. Төп героиняларҙың береһе — Нәфисә. Сара Буранбаева героиняһын үҫештә биреүгә өлгәште. Тәүге сәхнә менән финал араһында Нәфисәнең тотош ғүмере үткәндәй булды. Талант ҡиммәте бына ошондалыр”.
Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклендәге Дилбәр ролен “Театр яҙы” республика фестивале сиктәрендә Илүсә Капкаева бына нисек һүрәтләй: “Песнь о любви” по пьесе Ангама Атнабаева (реж. А.Надыргулов) — у Сары Буранбаевой в этом спектакле задача была чрезвычайно сложной. Эпицентр нравственной нагрузки спектакля, на мой взгляд, выпадает именно на образ Дильбар в исполнении Буранбаевой. Именно она вызывает в зрителе тоску по настоящей любви, заставляя преклоняться перед
величием большого чувства. Свет его коснулся всех участников этой драмы — Ильгама, Гульнар, Талгата (актер Расуль Карабулатов)”.
Шулай итеп, сәнғәттәге тәүге аҙымдарынан уҡ Сараны сәхнә өсөн яралған актриса итеп ҡабул итәләр — был уның тәбиғи һәләтенән, тырышлығынан һәм күңел байлығынан киләлер.
Мәҡәләнең тулы версияһын "Ватандаш" журналының 2018 й. 2-се һанында уҡырға мөмкин.