Все новости
ЛИТЕРАТУРОВЕДЕНИЕ
16 Сентября 2021, 10:00

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК МЕНӘН ТӘНҠИТ РУХЫН ӘЛӘМ ИТЕП...

Сафуан Яҡшығоловтың тыуыуына – 150 йыл.

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК МЕНӘН ТӘНҠИТ РУХЫН ӘЛӘМ ИТЕП...
МӘҒРИФӘТСЕЛЕК МЕНӘН ТӘНҠИТ РУХЫН ӘЛӘМ ИТЕП...

Башҡорт фольклоры традицияларынан үҫеп сыҡҡан лирикаһы

Сафуан Яҡшығолов ижады хаҡында һүҙ алып барғанда, шуны айырыуса билдәләп үтергә кә­рәк: ул үҙе хөрмәт иткән, ижады менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған күре­некле башҡорт мәғрифәтсеһе М.Өмөтбаевтан ҡала шиғриәте­беҙҙә милли тематиканы мәғри­фәтселек ҡараштары позиция­һынан тороп яҡтыртыуға һәм ба­йытыуға иң тос өлөш индергән шағирҙарыбыҙҙың береһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта ул туған хал­ҡының үткәне һәм бөгөнгө хәле, башҡорт ысынбарлығы хаҡында ни тиклем генә мәғрифәтселек пози­цияһынан сығып яҙмаһын, фәҡәт шул йүнәлештәге идеяларҙы алға һөрөү һәм пропагандалау менән генә сикләнеп ҡалған ижадсы тү­гел. Бәләкәйҙән халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән ҡыҙыҡһынған шағир әҙәбиәт донъяһына тәрә­нерәк инә, халҡы яҙмышы, заман проблемалары тураһында нығыраҡ уйлана барған һайын фольклор­ҙағыса фәлсәфәүилеккә, тәбиғәтте йырлауға, уның менән кеше ара­һындағы бәйләнештәр законса­лыҡтарын яҡтыртыуға тартыла төшә. Быны уның «Дим буйы», «Күңел ялҡындары» йыйынтыҡ­тарындағы байтаҡ ижад емештәре дәлилләй. Фәлсәфә һәм тәбиғәт темаларына арналған был әҫәрҙәр араһында башҡорт фольклорында төп урындарҙың береһен алып торған йыр жанры традицияларынан үҫеп сыҡҡандары осрауы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Әйткәндәй, С.Яҡшығолов Дим буйы башҡорттары араһынан күңел-зиһененә яҡын булған фәлсәфәүи йөкмәткеле тормош-көнкүреш йыр­ҙарын яҙып алып, айырым өлгөләрен «Дим буйы» йыйынтығында баҫ­тырып та сығарған. «Мәшһүр Ту­ҡаев әйтмешләй, – тип яҙа ул китабының йырҙар бүлегенең инеш һүҙендә, – халыҡ йырҙары гәүһәр вә яҡуттарҙан да ҡиммәтле бер нәмә ул, шуға күрә уларға әһә­миәт бирергә һәм һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ» [9, 23-сө б.].
Шағирҙың шулай халыҡ йыр­ҙары менән етди ҡыҙыҡһыныуы, уларҙың «гәүһәр вә яҡут»тай идея-художество тәбиғәтенән рухланыуы уның ижадына ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Ҡайһы бер әҫәрҙәрен ул ҡыҫҡа йә оҙон халыҡ йыры үлсәме менән яҙған. Уларҙа йырҙарға хас һүрәтләү сара-алымдарын ос­ратырға мөмкин. Шағирҙың бындай әҫәрҙәренең үҙәгендә башлыса тәбиғәт темаһы тора. Улар тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү һәм лирик «мин»дең уларға ҡарата мөнәсәбәтен белдереү формаһында яҙылған. Уның өсөн тәбиғәт бер үк ваҡытта рухланыу ҙа, бошоноу ҙа, борсоулы уйланыу ҙа сығанағы булып тора. Йырҙарының берәүҙәрендә ул тыуған еренең матурлығына һоҡлана, тәбиғәт күренештәре менән кеше тормошо, хис-тойғолары араһында параллель үткәрә.

Сулпан ҡалҡа, таң да ата,
Таң сулпанды юғалта.
Таңда иҫкән еләҫ елдәр
Күп хистәрҙе ҡуҙғата, –

тип башлана уның ҡыҫҡа йыр үлсәме (8–7–8–7) менән классик робағи ҡалыбында (а–а–б–а) яҙылған «Ҡитға» әҫәре. Жанр йәһәтенән уны тәбиғәттең таң мәлендәге иҫ киткес матурлығын йырлаған йыр-мәҙхиә тип атарға булыр ине. Әҫәр кешеләргә кинәйәле мөрәжәғәт менән тамамлана. Автор уларҙы таң менән «һәр бер әшйә»һе (нәмәһе) хәрәкәткә килгән, «үҙ хәленә мәғнәүи күҙен һалған» тәбиғәттән үрнәк алырға, яҡтыға бағырға, киләсәккә ынтылырға саҡыра. Бында һоҡланыу, яҡ­тылыҡҡа, яҡшылыҡҡа һәм матур­лыҡҡа ынтылыуҙар еңелсә роман­тик хисләнеү төҫөн алып китә. Сөнки улар шағирҙың һалҡын аҡылына нигеҙләнеүгә ҡарағанда, рухи тормошоноң эмоциональ тәрәнлегенән һәм нескәлегенән килеп сыға. Ә бына уның ҡыҫҡа халыҡ йыры үлсәме менән яҙылған «Күҙ йәше» оҙон башҡорт йырының традицион формаһында ижад ителгән «Көҙ көнө» йырҙары бөтөнләй ҡапма-ҡаршы хис-кәйеф менән һуғарылған. Улар алда ҡарап үтелгән әҫәрҙән үҙҙәренең уйсанлыҡтары, элегик тондары менән айырылып тора. Мәҫәлән, икенсе әҫәрҙә лирик геройҙың «ғүмере көҙҙәре» етеүе айҡанлы тыуған тәрән кисерештәре һәм ғазапланыуҙары уны күңел төшөнкөлөгөнә һәм өмөтһөҙлөккә алып килә. Ошо драматизм был әҫәр пафосының нигеҙен тәшкил итә лә инде. Уға хас бөтә художестволы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, уның жанрын романс-элегия тип билдәләү урынлы булыр ине:


Йәмле йәйҙәр үтеп, көҙҙәр
етһә,
Донъяла моң, хәсрәт тойола.
Һарғайышып, өҙөлөп
ағастарҙан
Елбер-елбер япраҡ ҡойола...

Елдәр иҫеп, япраҡтар
түгелеп,
Тып-тын ҡалһа бөтөн
ер йөҙө,
Йөрәгем яна, аға күҙемдән
йәш
Иҫкә төшөп ғүмерем көҙҙәре.

С.Яҡшығолов үҙ әҫәрҙәрендә халыҡ йырҙарындағы традицион алымды – кеше образын, уның күңел торошон төрлө тәбиғәт күренештәре менән йәнәш ҡуйып, сағыштырып һүрәтләү алымын уңышлы ҡуллана. Фольклорға ул ижади килә. «Уның халыҡ йырҙарына тартым әҫәрҙәре уларға өҫтән-мөҫтән генә эйәреп яҙылған ижад емештәре, бигерәк тә инде уларҙың стилизацияһы түгел. С.Яҡшығоловта образды, уның күңел донъяһын йыр жанры мөмкинлектәре сиктәрендә мөмкин ҡәҙәре тулы һүрәтләү, икенсе төрлө әйткәндә, пиктураль алым (латин телендә picturа – һүрәт яһау, һынландырыу) поэтиканың сюжет-конструкция системаһы менән тығыҙ аралашып килә. Йырсы-шағир үҙ әҫәрҙәрендә геройҙарын һүрәтләп кенә ҡалмайынса, бил­дә­ле бер тормош конфликтына килтереп ҡуя, йәғни образдарын тышҡы һыҙат-ҡиәфәттәрендә генә һүрәтләп ҡалмайынса, эш-хә­рә­кәт­тәре, теләк-ынтылыштары, уй-хыялдары, хис-кисерештәре аша ла яҡтыртырға тырыша» [7, 275-се б.]. Бының өсөн ул йыш ҡына тәбиғәт күренештәренә мө­рәжәғәт итә, уларға символик
мәғәнә бирергә тырыша, поэтик йәнәшәлек, киңәйтелгән сағыш­тырыу алымдарын киң ҡуллана. Шул рәүешле, уның романс-эле­гияһында, йырҙарында лирик
тема драмалаша, лирик ағым тасуирлап биреү һәм бәйәнләү күренештәре, йәғни нарратив элементтар менән аралаша. Быларҙың бөтәһе лә шағир әҫәрҙәренең идея-художество офоҡтарын киңәйтә, образлы структураһын байыта, уҡыусының зиһен-күңел донъяһына тәьҫир итеү ҡеүәһен көсәйтә.


С.Яҡшығоловтың лирикаһындағы фәлсәфәүи фекерҙәр, ижадының идея-тематик киңлеге хаҡында тулыраҡ "Ватандаш" журналының 7-се һанында (2021) уҡырға мөмкин.

 

Автор:Ғиниәтулла ҠУНАФИН, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры
Читайте нас: