Роман жанры башҡорт әҙәбиәтендә лә мөһим урындарҙың береһен биләй. Башҡорт романының үҫеш юлы ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле. Ошо йәһәттән был үҙенсәлектең өс характерлы һыҙатын билдәләп китергә кәрәк. Береһе – фольклор традициялары, икенсеһе – революцияға тиклемге һәм барлыҡ милли эпик әҙәби тәжрибә, өсөнсөһө – көнсығыш әҙәбиәтенең ярайһы уҡ бай һәм төрлө сығанаҡтарына бәйле тәжрибә. Традициялар, атап әйткәндә, фольклор үҙенсәлектәре тәрән йөкмәткеле эпостарға, халыҡ ижадының башҡа эпик жанрҙарының үрнәктәренә ҡайтып ҡала. Революцияға тиклемге әҙәби тәжрибә Р.Фәхретдинов, М.Өмөтбаев, З.Һаҙи, М.Ғафури ижадындағы проза әҫәрҙәренә нигеҙләнә. Шулай уҡ тәрән тамырлы көнсығыш әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре лә проза төрөнөң үҫешенә йоғонто яһай. Күп төрлө поэтик әҫәрҙәрҙең һөйләү телендә йәшәүе лә ошоға ишара. Юҡҡа ғынамы ни профессор Р.Байымов: «Фарсыязычная литература, в том числе и средневековая (восточный ренессанс), по призванию многих исследователей, была общей для ряда аработюрко-фарсыязычных народов», – тип билдәләмәй [2, 45]. «Һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт», – тип бушҡа ғына әйтмәгән бөйөк мәғрифәтсебеҙ М.Өмөтбаев [6, 12]. Шулай уҡ уның замандашы, күренекле мәғрифәтсе, дин белгесе Р.Фәхретдинов былай тигән: «Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш» [3, 90]. Әлбиттә, ошо йүнәлештәге ҡанатлы һүҙҙәрҙе әллә күпме дауам итергә булыр ине. Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре тарихҡа үтә лә һаҡсыл, иғтибарлы һәм ғәҙел ҡараш менән баҡҡан. «Тарих – ул киләсәктең хәтәр уҡтарынан һаҡлар бөгөнгө ҡалҡан», – тип яҙып ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов мең тапҡыр хаҡлы [5, 36]. Сөнки беҙ бөгөн үткәндәрҙе ентекле барлайбыҙ икән, киләсәккә дөрөҫ аҙымдар, һуҡмаҡтар күҙаллайбыҙ.
ХХ быуат башында милли романыбыҙ барлыҡҡа килеүе һәм артабанғы үҫеше өсөн, беренсенән, прозаның бәләкәй жанрҙарының үҫеше генә түгел, ә, ғөмүмән, әҙәбиәттең башҡа төрҙәренең дә (поэзия, драматургия, тәнҡит) шаҡтай тәжрибә туплауы, стилдәр аныҡланыуы шарт булды. Роман нигеҙендә ятҡан:
а) шәхес һәм йәмғиәт конфликтын;
б) эпик һүрәтләү киңлеген;
в) фекер даирәһен;
г) күп планлылыҡ йәки полифоник сюжетты халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәре «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Алдар менән Зөһрә», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» һәм башҡа эпостарында, әкиәттәрҙә күрергә мөмкин.
Роман ҡанундарының башҡорт һүҙ сәнғәтендәге инештәренә экскурс яһау бөгөнгө жанрҙың бай мөмкинселектәрен барларға ярҙам итәсәк. Башҡорттарҙың иң боронғо һүҙ сәнғәте өлгөләре – мифологик эпостар. Әйткәндәй, төрки халыҡтары араһында ҡырғыҙ һәм башҡорт эпик ҡомартҡылары иң боронғоларҙан һанала.
«Урал батыр» эпосы халыҡ араһында ҡобайыр атамаһы менән дә йөрөй. Академик Ғ.Хөсәйенов билдәләүенсә: «Урал батыр» – башҡорт халыҡ эпос ҡомартҡыларының иң алдында торған юл башы, иң боронғо поэтик фекер ебе, иң архаик ҡарһүҙ фекер рәүеше, фантастик уй-хыял ҡаҙнаһы, иң ҡәҙимге тасуири һүҙ, һүрәттәр төйөнө. Шул йәһәттән ул борон-боронғоноң берсә серле, берсә сәйер, берсә соңғол, берсә соғол һүҙ, һүрәт, шәкелдәрен үҙенә йыйған һәм йомған поэтик йомғағы һәм йомағы ла» [7, 37]. Әлбиттә, «Урал батыр» ҡобайырында роман жанрының поэтикаһына хас байтаҡ ҡына үҙенсәлектәр бар. Шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылығы бөгөнгө романдарҙың барлыҡ структураһына, сюжетына үрелгән. Ә «Урал батыр»ҙа шәхестең формалашыу юлдары эҙмә-эҙлекле һүрәтләнә. Тәүге эпизодта ата-инәһе Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең йәшәйеше бәйән ителһә:
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти, бер урын.
Унда булған, ти, борон
Йәнбирҙе тигән ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ.
Артабан икенсе сюжет һыҙығы:
Ай үҫәһен көн үҫеп,
Балалары иҫ белеп,
Шүлгәненә ун ике,
Уралына ун тулып, –
тип башланып китә [4]. Ҡобайырҙың төйөнләнеүе лә социаль яҫылыҡта ята, аталары улдарына үҫеп етмәйенсә ҡан эсеүҙе тыя. «Тешәр сағығыҙ үтмәгән, быуынығыҙ ҡатмаған», – тигән Йәнбирҙенең телмәрендә ата-бабаларҙың тәрбиә ысулы, тормош фәлсәфәһе сағыла. Үҫмерҙең аңына: «Ҡабырсаҡҡа тултырған ҡандан ауыҙ тартығыҙ», – тип, йола ҡанундарын һала. Йола – йәмғиәттең кәүҙәләнеше, тышҡы күрһәткесе. Шүлгән, йолаға ҡаршы барып, ҡанды тәмләп ҡарай. Улар алдында «Нимә ул үлем?» – тигән һорау килеп баҫа. Атаһы Шүлгәнде таяҡ менән туҡмағанда, Урал Йәнбирҙегә лә үлем килмәҫме, тип борсола. Тап ошо мәсьәлә барлыҡ сюжет һыҙыҡтарын хәрәкәткә килтерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: үлемде юҡ итер өсөн Йәншишмә һыуын эҙләргә Урал менән Шүлгән сәфәргә сыға. Ҡобайырҙа тышҡы хәрәкәт кенә түгел, ә герой күңелендәге ҡараштар ҙа хәрәкәттә. Романға хас полифоник сюжетта ла тышҡы хәрәкәттәрҙән тыш, психологик эволюция ла күҙәтелә. «Урал батыр»ҙа был тулыһынса бар. Геройҙар алдында әленән-әле «Ни эшләргә?» йәки «Нисек булырға?» тигән һорау килеп баҫҡанда, сюжеттың тәрәнәйеүен, үҫеүен күрәбеҙ. «Үлемдең күҙгә күренмәй килеүе лә бар: шул үлем килгәндер, мине шул ҡоторталыр; шулай ҙа үлемде берәйһе күрмәй булмаҫ, йәнлек, ҡош-ҡортто йыйҙырып һорашырға кәрәк», – тип барын да саҡырған Йәнбирҙе. Ҡош-ҡорт, йәнлектәр үлемде тотоп бирергә ҡырҡа ҡаршы килгән, Шүлгән дә уларға ҡушылған. Эске сюжеттың тармаҡланыуы: «Барыһы төрлөсә һөйләп, төрлөһө төрлө уйлап», – тигәндән башлана. Йыйындағы төрлөлөк тышҡы хәрәкәтте лә йәнләндерә. Үҙ-ара бәйләнешле бер нисә ағым барлыҡҡа килә. Бер үк мәсьәләгә, бигерәк тә глобаль проблемаға, ҡараштар иркенлеге ҡобайырҙа асыҡ күренә. Бөгөнгә башҡорт романдарында ла был традиция тулыһынса һаҡланған, тип әйтергә мөмкин. Үлем тураһындағы әңгәмәнән һуң Йәнбирҙе уйға ҡала һәм улар дүртәүләп һунарға йөрөй башлаған. Аулаған ҡоштар араһында аҡҡош та була. Уны салырға әҙерләнгәс, ҡорбан үҙ зарын әйтеп биргән. Урал ҡошто ҡотҡарыу, ә Шүлгән уның менән ризыҡланыу яғында булған. Урал Һомайҙы ҡотҡара, тик Йәншишмә юлын һорарға өлгөрмәйҙәр. Бары тик аҡҡош осҡан яҡҡа сәфәр сыға ағалы-энеле Шүлгән һәм Урал.
Ҡобайырҙа Уралдың шәхес булып үҫеүен күрһәткән ваҡиғалар, күренештәр тәүге архаик өлөштән күпкә айырыла. Беренсеһендә дүрт кеше, йәнлектәр, ҡош-ҡорттар ғына булып, әҙәм барыһынан да көслөрәк, тигән идея үткәрелә. Ә үлем кешенән дә көслөрәк булғас, уны табып, юҡ итеү – эпик ҡомартҡының бик үҙенсәлекле төйөнләнеүе. Артабанғы сюжет һыҙыҡтары тармаҡлана. Ике юл арауығында шыбаға тотошоп, Уралға – уңға, Шүлгәнгә һулға юл төшһә лә, Урал Шүлгәндең уңға – Самрау батшалығына барам, тиеп хәрәмләшеүе менән килешә, ә үҙе Ҡатил батша иленә юллана. Унда кеше һөйәктәренән тауҙар хасил булған, ә барлыҡ ер ҡан менән ҡапланған, тиелә. Эпостағы һайлау алымы ике персонаждың характерына ишара ғына яһамай, ә бай һыҙаттар өҫтәй. Урал үҙ юлынан тайпылмай. Ҡатил менән осрашҡанға тиклем яуыз батша тураһында өс тапҡыр һөйләнелә. Тәүҙә батшаның яуызлыҡтарын кисергән әбей һөйләһә, икенсегә – бабай, ә өсөнсөгә үҙе Ҡатилдың халыҡҡа ҡылған насарлыҡтарын күрә. Бер үк кеше тураһында өс тапҡыр бәйән итеү – һөйләнәсәк ваҡиғаға иғтибарҙы йәлеп итә торған стилистик алым.
Эске сюжеттың үҫеше лә туҡтап ҡалмай. Дошманының портреты:
Бураланған дөйәләй,
Ҡанһыраған айыуҙай
Күҙенә ҡан һауҙырып,
Күҙ ҡабағын тойҙороп,
Ужар сәсеп, мат ҡурып;
Ҡабан сусҡа елкәле,
Филдәй йыуан балтырлы,
Ҡымыҙ тулған һабалай,
Имәнес йыуан ҡорһаҡлы, – [4]
тип һүрәтләнә.
Ҡатил батша майҙанда аталы-ҡыҙлы ҡолдар һайлағанда, Уралға тап булалар. Ҡыҙы Уралды һайлай, ә ул бармай, йоланы боҙа. Сит-ят йолаға буйһонмай, батшаға ҡаршы сыға. Уй-ниәте – барлыҡ халыҡты ҡотҡарыу. Ләкин туранан-тура Ҡатил менән көрәшкә сыҡмай, тәүҙә оло үгеҙ менән алышһа, аҙаҡ дүрт батыры көрәшкә сыға. Барыһын да еңеү – Ҡатилды еңеүгә тигеҙләнә. Урал батырҙың көрәше батырҙар тураһындағы эпос традициялары рухында, геройҙың көсөн гипербола алымдары аша һүрәтләү өҫтөнлөк итә. Бигерәк тә үгеҙ менән көрәшен һүрәтләгән эпизод ҡыҙыҡлы. Мифик эпосҡа хас элементтар, йәнләндереү алымы – ошо үгеҙ кешесә һөйләшеп, Уралды бик ныҡ ҡурҡыта. Ләкин батыр ғәҙел көрәштә үгеҙҙең мөгөҙҙәрен кәкрәйтә, өҫкө тешен ҡоя һуға, ергә һелтәп, тояҡтарын уртаға яра. Һәм үгеҙ мәңгегә шулай булып ҡына ҡалмай, ә кешегә тоғро хеҙмәт итә башлай. Үгеҙгә бәйле этиологик мотивтар ҡобайырҙың боронғолоғо хаҡында һөйләй. Эпостың тәүге өлөшөндә Урал батыр Ҡатил батшаның ҡыҙын һайлай. Боронғо эпик традицияларға ярашлы, эпостың һәр өлөшө Урал батырҙың туйы менән тамамлана. Ләкин сюжетта һәр ваҡыт геройҙың батырлыҡтары беренсе урынға сыға, ә өйләнеү – икенсе планда. Сөнки Уралдың барлыҡ көрәше ерҙәге халыҡ бәхете өсөн тәғәйенләнгән. Образды шәхес кимәленә күтәргән мотив үҙенең асылын бөгөн дә юғалтмаған.
Эпостағы сюжеттың динамик хәрәкәте бер ваҡытта ла туҡтамай. Ҡатил батшаны еңгәс, Үлемде эҙләп, юлын дауам итә батыр. Икенсе өлөш Ҡәһҡәһә йыландар батшалығында бара. Уралдың дошмандары – күп башлы йыландар, Зәрҡүм. Һуңғыһы кеше ҡиәфәтенә инә ала. Урал батырҙың Зәрҡүм менән алышы традицион формала һүрәтләнмәй, ә йылан хәйлә менән атаһының һарайына саҡыра. Унда Уралға күп дейеүҙәр ташлана. Туғыҙ башлы дейеүҙең баштарын өҙгән һайын унан бик күп батырҙар һәм ҡыҙҙар килеп сыға. Алты башлы дейеүҙе тураҡлап, уның йөрәгендәге алтын асҡыс менән серле һарайҙы аса ла хикмәтле таяҡты ала. Икенсе өлөш Уралдың Гөлостанға өйләнеүе менән тамамлана.
Өсөнсө өлөштә дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡә менән көрәше, Һомайға өйләнеүе хаҡында һүҙ бара. Әзрәҡә һәм дейеүҙәр ҡараңғылыҡ донъяһын, яуызлыҡты күҙ алдына баҫтыра. Әзрәкә үҙенең дейеүҙәренә кеше йөрөмәһен өсөн ерҙе һыу менән ҡапларға, ҡоштар осмаһын өсөн һауаны ут-ялҡын менән ялмарға ҡуша. Барыһын да ҡотҡарырға Урал алышҡа сыға. Әллә күпме дейеү кәүҙәләренән ҡоро ер барлыҡҡа килә, ә Әзрәҡәнең кәүҙәһе бейек тауға әйләнә. Уралдың көрәше һыу һәм ут стихияһын еңеп, ерҙе һыу баҫыуҙан һәм уттан ҡотҡара. Бер үҙе генә түгел, ә Һомай бүләк иткән булат ҡылыс һәм Аҡбуҙат ярҙам итә.
Эпоста Аҡбуҙат образын һүрәтләүгә ҙур урын бирелгән. Шүлгән менән Әзрәҡә, Аҡбуҙатты ҡулға эләктереп, Уралды һәм халыҡты ҡол итергә уйлай. Ә ат – кем уны тотоп, менә ала – шуға ғына баш бирә. Аҡбуҙатты тотоу мотивын һүрәтләгән космогоник характерҙағы мифтар халҡыбыҙҙа киң таралған. Әзрәҡә үҙенең ете дейеүен күккә, Аҡбуҙатты тоторға, ебәрә. Улар бер нисек тә толпарҙы тота алмайҙар, Әзрәҡәнең асыуынан ҡурҡып, күктә ҡалалар ҙа ете йондоҙ – Етегәнде барлыҡҡа килтерәләр. Һомайҙың Аҡбуҙатын аҫыл батыр Урал ҡулға эйәләштерә. Тап ошо мотив башҡорт ҡарһүҙҙәрендә йыш осрай. Ул үҙенсәлекле һәм башҡа төрки халыҡтары эпостарынан айырыла. Традицион мотивтың үҙенсәлеге йәр һайлау менән дә бәйле. Һомай уның Аҡбуҙатын эйәрләп менгән, өс бармағында 70 батман ауырлыҡ ташты күтәргән батырға кейәүгә сығасағын белдерә. Тәүҙә Шүлгән бәйгегә сыға, ләкин шарттарҙы үтәй алмай. Урал ҡыҙҙың шарттарын тулыһынса атҡарып, ғаилә намыҫын һаҡларға ла ынтыла. Өйләнеү бәйгеһен һүрәтләгән ваҡиғалар батырҙың көсөн гипербола алымына еткереп күрһәтәләр. Урал 70 батманлыҡ ташты алып күккә ата, таш уҡ кеүек күккә оса, тик кис ауышҡас ҡына кире килгән тауышы ишетелә. Урал уны осоп барғанда уҡ тотоп, Әзрәҡә йәшәгән яҡҡа һелтәй. Урал батыр Әзрәҡәне ҡыйратып, Аҡбуҙатты эйәләштереп, Һомайға өйләнгәс, тағы ла батырлыҡ эшләй. Дейеүҙәр урлап алып киткән Һомайҙың Айһылыу һеңлеһен алып ҡайта. Был эпизодта ла фантастик элементтар реаль картиналар менән аралашып бара. Айһылыу ҙа ҡош ҡиәфәтендә көмөш ташлы күлдә йөҙә. Ә күлгә әҙәм заты аяғы баҫмаған. Һомай менән Айһылыу ҡош ҡиәфәтенә керә алалар. Һомайҙың әсәһе – Ҡояш, ә Айһылыуҙың – Ай. Ҡыҙҙар әсәләрендә лә, Самрау батша – атаһы янында ерҙә лә йәшәй алалар. Ике ҡыҙҙа ла типик әкиәти һылыуҙарҙың һыҙаттары – күпселек төрки романтик һәм героик әкиәттәрендә осраған ҡаурыйҙар ҡош һынын бирә, йәки уларҙы күркәм ҡыҙ рәүешендә лә осратабыҙ. Һомай тәүҙә Уралға – аҡҡош, Айһылыу сағыу ҡаурыйлы ҡош ҡиәфәтендә тап була. Буласаҡ һөйгәндәренә тәғәйенләнгән ҡанатлы толпарҙар хужабикәләре лә улар. Был бүлектең ахырында Урал батырҙың йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәне еңеүе, дейеү һәм Шүлгән менән көрәшеүе, ерҙәге кешеләрҙең бәхете өсөн Урал батырҙың һәләкәте һүрәтләнә.
Эпоста бирелгән эпик киңлек, батырҙың яуыз көстәр менән көрәше – бөгөнгө роман жанрындағы шәхес һәм йәмғиәт конфликтының сығанағы, икенсе төрлө әйткәндә, шишмә башы ул. Уралдың бала саҡтан алып шәхес булып формалашыуын ҡобайырҙың сюжетында күрәбеҙ. Уның алдында һәр ваҡыт һынау тора, былар иһә сюжет һыҙығын тармаҡландырыуға килтерә. Полифоник сюжет төп герой Урал батыр тирәләй генә түгел, ә персонаждар хәрәкәт иткән ерҙә, һыу аҫты (ер аҫты) һәм күк батшалығында ла дауам итә. Улар бер арауыҡтан икенсеһенә, йәки өсөнсөһөнә йәтеш кенә күсәләр. Мәҫәлән, ҡанатлы Аҡбуҙат һәр тарафта ла етеҙ хәрәкәт итә. Һомай менән Айһылыуҙың ҡош һәм кеше ҡиәфәттәре быға ярҙам итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, боронғо халҡыбыҙҙың донъяны өс үлсәмдә күреүе, фекер йөрөтөүе бик фәһемле. Ҡобайыр сюжеттары ла тармаҡланып, һәр үлсәмде Урал батырҙың көрәше, эшмәкәрлеге менән сағылдыра. Мифик сюжетта көрәш кенә түгел, ә геройҙың өйләнеүҙәре, улдары тыуыуы – дауамлы ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтыра. Эпоста һәр сюжет һыҙығында күп төрлө проблемалар: социаль, ижтимағи һәм рухи йүнәлештә күҙ алдына баҫа. Ә уларҙың һәр береһен һүрәтләүсе ваҡиға үҙәк сюжет һыҙығына берегеп, полифоник сюжетты байыта, эпостың фекер ҡеүәһен тәрәнәйтә. Нимә ул үлем һәм үлемһеҙлек? Ошо мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләү – эпос геройҙарының бар булмышын, характерҙарын асып ҡына ҡалмай, ә эшмәкәрлеге, уй-ниәттәре аша күҙ алдына баҫа икән, роман фекеренең дә сығанаҡтары боронғо башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосында, тип әйтә алабыҙ. Тап ошо шәхес менән йәмғиәт конфликты эпостың барлыҡ сюжет һыҙыҡтарын динамик һәм һығылмалы итеп ойоштора, төп фекерҙе һәр яҡлап асыҡлай.
Йәншишмә һыуын табыу – үҙәк проблема. Эпос геройы Урал батыр үҙенең төп маҡсатына ирешер өсөн оҙон һәм ҡатмарлы юл үтә, үлемһеҙлектең асылы нимәлә икәнлегенә лә төшөнә. Шуға ла был глобаль проблема шәхестең уй-фекере, аңлауҙары аша баһалана, артабан эшмәкәрлеге лә шуға табан йүнәлтелә. Эпоста мәңге йәш һәм үлемһеҙ – тәбиғәт һәм кеше эшләгән изгелек, тигән төшөнсә әҫәрҙең идея кимәленә күтәрелә. Ысынлап та, был мәңгелек ҡиммәттәр пафос өсөн генә түгел, ә ҡобайырҙың юғары художестволы эстетик кимәлен дә билдәләй. Уның ҡиммәте лә, һиммәте лә ошонда ярылып ята.
Эпостағы хронотоп та бик бай, үҙенсәлекле. Өс быуын яҙмышы сюжет һыҙыҡтарын тупландырып, киң эпик картинаны хасил итә.
«Урал батыр»ҙың өсөнсө өлөшө төп геройҙың уландарының эшмәкәрлеге хаҡында. Урал үҙенең улдары менән Ҡәһҡәһә һәм дейеүҙәр, шулай уҡ Шүлгәнгә ҡаршы көрәше ваҡиғаларының кульминацион нөктәһен тәшкил итә. Уралдың дошмандары дейеүҙәр генә түгел, тылсымлы таяҡты урлаған Шүлгән тотош ерҙе һыу аҫтында ҡалдырырға уйлай. Урал аҙлап-аҙлап ҡоро ерҙе кешеләргә яулай бара, диңгеҙ кеүек даръянан бәләкәй генә күл ҡала. Шүлгән дейеүҙәр менән шунда ҡаса. Урал ағаһын ҡара һәм насар көстәрҙән арынып, тереһыу эҙләргә бергәләп барырға өгөтләй. Әлбиттә, тереһыу эҙләү мотивы күп халыҡтарҙа бар. Ләкин беҙҙең ҡобайырҙа бөтөнләй яңы йүнәлеш ала: Урал уны үҙе өсөн эҙләп сәфәр сыҡмай, ә ер һәм тәбиғәтте йәшәтер өсөн. Ул үле ерҙе һәм тәбиғәтте тереһыу ярҙамында терелтә һәм мәңгелек итә. Халҡыбыҙҙың эпик фекерләүе, ғаләмде уратырлыҡ ҡараштары Урал батыр образында тупланған түгелме? Әлбиттә, роман жанрын билдәләүсе шәхес образының эволюцияһы, динамикаһы «Урал батыр» ҡобайырында булыуы – жанрҙың тәрән тамырҙары хаҡында һөйләй.
1. Алибаев З.А. Поэтика современных башкирских романов. – Уфа: Самрау, 2020. – 286 с.
2. Баимов Р.Н. Судьба жанра. – Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. – 320 с.
3. Баишев Ф.Н. Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова. – Уфа, 1996. – 176 с.
4. Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. – 448 б.
5. Ғарипов Р.Й. Әҫәрҙәр. Өс томда. III том. – Өфө: Китап, 1998. – 448 бит.
6. Өмөтбаев М.И. Йәдкәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. – 288 б.
7. Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы. – Өфө: Китап, 2003. – 480 б.